ТУҒАН ТЕЛ ТУРАҺЫНДА

Туған тел – милләт ҡотон һаҡлаусы ҡуҙ. Халыҡты милләт итеп туплаусы төп шарт. Туған тел – тарихыбыҙға, ижадыбыҙға, ғөмүмән тотош рухи байлығыбыҙға юл асыусы алтын асҡыс.

Туған тел – кеше сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһаусы, нерв күҙәнәктәрен яйға һалыусы, ҡан баҫымын көйләүсе туған моң ул. Туған телен белмәгән кеше һаулыҡ сығанағы булған туған моңдан мәхрүм була.

Туған тел – ҡан туғандарҙың бер-береһен күҙгә күренмәҫ нурҙар менән тоташтырыусы күңел тартымы.

Туған тел – ул ҡан хәтерен уятыусы төп шарт. Беҙ үткәндәребеҙгә фәҡәт туған тел аша ғына ҡайта алабыҙ.

Туған тел – ул рухи туғандарҙы бер мөхиткә туплаусы, йән йылыһы булдырыусы, бер үк маҡсат менән йәшәргә ҡеүәт уятыусы көс.

Туған тел – ете быуын аша, ҡандан ҡанға күсә килгән хәтеребеҙҙе, һәләтебеҙҙе, ҡеүәтебеҙҙе уятыусы ҡеүәт.

Туған тел – ул күҙгә күренмәҫ ағза. Туған телдән, тимәк, ошо ағзанан мәхрүм ҡалыу кеше ғүмеренең етенсе ете йыллығы башланғас (ҡырҡ ике йәштәрҙән һуң), ниндәй генә юғарылыҡҡа күтәрелһәң дә үҙен ныҡ һиҙҙерә башлай. Был – үҙәк өҙҙөргөс һағыныу тойғоһо, күңел бушлығы, тормош мәғәнәһен юғалтыу. Был бушлыҡты йәғни ҡаныңа һалынған, әммә уяна алмай ҡалған һәләтең урынын ялған ҡиммәттәр тулыландырасаҡ.

***

Туған тел — Тәбиғәттең иң ҡиммәтле бүләге. Ул һәр кешенең, һәр милләттең үҙенсәлекле булмышын һаҡлай. Ә был төрлөлөк кешелек донъяһының йәшәйеше өсөн мөһим шарттарҙың береһе. Шуның өсөн тәбиғәттән һәр кешегә иҫ китмәле һәләт бирелгән: кеше мейеһе бер нисә тел үҙләштерә ала. Әйҙә, нисә тел үҙләштерһәң дә ихтыярың, тик туған телең иҫәбенә булмаһын, тигән заң һалынған Бөйөк Аҡыл әйәһе — Тәбиғәт тарафынан.

***

Туған телдә уҡыу ни өсөн кәрәк? Туған телдә уҡыу — ул туған телдә фекерләү. Ә туған телдә фекерләү ҡан хәтерен уята, ҡанға һалынған һәләтте аса һәм үҫтерә.

***

***

Атай-әсәйҙәр ни өсөн аң бутаусылар фекеренә нығыраҡ ҡолаҡ һала? Ошо аңлашылмай. Ә бит…
Беҙ әле йәшәү ҡағиҙәһе итеп алған ҡанундарҙан тыш Тәбиғәт ҡанундары бар. Кешелек донъяһы ла, ундағы бар тереклек тә, үҫемлек донъяһы ла ошо ҡанундар менән йәшәй, аҙ ғына тайпылыу ҙа төҙәтә алмаҫлыҡ хаталарға килтерә. Әммә Ер йөҙөндәге иң аңлы тип һаналған кешеләр ошо ҡанундарҙы тупаҫ боҙа. Сөнки кеше алдауға, алдаштырыуға, аң бутауға тиҙ бирешә. Мәҫәлән, “Урал батыр” эпосында кешене ҡол иткең килһә, уның теленә хужа бул тигән фекер әйтелгән. Аң бутаусылар быны оҫта файҙалана.
Байлыҡ яратыусыларға – байлыҡ, һылыу ҡыҙға ымһыныусыларға – ҡыҙҙар, вазифа яратыусыларға – вазифа вәғәҙә итеп, телебеҙгә хужа булырға, телһеҙ ҡалған халыҡты илһеҙ ҙә ҡалдырып, ҡол хәлендә ҡалдырмаҡсылар. Ә ҡол кем ул? Үҙең өсөн йәшәмәү, икенселәр мәнфәғәте өсөн көс түгеү. Аң бутаусылар кешенең, айырыуса әсәйҙәрҙең иң нескә тойғоларына баҫым яһайҙар һәм иң ғәзиздәре — балалары мәнфәғәте аша эш итәләр. Имеш, туған тел — артыҡ йөк, балаң наҙан ҡала. Мин ҡыҫҡа ғына сығышымда бер теләк әйтәм: аң бутаусыларға ышанып, үҙ аңығыҙҙы юғалтмағыҙ. Тәбиғәт ҡанундары менән йәшәгеҙ. Ә тәбиғәттә һәр йән эйәһе үҙ балаһы менән ӨН аша аралаша, өн аша яҡыная, күңелдәре өн аша тоташа. Ҡаныбыҙға һалынған тойғолар: күңел яҡынлығы, һәләт, илһам, сәләмәтлеккә тәьҫир, аң яҡтылығы, зирәклек ошо өн-моң аша асыла. Тимәк, ҡанға һалынған бөтөн рухи ҡиммәттәрҙең асҡысы – ул туған өн. Туған өнһөҙ ҡалыу, тимәк, туған тел аша аралашмау, балабыҙҙы туған телдән яҙҙырыу арҡаһында улар туған моңда йырламай. Тимәк, быуындан-быуынға күсә килгән ҡан һәләте уянмай; кеше йыр аша нерв күҙәнәктәренә ыңғай йоғонто яһай алмай, тимәк, үҙ сәләмәтлегенә тәьҫир итә алмай; балалар атай-әсәйҙәре менән күңел яҡынлығы тоймай (күҙ алдына килтерегеҙ әле, донъялағы бөтөн йән эйәләре лә балаларын үҙ өндәре менән иркәләй, үҙ өндәре аша табыша – баҡыра, баҡылдай, һайрай, сутылдай, өрә, мыяулай һ.б.). Ә кешеләр балаһы тыуғандан алып сит өнгә күсә, имеш, сәңгелдәктән үк имтихан бирергә әҙерләй. Тәбиғәт кеше мейеһенә шундай мөмкинлек биргән: кеше әллә нисә тел үҙләштерә ала, аңлай, һөйләшә. Тик туған телең – ҡан телең иҫәбенә булмаһын тигән фекер һалынған был сифатҡа. Үҙ аңыбыҙ менән йәшәйек, туғандар, тәбиғәт ҡанундарынан тайпылмайыҡ, баланы беҙ үҙебеҙҙең дауамыбыҙ итеп табабыҙ бит!

***

Әсә теленән дә ышаныслыраҡ тәрбиәсе юҡ! Туған телдә шәхсән үҙеңдең генә әйтәһе һүҙең түгел, быуындан-быуынға, нәҫелдән-нәҫелгә күсә килгән ҡиммәттәр сағылыш таба. Ошо ҡиммәттәр, тел моңона үрелеп, бала күңеленә һеңә һәм ҡан (ген) менән бирелә килгән милли хазинаны — үҙаңды уята. Үҙаң уяныуы — үҙтәрбиәнең иң ышаныслы терәге, таянысы, нигеҙе.

***

Телебеҙҙең, милләтебеҙҙең киләсәк яҙмышы хаҡында борсолоу, хәүеф белдереүселәр бар.
Рухташ милләттәштәр! Телебеҙгә ҡаршы яу асыусылар халҡыбыҙҙың аңы томаланған төркөмөнә иҫәп тота. Әммә улар әлегә байтаҡ ҡына тойолһа ла тамыры бик-бик тәрәнгә киткән ағастың япрайып ултырған бер нисә ботағы ғына. Ә бит милли үҙаң ете быуындан күсә килә, һәр быуынға үҙенән алдағы быуындан күсә. Тамырыбыҙ имен булһын, тамырыбыҙҙағы үҙаңыбыҙ ҡеүәтле беҙҙең. Шуға меңәр йыллыҡ тарихыбыҙ аша 21-се быуатҡа килеп еттек. Иманым камил: бөгөн атай-әсәйҙәре аң томаланыу арҡаһында, милләт киләсәге тураһында бөтөнләй уйламай, бер яҡлы ғына хәл итеп, «балам урыҫ телле» тип яҙып, телебеҙгә яу асыусылар тирмәненә һыу ҡойһа ла, тарих иләге иләр, йәш быуындың ҡанында башҡортлоҡ уяныр!

***

Ҡыҫҡаһы: туған телебеҙҙе белмәү арҡаһында беҙ донъя кимәленә күтәрерлек ғилемебеҙҙе өйрәнә алмайбыҙ. Шуға күрә башҡа халыҡтарҙыҡына иҫебеҙ китеп, уларҙан өйрәнергә мәжбүрбеҙ. Башҡорт халҡы һис тә наҙан булмаған. Меңәр йылдар буйы үҙ донъяһын үҙе көткән, үҙ малын үҙе баҡҡан, үҙ ауырыуын үҙе дауалаған, үҙ ризығын үҙе булдырған, үҙ өҫ-башын үҙе бөтәйткән, буяуын да, дарыһын да яһаған, булатын да ҡойған, тимерен дә иреткән… Халҡыбыҙ өсөн ихлас ғорурланырға хаҡлыбыҙ. Ә инде үҙ ғилемебеҙҙе үҙебеҙ тейешле кимәлдә һаман өйрәнмәйбеҙ икән, кәмһенергә түгел, әсенергә генә кәрәк.

(М.Бураҡаева. «Арғымаҡ»)

***

Туған телеңде юғалтыу — үҙеңде юғалтыу ул.

***

Әсәй, өләсәй кешегә иң ҙур бүләк, иң ҙур бәхет — балаһының, ейән-ейәнсәренең ауыҙ тултырып туған телдә: «Әсәй, Өләсәй! Байрамың менән ҡотлайым» — тип әйтеүе. Туған телдә ишетелгән был һүҙҙәрҙә бөтмәҫ йылылыҡ, наҙ, яҡынлыҡ ҡына түгел, ете быуынды ялғай килгән рухи быуыныңа сикһеҙ рәхмәт тә сағыла.

***

Өфөлә йыш ҡына күҙәткәнем бар, ҡайһы бер йәштәр үҙ балалары менән урамда башҡортса һөйләшергә, ӘСӘЙ тип башҡортса әйттерергә ояла. Бала әсәй тип әйтергә оялдымы, тимәк, артабан башҡортса һөйләшергә ояласаҡ. Милләтебеҙҙең үҙ-үҙен кәмһетеүе ошонан башлана түгелме? Үҙ-үҙен, тимәк, халҡын, тимәк халыҡҡа ҡараған бөтөн нәмәне лә инҡар итеү бер ҡарашҡа ябай ғына күренгән ӘСӘЙ тип әйттерергә оялыуҙан башлана бит.

***

Әсә-атаһын хөрмәт итмәгән кеше улар менән туған телдә аралашмай; халҡын хөрмәт итмәгән кеше балаһына туған телен өйрәтмәй.

***

Ҡәҙерле атай-әсәйҙәр! Тағы бер тапҡыр һеҙгә мөрәжәғәт итәм! Балағыҙ яҙмышы һеҙҙең ҡулда, шуға туған телдең, туған моңдоң тәбиғәттән бирелгән иң ҙур бүләге икәнен аңларға кәрәк. Туған тел — кешенең күҙгә күренмәгән ағзаһы. Туған тел — ул күңел теле, тойоу теле, быуындан-быуынға ҡан аша күсә килгән рухи байлыҡты, һәләтте асыусы асҡыс һәм артабан дауам итеүсе төп ҡөҙрәт. Туған телебеҙҙе ят тел менән алмаштырабыҙ икән, тимәк, баланың тәбиғәттән бирелгән бер ағзаһын ҡырҡып алып, ят ағза ялғап ҡуяһың тигән һүҙ. Ошо хәл булмаһын, атай-әсәйҙәр үҙ балаһын үҙ ҡулдары менән рухи зәғифлеккә дусар итмәһен өсөн бөйөк аҡыл сығанағы Тәбиғәт кеше мейеһенә бер нисә телде үҙләштереү мөмкинлеге биргән. Сабыйҙарыбыҙҙың яҙмышын хәл иткәндә ошоно күҙҙә тотһағыҙ ине, ҡәҙерле атай-әсәйҙәр!

***

Йәйләүҙән һуң күптән килгән фекеремде тағы бер тапҡыр раҫланым: һәләтһеҙ бала юҡ. Тик беҙ уларҙың ҡанында һалынған йүнәлеште аса алмайбыҙ. Төп сәбәп, әлбиттә, туған телдән айырыу, туған моңло мөхит булдырмау. Беҙ балаларыбыҙҙың фәҡәт юғары белем алыуы менән генә ҡәнәғәтбеҙ. ЕГЭ тапшырһын да юғары уҡыу йортона инһен, имеш! Ә күпме һәләт, ҡаҙаныш, асыш юғала. Хәҙер бит беҙҙең заманында башҡортса белем алған Нияз Мәжитов, Диҡҡәт Бураҡаев, Миңнеәхмәт Моталов, Мазһар Иҫәнбаев, Вәрис Ғүмәров, Марат Аҙнабаев, Ринат Йосопов һәм башҡалар кеүек үҙ милләте өсөн дә янған, донъя фәне өсөн дә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән ғалимдарыбыҙ юҡ бит. Йәйләүгә рус мәктәбенән килгән бер башҡорт балаһы былай ти: «Башҡорт лагерына тигәс, бармаҫҡа уйлағайным. Унда нимә генә өйрәтерҙәр, ниндәй генә уйындар булыр икән? — тип уйланым. Ә бында!!! Икенсе йыл мотлаҡ киләсәкмен». Ошо баланың фекере кеүек ҡараштар биләп алған ят телле башҡорттарыбыҙҙың зиһенен… Үкенес. Атай-әсәйҙәр һаман шуны аңламай. Үҙ милләтеңде белмәүҙән дә ғазаплыраҡ тойғо юҡтыр, аңлаған кешегә. Туған тел, моң, йола-ғәҙәт мөхитенә килеп сумған ят телле балаларҙың нисек үҙгәреп китеүен күрһәгеҙ икән? Башҡортлоҡтары уянып, күҙҙәрендә нурҙар уйнап китә бит… Их, танау осонан ары күрә алмағандарға күрһәтергә ине ошоно!

***

Бай, һутлы тел менән һөйләүсенең телмәре моңло йырға ләззәтләнеү, ойотоп бейеп китеүгә һоҡланыу, күңелдәрҙе иләҫләндереп ебәрер шиғыр тыңлау кеүек тәьҫир итә. Ары-бире генә итеп, телдәр ҡатнаштырып һөйләшеү һуты һығып сығарылған емеш кеүек. Уны ашағы килмәй. Ә инде бай, йөкмәткеле, мәҡәлле-әйтемле, тос фекерле туған тел менән һөйләшкән кешенең күҙҙәрендә лә нур балҡып тора. Моңло тауышлы йырсыларҙыҡы һымаҡ була ундайҙарҙың ҡарашы. Иғтибар итегеҙ: туған телдә һөйләшмәгәндәрҙең ҡарашында ундай нур балҡымай. Күҙ – күңел көҙгөһө. Тимәк, күңелдәрендә лә нур булмай ундайҙарҙың. Мин, мәҫәлән, баланың ҡарашынан уҡ туған телдә һөйләшәме-юҡмы икәнлеген айыра алам. (М. Бураҡаева. «Арғымаҡ»)

***

Балаһының бәхетле булыуын фәҡәт юғары белем алыуҙа һәм, юғары белемгә эйә булыу өсөн, тик рус телендә генә белем алырға кәрәк, тип уйлап, балаһы сабый саҡта уҡ ят телгә күскән әсә бала күңеле менән үҙ күңеле араһына пәрҙә ҡора. Күҙгә күренмәгән был пәрҙә Бала менән Әсә араһындағы күңел аралашыуын – тәбиғәттән ҡанға һалынған бер-береңде һиҙеү,
тойоу һәләтен юҡҡа сығара.

***

Өфөлә башҡорт мәктәптәре асып күпме балалар рухһыҙлыҡтан ҡотҡарылды. Ни тиклем оло эш башҡарылды. Туған мөхитле мәктәп булған көйө, ниндәйҙер сәбәп, етешһеҙлек эҙләгән булып балаңды күрәбаға мөхитһеҙ, тимәк рухһыҙ ҡалдырыуҙы бер нисек тә аңлай алмайым. Башҡорт мәктәптәрендә уҡытыусыларҙың белемһеҙерәк, башҡорт гимназияларының хөртөрәк булыуына һылтаныу — үҙеңдең яңылышлығыңды, рухыңдың самалы булыуын аҡлау ул. Башҡорт мәктәптәрен тамамлаусылар ҙа, башҡалар кеүек, илебеҙҙең төрлө юғары уҡыу йорттарына инәләр. Хәҙер бит интернет заманы. Белемде өйҙә ултырып та алып була. Ә бына “беҙ” тип һөйләр туған мөхитте, күңел берлеге тойорлоҡ дуҫтарҙы, йөрәгеңә яҡын бауырҙашты интернет аша булдырып булмай.

***

Халыҡ – төрлө-төрлө шәжәрә-ағастарҙан торған урман. Улар араһында бик тәрән тамырлы, йыуан олонлолары бар. Әммә тарбаҡ ботаҡтарҙың төбөнә шул ботаҡта ултырыусылар үҙҙәре үк балта саба. Ботаҡтарынан мәхрүм олон һерәйеп ултырып ҡала. Тәрәнгә киткән тамырҙар ҙа, йыуан олон да ҡотҡара алмай.
Тамырҙары ла тәрән, олоно ла йыуан, ботаҡтары ла тарбаҡ ағастар бар. Әммә япраҡтарын ҡорт ашай. Япраҡһыҙ ҡалған ағас яйлап-яйлап ҡороуға дусар. Яланғасланып ҡалған япраҡһыҙ ағастарҙы туған тел мөхите булмаған ғаиләләргә оҡшатам.
Ботаҡтары ла ҡуйы, йәм-йәшел генә ағастарҙың тирә-яғында йәм-йәшел генә булып шытып килгән үҫентеләрҙе күрһәм, йөрәгем йылынып китә.

***

Уҡытыусылар менән йыш осрашам. Байтаҡ һорауҙарға яуап бирергә тырышам. Үҙ фекерҙәремде дөрөҫләр йәки нигеҙләр өсөн ғалимдарҙың хеҙмәттәрен аҡтарам. Шундай һорауҙарҙың береһен рус мәктәптәрендә, дәүләт теле булараҡ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте алып барған уҡытыусы бирҙе:
— Ни өсөн ғаиләһендә башҡортса һөйләшмәгән башҡорт балаһы туған телен рус балаларына ҡарағанда ауырыраҡ үҙләштерә?
— Кешенең бөтөн булмышы ҡан (ген) аша күсә, формалаша, үҫә. Ә үҫер өсөн төп шарт — туған тел, сөнки әсә ҡарынында ҡан аша бар булған булмыш артабан әсә теле аша үҫеш ала.Ә туған телендә үҫеш ала алмай икән, баланың быуындан-быуынға күсә килгән һәләте туған теле менән бергә тәрән йоҡоға тала, тәбиғи, донъяуи төшөнсәләрҙе аңлау, танып-белеү һәләте аптыранып-аҙашып ҡала. Ә эргәһендә ултырған рус балаһы донъяны үҙ туған телендә танып белә, төшөнсәләр зиһененә үҙ туған телендә һеңә, сөнки уның әсә ҡарынында ваҡытта уҡ бар ҡиммәттәр ҡанына әсә телендә һалынған һәм артабан ошо уҡ туған телендә үҫеш алған. Уға инде башҡорт телен һәм башҡа телдәрҙе өйрәнеү өсөн төшөнсәләрҙе танып белеү түгел, ә фәҡәт һүҙҙәрҙең тәржемәһе генә кәрәк була.

***

МӘРЙӘМ БУРАҠАЕВА: Балаға нисек башҡортлоҡ тойғоһо һалырға тигән һорау менән мөрәжәғәт итәләр йәштәр. Бындай һорау үҙе үк шатландыра. Сөнки, ысынлап та, башҡорт булыу – ул башҡортса һөйләшеү генә түгел, ә башҡортлоғоңдо тойоу.

Башҡортлоҡ тойғоһо һалыуҙа ир кешенең – буласаҡ атайҙың аҡыл менән эш итеүе иң төп шарт. Уның аҡыл менән эш итеүе ниҙән ғибәрәт тип һорарһығыҙ. Балаға бар тойғолар ҙа әсә һөтө аша килә. Бала әсә ҡарынында уҡ тәрбиәләнә башлай – ошо хәҡиҡәтте яҡшы аңларға тейеш атай буласаҡ кеше. Тимәк, буласаҡ атай балаһына башҡортлоҡ тойғоһо һалыуҙы маҡсат итеп ҡуя икән – ул мотлаҡ башҡорт ҡыҙына өйләнергә тейеш. Минең өсөн иң мөһиме – мөхәббәт, мин кемгә өйләнһәм дә, уны башҡортса һөйләштерәсәкмен, мин баланы барыбер башҡорт итәм, тигән фекер төптө дөрөҫ түгел.
Беренсенән, ни өсөн башҡа милләт вәкилен яфалап, ҡанына һалынмағанды булдырып маташырға.
Икенсенән, йәштәр өсөн иң мөһиме – ғашиҡлыҡты мөхәббәт менән бутарға ярамай. Ысын мөхәббәт емеше – ул шәжәрәңде һинең рухыңда дауам итерлек бала. Тәбиғи ҡанун буйынса һинең яртың үҙ милләтеңдә. Бер йән эйәһе лә үҙ нәҫелен башҡа төр йән эйәһе менән дауам итмәй. Бөтөн тереклектең, үҫемлек донъяһының йәшәйешен дауам итеүҙә төп шарт булған был ҡанун кешелек донъяһына ла ҡағылалыр. Был донъяға Юғары көс – Хоҙай тарафынан милләттәр бар ителгән икән, эске тартым, тойғо берлегендә улар бер бөтөн булып уҡмашҡан икән, шулай дауам итергә тейештер. Шулай булмаһа, милли тойғоһон юғалтмаған, әммә нәҫелен дауам итә алмаған кешегә аҙаҡ үкенеү, зар илау тигән тойғолар ҙа килмәҫ ине. Аҙмы егеттәребеҙ араһында ғашиҡлыҡты мөхәббәт менән бутап, ейәненең бары тик картатайка йәки “улатайка” тип әйтеүенән генә йыуаныс табып, үкенеүҙән ер тырнап иларҙай булып йөрөүсе атайҙар.

Өсөнсөнән, тойғо теле – аҙаҡ өйрәнеп һөйләшкән тел түгел. Тойғо теле – ул ҡанға һалынған, нәҫелдән-нәҫелгә күсә килгән тел – тәүге ауаз теле, өндәр теле, моң теле, туған тел. Баланың рухи донъяһына нигеҙ булырлыҡ ҡиммәттәр фәҡәт тойғо теле аша күсә лә инде.

Артабан. Ярай, аңлы егеттәребеҙ был мәсьәләне тәбиғәт ҡанундарына ярашлы рәүештә дөрөҫ хәл итте һәм саф башҡорт ғаиләһе барлыҡҡа килде ти. Хәҙер инде тәбиғи башҡортлоҡ тойғоһон үҫтереү бурысы килеп баҫты алдыбыҙға. Ниҙән башларға? Балаға мотлаҡ башҡорт өнлө башҡорт исеме ҡушырға кәрәк. Ул үҙен иркәләгән саҡта башҡорт өнө, башҡортса тел моңо ишетергә тейеш. Әйтәйек, балаһына сит ил исеме ҡушҡан әсә был исемгә туған тел ялғауы ҡушып иркәләмәйҙер. Мәҫәлән, Анжеликаны – Анжеликаҡайым, тимәй, ә Анжелка, Анжелочка тип ебәрә. Робертҡайым тимәй, Робертик, ти. Бына шулай итеп, сабый күңеленә әсә наҙы, әсә һөйөүе аша ят өндәр урынлаша.Ә үҙ милләтен ситен күргән, ят иткән, йәғни яратмаған, һис юғы битараф булған кеше сит телгә ылығырға ғына тора. Балаға сит милләт исеме ҡушыу – үҙ милли мәҙәниәтеңә битараф булыуҙың, хатта яратмауҙың бер сағылышы. Билдәле, рухи байлығыңа битарафлыҡ балаға ят исемдәр ҡушыуҙа айырыуса ныҡ сағыла. Халыҡтың рухи ҡаҡшау йәки, киреһенсә, милли мәҙәниәтенең сәскә атыу йылдары исемдәрҙә ныҡ сағыла. Исемдәр донъяһын өйрәнеүселәр йәки шәжәрә тикшереүселәрҙең фекеренсә, исемдәр аша халыҡтың рухи донъяһының нисек үҙгәреүен асыҡ күреп була. «ллә ҡайҙарға алыҫ китергә түгел, уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарынан башланған рухи асылға ҡайтыу исемдәрҙә ныҡ сағыла. Башҡорт балалары Буранбай, Арыҫлан, Илдархан, Сурағол, Таймаҫ, Юрматы, Тамьян, Мортаза, Мөйтән, Бөрйән, Сәлимә, Зөлхизә, Зәлифә, Ғилмияза, Зарифа кеүек боронғо исемдәрҙе йөрөтәләр.
Артабан. Матур ҙа, заманса яңғырашлы ла, шул уҡ ваҡытта башҡортса ла исем ҡушылды балабыҙға. Хәҙер инде тәрбиә ҡанға һалынған моң мөхитендә дауам итергә тейеш. Үкенес, һуңғы йылдарҙа балаға сәңгелдәк йыры йырлау түгел, ябай ғына башҡортса көйләү ҙә онотола бара. Ә бала туған моң солғанышында үҫергә тейеш. Мәсетле районынан Ейәнбирҙин тигәнбер ир һөйләгәйне. Хатыным ауырлы саҡтан башлап өйҙә ҡурай моңо, йыр тынманы. Һәр ваҡыт “Илсе Ғайса”ны уйнаным. Ҡатыным үҙе лә ярата ине был йырҙы, үҙе лә һәр саҡ көйләп йөрөнө. Бала тыуғас та йыр моңо дауам итте. Ҡурай моңона, йыр көйөнә йоҡланы. Малай үҫә барҙы. Икенсеһе лә моң солғанышында үҫте. Тәүге малайға биш йәштәр самаһы ине икенсеһе тыуғанда. Бер ваҡыт ҙурына бәләкәйен бәүетә торорға ҡушып, ишек алдына сығып киттем. Инеп киләм, ҡолаҡҡа моң сағыла биш йәшлек ҙур улым «Илсе Ғайса»ны көйләй-көйләй сәңгелдәк бәүетә. Сәңгелдәктә ятҡан биш айлыҡ бала ағаһына ҡушылып ҡәҙимге ыңғайлатып көйгә ҡушылып ығылдап ята. Иҫ китте, ҡыуаныстан күҙҙәрҙән йәш атылып сыҡты!

Туған моң, туған тел мөхитенең бала булмышына, ҡанға һалынған һәләтенең артабанғы үҫешенә, холҡ-фиғеленә, тәрбиәһенә тәьҫире тураһында бик аҙ өйрәнелгән. Был йәһәттән кемгәлер, ниндәйҙер ғалим фекеренә таянып фекер әйтеүе лә ауыр. Ул хаҡта бары тик педагог Константин Ушинский яҙмаларында ғына фекер табып була. Ә тормошта, тотош донъя тәжрибәһендә миҫалдар бихисап. Тәбиғәттең иң серле, иң ҡиммәтле бүләктәренең береһе булған туған телгә, туған моңға ҡарата битарафлыҡтың үкенесле һөҙөмтәһе йәки милли булмышыңа ҡарата һаҡсыл булыу ҡыуанысын кисереү өсөн тирә-йүнебеҙгә иғтибарлыраҡ булыу ҙа етә. Донъя кимәленә ҡараш ташлайыҡ. Үҙ милләтенең булмышына боронғонан башлап бөгөнгөһөнә тиклем һаҡсыл ҡарашлы илдәрҙең үҫешенә ҡарап фәһем алмаған сүрәттә лә яҡын-тирәләге таныш-тоноштарығыҙға иғтибар итегеҙ үҙ милләтенең булмышын һанға һуҡмайынса телдән, моңдан яҙҙырылған, үҙ милләтенән ситләтелгән, башҡаларға барып ылыға алмаған, рухи тамырһыҙ ҡалғандарҙың берәйһе атай-әсәй тәрбиәһенә рәхмәтлеме икән? Уңдымы икән ул? Үкенесле ғүмер кисермәйме? Тәбиғәттән һалынған бурыстарын үтәй алырлыҡ дәрәжәләме? Шәжәрә байрамдарында үҙ нәҫеленең шәжәрә ағасын күреп, үҙ ғаиләһенлдә атай-олатайҙар рухын дауам итерлек нәҫел ҡалдыра алмауына әсенмәйме икән? Үҙ шәжәрәләрен төҙөп ултырыусы ҡайһы бер зыялыларыбыҙ үҙ йөрәге аша үткән үкенес тойғоларын фәһем өсөн йәштәргә әйтеп үтһә, аңы булғандарға аҡыл өҫтәлер ине. Шәжәрә байрамдары ойоштороусылар үткәндәре өсөн ғорурланып ҡына түгел, ә Буранбай нәҫелдәре кеүек бөгөнгөһө өсөн нығыраҡ ҡыуаныс кисереп ҡайтһындар ине.

Туған моң мөхите
Йәшәгән өйҙө, ишек алдын, ундағы әйберҙәрҙе, тәбиғәтте, йән эйәләренең тауыштарын башҡортса ҡабул итергә тейеш бала күңеле. Әйтәйек, кәкүк: “Кәк-кәк, кәк-кәкүк, һикерҙек, остоҡ, бейек”, — тип саҡыра. Баланы аяҡҡа ултыртып бәүелткәндә, һикерткәндә былай тип әйтәһең:Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ, сыҡ-сыҡ. Үлән өҫтө ысыҡ, эскең килһә сыҡ-сыҡ”. Йорт хайуандары менән таныштырғанда ла: Кәзә бәрәсе ”Мә-мә-мә, миңә мәмәй, миңә мәмәй — ти. Бәләкәй генә көсөк: «Уау-уау, һин дә батыр балау, мин дә батыр уауай», ти. Һыйыр: “Мө-мө-мө, һөт бирәм, һөт, аҙ ғына көт-көт, һөт эсеп ҙур-у-ур булып кит,” — тей. Әтәс: “Кикирикүүүк, уянығыҙ иртүүүк, уянһағыҙ иртүк бәхетегеҙ булыр күп-күп,”- тей. Бына шулай итеп балаға ымлыҡтар аша тәүге ауаздарҙы үҙ туған телендә һалырға кәрәк. Юғиһә, ул үҙ мөхитен үҙенеке түгел, ә ят мөхит тип уйлап үҫәсәк. ?ыҫҡаһы, бала бәләкәй сағынан уҡ үҙен уратып алған мөхитте туған телендә ҡабул итергә, туған телендә тойорға тейеш. Бер саҡ бәләкәй ҡыҙым менән Мәскәүҙән ҡайтып киләбеҙ. Юл алыҫ. Вагон буйлап төрлө уйынсыҡтар һатып йөрөйҙәр. Балаға уйынсыҡ бесәй алдым. Эргәлә ултырған ғаиләнең дә ҡыҙым йәшендә генә ҡыҙы бар. Улар ҙа бесәй һатып алды. Бер ваҡыт былар дуҫлашып китте лә өй уйнай башланы. Рус ҡыҙы бесәйен “кыс-кыс” тип саҡыра, минең ҡыҙым “бес-бес” ти. “А ты почему бес-бес говоришь, скажи «кыс-кыс» ти рус ҡыҙыҡайы. Таңсулпан уйлап та торманы: “Твоя кошка русская, а моя – башкирка,” — тип яуап бирҙе. Биш йәштә ине ул саҡта. Тимәк, әле вагон эсендә, купе эскәмйәһендә ул төҙөгән өй – уның мөхите һәм ундағы әйберҙәр менән ул башҡортса аралашҡан. Уның башҡорт мөхитендә бесәйе лә башҡорт булып киткән. Тимәк, балала туған тел тойғоһо һалыу өсөн иң тәүҙән үк уны уратып алған бәләкәй генә мөхит туған телендә һөйләшергә тейеш. Был – тәбиғәт ҡануны. Юғиһә, тәбиғәт мең төрлө милләткә мең төрлө өн, ауаз бүләк итмәҫ ине. Тел аҙ-маҙ үҙгәреш кисерһә лә милли өн, моң үҙгәрмәй, үҙгәреш кисергән тел дә ошо моңға ҡалыплаша. Бала күңеле айырыуса һиҙгер. Туған тел мөхитенә ят ауаздарҙың килеп инеүе музыка ҡоралының көйһөҙләнеүе кеүек була. Туған тел үҙ тамырҙарын ныҡлы йәйеп ебәрмәйенсә икенсе телгә күсеү дөрөҫ түгел. Баланан вундеркинд яһайбыҙ тип, бик бәләкәй сағынан бер юлы бер нисә тел өйрәтеп маташыу мейелә аң, заң ҡалыплашыуына ҡамасаулайҙыр. Тимәк, балаға башҡортлоҡ тойғоһо һалыу өсөн уның тирә яғында башҡорт моңо, башҡорт өн-ауазы булырыуҙан башларға кәрәк. Уның тәбиғи булмышына һалынған тел мөхитен нығытыу, үҫтереү, камиллаштырыу мотлаҡ шарт.

***

Беҙгә, әҙәбиәтселәргә… Әҙәбиәт йылында… Уйланыуҙар…
“Беҙ” тип һөйләр халҡыбыҙҙы, арҡа терәр Уралыбыҙҙы, табан йылытыр еребеҙҙе, милләт итеп уҡмаштырып торған телебеҙҙе, йыр-моңобоҙҙо, йола-ғәҙәттәребеҙҙе нисек һаҡлап ҡалырға? Хәҙерге заманда барған аң көрәше, аң алышында ҡайһылайтып бирешмәҫкә, һынатмаҫҡа? Халҡыбыҙ ижадында иҫкәртелгән юха, хәйлә, дейеү, аждаһаларҙан, “мылтыҡ алмаҫ, уҡлау алыр”, “ул-ҡыҙҙарың мәйел итер ят”тарҙан нисек еңелмәҫкә? Боронғо илһөйәрлек, телһөйәрлек сифаттарҙы нисек тергеҙергә? Аң көрәше ошондай һорауҙар ҡуя киләсәк алдында? Аң көрәшендә асыҡ дошман юҡ. Ул фәҡәт үҙ аңыңда барған көрәш. Рухи яҡтан ныҡлығың менән бушаҡлығың, заң зирәклеге яғынан өлгөрөүең йәки бешеп етмәүең, ғәм һәм битарафлыҡ көрәше был.

***

Баланы туған мөхит — туған тел, халҡың тарихы, ижады, йыр-моңо, ғөрөф-ғәҙәте, йолалары тәрбиәләй. Туған мөхиттән айырыу — үҙ балаңды ҡуйыныңдан алып сит ҡатын итәгенә йәки ят арбаға ултыртыу менән бер. Шуның өсөн Юғары көс (Тәбиғәт, Тәңре, Хоҙай, Аллаһ) һәр халыҡты ҮҘ МӨХИТЕ менән бар иткән.

***

Үҙаллы юлға аяҡ баҫыусы йәш дуҫтарым! Ғүмер буйы Тәбиғәтте күҙәтегеҙ, Тәбиғәттән аҡыл алығыҙ. Тәбиғәт — иң камил аҡыл сығанағы. Мәҫәлән, ҡоштар. Меңәр саҡырым үтеп, үҙе яралған, бала сығарған төйәгенә ҡайта һәм бәхетенән талпынып-талпынып һайрай башлай!Ҡоштар бер ваҡытта ла бер-береһенең йырын һайрамай. Ҡоштар һәр береһе үҙе булып ҡала. Кәкүк хатта сит ояла йомортҡа һалһа ла кәкүклеген һаҡлай!

***

Туған тел — ул милләт ҡото.Туған тел моңо — ағас олонондағы һут кеүек. Олон һуты кипһә, ағас ҡорой. Уны ҡоротмау хәстәрлеге — йөрәгендә халҡы булған һәр кешенең иң изге бурысы.

***

ТУҒАН ТЕЛ — ТӘБИҒӘТ МӨҒЖИЗӘҺЕ, ҠАН ХӘТЕРЕН, БЫУЫНДАН-БЫУЫНҒА КҮСӘ КИЛГӘН ҺӘЛӘТТЕ УЯТЫУСЫ САРА.

ТУҒАН ТЕЛ – УЛ ҺИНЕҢ БУЛМЫШЫҢ, КҮҘГӘ КҮРЕНМӘГӘН, ӘММӘ ЙӘШӘЙЕШЕҢДӘ МӨҺИМ РОЛЬ УЙНАҒАН АҒЗА.

ТУҒАН ТЕЛ – УЛ ҠАН ТУҒАНДАРҘЫҢ БЕР-БЕРЕҺЕН ТОЙОУЫ, КҮҢЕЛГӘ ЙЫЛЫЛЫҠ БӨРКӨҮСЕ, КҮҢЕЛ ДОНЪЯҺЫН НУРЛАНДЫРЫП ЕБӘРЕҮСЕ ТУҒАН ӨН, ТУҒАН МОҢ.

ТУҒАН ТЕЛ – ТУҒАН ХАЛҠЫҢДЫҢ ҒИЛЕМ ДОНЪЯҺЫНА АСҠЫС.

***

Туған моң һәм туған өн аша
Күңелдәргә күңел тоташа.