«Күләгә» төрки донъяһында танылды

Евразия Яҙыусылар союзы «ТӨРКСОЙ» ойошмаһы менән берлектә уҙғарған драматург Халдун Танерҙың 100 йыллыҡ юбилейына арналған Халыҡ-ара төрки телдәрҙә яҙылған сәхнә әҫәрҙәрҙә конкурсының һөҙөмтәһе билдәле булды. Ҡыуандырғаны шул: I урынға башҡорт әҙибәһе Мәрйәм Бураҡаеваның «Күләгә» пьесаһы лайыҡ булды.

Әйткәндәй, республика этабында 20 әҫәр тикшерелеп, улар араһынан өс эш һайлана: Мәрйәм Бураҡаеваның «Күләгә»һе, Наил Ғәйетбаевтың «Любезники любизар…»ы һәм Мөнир Ҡунафиндың «Люксембургҡа барып ҡайтҡансы»һы. Финалда 18 илдән 109 пьеса ҡатнашҡан. Ғәҙеллек өсөн барлыҡ әҫәрҙәр ҙә псевдонимдар аҫтында тәҡдим ителгән.

Мәрйәм Бураҡаева — билдәле яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, уҡытыусы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры. Авторҙың «Һүнмәҫ нурҙар», «Арғымаҡ», «Көҙгө ысыҡ» һ.б. китаптары, дөйөм белем биреү мәктәптәре өсөн «Тормош һабаҡтары» дәреслеге киң билдәле.

Башҡорт халыҡ ижадын, педагогикаһын пропагандалаған замандашыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!

Ғ. ДЕНИСОВ.

Башҡортостан» гәзите, 2015 йыл, 28 ноябрь