Нимә ул туған тел?

Баланы туған мөхит — туған тел, халҡың тарихы, ижады, йыр-моңо, ғөрөф-ғәҙәте, йолалары тәрбиәләй. Туған мөхиттән айырыу — үҙ балаңды ҡуйыныңдан алып сит ҡатын итәгенә йәки ят арбаға ултыртыу менән бер. Шуның өсөн Юғары көс (Тәбиғәт, Тәңре, Хоҙай, Аллаһ) һәр халыҡты ҮҘ МӨХИТЕ менән бар иткән.

***

***

***

Әсә теленән дә ышаныслыраҡ тәрбиәсе юҡ! Туған телдә шәхсән үҙеңдең генә әйтәһе һүҙең түгел, быуындан-быуынға, нәҫелдән-нәҫелгә күсә килгән ҡиммәттәр сағылыш таба. Ошо ҡиммәттәр, тел моңона үрелеп, бала күңеленә һеңә һәм ҡан (ген) менән бирелә килгән милли хазинаны — үҙаңды уята. Үҙаң уяныуы — үҙтәрбиәнең иң ышаныслы терәге, таянысы, нигеҙе.

***

Балаһының бәхетле булыуын фәҡәт юғары белем алыуҙа һәм, юғары белемгә эйә булыу өсөн, тик рус телендә генә белем алырға кәрәк, тип уйлап, балаһы сабый саҡта уҡ ят телгә күскән әсә бала күңеле менән үҙ күңеле араһына пәрҙә ҡора. Күҙгә күренмәгән был пәрҙә Бала менән Әсә араһындағы күңел аралашыуын – тәбиғәттән ҡанға һалынған бер-береңде һиҙеү,
тойоу һәләтен юҡҡа сығара.

***

Мәрйәм апай! Нимә ул ТУҒАН ТЕЛ? Ҡыҫҡа ғына итеп аңлатығыҙ әле, тип яҙған бик оҙон хатында бер егет.
Туған тел – аралашыу ҡоралы ғына түгел. Ул ҡанға /генға/ һалынған, быуындан-быуынға күсә килгән һәләтте үҫтереүсе төп шарт. Ҡан хәтерен уятыусы ла, һәләтте асыусы ла, үҫтереүсе лә – туған тел. Балаларыбыҙҙы туған телдән яҙҙырып әллә ниндәй һәләттәрен юҡҡа сығарабыҙҙыр.
Икенсенән, туған тел – ул туған моң. Ә туған моң – нерв күҙәнәктәрен дауалаусы төп сараларҙың береһе. Тәбиғәт беҙгә моңдо, йырҙы, шиғриәтте, башҡа төр сәнғәтте күңел дауаһы итеп бар иткән. Туған телһеҙ ҡалған кеше күңел дауаһын ниҙән алыр, ниндәй телдә йырлар? Тәбиғәттең өйрәнелеп бөтөлмәгән серле бүләге бит ул күңел дауалаусы туған моң.

***

Йәйләүҙән һуң күптән килгән фекеремде тағы бер тапҡыр раҫланым: һәләтһеҙ бала юҡ. Тик беҙ уларҙың ҡанында һалынған йүнәлеште аса алмайбыҙ. Төп сәбәп, әлбиттә, туған телдән айырыу, туған моңло мөхит булдырмау. Беҙ балаларыбыҙҙың фәҡәт юғары белем алыуы менән генә ҡәнәғәтбеҙ. ЕГЭ тапшырһын да юғары уҡыу йортона инһен, имеш! Ә күпме һәләт, ҡаҙаныш, асыш юғала. Хәҙер бит беҙҙең заманында башҡортса белем алған Нияз Мәжитов, Диҡҡәт Бураҡаев, Миңнеәхмәт Моталов, Мазһар Иҫәнбаев, Вәрис Ғүмәров, Марат Аҙнабаев, Ринат Йосопов һәм башҡалар кеүек үҙ милләте өсөн дә янған, донъя фәне өсөн дә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән ғалимдарыбыҙ юҡ бит. Йәйләүгә рус мәктәбенән килгән бер башҡорт балаһы былай ти: «Башҡорт лагерына тигәс, бармаҫҡа уйлағайным. Унда нимә генә өйрәтерҙәр, ниндәй генә уйындар булыр икән? — тип уйланым. Ә бында!!! Икенсе йыл мотлаҡ киләсәкмен». Ошо баланың фекере кеүек ҡараштар биләп алған ят телле башҡорттарыбыҙҙың зиһенен… Үкенес. Атай-әсәйҙәр һаман шуны аңламай. Үҙ милләтеңде белмәүҙән дә ғазаплыраҡ тойғо юҡтыр, аңлаған кешегә. Туған тел, моң, йола-ғәҙәт мөхитенә килеп сумған ят телле балаларҙың нисек үҙгәреп китеүен күрһәгеҙ икән? Башҡортлоҡтары уянып, күҙҙәрендә нурҙар уйнап китә бит… Их, танау осонан ары күрә алмағандарға күрһәтергә ине ошоно!

***

Ҡәҙерле атай-әсәйҙәр! Тағы бер тапҡыр һеҙгә мөрәжәғәт итәм! Балағыҙ яҙмышы һеҙҙең ҡулда, шуға туған телдең, туған моңдоң тәбиғәттән бирелгән иң ҙур бүләге икәнен аңларға кәрәк. Туған тел — кешенең күҙгә күренмәгән ағзаһы. Туған тел — ул күңел теле, тойоу теле, быуындан-быуынға ҡан аша күсә килгән рухи байлыҡты, һәләтте асыусы асҡыс һәм артабан дауам итеүсе төп ҡөҙрәт. Туған телебеҙҙе ят тел менән алмаштырабыҙ икән, тимәк, баланың тәбиғәттән бирелгән бер ағзаһын ҡырҡып алып, ят ағза ялғап ҡуяһың тигән һүҙ. Ошо хәл булмаһын, атай-әсәйҙәр үҙ балаһын үҙ ҡулдары менән рухи зәғифлеккә дусар итмәһен өсөн бөйөк аҡыл сығанағы Тәбиғәт кеше мейеһенә бер нисә телде үҙләштереү мөмкинлеге биргән. Сабыйҙарыбыҙҙың яҙмышын хәл иткәндә ошоно күҙҙә тотһағыҙ ине, ҡәҙерле атай-әсәйҙәр!

***

Әсә-атаһын хөрмәт итмәгән кеше улар менән туған телдә аралашмай; халҡын хөрмәт итмәгән кеше балаһына туған телен өйрәтмәй.

***

Туған телеңде юғалтыу — үҙеңде юғалтыу ул.

***

Ҡыҫҡаһы: туған телебеҙҙе белмәү арҡаһында беҙ донъя кимәленә күтәрерлек ғилемебеҙҙе өйрәнә алмайбыҙ. Шуға күрә башҡа халыҡтарҙыҡына иҫебеҙ китеп, уларҙан өйрәнергә мәжбүрбеҙ. Башҡорт халҡы һис тә наҙан булмаған. Меңәр йылдар буйы үҙ донъяһын үҙе көткән, үҙ малын үҙе баҡҡан, үҙ ауырыуын үҙе дауалаған, үҙ ризығын үҙе булдырған, үҙ өҫ-башын үҙе бөтәйткән, буяуын да, дарыһын да яһаған, булатын да ҡойған, тимерен дә иреткән… Халҡыбыҙ өсөн ихлас ғорурланырға хаҡлыбыҙ. Ә инде үҙ ғилемебеҙҙе үҙебеҙ тейешле кимәлдә һаман өйрәнмәйбеҙ икән, кәмһенергә түгел, әсенергә генә кәрәк.

(М.Бураҡаева. «Арғымаҡ»)

***

Телебеҙҙең, милләтебеҙҙең киләсәк яҙмышы хаҡында борсолоу, хәүеф белдереүселәр бар.
Рухташ милләттәштәр! Телебеҙгә ҡаршы яу асыусылар халҡыбыҙҙың аңы томаланған төркөмөнә иҫәп тота. Әммә улар әлегә байтаҡ ҡына тойолһа ла тамыры бик-бик тәрәнгә киткән ағастың япрайып ултырған бер нисә ботағы ғына. Ә бит милли үҙаң ете быуындан күсә килә, һәр быуынға үҙенән алдағы быуындан күсә. Тамырыбыҙ имен булһын, тамырыбыҙҙағы үҙаңыбыҙ ҡеүәтле беҙҙең. Шуға меңәр йыллыҡ тарихыбыҙ аша 21-се быуатҡа килеп еттек. Иманым камил: бөгөн атай-әсәйҙәре аң томаланыу арҡаһында, милләт киләсәге тураһында бөтөнләй уйламай, бер яҡлы ғына хәл итеп, «балам урыҫ телле» тип яҙып, телебеҙгә яу асыусылар тирмәненә һыу ҡойһа ла, тарих иләге иләр, йәш быуындың ҡанында башҡортлоҡ уяныр!

***

Йәй көндәре ауылда көтөү ҡайтҡанын күргәнегеҙ бар. Яланда бәрәсләгән кәзәләрҙең бәрәстәрен юғалтҡылап ҡуйған саҡтары ла була. Нисек таба һуң ул? Кәзә бәрәсен эҙләп баҡыра. Тиҫтәләгән бәрәстәр араһында тап уның бәрәсе генә яуап бирә инәһенә… Йылға буйлап йөҙөргә төшкән ҡаҙҙар ҙа, өйрәктәр ҙә үҙ бәпкәләрен үҙҙәренең өнө аша таба. Ә беҙ, йән эйәләре араһындағы иң аңлы тип һаналған кешеләр, үҙ ихтыярыбыҙ менән балабыҙҙы туған өнөнән, туған телдә йырлауҙан, күңелдәрҙе бәйләр туған тел нурынан мәхрүм итәбеҙ түгелме, милләттәштәрем?

***

Атай-әсәйҙәр ни өсөн аң бутаусылар фекеренә нығыраҡ ҡолаҡ һала? Ошо аңлашылмай. Ә бит…
Беҙ әле йәшәү ҡағиҙәһе итеп алған ҡанундарҙан тыш Тәбиғәт ҡанундары бар. Кешелек донъяһы ла, ундағы бар тереклек тә, үҫемлек донъяһы ла ошо ҡанундар менән йәшәй, аҙ ғына тайпылыу ҙа төҙәтә алмаҫлыҡ хаталарға килтерә. Әммә Ер йөҙөндәге иң аңлы тип һаналған кешеләр ошо ҡанундарҙы тупаҫ боҙа. Сөнки кеше алдауға, алдаштырыуға, аң бутауға тиҙ бирешә. Мәҫәлән, “Урал батыр” эпосында кешене ҡол иткең килһә, уның теленә хужа бул тигән фекер әйтелгән. Аң бутаусылар быны оҫта файҙалана.
Байлыҡ яратыусыларға – байлыҡ, һылыу ҡыҙға ымһыныусыларға – ҡыҙҙар, вазифа яратыусыларға – вазифа вәғәҙә итеп, телебеҙгә хужа булырға, телһеҙ ҡалған халыҡты илһеҙ ҙә ҡалдырып, ҡол хәлендә ҡалдырмаҡсылар. Ә ҡол кем ул? Үҙең өсөн йәшәмәү, икенселәр мәнфәғәте өсөн көс түгеү. Аң бутаусылар кешенең, айырыуса әсәйҙәрҙең иң нескә тойғоларына баҫым яһайҙар һәм иң ғәзиздәре — балалары мәнфәғәте аша эш итәләр. Имеш, туған тел — артыҡ йөк, балаң наҙан ҡала. Мин ҡыҫҡа ғына сығышымда бер теләк әйтәм: аң бутаусыларға ышанып, үҙ аңығыҙҙы юғалтмағыҙ. Тәбиғәт ҡанундары менән йәшәгеҙ. Ә тәбиғәттә һәр йән эйәһе үҙ балаһы менән ӨН аша аралаша, өн аша яҡыная, күңелдәре өн аша тоташа. Ҡаныбыҙға һалынған тойғолар: күңел яҡынлығы, һәләт, илһам, сәләмәтлеккә тәьҫир, аң яҡтылығы, зирәклек ошо өн-моң аша асыла. Тимәк, ҡанға һалынған бөтөн рухи ҡиммәттәрҙең асҡысы – ул туған өн. Туған өнһөҙ ҡалыу, тимәк, туған тел аша аралашмау, балабыҙҙы туған телдән яҙҙырыу арҡаһында улар туған моңда йырламай. Тимәк, быуындан-быуынға күсә килгән ҡан һәләте уянмай; кеше йыр аша нерв күҙәнәктәренә ыңғай йоғонто яһай алмай, тимәк, үҙ сәләмәтлегенә тәьҫир итә алмай; балалар атай-әсәйҙәре менән күңел яҡынлығы тоймай (күҙ алдына килтерегеҙ әле, донъялағы бөтөн йән эйәләре лә балаларын үҙ өндәре менән иркәләй, үҙ өндәре аша табыша – баҡыра, баҡылдай, һайрай, сутылдай, өрә, мыяулай һ.б.). Ә кешеләр балаһы тыуғандан алып сит өнгә күсә, имеш, сәңгелдәктән үк имтихан бирергә әҙерләй. Тәбиғәт кеше мейеһенә шундай мөмкинлек биргән: кеше әллә нисә тел үҙләштерә ала, аңлай, һөйләшә. Тик туған телең – ҡан телең иҫәбенә булмаһын тигән фекер һалынған был сифатҡа. Үҙ аңыбыҙ менән йәшәйек, туғандар, тәбиғәт ҡанундарынан тайпылмайыҡ, баланы беҙ үҙебеҙҙең дауамыбыҙ итеп табабыҙ бит!

***

Балам туған телде ауыр өйрәнә. Хатта ялҡып китә.Инглиз теленә тиҙ өйрәнгәйне. Ни эшләп шулай икән? — тип һорай бер Әсәй кеше.
— Сит телде өйрәнеү ят телдән туған телгә күсеүгә ҡарағанда еңелерәк.Сөнки һүҙҙәрҙе рус теленән тәржемә генә итергә кәрәк.Ә туған телгә кире ҡайтыу ауыр. Тел бит һүҙ генә түгел, төшөнсә. Донъяны танып-белеү төшөнсәһендә айырма ҙур ғына. Ят тел — ят төшөнсә һала. Әйтәйек, бәләкәй генә бер миҫал. Рустар өсөн бөтөн йәнле тереклек тә КТО. Кеше лә, һыйыр ҙа, себен дә. Ә башҡорттар өсөн фәҡәт кеше генә КЕМ. Туған теленә рус теле аша кире ҡайтҡан бала, серекәй тешләһә: Мине әллә кем тешләгән, — тип илай. Төшөнсәне үҙгәртеп алыу ауыр, сөнки ул күңелгә һеңә. Ә күңел теле һөйләү теленә буйһонмай. Шуның өсөн донъяны танып-белеү туған телдән башланырға тейеш.

***

«Урал батыр» эпосында Йылан иле батшаһының улы Зәрҡүмды Урал үлемдән ҡотҡара. Зәрҡүм рәхмәт йөҙөнән уға атаһын еңеү серен өйрәтә:
Атама бергә барайыҡ,
Ни теләһәң — алайыҡ.
Атамдан байлыҡ һорама,
Донъяла һылыу ҡыҙ бирер,
Уныһына ла алданма.
…………………………………….
Атам һине ҡурҡытыр,
Уныһынан да ҡурҡма һин,
Һаман телен һора һин,

Ҡәһҡәһә аждаһа тунын һалып, ҡош тунын кейгәндән һуң Урал уның телен үбә һәм йыландар батшаһының күңеле йомшара. Урал батыр Ҡәһҡәһәнең теле аша күңелен йомшарта, уның серен белә, теле аша батшалығын еңә һәм үҙенә буйһондора…
Халҡыбыҙ иҫ китмәле оло мәғәнә һалған был фекеренә.

***

ТУҒАН ТЕЛ ТУРАҺЫНДА
Туған тел – милләт ҡотон һаҡлаусы ҡуҙ. Халыҡты милләт итеп туплаусы төп шарт. Туған тел – тарихыбыҙға, ижадыбыҙға, ғөмүмән тотош рухи байлығыбыҙға юл асыусы алтын асҡыс.

Туған тел – кеше сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһаусы, нерв күҙәнәктәрен яйға һалыусы, ҡан баҫымын көйләүсе туған моң ул. Туған телен белмәгән кеше һаулыҡ сығанағы булған туған моңдан мәхрүм була.

Туған тел – ҡан туғандарҙың бер-береһен күҙгә күренмәҫ нурҙар менән тоташтырыусы күңел тартымы.

Туған тел – ул ҡан хәтерен уятыусы төп шарт. Беҙ үткәндәребеҙгә фәҡәт туған тел аша ғына ҡайта алабыҙ.

Туған тел – ул рухи туғандарҙы бер мөхиткә туплаусы, йән йылыһы булдырыусы, бер үк маҡсат менән йәшәргә ҡеүәт уятыусы көс.

Туған тел – ете быуын аша, ҡандан ҡанға күсә килгән хәтеребеҙҙе, һәләтебеҙҙе, ҡеүәтебеҙҙе уятыусы ҡеүәт.

Туған тел – ул күҙгә күренмәҫ ағза. Туған телдән, тимәк, ошо ағзанан мәхрүм ҡалыу кеше ғүмеренең етенсе ете йыллығы башланғас (ҡырҡ ике йәштәрҙән һуң), ниндәй генә юғарылыҡҡа күтәрелһәң дә үҙен ныҡ һиҙҙерә башлай. Был – үҙәк өҙҙөргөс һағыныу тойғоһо, күңел бушлығы, тормош мәғәнәһен юғалтыу. Был бушлыҡты йәғни ҡаныңа һалынған, әммә уяна алмай ҡалған һәләтең урынын ялған ҡиммәттәр тулыландырасаҡ.

***

Туған телдә уҡыу ни өсөн кәрәк? Туған телдә уҡыу — ул туған телдә фекерләү. Ә туған телдә фекерләү ҡан хәтерен уята, ҡанға һалынған һәләтте аса һәм үҫтерә.

***

Кешелек донъяһы йәшәйешендә туған телдең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Тәбиғәт биргән иҫ китмәле мөғжизә ул — туған тел. Туған тел — ул тойғо теле, моң теле. Беҙ туған телдә һөйләшеп, туғанлыҡ тойғоһон яҡынайтабыҙ, туған телдә йырлап, шатлыҡ ишәйтәбеҙ, ҡайғы тарҡатабыҙ, күңел сафландырабыҙ.
«Арғымаҡ» әҫәренән