ҺЫЛЫУҠАЙ

Тыуған яҡтарын, әсәһен, туғандарын өҙөлөп һағыныуымы, әллә күрше генә блиндажда урынлашҡан Тәүфиҡты күргеһе килеүеме таңғы йоҡоларынан уятты Һылыуҙы. Ул, таҡта урындыҡтарҙа иҙерәп йоҡлап ятҡан әхирәттәрен уятмаҫ өсөн, аяғослап ҡына йөрөп кейенде лә тышҡа сыҡты. Көн уяна. Бөтә көнсығышты зәңгәрлек солғаған. Ағастар ҙа, Олым йылғаһы ла, болон да ошо сафлыҡҡа рәхәтләнә, кинәнә. Һылыу ҡояш сығышына ҡарап ҡул болғаны: “Сәләм һиңә, тыуған яғым! Айырылышҡанға өс ай ҙа үтмәне, йөрәккә һағыш булып урынлаштың…” Таң зәңгәрлеге бөтә үткәндәрҙе хыялға әйләндергән һымаҡ тойолоп китте. Шундай матур ине уның төҫө! “Әйҙә, ошо төҫтәге хыял булып йәшәһен үткән дә, киләсәк тә! – тине лә Һылыу, моңһоуланып ҡына өҫтәп ҡуйҙы; — Өмөт тә…” Шул саҡ Тәүфиҡтың кисә генә әйткән һүҙҙәре иҫенә төштө: “Күҙҙәреңдең зәңгәрлеген күрмәһәм, күк йөҙөнөң зәңгәрлеген абайламаҫ инем. Һине осратмаһам, Башҡортостан тыуған еремдәй яҡын булмаҫ ине. Һин тыуып-үҫкән ауылды – Ҡыйғыны, тулҡын-тулҡын сәстәреңде йыуып үҫтергән Ҡарайылғаны күргем килә; һин тыңлаған ҡоштарҙы тыңлағым килә, Һылыуҡай-гөлөм, зәңгәр күҙ”. Һылыуҡай күңеле менән Тәүфиҡтың ошо һүҙҙәренә иркәләнеп алды. “Әйҙә, минең менән таң ҡаршыларға сыҡ. Һиҙмәйһеңме ни, мин көтәм һине. Бында ла ҡоштар тап Ҡарайылға буйындағы кеүек үҙәктәрҙе өҙҙөрөп һайрай. Әйҙә, сыҡ. Ана улар ҙа саҡыра. Фьют-фьют, саңҡ-саңҡ. Тәүфиҡ, Тәүфиҡ, сыҡ-сыҡ”, — тиҙәр. Һылыу үҙ алдына йылмайып ҡуйҙы. Тағы ҡош тауыштарына ҡолаҡ һалды. Һандуғас ҡайҙалыр яҡында, ҡолаҡ төбөндә генә һайрағандай.

Читать далее «ҺЫЛЫУҠАЙ»

«Урал батыр» мәктәбе

Баш һүҙ

Бөгөнгө ҡапма-ҡаршылыҡлы мәғлүмәттәр менән тулған, рухи ҡиммәттәр осһоҙлана-төҫһөҙләнә барған боларыңҡы заманда быуаттар һынауын үткән милли традицияларға яңы һулыш биреү, йәш быуынды тәрбиәләүҙә халыҡ педагогикаһын киң ҡулланыу ғәмәлгә ярашлы буласаҡ.

Был йәһәттән мәшһүр «Урал батыр» эпосы милли идеологияның нигеҙен тәшкил итергә тейеш. Сөнки ул башҡорттоң халыҡ булараҡ ойошоуында хәл иткес роль уйнаған, үҙендә милли фәлсәфә туплаған барса ҡиммәттәрҙән дә өҫтөнөрәк рухи ҡомартҡыбыҙ.

Читать далее ««Урал батыр» мәктәбе»

“Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” буйынса өлгө программа

Аңлатма яҙыу

Программаға дөйөм характеристика

Дөйөм белем биреүсе мәктәптәр өсөн “Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” буйынса өлгө программа дөйөм белем биреү йөкмәткеһенең фундаменталь үҙәге (ядроһы) һәм икенсе быуын федераль дәүләт стандарттарында ҡуйылған талаптар нигеҙендә төҙөлдө. Унда шулай уҡ дөйөм белем биреүҙең уҡыу эшмәкәрлеген үҫтереү һәм формалаштырыу программаһының төп идеялары һәм талаптары (положениелары), дөйөм белем биреүҙең Рәсәй тарихы буйынса белем биреү программалары менән оҡшашлыҡ принциптары күҙ уңында тотолдо.

Читать далее «“Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” буйынса өлгө программа»