Эпос нимә тураһында ул? Уҡыусы балаларға аңлатҡан кеүек ябай ғына итеп аңлатығыҙ әле! – тигән үтенес менән мөрәжәғәт итеүселәр бермә-бер ишәйә. Мин бик шатмын. “Урал батыр” эпосы менән ныҡлап ҡыҙыҡһыныусылар арта. Унда кинәйә менән әйтелгән фекерҙәрҙең заман һулышы менән ауаздаш булыуы ҡыҙыҡһындыра икән, тимәк, улар киләсәк яҙмышыбыҙға ҡарата ла битараф түгел.


Эпостың төп идеяһы билдәле: яҡшылыҡ менән яуызлыҡ көрәше. Ә бына йөкмәткеһенә аңлатма бирәйем.
Яуызлыҡ йәғни Дейеүҙәр батшалығының батшаһы Әзрәҡә кешелек донъяһын йәшәтеү өсөн төп шарттар булған Ҡот тауын һәм Йәншишмәне үҙ батшалығы биләмәһендә тота. Уның маҡсаты — Ҡот тауының һәм Йәншишмәнең кешелек донъяһын йәшәтергә тигән төп тәғәйенләнешен кешеләргә хеҙмәт иттермәҫкә, фәҡәт үҙ мәнфәғәттәрендә генә файҙаланырға – тотош донъяға хужа булырға, кешеләрҙе юҡ итергә.
Беҙ Уралды еңербеҙ,
Ер өҫтөндә кешенән
Тарлыҡ-маҙар күрмәбеҙ,
Теләгәнебеҙ итербеҙ,
Барын ҡулда тоторбоҙ!

Ошо маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн, дейеүҙәр һәр яҡшылыҡҡа ҡаршы яу асалар, яҡшылыҡ тигән төшөнсәне тамырынан уҡ ҡороторға ниәтләнәләр. Урал тыуғас:
“Анау саҡта,ай, батшам,
Бер йәш бала тыуғанда,
Шуның тауышы килгәндә,
Күктә осҡан дейеүҙәр
Бары ҡолап төшкәйне.
Баланы урлап алырға,
Үлтереп юҡ ҡылырға
Барған дейеү, ендәрҙең,
Бала текләп ҡарағас,
Тоторға тип уҡталғас,
Барған бере ҡурҡыуҙан
Йөрәге ҡубып үлгәйне.”

Дейеүҙәр яңы тыуған сабыйҙың Яҡшылыҡ өсөн көрәшсе булырын һиҙәләр. Шуға юҡ итергә уйлайҙар.
Әзрәҡә батшалығының шашып китеүен Самрау батшалығындағы Аҡбуҙат менән булат ҡылыс булыуы ғына туҡтата килә. Улар Самрау батшалығына хужа була алмай йонсойҙар. Аҡбуҙат менән булат ҡылысҡа эйә булһалар, Яуызлыҡ донъяһы тантана итәсәк, кешеләргә көн бөтәсәк.
Самрау Аҡбуҙын ҡыҙы Һомайға бүләк иткән. Ә булат ҡылыс Аҡбуҙҙан айырылғыһыҙ. Шуға ла Дейеүҙәр батшалығы Һомайҙы арбау, уны ҡулға төшөрөү тураһында уйлашалар.
Тимәк, Яҡшылыҡ төшөнсәһен юҡҡа сығарыу өсөн Аҡбуҙатты, булатты һәм Һомайҙы ҡулға төшөрөргә кәрәк.
Ҡыҙ, яратып егетте,
Аҡбуҙ менән булатты
Бүләк итерҙәй булһын.
Буҙ ат менер ир тапһаҡ,
Ҡыҙ теләһә, ҡыҙ биреп,
Мал теләһә, мал биреп,
Баш булам, тип ынтылһа,
Берәй илгә баш ҡылып,
Ул егетте арбаһаҡ,
Беҙ Уралды еңербеҙ…

Ә был ваҡыт Урал менән Шүлгән Үлемде үлтереү хыялы менән оло юлға сыға. Әммә аҙаҡ Урал әйткәнсә:
Тыумыштан уҡ юҡ булған
Һинең ыулы йөрәгең,
Таш иреһә лә иремәҫ,
Яҡшылыҡты тиңһенмәҫ…
Шүлгән кешеләр мәнфәғәтен уйламай, фәҡәт үҙенең генә дан тапҡыһы килеп, Әзрәҡәгә ҡушылмаҡсы була.

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *