Ҡәҙерле балалар!
Мәктәптә уҡытыусылар һеҙҙе уҡырға, яҙырға, хисапларға өйрәтә. Шулай уҡ үҙеңде нисек тоторға, нисек һөйләшергә, ҡайһылайыраҡ итеп бәхәс-әңгәмә ҡорорға, матур кейенергә, зауыҡ менән биҙәнергә, һаулыҡты нисек һаҡларға һәм тағы бихисап һөнәрҙәргә өйрәнерһегеҙ.
Кеше нисек йәшәргә кәрәклеген үҙе уйлап сығармай. Был һабаҡ беҙгә быуындан-быуынға, быуаттан-быуатҡа өлкәндәрҙең өгөт-нәсихәте, китаптар, дәреслектәр аша бирелә. Ә боронғо заманда был тәрбиә әкиәт, риүәйәт, мәҡәл аша телдән-телгә күсә килгән.
Өлкәндәрҙең телендә мәҡәл күп була. Иҫебеҙгә төшөрәйек әле: берәй нәмәне яҡшы эшләһәң дә, яңылышыраҡ килеп сыҡһа ла, йәки эшләргә кәрәклеген аңлатырға уйлаһа ла, өлкәндәр йәһәт кенә мәҡәл әйтеп ебәрә. Ә мәҡәлдәр бик фәһемле. Шуға ла халҡыбыҙ бик тапҡыр итеп: мәҡәлле һүҙ – аҡыллы һүҙ, тигән. Тағы: ҡоро һүҙ – ҡуңалтаҡ итек, тип тә әйткән. Йәғни яланаяҡлап кейелгән итек. Тағы бер шәлкем мәҡәлдәргә аңлатма бирегеҙ әле:
Атайҙар һүҙе – аҡылдың үҙе.
Ҙурҙар һүҙен тыңламаған ҙур бәләгә тарыған.
Оло һүҙен бүлдермә, үҙ-үҙеңдән көлдөрмә.
Белмәү ғәйеп түгел,белергә теләмәү ғәйеп.
Аҡыл төбө – тәжрибә.
Белем — нур, белмәү – хур.
Ғилем – хазина