Тормош һабаҡтары. Кәңәштәр.

Мәрйәм Сабирйәновна, һеҙгә лә, авторҙаштарығыҙға ла Тормош һабаҡтары өсөн рәхмәт. Бигерәк тә 10 класс дәреслеге өсөн рәхмәт һеҙгә. Беҙ хәҙер ҡатыным менән шул дәреслектәге кәңәштәр буйынса татыу ғүмер кисерәбеҙ, ҡайны-ҡәйнә булып киттек.

Нимә әйткем килә. Йәш саҡта атай-әсәйҙең әйткәндәренә әллә ни ҡолаҡ һалынмай. Мыжыу, игәү һымаҡ була. Ә китап һүҙе икенсе төрлө ҡабул ителә. Шуға үтенесем бар. Ҡыҙым менән кейәүгә кәңәштәр яҙығыҙ әле. Беҙҙең һымаҡ йәшәп китһендәр ине. Алдан рәхмәт.

Уҡыусыларығыҙ, тип кенә яҙам.

Хат йөкмәткеһен аңланым, уҡыусыларым! Һеҙҙең өсөн бик шатмын. Мәктәптәрҙә Тормош һабаҡтары уҡытылмауын хупламайбыҙ, әлбиттә. Шуға улым Илгизәр менән ейәнем Сурағол миңә сайт асты. Кәңәштәремде, фекерҙәремде, сығыштарымды, әҫәрҙәремде шунда һала барам.

Фекерҙәштәрем! Ғаилә татыулығы, дуҫлыҡ ныҡлығы, ғөмүмән, үҙ-ара һәйбәт мөнәсәбәт һаҡлау өсөн бер нисә кәңәш.

…Йөрәккә төйөн булырҙай һүҙ әйтеүҙән тыйыл.(Уның өсөн шул һүҙҙе иң элек үҙеңә үҙең әйтеп ҡара.)

…Тыныс саҡта, кем дә аҡыллы, ҡыҙып киткәнеңдә аҡыллы бул. (Уның өсөн тыныс ваҡытыңда нимә менән тыйылып була, шуны уйлап ҡуй).

…Туғандарың тураһында ишеңә (иреңә, ҡатыныңа) насар һүҙ әйтмә.

…Бер-берегеҙҙең туғаны, бигерәк тә әсәһе тураһында насар фекер әйтмәгеҙ.(Һинең өсөн насар тойолған холоҡ ул ғаилә өсөн яҡшы булғандыр, хатта тәрбиә нигеҙе булыуы ла ихтимал. Мәҫ., үҙ һүҙен бирмәү, үҙенсә эшләргә тырышыу)

…Ғәфү итә белегеҙ. Тел менән ғәфү үтенеү ауыр булһа, өндәшмәй генә үткәрегеҙ, артабан ыңғай һыпырығыҙ. Шул үҙе ғәфү итеү ул.

…Бер-берегеҙҙе ҡыҙҙырмаҫ элек аҡыллы, һалҡын ҡанлыраҡ яҡ тыйыла белһен.(Уның өсөн тыныс, татыу саҡта, яйын уйлап ҡуйығыҙ. Ишегеҙҙең холҡон өйрәнегеҙ. Өндәшмәҫкәме, йылмайырғамы, ипләп кенә сығып китергәме, ашарға саҡырырғамы, көләмәс һөйләргәме. Һүҙгә һүҙ тиҙ эйәреүсән. Артыҡ һүҙҙең бер генә лә фәтеүәһе юҡ. Аҙаҡ, әл дә шул саҡта тыйылып ҡалғанмын, тип уйлайһың. Әйтелгән һүҙҙе кире ҡайтарып булмай, яраһы ҡала. Айырылмаҫ дуҫыңа ҡайырылмаҫ һүҙ әйтмә)

…Бер-берегеҙҙең холҡон үҙгәртергә тырышмағыҙ; иң яҡшыһы – үҙеңә үҙгәрергә тырышыу (ҡулайлашыу йәғни ыңғайына һыпырыу, өндәшмәү, иғтибар итмәү, ипләп кенә үҙенә лә һиҙҙермәй төҙәтеп ебәреү, уның мәнфәғәтенән сығып хәл итеү. Һин шуны эшлә, шулай эшлә, тип түгел, әйҙә, шулайтып эшләйек тә, шунан һинеңсә эшләп ҡарарбыҙ һ.б.)

…Ишегеҙҙең яңылышлығын күрһәгеҙ, ашығыс һығымта яһарға тырышмағыҙ. Бәлки осраҡлы килеп сыҡҡан яңылышлыҡтыр. Өс тапҡыр һынағыҙ. Шунан ғына, ысынлап та, холҡонда булған етешһеҙлек икән тип, үрҙә әйтелгәнсә, ыңғайын табып, төҙәтә башлағыҙ.

…Ут һаҡланһа, ҡот һаҡланыр ғаиләгеҙҙә. Ут ялҡынланып китмәһен өсөн һыу булырға әҙер булһын икенсегеҙ. Ут ғәйрәтен һыу баҫа.

(Ғаилә хәлен өлкәндәргә шунда уҡ хәбәр итмәгеҙ. Һеҙ татыулашырһығыҙ, ә өлкәндәрҙе борсоуға һалырһығыҙ).