Аҡтүш

Аҡтүш бәхетле булды. Хужаһы уны бик яратты. Ҡайҙандыр көсөк кенә көйө алып ҡайтҡас, эй иланы ул инәһен һағынып. Төндәр буйы сыйнап сыға торғайны. Тик оҙаҡ юҡһынманы – хужаһының ҡул йылыһы, күңел йылыһы уны тиҙ әүрәтте. Аҡтүш аҙаҡ ошо ҡояш нуры тулған ишек алдарын, бында йәшәүсе кешеләрҙе лә, хайуандарҙы ла, ҡош-ҡортто ла һәләк яратты. Бик тиҙ эҫенде барыһына ла. Хатта ауылдағы башҡа эттәр ҙә уға яҡын тойолдо. Улар менән ҡыҙыҡ ине шул: һайтылдап ат менеп сапҡан малайҙарҙың менгеләре артынан эйәрә барып ҡалһындармы, бергәләп шаярһындармы, кимекле һөйәккә талашып китһендәрме. Эйй…

Аҡтүш байтаҡ ғүмер йәшәгәс, ауылда аттар ҙа, кешеләр ҙә, хатта эттәр ҙә бермә-бер һирәгәйә башланы, тора-бара бөтөнләй күренмәҫ булдылар. Тиҫтерҙәренең оялары түгел, улар йәшәгән ишек алдарында йорт-ҡуралар ҙа юғалды.

Тик Аҡтүштең хужаһы ғына әүәлгесә йәшәй бирҙе. Көн һайын улар икәүләшеп алыҫҡа, тирә-яғы кәртәле бер урынға барып уранылар. Хужаһы унда, сирәм ҡаплаған түң урын эргәһенә килеп, башындағы бүркен һалып оҙаҡ-оҙаҡ өндәшмәй тора ине. Көҙ ул далаға барып ниҙер йыйып алды ла шул түң өҫтөнә һипте. Икенсе йылына унда ап-аҡ ҡылған үҫеп сыҡты. Ҡылғанды таный Аҡтүш. Хужаһы менән ат көтә баралар ине. Хужаһының сағыл ҡыҙырып ҡайтҡан саҡта эстән генә көйләп барғаны әле лә хәтерендә…

Ҡайын, шыршы ағастары үҫкән ошо кәртәле урынға барып ҡайтҡас, хужаһы байтаҡ ғүмер өндәшмәй йөрөй, шунан ҡайғыларын тарҡап, көңгөр-ҡаңғыр Аҡтүшкә ниҙер һөйләй. Аҡтүш йөрәге менән аңлай был һүҙҙәрҙең әрәсәһен, шуға ла тын ғына ҡалып тыңлай. Һирәк-һаяҡ яҡындағы бер ауылға барып ҡайталар. Унда саң, томан, бысраҡ, әллә ниндәй шөҡәтһеҙ өйҙәр. Аҡтүш бында үҙ тиҫтерҙәрен, таныш эттәрҙе осратҡылаһа ла һис кенә лә йәнһенмәй, ҡайтҡыһы килеп тик тора. Хужаһы ла торламай бында. Барып етеүе була, эңер төшөүгә әйләнә һалып ҡайта ла китәләр. Рәхәт ине шул Аҡтүшкә хужаһы менән гел генә бергә булыу. Әммә йылдар үтте, икеһенең дә ҡарыуы ҡайтабарҙы, аҙымдары ла аҡрынайҙы, хәлдәре лә самалы ине. Хужаһы уны алдына ала ла күҙҙәренә ҡарап ниҙәр һөйләй, юҡ, күбеһенсә һөйләй алмай, уның күҙҙәренә йәш төйөлөп-төйөлөп китә лә, тамағына ниҙер тығыла һымаҡ. Шунан бер ни өндәшмәҫ була. Аҡтүште һыйпай ҙа һыйпай, шунан салғыйы менән ҡаплап ултыра.

Ә бер көн иртәнсәк уға ашарға биреүсе булманы. Аҡтүш ишек эргәһенә барып түҙем генә көтөп ятты. Тик шул ваҡыт йөрәген ниҙер семетеп алғандай булды: ул һикереп торҙо ла ишекте тырнай башланы. Үҙе сыйнаны, үҙе тырнаны. Юҡ, барыбер асыусы булманы. Кисләтеп кенә хужаның ҡыҙҙарына, күрше ауылға китте… Бер аҙҙан хужаһын да ҡылғанлы түң эргәһенә алып килеп ерләнеләр. Унан Аҡтүште машинаға ултыртып алып китмәксе булдылар. Хужаһын ташлап ҡайҙа китһен ул! Китмәне. Хатта өйҙәрен һүтеп алып киткәс тә барманы. Иҫке аласыҡта йәшәне. Ашарына ҡайҙан етте, шунан табып ашаны. Әммә тәрбиәһеҙ ашау уның хәлен алды: ҡайһы саҡта кемдер сәңгелдәтеп эйгән кеүек, бәүелеп китте, башы әйләнде, күҙ алдары ҡараңғыланды. Көн һайын хужаһы эргәһенә барған саҡта, ҡабат ҡайта алһам ярар ине, тип борсолдо. Ә ҡайтырға кәрәк, бик кәрәк уға. Аласыҡта уның өсөн бер ҡәҙерле нәмә бар – ул ҡурсаҡ. Күҙҙәрен ҙур асып ятҡан ялбыр сәсле күлдәкһеҙ ҡурсаҡ. Аласыҡтағы һикегә һалып ҡуйҙы уны Аҡтүш. Иҙәндә һалҡындыр тип уйланы. Ямғыр ҡыя яуған саҡта ишек башынан үткеләй. Был ҡурсаҡ Аҡтүштең бәхетле саҡтарын хәтерләтә: шуға ҡәҙерле. Ҡурсаҡ менән уйнаған бәләкәй ҡыҙыҡай бер саҡ Аҡтүште эйәртеп һыу буйына киткәйне, күҙ асып йомған арала ҡурсағы һыуға төшөп аҡты ла китте. Оҙаҡ уйлап торманы Аҡтүш, һыуға һикерҙе, шунан ҡурсаҡтың итәгенән тешләп бәләкәй хужабикәгә сығарып та бирҙе. Ярҙа аҡырып илап ҡалған ҡыҙыҡайҙың күҙҙәре ҡояш һымаҡ нурланып китте! Эй, ҡыуанды! Эй, һикерәңләне! Аҡтүште эйәртеп йүгереп ҡайтып китте лә… Аҡтүшкә әллә күпме тәм-том сығарҙы. Ҡояш нуры менән тулы был ишек алдында шау-гөр килеп үҙе һаман уйнаны, үҙе һаман йылмайып Аҡтүштең башынан һыйпағылап китте. Ә Аҡтүш алдындағы ризығын ашап бөтә алманы, ояһында кинәнеп ятып уны күҙәтте. Иҫ китмәле рәхәт йәшәне шул. Хәҙер ана шундай хәтерләүҙәр менән күңелен йыуата ла, йылыта ла Аҡтүш. Ә күңеленә йылылыҡ ояланымы – һалҡын көндәрҙә лә өшөтмәй. Аҡтүш кеше-меше күреүҙән күптән төңөлгәйне инде… Бер саҡ ауыл урынына геүелдеге сығып машиналар, мотоциклдар тула башланы. “Ярышалар микән?”- тип уйланы эт. Эй, элекке саҡтары булһа,был ярышта ал бирмәй иң элгәре килеп етер ине… Юҡ, ярыш булманы был: кешеләр тейәлешеп киләләр ҙә, алабута, әрем баҫҡан урамға балаҫ йәйеп ултырышалар, киләләр ҙә ултырышалар. Күп тә үтмәне Аҡтүштең танауын тәмле еҫтәр ҡытыҡлай башланы. Һикереп кенә барып етмәле лә бит һуң, юҡ, тәне ауыр, һөйәккенәһе тирелеп барғандай. Аласыҡтың асыҡ ишегенән үтеп-һүтеп йөрөгән кешеләргә һонолоп ҡарап алды. Емерелеп бөткән ҡапҡа аша әллә ни асыҡ күренмәһә лә ялпылдап йөрөгән кешеләр күҙенә салынғылап ҡалды. Халыҡ күп кенә ине шикелле. Бына бер саҡ ҡапҡаның эргәһенән генә арба һөйрәгән йәш ҡатын үтеп китте, хатта ынтыла биреп аласыҡҡа ла күҙ ташланы, ахыры. Аҡтүш таныны уны! Таныны! Был бит анау ятҡан ҡурсаҡтың бәләкәй хужабикәһе, һыуға ағып киткән саҡта уға алып биргәйне бит һуң! Уның күҙҙәре ҡояш һымаҡ балҡып, шатлығынан ҡыуанғайны. Ҡалай ҡыуанғайны! Ә Аҡтүште ҡалай һыйлағайны! Ай, әттәгенәһе лә, саҡ ҡына алғараҡ сығып ятһа, күрер ине Аҡтүште. Аҡтүште күрҙе ниһә ҡурсағын да алып китер ине. Ҡуй, ни эшләп ята һуң арамдаланып? Аҡтүш, бөтә тәне һыҙлауына ҡарамай, тороп, ҡыҙыҡайға ҡурсағын алып барырға уйланы. Тик тәнтерәкләп тора бирҙе лә кире ауҙы. Ашамлыҡтан килгән тәмле еҫ тә, үҙенә бик-бик таныш йөҙҙө күреү ҙә ҡеүәт өҫтәгәндер, ул тағы ла бер ынтылды ла торҙо. Тик элек еңел генә аша атлап сыҡмалы тупһаны ла бик бейек тойҙо. Уныһын да аша сыҡты. Аҡтүш ығышҡансы, арба һөйрәп барған ҡатын байтаҡ ара үткәйне. Аҙ ғына хәл алһа, Аҡтүш ҡыуып етер. Етер ҙә тешенә эләктереп алған ҡурсаҡты бирер! Ә ул эй ҡыуаныр. Тап теге ваҡыттағыса. Аҡтүш тағы ҡунаҡ һыйы менән һыйланыр.

Аҡтүш ҡапҡа урынында ятҡан серек ағастар аша һикермәксе булды. Әммә иҫе үңгәләп китте. Ул йығылды. Көс-хәл менән күҙҙәрен асып ҡыҙ киткән яҡҡа ҡараны. Исмаһам, боролоп тағы бер генә күҙ һалһасы, күрер ине яратҡан ҡурсағын. Күрер, абайлар әле. Ниңә саҡ ҡына алдараҡ сығып ятманы икән?! Һыуҙа ағып киткән ҡурсағын Аҡтүш үҙе алып сығып биргәйне бит ул саҡта… Аҡтүш ошо уйҙарынан тынысланыпмы, әрнепме… күҙҙәрен йомдо. Һуңғы тапҡыр йомдо. Һуңғы тапҡыр уның күҙ алдында ҡояш нуры тулы ишек алды сағылып үтте.

Күҙ алдында нур тулы ишек алды, ашап бөткөһөҙ мул ризыҡ хасил булды ла, ҡояш ҡапыл һүнде.