Рухташтар!
Ихлас ҡына әйткән алғышыбыҙ
Ерҙән күктәргә ашһын!
Осоп ҡына сыҡҡан саф ҡотобоҙ
Нурланып кире ҡайтһын!

***

Табаҡ та ғына табаҡ хатҡайҙарын
Тарихтарҙан яҙа Буранбай.
Йырҙарына уның ҡолаҡ һалып,
Тыңлай микән әле уландар?
Буранбайҙың ауыр тоҙаҡтары
Ер ҡыртышын йыртҡан юлдарҙан
Үҙ-үҙҙәрен хәҙер Себер һөрөп
Олағалар беҙҙең уландар.
Изге урын шулай бушап ҡалғас,
Ҡанат ҡағып бейей ҡоҙғондар.
Уралҡайы ятҡа ҡалһын өсөн,
Башын һалды микән Буранбай?

***

Хәҙер инде Иҙел буйҙарында
Тына бара башҡорт йырҙары.
Бер ярынан икенселәренә
Ят бауырҙар һуҙа ауҙарын.
Һайыға барған йылға төптәрендә
Күренеп ята ҡырсын, ҡом-таштар.
Рухыбыҙ ҙа ошо Иҙел ише
Һайыҡмаймы икән, ҡорҙаштар?!

***

Илем, телем, көнөм, тибеҙ,
Ә иң элек уйлар кәрәк —
Кемдәр дауам итерен,
Байлыҡ кемгә ҡалырын,
Олатай-өләсәй рухының
Кемгә хеҙмәт итерен!

***

Әсенеү.
Иҫ китмәле рухлы егеттәрҙең
Ни эшләп ҡорой нәҫел тамыры?
Ижадтары ғәжәп һоҡландырғыс,
Тормоштары — күңел яраһы…

***

Ҡулдарыбыҙ йыуылмаған,
Аяғөҫтө торабыҙ.
Ҡыҫтамағыҙ әле, зинһар,
Баллы сәк-сәк ҡабырға.
Алыҫ юлдан сарсап килдек,
Ҡунаҡ булып был йортҡа.
Ҡымыҙ йәки айран менән
Ҡаршылағыҙ башҡортса.

***

Урал батыр менән Һомай балалары
Үҙ илендә бәхет тапһа ине.
Ҡоштар йырын үҙ телендә тыңлап,
Аҡбуҙаттан ҡалған буҙ аттарын
Ауыҙлыҡлап алға сапһа ине,
Быуын-быуын тыуған ерҙәрендә
Шәжәрәһен дауам итһә ине.

***

Замандашым!
Мең-мең рәхмәт һиңә:
Ерем! тейеп,
Илем! тейеп,
Телем! тейеп,
Үҙ еремдә үҙем хужа! тейеп,
Күтәрелдең бына бөгөн дә!
Дәрәжәләр, аҡса алдаманы,
Үткәндәргә хыянат итмәнең,
Атам рухы, балам хаҡы тейеп,
Ҡулдарыңа байраҡ күтәрҙең
Шул аҡылда һинең КӨСӨҢ ДӘ!

***

Әйтсе, Башҡорт!
Нисек ҡулың бара
Ғаризаға
«Балам урыҫ» тиеп яҙырға?
Үҙ ҡулдарың менән
Ғәзиз милләтеңә
Тере көйө ҡәбер ҡаҙырға?
Урыҫ дуҫың һинең манҡортоңдо
«Урыҫым» тип ҡабул итерме?
Милләтенән ситләтелгән башҡорт
«Бәхетлемен» тиеп әйтерме?

***

Һин йырланың, атай, мин тыңланым
Шундай моңло һинең тауышың.
Ниндәй һүҙҙәр менән арбайһың һуң,
Тамашаңа килгән халыҡты?

Ҡушылып йырланылар, ҡотланылар,
Был тантана, һинең тантанаң!
ТИК МИН ҠАРАП ТОРҘОМ КҮҘ УПАЙТЫП
ТУҒАН ТЕЛКӘЙЕМДЕ АҢЛАМАЙ.

Һин йырланың, атай, башҡорт йырын,
Шундай моңло һинең тауышың…
Аңларһыңмы бер саҡ РУХ ҠАНАТЫ ҺЫНҒАН
МАНҠОРТ УЛҠАЙЫҢДЫҢ ҺАҒЫШЫН???

***

Ҡушъяулыҡлы ағинәйҙәр!
Һүҙ әйтәйек Ҡуштау өсөн!!!
Аң юғалтҡан баҫҡынсылар
Тойһон әйҙә аҡыл көсөн!
Барыһын да бар итеүсе
Әсәләр бит,
Буй еткергән уландарҙан
Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш
Көтәләр бит…
Бер әсәнән тыуған баллар,
Килһәгеҙсе аңығыҙға,
Яулыҡ ташлап яуап көтәм
Алдығыҙға.
Иңрәмәһен Ер-әсәбеҙ.
Һыҡтамаһын Ҡуштауыбыҙ,
Өнһөҙ ҡалһаҡ, Киләсәккә
Ни тип яуап ҡайтарырбыҙ

***

Башҡортмон мин!
Башҡорт булыуыма ҡыуанам.
Ғәйрәт тулы олатайҙарға,
Аҡыл тулы өләсәйҙәргә
Йәнем, ҡаным аша юл һалам.