— Яҡшылыҡ еңергә тейеш бит! Ҡайҙа ул яҡшылыҡ?
Республикабыҙҙа ҡуйырып киткән һуңғы күңелһеҙ ваҡиғалар ошондай һорауға килтерәлер. Йәшәйешебеҙҙә ҡара таптар күбәйеберәк китте лә, халыҡта киләсәккә ҡарата өмөтһөҙөрәк уйҙар тыуғылап ҡуя.
Кешелек донъяһында ундай хәлдәр күп булған. Әммә тормош алға бара. Тимәк, ысынлап та, «Урал батыр» эпосында әйтелгәнсә, яҡшылыҡ еңә бара.
Ә инде яуызлыҡтың өҫтөнлөк алып киткән осраҡтарына ҡарата эпос йөкмәткеһенән сығып шулай тип аңлатырға кәрәктер.


Яҡшылыҡҡа ыҡлаған көстәр фәҡәт бер маҡсат менән йәшәй: бағты биҙәү, кешеләргә ярҙам итеү, уларҙың тормошон яҡшыртыу, татыулыҡ булдырыу, һыу етмәй башлаһа, йылға ярыу, көндөҙ донъяға нур һибеү, төндә айға нур биреү… Уларҙың йәшәү рәүеше был.
Уларға кемгәлер яуызлыҡ уйлау, насарлыҡ эшләү тигән фекер бөтөнләй килмәй
Ә бына яуыз көстәр бөтөнләй икенсе маҡсат менән йәшәй. Мәҫәлән, Шүлгән Уралға асыҡтан-асыҡ әйтә:
Самрауға яу асайыҡ,
Аҡбуҙатын алайыҡ,
Беребеҙ таяҡ тотайыҡ,
Беребеҙ Аҡбуҙ менәйек,
Бөтә илдә баш булып,
Барыһыны мат ҡурып,
Көслө батша булайыҡ.
Һин таяғың бир миңә,
Ошо илде ҡырайым,
Самрау ҡоштоң ҡыҙыны
Үҙемә тартып алайым,
Аҡбуҙатын менәйем;
Мин бит туған ағайың,
Мин дә данлы булайым.

Бына ул Яуызлыҡтың маҡсаты. Баш булыу, дан алыу, башҡаларҙы мат ҡурыу йәғни башҡаларға үлем ҡурҡынысы һалыу.
Ә Яҡшылыҡ яҡлы Урал хатта ағаһы яғынан шундай хәүеф янағанда ла һаман матурлыҡты ҡотҡарыу, тыныслыҡ һаҡлау яғында. Ул дейеү илен еңеү, тотҡондарҙы ҡотҡарыу, барыһына юл асыу тураһында ғына хыяллана.
Ҡыҙ алырға уйлаһаң,
Аҡбуҙатын һайлаһаң,
Ҡыҙы һөйһә, ҡыҙын ал,
Бүләк итһә, Буҙын ал.
— ти. Улайтып «ҡыҙ алам тип яу» асмайыҡ тип тыя ағаһын.
Ул хатта иң ҡәҙерле байлыҡты ла ағаһына бирмәксе. Тик матур, тыныс илгә яу асылмаһын.
Бына шулай. Урал батырҙар донъяға яҡшылыҡ ҡына уйлап йөрөй. Ундайҙар хатта яҡшылыҡ эшләргә кәрәк, тип тә эшләмәйҙәр. Уларҙың йәшәү рәүеше шундай.
Ә яуызлыҡ, дан, бөтөн донъяға баш булыуҙы көҫәүсе ҡарун, яһил кеше ашаусы йыландар, дейеүҙәр бер-береһен таба, берләшә, көс туплай. Шүлгән һайлаған һул яҡ юлынан һиллек батшалығына китеп барған саҡта Зәрҡүмде осрата. Зәрҡүм уны Йәншишмә һыуы алырһың тип, алдаштырып Әзрәҡәгә алып китә. Унда барһалар, Ҡәһҡәһә ултыра. Бына шулай берләшә Яуызлыҡ көстәре. Шуға улар еңә һымаҡ. Әммә яуызлыҡ көстәре берләшеп, һил донъяға ҡаршы туплана башлағанын тойоп ҡалған яҡшылыҡ — Урал батыр, уландары менән бергә тиҙ генә уларға ҡаршы сыға.
Донъяны бар итеүсе иң юғары көс тереклек яҡлы, йәшәү, тимәк, Яҡшылыҡ яҡлы. Шуға ла ул Уралға ярҙамға Аҡбуҙатын ебәрә. Йәғни юғары көс Яҡшылыҡ яғындағыларға ярҙамға килә.
Яуыз көстәргә ярҙам итеүсе Үлем дә
(Хәҙер мине яҡлаусы,
Кешене аранан сүпләүсе
…………………………………….
Үлем тигән яу ҡалды, — тип ҡыуана Шүлгән) Яҡшылыҡ еңгәс, «ваҡытһыҙ йән ҡыйыусы түгел, ә «тәнендә ит ҡалмаған» ҡарт әйткәнсә, тәбиғи бурысын ғына үтәүсе булап ҡала.
Беҙ үлем тип һанаған
Яуыз ул тип ҡараған —
Бағтың туҙған үҫмерен
Йәки көнө тулғанын
Сүпләп бағты бушатҡан,
Унан донъя ташлатҡан
Бөтмәй торған йола…
— булып ҡына ҡала.

Шулай итеп, эпоста әйтелгәнсә, Яуызлыҡҡа ҡаршы Тәбиғәт үҙе сығасаҡ Эпоста бит һауанан Аҡбуҙат ярҙамға килә. Ә уға бер Яуызлыҡтың да көсө етмәй.

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *