Ҡәҙерле рухташтар! Һүҙ көсө тураһында һөйләп тороу артыҡтыр. Ысынлап та, һүҙ, уй көсө әле өйрәнелеп бөтмәгән. Әммә аҡыл эйәләре элек-электән уны файҙаланған. Күмәкләп теләк теләргә сыҡҡан, доғалар уҡыған, йыр йырлаған, алғыш әйткән. Күп кеше бергәләшеп бер үк һүҙҙәрҙе, бер үк ваҡытта алғышлаһа, ул йыһан ҡабул итерлек ҡеүәткә эйә. Шуның өсөн беҙ, Өләсәйҙәр ҡоро, ҺӘР ЙОМА КӨНДӨҘГӨ СӘҒӘТ БЕРҘӘ ошо алғышты әйтергә тип һөйләштек.
Өлкәндәр, йәштәр, үҫмерҙәр, балалар! Был алғышты әйтеү өсөн айырым урын, үтә күп ваҡыт мотлаҡ түгел. Ә инде эске ҡеүәт һауа аша бергә ҡушылһа, ғәжәп энергия барлыҡҡа киләсәк. Берҙәм булайыҡ, туғандар!