ҺЫЛЫУҠАЙ

Тыуған яҡтарын, әсәһен, туғандарын өҙөлөп һағыныуымы, әллә күрше генә блиндажда урынлашҡан Тәүфиҡты күргеһе килеүеме таңғы йоҡоларынан уятты Һылыуҙы. Ул, таҡта урындыҡтарҙа иҙерәп йоҡлап ятҡан әхирәттәрен уятмаҫ өсөн, аяғослап ҡына йөрөп кейенде лә тышҡа сыҡты. Көн уяна. Бөтә көнсығышты зәңгәрлек солғаған. Ағастар ҙа, Олым йылғаһы ла, болон да ошо сафлыҡҡа рәхәтләнә, кинәнә. Һылыу ҡояш сығышына ҡарап ҡул болғаны: “Сәләм һиңә, тыуған яғым! Айырылышҡанға өс ай ҙа үтмәне, йөрәккә һағыш булып урынлаштың…” Таң зәңгәрлеге бөтә үткәндәрҙе хыялға әйләндергән һымаҡ тойолоп китте. Шундай матур ине уның төҫө! “Әйҙә, ошо төҫтәге хыял булып йәшәһен үткән дә, киләсәк тә! – тине лә Һылыу, моңһоуланып ҡына өҫтәп ҡуйҙы; — Өмөт тә…” Шул саҡ Тәүфиҡтың кисә генә әйткән һүҙҙәре иҫенә төштө: “Күҙҙәреңдең зәңгәрлеген күрмәһәм, күк йөҙөнөң зәңгәрлеген абайламаҫ инем. Һине осратмаһам, Башҡортостан тыуған еремдәй яҡын булмаҫ ине. Һин тыуып-үҫкән ауылды – Ҡыйғыны, тулҡын-тулҡын сәстәреңде йыуып үҫтергән Ҡарайылғаны күргем килә; һин тыңлаған ҡоштарҙы тыңлағым килә, Һылыуҡай-гөлөм, зәңгәр күҙ”. Һылыуҡай күңеле менән Тәүфиҡтың ошо һүҙҙәренә иркәләнеп алды. “Әйҙә, минең менән таң ҡаршыларға сыҡ. Һиҙмәйһеңме ни, мин көтәм һине. Бында ла ҡоштар тап Ҡарайылға буйындағы кеүек үҙәктәрҙе өҙҙөрөп һайрай. Әйҙә, сыҡ. Ана улар ҙа саҡыра. Фьют-фьют, саңҡ-саңҡ. Тәүфиҡ, Тәүфиҡ, сыҡ-сыҡ”, — тиҙәр. Һылыу үҙ алдына йылмайып ҡуйҙы. Тағы ҡош тауыштарына ҡолаҡ һалды. Һандуғас ҡайҙалыр яҡында, ҡолаҡ төбөндә генә һайрағандай.

-Ҡайҙан алаһың моңдо, һандуғас?

-Көндөң сабый сағынан, үләндәге ысыҡ тәменән, тип, һандуғас өсөн үҙе яуап бирҙе лә Һылыу, тағы ниҙер әйтергә уҡталғайны, көнбайышта ерҙең аҫтын өҫкә әйләндерерҙәй гөрһөлдәү ишетелде. Моң өҙөлдө. Зәңгәр һауа сайҡалғандай булды. Һылыу ҡапыл артҡа сигенде, ауыҙын асҡан килеш, бер килке аптырап торҙо, шунан блиндажға йүгерҙе.

-Ҡыҙҙар! Ҡыҙҙар! Башланды… – тине ул ҡалтыранған тауыш менән. Зәңгәр күҙҙәре ҙур итеп асылды, йөҙө ағарҙы. Әйтерһең, ул һуғыш тигән ҡотосҡос афәттең былай булырын белмәй килгән дә әле Ерҙе түңкәреп һалырҙай ҡеүәтле гөрһөлдәү уның өсөн бөтөнләй көтөлмәгән хәл ине.

Бөгөн-иртәгә тип көткән көслө алыштарҙың береһе башланғайны. Хәйер, фашист илбаҫарҙарының илебеҙгә баҫып инеүенә йылдан ашыуыраҡ ваҡыт үтте, илебеҙ, ҙур юғалтыуҙар кисереп, кешелек донъяһы байтаҡ вәхшилектәрҙең шаһиты булып өлгөрҙө.

Башҡорт халҡының үтенесе һәм ВКП(б)-ның Башҡортостан Өлкә Комитеты һәм республика хөкүмәтенең һорауы буйынса төҙөлгән Башҡорт атлы дивизияһы өсөн тәүге алыш башланды.

1942 йылдың 2 июле – дивизия менән бергә Дим буйындағы учениеларҙан алып Берлинғаса оло юл үткән медицина хеҙмәте гвардия өлкән лейтенанты Һылыу Әхмәтованың хәтерендә башҡа бик күп фажиғәле даталар менән бергә ғүмергә уйылып ҡалыр.

Фронтҡа апрелдең тәүге яртыларында килһәләр ҙә ут эсенә инмәгәйнеләр әле. Техник учениелар үткәрелде, хәрби һөнәрҙәрен камиллаштырҙылар, санитарҙар, санинструкторҙар әҙерләнеләр, мәргән атыу буйынса ярыштар ойошторолдо, ә бушаған арала ауыл халҡына ярҙам иттеләр, иген сәстеләр, картуф ултырттылар, емеректәрҙе төҙәтештеләр, ураҡҡа төшөр өсөн машиналар әҙерләштеләр. Медицина работниктары йонсоған, интеккән ауыл халҡына ярҙам күрһәтте: дауаланылар, урманда аҙашып йөрөгән балаларҙы табып, бағып, тылға оҙаттылар.

Дошман был йүнәлештә бик күп көс туплағайны. Дивизия алдында, Олым йылғаһы рубежында, оборона биләп, дошман хәрәкәтен туҡтатыу бурысы торҙо. Алыштың ауыр буласағын бөтәһе лә аңлай ине.

-Ҡыҙҙар, башланды бит, — тип ҡабатланы Һылыу. Ә ҡыҙҙар, туп тауыштарына уянып, күптән тороп бөткәйне инде. Мариныч Анна “аптека”һына йүгерҙе, санинструкторҙар носилкаларын хәстәрләй башланы. Ҡыҙҙарҙың боевой әҙерлектә булыуҙары Һылыуға ла ҡеүәт өҫтәне, ул өҫтөнә халат кейҙе, сәсен төйөп ҡуйҙы, башына аҡ косынка ябынды һәм Лидия Зайцева менән бергә яралыларҙы ҡабул итергә йыйынды. Улар сортировкала инеләр.

Медсанэскадрон алғы һыҙыҡтан бик алыҫ түгел ине, шуға ла оҙаҡ көтөргә тура килмәне, атҡа тейәп бер нисә яралыны килтереп тә еткерҙеләр. Дошман частары Набережное ауылы эргәһендә Олым йылғаһы аша сығыу юлын ҡулға төшөрөп, төп көсөн 294-се кавалерия полкына йүнәлткәйне. Әле яраланыусылар – майор Нафиҡов егеттәре. Сафтан сыҡҡан яугирҙар һаны артҡандан-арта барҙы. Уларҙың ҡайһыларын – операцияға, ҡайһыларын, яраларын бәйләп, госпиталгә оҙатырға, бөтәһенә лә столбнякка ҡаршы укол яһарға, спирт бирергә, һалынған шинға ҡарап яраланған ваҡытын билдәләргә, ашатырға, эсерергә… Сортировкалағы медиктарҙың эше шунан ғибәрәт.

Уң аяғы тотош ҡанһыраған һалдатты килтерҙеләр. Врач Тәүфиҡ Саттаров яраланған урынын билдәләне. Хирургтың ҡулы тейеү менән, һалдат күҙҙәрен сырт йомдо, пуля тейгән аяғынан итеген һалдырған саҡтағы ауыртыуҙарға әҙерләнде. Тәүфиҡ Саттаров итектең пуля тишеп үткән урынын ғына уйып алды ла укол яһаны. Шунан һуң ғына итеген систеләр. Һалдат ҡәнәғәт йылмайҙы. Әхмәт Гәрәевич Дәүләтовтың врачтарға өйрәткән ысулы был. “Һалдат кисергән ғазаптарҙы мөмкин тиклем еңеләйтергә тырышығыҙ”, — тине ул тәүҙән үк. Шуның өсөн дауалау, эшкәртеү, операция яһау алдынан яраланған урынға ауыртыу тоймай торған укол яһанылар. Был ысулдың икенсе әһәмиәте лә бар: кеше үҙ яҙмышының ышаныслы ҡулдарҙа икәнлеген аңлай һәм тыныслана. Ауырыуҙың ышанысы – врач өсөн, дауалау уңышы өсөн иң мөһиме.

Медиктар ни тиклем йылғыр, етеҙ эшләһәләр ҙә өлгөрә алманылар; арманһыҙ булып арынылар ҙа эш урындарын алмаштырыу юлы менән генә хәл алыу форсаты таптылар. Тик операция яһаусы хирургтарға ғына алмаш булманы. Операция бер юлы биш өҫтәлдә барҙы: өсөһөндә – хирург Дәүләтов, икеһендә – Игорь Чулков. Таң менән башланған был мәхшәрҙең иге-сиге булмаҫ кеүек тойолһа ла, кискә табан бер аҙ бил яҙырлыҡ форсат булды. Әммә операцияға әҙерләнгәндәре күп ине. Хирург Чулковты Саттаров алмаштырҙы. Уларға теш врачы Маневич та ярҙамлашты. Дәүләтов эшен дауам итте. Ун һигеҙ сәғәт буйы операция өҫтәле эргәһендә. Ниһайәт, һуңғы операция ла тамамланды, хирург хәлһеҙләнеп барып ултырҙы һәм маскаһын сисергә ҡушты. Шул саҡ Һылыуҙың тауышы ишетелде:

-Әхмәт Гәрәевич! Ауыр яралы. Шин һалғанға ике сәғәттән ашыу ваҡыт үткән.

-Миңә һыу килтерегеҙ әле. – Дәүләтов тамағын сылатты ла эшкә тотондо…

Һылыу Әхмәтова таңға табан ғына бер аҙ серем итеп алды ла ауыр яралыларҙы госпиталгә оҙатышырға килде. Әммә яралылар ятҡан блиндажға инеүе булды, торған урынында ҡатты ла ҡалды. Йөрәге ишетелерлек итеп һулҡ-һулҡ тибә башлағандай тойолдо. Ҡайһыныһының башы, икенселәренең тотош кәүҙәһе өсөнсөләренең аяҡтары, ҡулдары тотош ап-аҡ итеп бәйләнгәйне. Һылыу, ҡаушап ҡалғанлығын, йөҙө үҙгәреүен һиҙҙермәҫ өсөн, ишек төбөндәге сөйҙән ниҙер алған булды ла кире сығып китте. “Кисә генә… кисә генә һуйылдай егеттәр инегеҙ. Һайрамаған ҡоштарҙы ла һайратырлыҡ дәртле инегеҙ. Станциянан вагондарға ултырышып киткәндә, ҡалай шаян инегеҙ. Тәүге алышта уҡ ошо хәлгә килербеҙ, тип уйламағанһығыҙҙыр ҙа әле. Батырғәли, Ғәйфуллалар ҡурай уйнаны, кемдер мандолина сиртте, Фәхретдинов, Иҫәнғужин тигән егеттәр теттереп бейене… Ә Хәмиҙулла исемле егет баянда ҡалай оҫта уйнай ине. Һылыу уға ҡушылып ауыл көйҙәре йырлағайны. Ә хәҙер? Айыра танығыһыҙ… Кемдәрегеҙ ята бында? Әл дә әсәйҙәре күрмәй, үҙәккәйгенәләре өҙөлөп, ни эшләргә белмәҫтәр ине. Баланың бармағы ауыртһа ла әсәнең йөрәге һыҙлай тиҙәр. Бында бармаҡ ише генәме ни!

Һылыу блиндаждан саҡ ҡына ситкәрәк китте лә күҙ йәштәренә ирек бирҙе.

-Ни булды, Һылыуым?! – тип, артынса уҡ килеп сыҡты Тәүфиҡ. Тәүфиҡҡа башҡорттарҙың ҡайһы бер диалектындағы кесе ҡыҙ туғанына “һылыу” тип өндәшеүҙәре оҡшай ине. Күңеле һалған ошо ҡыҙҙың исеменең Һылыу булыуы айырыуса яҡын. Шуға ла ошо һүҙгә ниндәйҙер бер наҙ: Һылыуҙы үҙенән кесерәк итеп иркәләү ҙә, йөрәгендәге һөйөү тойғоларын аңлатыу ҙа бергә ҡушылды.

— Егеттәребеҙҙе күрмәнеңме ни? – тине Һылыу.

-Күрмәй ни?! Уларҙың бөтәһе лә беҙҙең ҡулдар аша үтте бит.

-Кисә тиҙерәк ярҙам итеү теләге менән ашыҡҡанғамы – иғтибар ителмәгән.

Һылыуҡай йәшле күҙҙәрен Тәүфиҡҡа төбәне. – Былай булһа, тотош ҡырыласаҡбыҙ бит, Тәүфиҡ!

Командиры алдында илау түгел, артыҡ көлөргә лә тартынған Һылыу был юлы ярһыуын тыя алманы. Ә Тәүфиҡ ҡатын-ҡыҙ илағанын ауыр кисерә ине, Һылыуҙы ни тип йыуатырға ла белмәне. Хатта, командир булараҡ, приказ менән генә эш урынына ебәрәйемме икән, тигән уй ҙа килде. Ярамай, тип үҙенә үҙе ҡаршы килде. Һуғыш былай ҙа аяуһыҙ: тән яраларынан да былайыраҡ йөрәкте яралауы. Әйтерһең, һуғышты аңлы кешеләр алып бармай, ә ниндәйҙер рәхимһеҙ тәбиғәт көсө: дауыл, ташҡын, ер тетрәүе кеүек ғәрәсәт емерә, ҡыра, донъяның аҫтын өҫкә әйләндерә. Бөтәһен дә: йәнлеһен дә, йәнһеҙен дә. Әйтерһең, ҡеүәтле техника иң элек немец фашистарының кешелеклелеген тапап үткән, унан һуң көнсығышҡа табан юл алған… Ошо ҡара көскә ҡаршы бөтә ил халҡы күтәрелде. Һылыу ҙа миллиондарҙың береһе. Ә бөгөн иһә бындай ҡайғы-ғазап менән тәүге осрашыуы. Ауыл фельдшеры булып эшләгәндә лә үлем менән осрашырға тура килгеләне, ләкин унда йә ҡарыуы ҡайтҡандар, йә оҙаҡ ауырығандан һуң артабан йәшәү көсөн юғалтыусылар, һирәк осраҡта ғына бәхетһеҙлеккә юлыҡҡандар хушлаша ине яҡты донъя менән. Бында бит йәшәү дәрте ташып, ҡандары уйнап торған егеттәр имән кеүек берәм-берәм ауалар..

Һылыу бәләкәй сағындағы бер ваҡиғаны күҙ алдынан үткәрҙе. Әсәһе уны бесәнгә алып барғайны. Ҡыҙын ағас төбөнә күләгәгә ултыртты ла үҙе киң һелтәп бесән саба башланы. Һылыу башта уға өндәшмәй генә ҡарап ултырҙы, шунан йүгереп барып әсәһенең итәгенә йәбеште:

-Сәскәләрҙе әрәм итмә, әсәкәйем, сәскәләрҙе ҡалдыр!…

-Һылыуым, беҙ былай бөгөлөп төшһәк, дошманға көс өҫтәйбеҙ. Улар Кавказға ынтыла. Бәлки ваҡытлыса сигенергә лә тура килер. Ныҡ бул. Һин бит коммунист, — тине Тәүфиҡ. – Әйҙә, Әхмәт Гәрәевич беҙҙе юғалтҡандыр.

Улар операция бүлмәһенә килеп ингәндә, Әхмәт Гәрәевич ниндәйҙер һыҙмалар менән маташа ине.

-Таптыңмы ҡасҡалаҡты? – тине ул, Һылыуға һирпелеп ҡарап. Көлөмһөрәгән булды, ләкин был йылмайыуҙың йөрәк һыҙлауы аша сыҡҡанлығы һиҙелеп тора ине.

-Ҡыҙҙар күңеле йомшағыраҡ шул, — тип аҡламаҡсы булды Һылыуҙы Тәүфиҡ.

— Ә кемдеке нескә түгел? Минеке лә таштан яралмаған. – Әхмәт Гәрәевич һыҙа башлаған чертежын тотоп, Һылыу янына килде.. – Юғалтыу, йәлләү, һағыныу тойғолары бөтәһе бергә дошманға ҡарата нәфрәткә әйләнһә генә беҙ еңәсәкбеҙ. Юғиһә, эш харап. Дошман беҙҙең рухи ныҡлығыбыҙҙы һынап ҡарамаҡсы була. Ләкин рухи яҡтан беҙ уның әллә ниендәй ҡеүәтле ҡоралдарынан да көслөрәкбеҙ. Шуны иҫбат итергә тейешбеҙ. Был һуғышта башҡа бер ваҡытта ла беҙгә ҡаршы ҡул күтәрергә баҙнат итмәҫлек итеп үҙебеҙҙе күрһәтергә тейешбеҙ. Ана шул беҙҙең иң ҙур еңеүебеҙ буласаҡ. Ә хәҙер, иптәштәр, эшкә. Ҡайғыларға бирешергә ярамай, фәҡәт уны артабан нисек еңеләйтергә – шул хаҡта уйларға кәрәк. Башығыҙ һәр саҡ уйлап йөрөһөн. Бына һыҙма. Беҙгә яңы инструмент кәрәк. Ялан шарттарында инструменттарҙы йыш алмаштырып та, эшкәртеп тә булмай. Тимәк, ниндәйҙер икенсе ҡулайлама кәрәк. Уйлашайыҡ. Һеҙ ҙә, мин дә. Ә хәҙер яралыларҙы матурлап оҙатайыҡ. Медицина карталары бармы? Ҡарап сығығыҙ.- тине лә, Һылыуҙың арҡаһынан атайҙарса һөйөп ҡуйҙы.

— Медицина карталарын тикшереп сыҡтым, — тине Саттаров, рапорт биргән ҡиәфәттә.

-Һылыу Миңнеәхмәтовна, яралыларҙы мөмкин тиклем күберәк урынлаштырырға тырышығыҙ. Машиналар аҙ, боеприпастар ташырға алып бөттөләр, — тине Тәүфиҡ, бик ашығып, ваҡыттың аҙ икәнлегенә ишаралап.

Яралы һалдаттарҙың бөтәһенә лә ҡасан, ниндәй укол ҡаҙағандар, ул ниндәй яра алған; операция яһалһа, нисек үтеүе тураһында мәғлүмәттәр яҙылған медицина карталары тултырылып, юлда тамаҡ ялғарлыҡ аҙыҡ һалып, машинаға урынлаштыра башланылар. Кузовтар тирәләп эскәмйәләр теҙҙеләр, ултыра алырлыҡ еңелерәк яралыларҙы бер-береһенә тығыҙ итеп һырындырып урынлаштырҙылар, уртаға һалам түшәп, ауыр хәлдәгеләрен һалдылар. Һылыу уларҙың сыҙамлылығына, тештәрен ҡыҫып булһа ла түҙеүҙәренә хайран ҡалды. Баяғы үҙенең йомшаҡлыҡ күрһәтеүенә оялды. Башҡа ебеп төшөргә ярамай, башҡаса улай булмаҫҡа, рухи ныҡлыҡ тәрбиәләргә, өлгө булырға, түҙергә-түҙергә, тигән һығымта яһаны.

Һылыу Олым буйына төшөп йыуынды, гимнастеркаһын ҡағып кейҙе, толомон таратып яңынан үрҙе. Бер аҙ хәл ингәндәй булғайны, бик ныҡ асыҡҡанлығы иҫенә төштө лә кухня яғына ашыҡты. Әммә иркенләп ашарға тура килмәне, коммунистарға йыйылырға ҡуштылар.

Йыйылышта фронттағы хәлдәр менән ҡыҫҡаса таныштырҙылар: фашистар оборона һыҙығын киҫеп үткән; медсанэскадрон ваҡытлыса артҡа сигенергә тейеш.

“Ваҡытлыса артҡа сигенергә” тигән приказ булыу менән, еңел яралыларҙы госпталгә оҙатыу хәстәрлеге күрелә башланы. Ат менән дә, үтеп барыусы машиналарҙы туҡтатып та. Яңы ғына операция яһалған бер һалдытты хирург Дәүләтов үҙе оҙатмаҡсы булды, уңайлыраҡ машина көттө. Брезент менән көпләүле машинаны туҡтатты ла:

-Ике аяғына ла ампутация яһалды, зинһар ипле генә алып барығыҙ инде, — тип үтенде шоферҙан. Ике санитар носилкаға ҡыҫҡа ғына итеп һалып егетте килтерҙеләр. Һылыу уға тип әҙерләнгән аҙыҡты янына һалды ла күҙҙәренә йәш төйөлгәнен һиҙеп кире йүгерҙе. Иламам, йомшаҡлыҡ күрһәтмәм, тигәйне лә булдыра алманы. Белә ине ул егетте.

… Дим станцияһы. Фронтҡа оҙата килеүселәр байтаҡ. Вокзалда уйын башланды. Ҡайһылары ҡурайға, ҡайһылары мандолинаға бейене, бер нисә урында гармун тарттылар. Һылыуҙы оҙатырға Хаят апаһы килде. (Хаят Миңнеәхмәовна Әхмәтова Өфөлә оҙаҡ йылдар В. И. Ленин йорт-музейы директоры булды).

-Әйҙә, апай, беҙ ҙә бер-ике әйләнеп алайыҡ, — тине Һылыу.

-Бейерлек хәлдә булһам, үҙем дә һинең менән бергә китер инем, — тине Хаят, бейеүҙән баш тартып. Һылыу апаһының бала көткәнлеген онотҡанлығына үҙен шелтәләп алды. Һылыуҙы түңәрәккә саҡырҙылар. Гармунда ҡуңыр йөҙлө, ҡап-ҡара сәсле, ҡуйы ҡашлы, көләс сырайлы ошо егет уйнай ине. Һылыу түңәрәк уртаһында тыпырлатып бейей генә башлағайны, көй өҙөлдө. Егет гармун тартыуҙан ҡапыл туҡтаны ла бейеүселәрҙе йырып үтеп йүгереп сығып китте. Кемдер уның гармунын алып уйнай башланы. Һылыу ҡабат төшөп торманы. Апаһы эргәһенә килеп баҫты. Ә теге егет ҡоласын йәйеп бер ҡыҙға ҡаршы бара ине.

-Беҙҙең бөгөн ҡуҙғалырҙы ҡайҙан белдең? Нисек килеп еттең, Нургөлөм! Эй, тәүәккәлһең дә инде!- Тағы әллә ниҙәр һөйләне егет. Үҙе ҡыҙҙы күтәреп алған да төшөрмәй. Ә Нургөл тигәне ун алты-ун ете йәштәр тирәһендәге генәлер, йәш кенә һөйкөмлө ҡыҙ.

— Төшөр, кешеләрҙән оят¸- тип сәбәләнде, төшөрөүен үтенде. Егет уның һүҙҙәренә иғтибар ҙа итмәй.

-Рәхмәт, Нургөлөм, рәхмәт. Килгәнеңә рәхмәт, был донъяла булғаныңа рәхмәт.

-Кит, иҫәр, ебәр, — ти ҡыҙыҡай, иркәләнеп.

-Бында һинең менән минән башҡа бер кем дә юҡ. Беҙ икәү генә. Фашистарҙы дөмөктөрөп ҡайтҡас, һине бына ошолайтып күтәреп алырмын да, Күк Ирәндеккә артылырмын. Таң атҡанда, ҡояш яңы ҡалҡып килгәндә. “Бына, Ҡояш, һинең нурың минең ҡулда. Уны ошолайтып йөрөтөр өсөн алыштым мин ҡара ҡоҙғондар менән. Ирек яуланым, азатлыҡ дауланым. Ә хәҙер беҙгә фатихаңды бир”, — тиермен.

-Эй, иҫәр ҙә инде ошо…

Егет ҡыҙҙы ергә баҫтырҙы:

-Әллә ышанмайһыңмы? Күрәһеңме минең беләктәрҙе? Фашистарҙы икешәрен-өсәрен бер юлы күккә сөйәсәкмен. Ҡәһҡәһә һымаҡ үкереп осоп йөрөйәсәктәр. Ә мин – Урал батыр! Ер йөҙөнән бөтөн яуызлыҡты юҡ итер өсөн тыуғанмын мин. Шунһыҙ йәнем тынысланмаясаҡ. Ерҙең бер матуры, бер гөлө, Ҡояштың бер нуры һиңә өйләнергә хаҡым булмаясаҡ.

Егет мыҡты кәүҙәле, һомғол буйлы, ысынлап та, Урал батырҙы хәтерләтә ине. Күкрәктәре киң, беләктәре йыуан. Һөйгән ҡыҙынан бер-ике йәшкә генә өлкәнерәктер үҙе.

-Тегеләрҙе дөмөктөрәм дә, — тип дауам итте егет, — ҡулдарымды һелтәп тыуған яғыма ҡайтам. “Һаумы, Урал тауы! Һинең батыр улың ҡайтты. Һине баҫып алырға, халҡыңды ҡан илатырға, бысраҡ итектәре менән изге еремде тапарға, байлығыңды йыртҡыстарса таларға, ҡыҙҙарыңды ҡол итергә, ирҙәреңде юҡ итергә, тип ымһынып килгән фашистарҙы берәм-берәм йәһәннәмгә бырғытып бөттөм, йөрөһөндәр әйҙә донъя тар булһа — сикһеҙлектә. Уларға ер аҫтында ла, өҫтөндә лә урын юҡ. Һинең алдыңда намыҫым таҙа, Тыуған ерем, тип, тубыҡланып үбермен тупрағыңды. Шунан туп-тура һинең янға барырмын, Нургөлөм!

Гармунсы егет хәҙер бер ваҡытта ла ҡыҙын күтеп йөрөтә алмаясаҡ… Ҡояшҡа табан бара алмаҫ. Бер ваҡытта ла тыуған тупрағына тубыҡлана алмаясаҡ. Ана бит түмәр һымаҡ хәрәкәтһеҙ ята…

Йөҙөн ҡулдары менән ҡаплап торған Һылыуҙың иңенә кемдер ҡулын һалды. Һылыу күрмәһә лә таныны уны – Тәүфиҡ, уның Тәүфиғы ине.

-Һылыу! Һылыуҡайым, бындай хәлдәргә бер аҙ күнегергә кәрәк булыр. Юғиһә, ауыр буласаҡ үҙеңә. Беҙ әле эшләргә, эшләргә тейешбеҙ. Ә эшебеҙ ошо хәлдәге кешеләргә ярҙам итеү. Бөтә көсөбөҙҙө һалырға, ошондай ҡайғыларға тиҙерәк сик ҡуйырға… – Тәүфиҡ тәрән көрһөндө. – Әйҙә, политинформацияға һуңлайбыҙ.

Тәүфиҡ Саттаров медиктар араһында политинформациялар, политик уҡыуҙар үткәрә, фронт яңылыҡтары менән таныштыра. Ул шул тиклем оҫта һәм аңлайышлы һөйләй, махсус лекторҙар курсы үткән тиерһең.

Блиндажға килгәндә, киске аш әҙерләнгәйне. Санитарҙар яралыларҙы ашата.

-Дивизиялағы һуңғы яңылыҡтар, — тине Саттаров. – Кисә дошман Набережное ауылы эргәһендә Олым аша һалынған күпер аша сыҡмаҡсы булған. Майор Нафиҡов егеттәре, бейек ашлыҡ араһынан үрмәләп барып, бер төркөм гитлерсыларҙы өс яҡтан ҡамап алып юҡ иткән. Дошмандың йөҙгә яҡын һалдаты ятып ҡалған…

Был яңылыҡ яралы яугирҙарҙың күңелен күтәреп ебәрҙе. Уларҙың береһе:

-Доктор иптәш, мине тиҙерәк сығарығыҙ, яңынан сафҡа баҫырлыҡ булдым. Берлинға барып етергә кәрәк бит, — тигән булды урынынан ҡалҡа биреп.

-Етербеҙ. Фашист кем менән алышҡанын аңланы инде. Еңеү беҙҙең яҡта, — тине Саттаров, уны йыуатып.

Һуғыш бер аҙға тынды. Яралылар тотош оҙатылып бөттө. Медсанэскадрон артҡа сигенде лә урманда урынлашты. Дәүләтов операцияны асыҡ һауала эшләргә тәҡдим итте. Простынялар менән тирә-яҡты бер аҙ ышыҡлап, өҫкә маскировка өсөн йәшел ботаҡтар ҡаплап, “хирургия”, “операция” бүлектәре әтмәлләнеләр. “Аптека” ла ошондай уҡ ысул менән урынлашты. 5 июлдә иртәнсәк самолеттар осоп үтте, бомба ырғыттылар, санэскадронды абайламанылар – зыян булманы.

Дивизияның хәле хөрт ине: бер полк ҡамауҙа ҡалды, ҡалғандарына ла ҡурҡыныс янаны.

-Лобановка ауылы дошман ҡулында, майор Нафиҡов һәләк булған, — тигән хәбәр килтерҙе Саттаров. Яралылар, бер минутҡа тын ҡалып, ҡыйыу яугирҙың яҡты иҫтәлеген хөрмәтләне. Әле тәүге көндә генә һәр кемдең телендә Нафиҡовтың оһоллоғо, батырлығы тураһында хикәйәт ине – бөгөн ул кеше юҡ. Тәүфиҡ медиктар ҡыуышына инде. Матур, тын ғына эңер төшөүе, алһыуланып ҡояш байыуы, күңелдәрҙе елкендерерлек итеп ҡош һайрауы – береһе лә иғтибарға алынманы. Артҡа сигенеү, майорҙың үлеме ныҡ тәьҫир итте. Ауыр тынлыҡ урынлашты. Һауыт-һаба йыйыштырған тауыш ҡына был тынлыҡты боҙғоланы.

-Ғүмер ҡояшы байыны майорҙың, — тине Тәүфиҡ, төрөн көрһөнөп.

-Инде ни булыр, Тәүфиҡ?

— Һуғыш үтә лә аяуһыҙ, Һылыу.

“Әммә бөтөн юғалтыуҙарҙы, хәсрәт-ҡайғыны һуғышҡа һылтап ҡына ла булмай, ҡайһы берҙәрен булдырмаҫҡа ла мөмкин. Бына һин ни эшләп килдең һуғышҡа? Һуғыш бит ирҙәр эше”, — тип әйткеһе килде Һылыуға. Ошо уйҙарын аңлатыпмы, һағыш тулы ҡарашын Һылыуға төбәне. Бөтәһен дә тойоп була ине уның күҙҙәренән: Һылыу өсөн борсолоуын да, сикһеҙ яратыуын да, бына-бына бер-береһенән айырылыу ихтималлығын да…

-Депутатҡа эш тылда ла муйындан инде, Һылыу, — тип ҡуйҙы бер аҙ ултырғас, эстән уйлағанын дауам итеп. Һылыуға ул сикһеҙ йәл булып китте, ниндәй булһа ла яғымлы һүҙ әйтеп йыуатҡыһы килде.

-Мин бит ябай депутат ҡына түгел, Тәүфиҡ Ситдиҡович, ә духтыр-депутат, — тине шаяртыбыраҡ, ауылдаштарының үҙен шулай тип атағандарын хәтерләп. Тәүфиҡ уның шулай өндәшеүенә, күңел иҙгес көсөргәнешлектең бер аҙ йомшара төшөүенә ҡәнәғәт ине, бәләкәй бала иркәләгәндәй, арҡаһынан һөйөп алды. Һылыу ҙа бармаҡ остары менән генә уның сәстәренә ҡағылды. Был – Һылыуҙың командирына беренсе тапҡыр яҡынлауы ине. Тәүфиҡ һаран, әммә ихлас наҙға йылмайыу менән яуап бирҙе. Шундай йылмайыу ине ул – бөтә йөҙө балҡыны, бар булмышы ҡыуанды, тирә-яҡҡа ниндәйҙер йылы нурҙар һирпелгәндәй булды.

Аҙға ғына урынлашҡан тынлыҡ өҙөлдө. Яралыларҙы берәм-берәм ташый башланылар. Эскадрон командиры өлкән лейтенант Фәрүәз Сабитовты талдарҙан үрелгән носилкаға һалып килтерҙеләр. Яраһы ҡаты түгел ине: таҙартып, дауалап, бинт менән урап, ҡыуышҡа килтереп һалдылар. Ашығыс эшләнгән ҡыуыш та тулып бара ине, икенсеһен әтмәлләй башланылар.

-Йә, егеттәр, һауығып буламы? – тигән булды ул башҡаларға.

-Һауығабыҙ. Һин нисек яраландың? Пулялар һиңә теймәй ҡаҡлығып китә тиҙәр ине бит.

-Эй, — тине Сабитов, ҡәнәғәтһеҙлек белдереп.- Сафтан тиҙ сығылды, егеттәр. Ана, Әлибаев (полк комиссары, гвардия подполковнигы) тотош ҡанға туҙған, һаман һуғыша, әй. Арыҫлан һымаҡ, ажғырып йөрөй, — тине Сабитов, үҙе тураһында бер ни ҙә өндәшмәй.

-Ҡамауҙан нисек сығыуын һөйләтәйек әле үҙенең. Вәт бирҙе кәрәген ҡоҙғондарҙың, вәт бирҙе. Ҡамауҙан да сыҡты, тегеләрҙең иллеләбен ҡырып та һалды, — тине уның менән бергә алып килгән һалдат.

-Һөйлә әле, Сабитов!

— Аҙаҡ, егеттәр, аҙаҡ һөйләтерһегеҙ. Ана бит хәле юҡ. Ҡаны күп юғалған, — тип тыйып ҡуйҙы Һылыу.

Немец-фашистарының танк частары Дондың үр яғына етте. 6 июлдә Воронеж районына инде. Әммә 7 июлдә контрудар һәм ныҡлы оборона һөҙөмтәһендә гитлеровсылар туҡтатылды. Ләкин уға тиклем булған һуғышты һөйләп тә, яҙып та күҙ алдына килтереүе ҡыйын: урман яна, ялан яна, ут-ут, көнмө-төнмө икәнен айырырлыҡ әмәл юҡ. Өҫтә – фашист самолеттары бомбаға тота, аҫта – танкылары үкерә. Яралы һалдаттар, аттар аунап ята. Санинструкторҙар ташып өлгөртә алмай: әле бер, әле икенсе яҡта ярҙам һорап ҡысҡырған, ыңғырашҡан тауыштар ишетелә. Ауыр яралы бер офицерҙы алып килделәр, һөйләшерлек тә хәле юҡ, күп ҡан юғалтҡан.

-Ҡан, ҡан кәрәк! – тине хирург Дәүләтов, уны иғтибар менән ҡарап. – Аҙ ғына ҡан булһа ла ҡотҡарып булыр ине.

-Минең ҡаным беренсе группа, — тип тәҡдим итте Һылыу. Операция менән мәшғүл бөтәһе лә аптырап уға теклеп ҡалды. – Минең ҡаным беренсе группа, — тип ҡабатланы ла Һылыу, ҡан бирергә әҙерләнә башланы.

Ваҡыттың һәр минуты ҡәҙерле.

-Яралыға туранан-тура ебәрәбеҙ, тине Әхмәт Гәрәевич.

Операция өҫтәлендә – яралы офицер, носилкала — Һылыу. Береһенән ҡан алалар, икенсеһенә ебәрәләр. Яралы күҙҙәрен асты һәм хәлһеҙ генә йылмайҙы. Дәүләтов ҡәнәғәт. Тәүфиҡ Саттаров ым менән генә Һылыуға рәхмәт әйтте. “Бына шулай, йәлләргә, иларға түгел, ә артабан ни эшләргә, нисек ярҙам итергә була? – шуны уйларға кәрәк. Әхмәт Гәрәевич өйрәткәнсә”, — тигән кеүек ине уның ҡарашы. Һылыуҙың шатлығының сиге юҡ. Уның тәүәкәллеге арҡаһында кеше ғүмере ҡотҡарылды. Тәүфиҡтың да шатлығы йөҙөнә сыҡҡан. Ҡалай матур ул ҡыуанған сағында! Ап-аҡ халат ниндәй килешә! Маска өҫтөнән генә ҡарап йылмайыуы, күҙ ҡойроҡтарында барлыҡҡа килгән һырҙарҙа ла бәхет балҡығандай! Хәрәкәттәре ышаныслы, үҙе тыныс. Ә ҡарашы шундай саф!.. Ошо сағын ярата уның Һылыу. Тик операция барышында ҡарап һоҡланырлыҡ ваҡыт юҡ, ә әле носилкала хәл йыйып ятҡанда, күҙен ала алмай. “Хирург булыу өсөн генә тыуған донъяға!” – тип уйланы уның хаҡында. Һылыу бер Тәүфиҡҡа, бер ҡороп ҡуйылған аҡ простыняға ҡарап ята торғас, башы әйләнеп киткәндәй булды ла күҙҙәрен йомдо. Бер аҙҙан күҙҙәрен асты ла аптырап китте… Тәүфиҡ маскаһын һалған, йөҙө лә, торошо ла үҙгәргән, хатта бәләкәйләнеп ҡалғандай тойолдо. Һылыу Дәүләтовҡа ҡараны. Ул да ҡулдарын артҡа ҡуйған да өҫтәлдәге командирға ҡарап хәрәкәтһеҙ ҡалған. Медсестра Лидия илай. Һылыу аңланы: командир һуңғы тапҡыр йылмайған икән… Һылыу күҙҙәрен тағы йомдо. Шул арала әллә һаташты, әллә төш күрҙе. Тирә-яҡ ап-аҡ. Иркенлек. Простыня ҡоролмаған, һауа ла шундай аҡ. Тәүфиҡ менән сәскәле болонда гиҙәләр. Болон тотош болан күҙе сәскәләренә күмелгән. Ап-аҡ күбәләктәр оса.

-Күрәһеңме, Һылыуҡай, беҙҙең тормошбоҙ аҡтан ғына, сафлыҡтан ғына торасаҡ. Аҡ күбәләктәр – бәхет, сәскәләр – хистәребеҙ, аҡ болон – хыялыбыҙ, — ти Тәүфиҡ.

-Күҙем сағыла, күҙем сағыла, — тип ҡысҡыра Һылыу, аҡтан ҡарашын йәшереп. Командирҙың да күҙҙәре сағыла бит, алығыҙ уны өҫтәлдән.

-Һылыу, Һылыу Миңнеәхмәтовна, һаташаһығыҙ, — тип уятты уны Анна Наумовна. Уның ҡулында ҡайнар сәй менән бер шаҡмаҡ шәкәр ине. Һылыу, мин яныңдамын. Мә, сәй эс.

* * *

Дошман оҙаҡ әҙерләнеп һөжүм башлаһа ла ныҡ оборонаға тап булыуын аңланы һәм яңынан көс тупламаҡсы булды. Беҙҙекеләр ҙә әҙерләнде. Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙары ла, тәүге ауыр һынауҙы үткәндән һуң, хәл алып, яңы алышҡа әҙерләнә башланы. Машиналар ҡорал ташыны, кире юлда яралыларҙы тейәп китте. Еңел яралыларҙың күбеһе яңынан сафҡа баҫты. Медсанэскадронда яралылар бик аҙ ҡалды. Һәләк булыусылар байтаҡ ине. Уларҙы, мөмкин тиклем, ҡәҙерләп ерләнеләр.

Һылыу биреште. Олоғайып киткәндәй булды. Арыуҙан да бигерәк күңел ғазаптары иҙҙе. Һәр үлем уның йөрәге аша үтте. Егерме өс йәшлек ҡыҙ йөҙөндә тимгел-тимгел һырҙар барлыҡҡа килде. Тәүфиҡ уның өсөн ныҡ борсола ине. Бер көн, аҙ ғына урынлашҡан тынлыҡтан файҙаланып, ял итергә саҡырҙы.

Эңер моңон тыңлап аҡрын ғына Олым йылғаһы аға. Тирә-яҡ һил. Ҡош тауыштары тыуған яҡ моңон хәтерләтә. Әйтерһең, кисә генә үлемесле алыш булмаған да, был ерҙәрҙе ут ялмап алмаған. Әммә ел иҫкәндә танауға килеп бәрелгән һөрөм, төтөн еҫе үткәнде оноттормай. Һылыу менән Тәүфиҡ йылға ярына килеп баҫты.

-Ҡәҙимге таҙарған икән, — тине Тәүфиҡ, йылғаға ымлап. – Кисә Кәлимулла, йылға өҫтө ҡып-ҡыҙыл ҡан, тип аптырап һөйләгәйне…

Һылыу бер ни өндәшмәй, уйҙарына уйылғайны. Һүҙ ялғанманы. Тәүфиҡ та тынып ҡалғайны. Әллә ниндәй матур һүҙҙәр табып йыуатҡыһы килә Һылыуҙы… Тирә-яҡ тотош ҡыйралған… Бындай ваҡытта ниндәй матур һүҙҙәр телгә килһен инде… Ә хис-тойғоларға тулы йөрәк түҙҙермәй, эсенә һыймай, бушатырға ҡуша. Тынлыҡты Һылыу боҙҙо. Эйелеп кенә һыу алды ла Тәүфиҡҡа һирпеп ебәрҙе. Быны көтмәгәйне Тәүфиҡ, ҡапыл аптырап китте һәм үҙе лә бармаҡ остары менән генә һыу сәсрәтте лә Һылыуға ҡарап йылмайҙы. Әлеге шул тәү күрҙә үк әсир иткән йылмайыу… Киң маңлайы, сәгер күҙҙәре, ҡырлас танауы, бер аҙ ослайыбыраҡ торған эйәге – тотош тик йылмайыу өсөн генә яратылған һымаҡ… Тик әле керпек остарына ла, күҙ ҡабаҡтарына ла ниндәйҙер хәүеф йәшеренде. Һылыу тағы һыу һирпте. Хәүеф үткәндәй булды, әммә һағыш тороп ҡалды. “Әйҙә, Тәүфиҡ, мине ҡыуып тот йәки сәскәле болон буйлап йүгерешәйек, күбәләктәр менән ҡыуышайыҡ, сәскәләрҙән таж үрәйек… Йылғала таш кәйелтәйек… Бәхетебеҙҙе һынайыҡ! Күптән көттөм бит мин һине, Тәүфиҡ! Ун алтымда, ун етемдә көттөм. Ниндәй матурлыҡ күрһәм дә һинең менән уртаҡлашҡым килде, моң ишетһәм һиңә тыңлатҡым килде. Таңдар менән көттөм, яҙҙар менән көттөм. Елдәрҙән сәләм, ҡоштарҙан хат көттөм. Әй боҙҙарына ултырып килерһең, тигән хыялый уйҙар ҙа килә торғайны башыма. Ә һин килдең, эргәмдәһең. Ынтылып ҡына ҡосаҡлап та, иркәләнеп тә була… Ярамай. Ә ни эшләп ярамай? Был шундай татлы төшмө әллә? Ут эсендә, үлем солғанышында бындай бәхеттең булыуы мөмкинме? Төштөр был…

-Беҙ бик бәхетле булырбыҙ, Һылыуым! Әй буйҙарына алып ҡайтырмын, тәлгәш-тәлгәш еләк йыйып бирермен, — тине Тәүфиҡ, Һылыуҙың уйҙарын дауам иткәндәй. – Бәләкәй сағымда гел әсәйемә, һеңлемә еләк йыйып бүләк итер инем. Хәҙер өс кешегә йыйырмын, өс ҡәҙерле кешемә. Их, Ыҡ буйҙарына ҡайтып әйләнергә ине. Ярҙарына ултырып балыҡ ҡармаҡларға ине. Ә беләһеңме, балыҡ ҡармаҡлау шул тиклем мауыҡтырғыс! Мин студент саҡта, каникул ваҡыттарында пионер лагерҙарында эшләй торғайным. Бөтә малайҙарҙы ла, хатта ҡыҙҙарҙы ла ҡармаҡларға өйрәтә торғайным.

— Ә Әй буйына барһаң, ярында балыҡ ҡармаҡлап ултырып ҡына түҙмәҫ инең. Уның һыуы шул тиклем йылы, ҡолас ташлап йөҙгө килә.

— Ә Ыҡ уйсан. Уйсанлығын боҙғо килмәй. Шуға күҙәтеп кенә ултырғы килә.

— Бахыр Олым. Ул да шаян булғандыр, моғайын, тулҡындарына ҡарағанда… Ҡып-ҡыҙыл ҡанға туҙып ҡайғы ағыҙырмын тип уйламағандыр ҙа…

-Һуғыш касафатын кешеләр генә түгел, тәбиғәт тә ныҡ татый. Юҡҡа сыға бит тирә-йүнь.

Һылыуҙың ҡанатланған күңеле һүрелде лә ҡуйҙы. Был төш түгел, ысынбарлыҡ һәм шул тиклем ҡурҡыныс ысынбарлыҡ. Ҡан аралаш, үлем аралаш бәхет йылмая миңә…

Ҡайтыу яғына ыңғайланылар. Һылыу башын ҡырыныраҡ һалып килә ине, бала сәстәре Тәүфиҡтың эйәген ҡытыҡланы, ахыры. Тәүфиҡ шул тиклем ипле генә итеп уның сәсен артҡа һыпырып ҡуйҙы. Шулай атла ла атла ине… Тәүфиҡтың аяғы нимәгәлер бәрелде. Эйелеп алып ҡарағайны, йәмшәйгән шәм булып сыҡты.

-Ҡасандыр кемдеңдер өйөндә яҡтылыҡ биреп торған бит инде был шәм, — тине Тәүфиҡ. Был ерҙең хужалары ҡайҙа китешеп бөттө икән тырым-тырағай… Урманға ҡасҡандармы? Германияға ҡыуғандармы? Әммә утығыҙ ваҡытлыса ғына һүнде һеҙҙең. Тоҡандырырбыҙ, туйҙар үткәрербеҙ әле, йәш бала сәңгелдәктәре элербеҙ. Шулай бит, Һылыуым?

— Кеше тормошон ҡош ояһы һымаҡ та күрмәй пыран-заран килтерәләр. Кеше ғүмерен бөжәктәй ҙә күрмәй өҙәләр. Ниндәй заттан икән улар? Ҡайһы саҡта Бетховен, Гете менән бер милләттәштәр булыуҙарына ышанғы ла килмәй, — тине Һылыу, Тәүфиҡтың фекерен дауам иткәндәй.

-Бөтә Европаны туҙҙырып киләләр! Ләкин ошонан да ары китә алмаясаҡтар. Күрмәгәндәрен күреп, башҡа бер ваҡытта ла ҡоралға тотонмаясаҡтарына ант итеп китәсәктәр…

-Көслөләр бит әле.

-Себендең үлер мәле етһә, әсе тешләй, ти. Тимәк, еңелеү көндәре яҡынлаша.

— Ныҡ ҡоралланғандар…

-Иң ныҡ ҡорал беҙҙә ул, Һылыуҡай. Бына бында! – Тәүфиҡ күкрәгенә һуғып алды. Күрәһең бит егеттәрҙе, танкыларға ҡаршы һыбай сабалар! “Ҡырағайҙар!” тигән исем тағып та өлгөргәндәр башҡорт атлыларына…

* * *

Тәүфиҡ Саттаров юғары белемле врач. Терапевтар взводы командиры. Ҡазанда медицина институты тамамлағас, уны Брянск фронтына ебәрәләр. Унан, үҙе теләп, Өфөгә, Башҡорт атлы дивизияһына килә. Уны ойоштороуҙа, медиктар туплауҙа ярҙам итә. Ә Һылыу Әхмәтова Башҡорт медицина институтының беренсе курсын ғына тамамлай. Һуғыш башланғанға тиклем медицина техникумы тамамлап, тыуған районы Ҡыйғыла эшләй. Яҡташтары уны БАССР-ҙың беренсе саҡырылыш Верховный Советына депутат итеп һайлайҙар. Ауылда ваҡытта ниндәй генә һорауҙар, үтенестәр менән килмәйҙәр уға. “Үҙебеҙҙең депутатыбыҙ”, “Үҙебеҙҙең духтырыбыҙ” тип кенә йөрөтәләр уны яратып. Дивизияға килгәндә тормош күреп, байтаҡ ауырлыҡтар үткәреп, сынығып, “сыҙам, түҙем фельдшермын” тип уйлағайны. Ауылда бит клуб һалдырыуҙан башлап, сөйөнә тиклем юллауҙы һорап мөрәжәғәт итәдәр ине. Хәл итте. Район үҙәгендә килеп сыҡмаһа, Өфөгә барып етер ине, әммә һүҙен һүҙ итеп, һайлаусыларының ышанысын аҡлап ҡайтыр ине. Ә хәҙер Тәүфиҡ алдында үҙен көсһөҙөрәк тойҙомо, юғары белемле командирына ихтирамы көслө инеме – һәр саҡ уның менән кәңәшләшеп эшләргә, уның кәңәшенә ҡолаҡ һалырға әҙер ине. Тәүфиҡ үҙен бер ваҡытта ла өҫтөн ҡуйманы, белгәне менән уртаҡлашты, өйрәтте. Һылыу бөгөн дә унан әллә ниҙәр һорашмаҡсы ине, барыһын да онотто, зиһене тарҡауланды, әйтер һүҙе тел осона килгән ерҙән әллә ҡайҙа булды.

-Был һуғыштың сиге күренмәҫ кеүек тойола башлай ҡайһы ваҡыттарҙа, — тине Һылыу, өмөтһөҙлөккә бирелеп.

-Еңеүгә миңә ышанған һымаҡ ышан.

-Еңеү килер, уныһына ышанам…

-Һуң? – Тәүфиҡ Һылыуҙы ҡосаҡлап алды. – Һуң? Әллә миңә ышанмайһыңмы? Ышан, Һылыуҡай, ышан. Ҡара әле ниндәй матур төн. Тәбиғәт ерҙә ҡанлы һуғыш барғанын да тоймай, тойорға ла теләмәй: күңелдәрҙе дәртләндереп ҡоштары ла һайрай, таңдарын да арттыра, ҡояшын да йылмайта, йондоҙҙарын да элеккесә йым-йым иттереп, ҡыҙ күҙләп маташҡан егеттәй баҙлатып ҡуя. Иҫеңдәме, Һылыуым, Дим буйы. Беренсе тапҡыр Өфөгә барған саҡ? Һыбай, икәүләп кенә. Менгеләребеҙ ҡалай шәп ине!

-Оноторлоҡмо ни! Яңы ғына булды бит барыһы ла… Осрашыу ҙа, танышыу ҙа.

-Ә миңә беҙ күптән таныш кеүекбеҙ. Бығаса һинһеҙ нисек йәшәгәнмендер, гөлөм? Ысын әйтәм. Ихлас күңелдән. Таңдарын уянып китәм дә һине уйлайым. Торғаны бер йыуаныс һин. Аҙ ғына күрмәй торһам да һағына башлайым. Хатта эргәмдә ваҡытта ла…

Шул саҡ тынлыҡты боҙоп берәү:

-Медицина службаһы лейтенанты Әхмәтова! Һеҙҙе эҙләтәләр, тине.

-Кем? – тип һораны Тәүфиҡ, Һылыуҙан алда.

-Штабта, бер командир, аттан йығылып, аяғын һындырған.

-Штаб бынан һигеҙ километр алыҫлыҡта бит! – тип ғәжәпләнде Тәүфиҡ. “Ни эшләп ошондай ҡараңғы төндә мотлаҡ Һылыуҙы?” – тигәндәй ғәжәпләнеп.

-Шулай ҡушылды, — тине һалдат.

Һылыу Тәүфиҡтың үҙе өсөн борсолғанын аңланы һәм:

-Оҙатыусы бармы? – тине тәүәккәл генә.

-Ат ебәргәндәр. Яҡшы ат, юлды белә, ти.

-Ат ҡайҙа?

-Ашатырға ҡуйҙым. Һылыу ниндәй атты булһа ла үҙ яйына төшөрөп ала ул, тинеләр. Һеҙҙең турала дивизияла ниндәй легендалар йөрөгәнен белмәйһегеҙҙер әле? Шуға мотлаҡ һеҙҙе ебәрергә ҡушҡандар ҙа инде.

Һылыу менән Тәүфиҡ ҡыҙҙар блиндажына килде. Һылыу йылы кейем алып, ашығыс ярҙам сумкаһын тотоп, пистолетын тағып сыҡты. Ат, эргәһенә кеше килгәнлеген һиҙеп, бышҡырып ебәрҙе. Һылыу уның арҡаһынан һөйҙө, бер киҫәк икмәк ҡаптырҙы һәм оһолло ғына менеп ултырҙы ла урман эсенә инеп юғалды. Үҙен оҙатып килгән Тәүфиҡҡа:

-Минең өсөн борсолма. Оҙаҡламам, — тип тынысландырҙы.

* * *

Тәүфиҡты йоҡо алманы. “Минең өсөн борсолма”. Нисек борсолмайһың инде? Юҡ, тыныслана алманы. Ятып та ҡараны, ҡабат тороп йөрөштөрөп тә килде. Бер осҡан йоҡоһо ҡайтманы. Ул, төнгө дежурлыҡты үҙенә алып, врач Овчинниковты йоҡларға ебәрҙе.

Һылыу һыбай оҫта йөрөй. Дим буйында саҡта уны егеттәр тиҙ генә өйрәтте. Ат өҫтөнә баҫып та сапты, өҙәңгенән аяғын ысҡындырмайынса, һағып барған сағында атып та өйрәнде. Тәүфиҡ һоҡланып туйманы. Учениелар барған саҡта, башҡаларға һиҙҙермәй генә уны күҙәтә йөрөнө. Эшкә ҡағылған мәсьәләләр буйынса ғына һөйләшкеләп алһалар ҙа күңеле үҙ итә барҙы. Ә бер көн Һылыу, Өфөгә ҡайтып, әсәһен күреп килергә рөхсәт алғас, Тәүфиҡ уның менән бергә барырға булды. Уйлап ҡараһаң, ул көндәр яңы ғына ине бит… Ә күпме ғүмер үткән һымаҡ!

Ул саҡта Тәүфиҡ Һылыуға үҙенең барырын әйтмәне. Һылыу һыбай юлға сыҡҡас ҡына эйәрҙе.

-Һылыу, рөхсәт итһәң, бер аҙ оҙата барайым.

-Теләгегеҙ булғас, барығыҙ. – Һылыуҙың күҙҙәрендә ҡапыл балҡып киткән шатлыҡ осҡондарынан уның да Тәүфиҡҡа ҡарата битараф түгеллеген аңлап була ине.

Улар бер аҙ һөйләшмәй генә барҙы. Аттар ҙа тыныс ҡына атланы. Тирә-яҡты күҙәттеләр. Беренсе булып һүҙ башларға ҡыймай килделәр. Тимгел-тимгел урындарҙа ғына ҡар ҡалған. Ағиҙел дә ярҙарына ҡайтҡан, паром төшөрөрлөк булған. Халыҡ паромға сират көтә. Күбеһе үгеҙ егеп килгән, аттар һирәк-мирәк кенә күренгеләй. Бар аттарҙы ла дивизияға йыйҙылар инде. Эй, кешеләр, туғандар! Былтыр был ваҡытта әллә ниндәй хыялдар менән йәшәгәнһегеҙҙер инде… Ошолайтып үгеҙ егеп, Өфө баҙарҙарына килеү күҙ алдына ла килмәгәндер, моғайын. Һуңғы затлы әйберҙәрен орлоҡҡа, аҙыҡҡа алмаштыралар. Ә ниндәй һәйбәт, мул тормош башланғайны…

Тәүфиҡ Өфөгә ашҡынып килде, әйтерһең, тап ошонда ул күңеленә ятҡан кешене осратырға тейеш ине. Матурҙарҙың матуры, һөйкөмлөләрҙең һөйкөмлөһө был ҡыҙға мөкиббән ғашиҡ ине ул.

-Әсәй, мин һиңә киленде башҡорттан алам. Ҡуңыр йөҙлөнән, ҡара күҙленән, оҙон толомлонан, — тигәйне бер саҡ әсәһенә.

-Алһаң ни, беҙҙең Миңзәлә борон-борондан башҡорт ере булған, башҡорттар йәшәгән. Башҡорт килен дә, моғайын, ятһынмаҫ беҙҙе, — тип, тиҙ генә ризалашҡайны ла ҡуйғайны әсәһе.

Ысынлап та, ҡара ҡашлы, ҡара күҙле итеп кенә күҙ алдына килтерә ине Тәүфиҡ башҡорт ҡыҙҙарын. Ә Һылыу уның киреһе булып сыҡты. Ап-аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле, көрән сәсле. Толомон киҫтермәгән, артҡа төйөп кенә ҡуйған. Ана бит уның Һылыуҡайы, ат өҫтөндә ҡалай ҙа оҫта бара. Сирек быуат йәшәү дәүерендә осратманы түгел осратты ул матур ҡыҙҙарҙы. Әммә береһе лә Һылыу кеүек бер күреүҙә үк йөрәгенә инеп урынлашманы. Һеңлеһе Нәҡиә һымаҡ туған булды ла ҡуйҙы. Ҡыҙҙың да уға вайымһыҙ түгеллеген тоя ул. Дим буйында учениела ҡыҙҙар ашханаға алдан йүгереп бара ла тәҙрә эргәһендәге өҫтәлдән урын алалар. Ә унда ваҡ һауыттарға йә варенье, йә бал бүленеп ҡуйыла. Шуларҙы шаярыша-көлөшә егеттәргә өләшәләр. Тәүфиҡ килеп инеү менән, шау-гөр килгән ҡыҙҙар араһында Һылыу тымып ҡала. Тәүфиҡ һәр ваҡыт үҙ өлөшөн Һылыу ҡулынан ала. Тәүфиҡҡа уның оялсан, әҙәпле, үҙенә иғтибарды булыуы оҡшай. Яратыуын да йәшерә белә. Ҡайһы бер ҡыҙҙар кеүек, күңеленә ятҡан кешеһенең иғтибарын йәлеп итер өсөн йә ҡысҡырып һөйләшеп, йә хахылдап көлөп ҡыланмай. Киреһенсә, осрашыуҙан ялтанып ҡала.

… Ғәйепле кеше кеүек өндәшмәй килеүҙе оҡшатманы Тәүфиҡ. Ә шулай ҙа ни тип һүҙ башларға белмәй аҙапланды. “Ошолайтып аулаҡлап, икәүҙән-икәү ҡалыуҙы күпме көттөм. Ә хәҙер һанаулы ғына минуттарҙы әрәмгә үткәрәм”, — тип, үҙен шелтәләп алды.

-Һылыу, — тине ул ипле генә итеп.- Әсәйеңә мине кем тип таныштырырһың?

-Үҙегеҙ танышырһығыҙ. – Һылыуҙың тауышында уға ғына хас баҫалҡы шаянлыҡ тойолоп ҡалды.

-Уныһы шулай. Ә үҙемде кем тип әйтәйем?

-Исем-фамилияғыҙҙы оноттоғоҙмо ни?

-Башҡорт ҡыҙҙары бөтәһе лә шулай ҡырыҫтармы? – Тәүфиҡ йылмайҙы ла яуап көттө.

— Юҡ, — тине Һылыу. – Төрлөһө төрлөсә ҡырыҫ. Әй буйында үҫкәндәре минең кеүектәр.

“Ни эшләп элегерәк осратманым икән? Ҡәһәрең был һуғыш ошондай матур тормошто кино таҫмаһы һымаҡ шартлата һуғып өҙҙө лә ҡуйҙы. Хәҙер ошонан уҡ Ҡазанға алып ҡайтыр ҙа китер инем”, — тип уйлап алды Тәүфиҡ.

Тәүфиҡ Ҡазанда медицина институтының беренсе курсын тамамлап, госпиталдә эшләп йөрөгән һеңлеһе Нәҡиәгә хат яҙғайны. “Нәҡиә бәләкәсем! Әсәйгә хәҙергә әйтмәй тор, мин һиңә бер сер яҙам. Ошо көндәрҙә хәрби учениелар алып барыу менән бергә еңгәй ҙә ҡарап йөрөйөм. Алып ҡайтһам, бөтә Ҡазан “аһ” итер”.

Ысынлап та, ошолай ҡайтып төш ине Ҡазанға. Өҫтөндәге телогрейкаһы ла, аяғындағы кирза итеге лә шул тиклем килешә Һылыуға! Әллә ниндәй фаталарың ары торһон. Хәрби килен! Ҡыҙыҡ ҡына булыр ине.

Тәүфиҡ хәтерләүҙәргә бирелеп ултыра ине, бер яралының өҙәләнеп-өҙәләнеп һыу һорауы ҡапыл айнытып ебәрҙе. Яралыға һыу биреп, икенсе яҡ ҡабырғаһына әйләндереп һалды да блиндаж ишеген асып ебәрҙе. Юҡ, Һылыу һаман юҡ ине. Тәүфиҡтың шиге көсәйә барҙы. Ни өсөн шул тиклем ашығыс, кисектергеһеҙ ярҙам кәрәк булғас, мотлаҡ Әхмәтованы саҡырттылар? Ул – фельдшер. Ҡыҙ кеше. Ә төндә йөрөрлөк хирургтар аҙмы ни? Мәҫәлән, мин дә баш тартмаҫ, барыр инем. Фронт һыҙығы бына ғына. Ә фашист разведчиктары килеп сыҡһа? Быға тиклем ҡайтып етергә тейеш тә баһа ул… Тәүфиҡ тамам аптыраны. Был хәлде ни тип аңлатырға ла, аңларға ла белмәне. Аяғы һынған кешегә хирург ярҙамы кәрәк тә баһа! Әлбиттә, Һылыу оҫта, тәжрибәле, ҡайһы бер осраҡта хирургтарҙы ла алмаштыра алырлыҡ. Әммә бит әле кемдең булһа ла барырлыҡ мөмкинлеге бар. Ваҡытлыса урынлашҡан сәйер тынлыҡ әле. Ул кеше штаб тирәһендә нисек итеп аяғын һындырған һуң? Штаб тирәһен генә ҡайырып тороп ҡалһа ла бәлә артынан ҡыуа төшкәнме? Улай тип уйлауҙың дөрөҫ түгеллеген белһә лә билдәһеҙ яралыға йәне көйөүҙән ошондай уйҙар ҙа килеп ҡуйҙы. 19 июль таңы атты. Дүрт сәғәт үтеп тә киткән. Һигеҙ саҡырымды әллә нисә тапҡыр урарлыҡ ваҡыт.

* * *

Һылыуҙың да яҡынса тоҫмаллауы буйынса һигеҙ саҡырым күптән үтелергә тейеш ине. Ат бара ла бара. Штаб урынлашҡан ауыл һаман күренмәй. Күҙгә төртһәң, күренмәҫлек ҡараңғылыҡ. Үтелгән юл да, алдағыһы ла күренмәй. Һылыу бар ҡыйыулығын туплап, артҡа бролоп ҡарағайны, ҡапыл тертләп китте: донъя яп-яҡты булды ла ҡуйҙы. Ошо яҡтылыҡтан файҙаланып, тирә-яғын байҡап алды. Ауыл-фәлән юҡ. Алда бер һыбайлы күренеп ҡалды. Яңынан ҡараңғылыҡ солғағас: “Ниндәй яҡтылыҡ булды был?” – тип уйлап алды. Ҡәҙер төнө асыла, ти торғайны әсәйем. Әллә шулай булдымы? Фронт һыҙығы ап-аруҡ ҡына алыҫта. Ни булыуы мөмкин? Һылыу пистолетын ҡапшап ҡараны, фуражкһын батырыбыраҡ кейҙе. Ҡаршыға килгән һыбайлы ҡыҙ кеше икәнлегемде танымаһын, тип уйланы. Кем икән? Һылыу атын йәһәтләтергә лә, аҡрынайтырға ла белмәй үҙ яйына ғына барыуын дауам итте. Тояҡ тауыштары яҡынлашты. Ат бышҡырып ебәрҙе. Яҡтылыҡ башҡаса ҡабатланманы. Ракета ебәрҙеләр, ахыры. Тик минең өсөн түгел, тип уйлап алды. Ә һыбайлы борсоно. Ҡап-ҡараңғы төндә, ҡола яланда яңғыҙы ни эшләй алыр? Һыбайлы менән ара һаман ҡыҫҡара бара. Кире боролорға ла һуң. Тиңләштеләр. Һыбайлы ипле генә өндәште. Разведчик. Рус егете. Был тирәне яҡшы белә икән. Һылыуға кире барып, юл сатына еткәс, һулға киткән һуҡмаҡтан китергә кәрәк булғанлығын аңлатты. Килгән саҡта, ат бомба шартлаған урында туҡталып ҡалғайны, шунда юл яҙлыҡтырған икән. Һылыу бер аҙ тынысланды, сөнки иң ҡурҡытҡаны — ебәрелгән ракета ла, һыбайлы ла хәүеф тыуҙырманы. Бындай осраҡта аҙ ғына яңылышыу бер ни түгел. Штабҡа таңға табан ғына барып етте. Командирҙың аяғы ҡаймыҡҡайны. Һылыу уға перевязка эшләне лә йылынып ҡына ятырға ҡушты. Командир рәхмәт әйтте лә таң атыуын штабта көтөргә ҡушты. Һылыу баш тартты. “Яңғыҙ ҡуйын йылынмаҫ бит әле. Йылынып ятырға тинең дә ул”, — тине яралы. Һылыу ни әйтергә белмәй аптырап ҡалды ла әйберҙәрен тиҙ-тиҙ генә йыйып сығып китте. Аҙашып йөрөүҙәре, Тәүфиҡ менән бергәләшеп таң аттырырға тигән хыялының ошо оятһыҙ яралы арҡаһында селпәрәмә килеүе өсөн шул тиклем асыуы килде – үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәне. Тәүфиҡ эргәһендә булһа, уның күкрәгенә башын терәп кенә ғәрлегенән үкһеп илар ине. Һылыу уйҙарын икенсе нәмәгә бороп, тынысланмаҡсы булды, юҡ, “яңғыҙ ҡуйын йылынмаҫ” тигән һүҙҙәр әленән-әле иҫенә төшөп тик торҙо. “Кем тип уйлай ул мине? Кемгә һанай ул мине? Ниндәй маҡсат менән фронтҡа килгән тип уйлай ул?” Бер аҙҙан бындай бысраҡ уйлы кеше өсөн йән көйҙөрөүҙең, ярайһы уҡ оҙон юлда матур уйҙар менән барырға кәрәклеген уйланы ла әсәһен хәтергә ала башланы.

…Тыуған көнө ошондай матур көндә булғандыр. Әсәһенең һөйләүенә ҡарағанда, тыныс тормош барған саҡта килмәгән ул яҡты донъяға. “Ауылды ҡыҙылдар алғайны, шунан аҡтар ҡулына күсте. Иҫке генә арбабыҙ бар ине, бөтөн әйберҙәрҙе тейәнек тә урманға ҡастыҡ. Аҡтарҙан да, ҡыҙылдарҙан да көн булманы беҙгә. Аҡтар, атайың ҡыҙылдарға ярҙам иткән, ат биргән, тип; ҡыҙылдар кулактар менән ҡоҙа-ҡоҙағый булышҡанһығыҙ, тип ҡыйырһытты. Ҡыҙылдар ауылға икенсе тапҡыр ингән саҡта, тағы урманға ҡастыҡ. Шул саҡ арба өҫтөндә һине ҡулға алдым. Йәй уртаһы ине”, — тип һөйләгәйне әсәһе.

Бәҙәр апаһы кулак улына кейәүгә сыҡҡайны. Йүнләп йәшәй алманы. Әсәй, муйынымды сабып өҙһәң дә башҡа унда бармайым, тип илай торғайны. Совет власы ҡотҡарҙы ғазаптарҙан. Аҙаҡ уҡыны, белем алды. Матур итеп йәшәй башланы. Һылыу – ғаиләлә иң кесеһе. Әсәһе көнөн-төнөн эштә. Һылыуҙы Зәкиә апаһы ҡараны. Әсәһен кендек инәһе итеп тә йөрөттөләр. Уның ҡайтыуын тәҙрә төбөндә көтөп ултырып йоҡлап та китә торғайнылар. Әсәһе ҡайһы ваҡыт тәмле-тәмле күстәнәстәр алып ҡайта ине. Һылыу: “Мин ҙурайғас, кендек инәһе булам”, — ти торғайны. Ауылға фельдшер булып эшкә ҡайтҡас: “Бына, ҡыҙым, хәҙер һин дә кендек инәһе булдың,” – тип маҡтап алды әсәһе.

Әллә ниҙәр эшләргә хыялланғайны ла бит! Ҡайҙан килеп сыҡты был Гитлер тигәндәре! “Ниндәй ҡан эскес әҙәм ул? Тотош кешелек донъяһына ҡул күтәргән кеше әсәйҙәргә ҡул күтәргән кеүек бит инде Әсәләр бит балаларын һуғыш өсөн үҫтермәй. Германияла һалдаттар һуғышҡа киткән саҡта, әсәйҙәре ниндәй теләк теләп ҡала икән дә ни тип фатиха бирәләр икән? Һылыу яраланған йәш кенә яугирҙарҙы күҙ алдына килтерҙе. Госпиталдәргә, санэскадрондарға бер аҙ рәтләберәк килтерәләр әле, ә яу яланында тупраҡтан, ҡандан айырып алғыһыҙ була бит… Йән бирә алмай ятҡандарын күреп үҙ йәнең атылып сығырҙай була. Башы йә аяҡ ҡулы өҙөлгән, танк тотош иҙеп тапап үткән, яралы аты менән ҡуша ауған, снаряд ярсыҡтары арт һандарын уйып алып киткән… Госпиталдә сабый хөкөмөндә яталар. “Ни эшләтһәгеҙ ҙә түҙәбеҙ, тик һау ҡалдырығыҙ, йәшәгебеҙ килә,..”- тип ялбара ҡараштары, врачтарҙан яңы йән өмөт иткәндәй. Араларында һуңғы тапҡыр йылмайғандары, һуңғы тамсы һыу йотҡандары бар. Һуңғы, һуңғы икәнен белгән көйө, йәшәрһегеҙ, һауығырһығыҙ, тип өмөтләндерәһең… Еңеү яулағансы күпме ҡан ағыр әле… Һүҙ шифаһын мөмкин тиклем йәлләмәҫкә кәрәк уларға…

Һылыуҙы әллә ҡайҙан уҡ танып ҡаршыһына йүгерҙе Тәүфиҡ.

-Ҡайҙан абайлап ҡалдың?

-Тояҡ тауыштарын ишеттем. Башҡорттар ергә ятып тыңлап тояҡ тауыштарынан йүнәлеш билдәләгәндәр, тигәйнең бит үҙең. Тыныс ҡына йоҡлап яталыр, тип уйланыңмы мине? Төн буйы керпек тә ҡаҡманым.

-Тояҡ тауыштарынан минең аҙашып йөрөгәнемде лә ишеткәнһеңдер.

-Аҙашып йөрөнөңмө ни? – Тәүфиҡтың борсоулы йөҙө яҡтырып китте.

-Ә мин әллә ниҙәр уйлап бөттөм.

Һылыу, Тәүфиҡтың йонсоу йөҙөн күреп йәлләһә лә, үҙе өсөн борсолоуына, төн йоҡламай көтөп алыуына шат ине. “Мин дә һинең өсөн һәр саҡ борсолормон, һине һәр саҡ көтөрмөн, Тәүфиҡ,” – тине эстән генә. Тәүфиҡ уның ҡарашынан барыһын да аңланы. Һылыуҙы ҡосаҡлап алды.

-Ҡара әле, Һылыу, һине генә көтөп торғандай, болот тотош таралды, ай ҡалҡты. Мин бәләкәйҙән ай яраттым. Уның менән һинең арала бер ниндәй ҙә айырма юҡ һымаҡ. Ул да баҫалҡы, моңһоу, һөйкөмлө…

-Ә мин айҙан оялам. Ул беҙгә ғәжәпләнеп ҡараны.

-Бер ҙә ғәжәпләнмәй, шатлана ул беҙҙең өсөн.

-Ә һин ана ат күҙҙәрендәге айға ҡара.

Тәүфиҡ эргәһендә торған аттың күҙҙәренә ҡараны. Ысынлап та, ат күҙҙәрендәге ай уларға ғәжәпләнеп ҡараған һымаҡ ине.

-Бәй! – тигән булды Тәүфиҡ. – Атты онотҡанбыҙ бит.- Ул Һылыуҙың менгеһен бесәнгә бәйләп килде.- Хәҙер аптырарлыҡ күҙҙәр юҡ.

-Ә ай?

— Ай ат күҙҙәрендә китте. – Тәүфиҡ рәхәтләнеп көлдө. Ул шул тиклем шат ине, әйтерһең, тирә-яҡта бер ниндәй ҡайғы ҡалмаған. Һылыу имен ҡайтҡас, бөтәһе лә ал да гөл. – Әйҙә, Һылыу, иртәнең ҡалған өлөшөн булһа ла бергә ҡаршылайыҡ.

-Былай ҙа көн һайын бергә ҡаршы алабыҙ инде, — тине Һылыу, 2-се июлдән башлап бер таңдың да тыныс атмауына ишаралап. Һуңғы ике көндә генә туп тауыштары тынып тора ине.

-Ә мине, — тине Тәүфиҡ етди төҫ менән, — ниндәйҙер хәүеф борсой. Әллә ниндәй сәйер тойғо тынғы бирмәй. Һине юғалтыр һымаҡмын. Һылыу, әйҙә, өйләнешәйек. Гөрләтеп туй яһайыҡ.

-Туйһыҙ ҙа көн һайын гөрләп тора инде, — тинек Һылыу, Тәүфиҡтың һүҙҙәренә ышаныр-ышанмаҫ.

-Мин ысынлап әйтәм, Һылыу.

-Ә һуғыш?

-Борсолма, Өйләнешәйек. Һуғыш бөткәс, ҡайҙа теләһәң, шунда йәшәрбеҙ. Һин дә уҡыуыңды дауам итерһең, мин дә аспирантураға инермен. Итәк тултырып балалар үҫтерербеҙ. Улар һинең кеүек зәп-зәңгәр күҙле, саф күңелле булырҙар. Беләһеңме, ҡайһы саҡта шундай хыялдарға сумам, хатта тотош күҙ алдыма килеп баҫа.

— Һуғыш бөткәнен көтәйек, Тәүфиҡ. Беренсенән, мин Берлинға барып етергә тейешмен. Мин үҙем һуғышҡа инер-инмәҫтән кейәүгә сығып ҡайтып киткән ҡайһы бер ҡыҙҙарҙы ғәйепләй инем. Улар артынан китәйемме? Еңеү флагын күтәргәнсе һинең менән бергә булғым килә.

-Бергә булырбыҙ, Һылыуым. Ә хәҙер дошманға үс итеп өйләнешәйек. Әйҙә, туй яһағанды ишетһендәр. Ҡурҡыттыҡ, рухтарын һындырҙыҡ, йәшәүгә өмөттәрен өҙҙөк, ҡоттарын алдыҡ, тип уйламаһындар. Шәмдәрен һүндерҙек, сәңгелдәк бауҙарын өҙөп ырғыттыҡ, тип ҡыуанмаһындар. Фашист ҡул аҫтында йәшәгәндәрҙә лә өмөт шәме тоҡандырайыҡ хатта. Риза бул, Һылыуым. Туй – ул йәшәү дауам итә, алдағы тыныс тормошҡа өмөт бар тигән һүҙ. ЗАГС ҡағыҙы ла алырбыҙ, никах та булыр, туй ҙа үткәрербеҙ! Ысын туй!

Һылыу бер аҙға икеләнеп ҡалды. Шунан “яңғыҙ күңел йылынмаҫ” тигән һүҙҙәр ҡылт итеп иҫенә төштө. Хәстрүш. Командирлығың ҡотҡарҙы, әйтер инем инде әйтәһен. Һуғышҡа ирҙәр ҡуйынын йылытыр өсөн килгән тип уйлайһыңмы ни?- тип… Һылыу ир-егеттәр алдында үҙен ҡырыҫыраҡ ҡына түгел, ә улар менән типә-тиң итеп тота ине. Бер кемдән, хатта шаяртып та ҡырын һүҙ әйткәндәрен ишетмәне. Хатта бер саҡ полк урынлашҡан икенсе ауылға барып килергә кәрәк булғас, ат һорап торғайны – блиндаж алдына һигеҙ ат килтереп бәйләгәйнеләр.

-Мин уйлайым әле, — тине Һылыу.

-Тик оҙаҡ уйлама, Һылыу. Көтәм, — тип тороп ҡалды Тәүфиҡ, ҡыҙҙар блиндажы янында. Һылыу блиндажға инеп китте. “Туй. Ҡыңғыраулы дуғалар, ҡыҙыл бәйләнгән ат тәртәләре. Ҡыҙҙар, әхирәттәр, еңгәләр… Әлбиттә, депутат булғас, ҡыҙ йәшереү, йыртыш йыртыу кеүек үк йолалар башҡарылмаҫ ине ауылда ла, әммә пар аттарҙа Тәүфиҡ менән йәнәш ултырып ауыл урамдары буйлап үтеп китеү… Килен булып төшкәс, ҡәйнә йортонда ҡаршы алыуҙар, һыу юлына оҙатыуҙар. Әллә һуғыштың бөтөүен көтөргәме икән? Ә ҡасан, ҡасан бөтөр ул һуғыш? Осо-ҡырыйы күренмәҫ һымаҡ булып китә был мәхшәрҙең. Күпме ғүмерҙәр өҙөлә, күпме туйҙар үткәрелмәй ҡала…

-Тәүфиҡ Ситдикович көтә һине, Һылыу! Блиндаж янында тора, — тине ҡапыл килеп ингән Нина.

Һылыу һикереп торҙо ла:

-Көтәме? – Һылыу ҡыҙҙарға ҡарап серле йылмайҙы ла, — мин кейәүгә сығам, ҡыҙҙар, — тип, Нинаны ҡосаҡлап өйөрөлтә башланы.

-Нисек? Беҙҙе ташлап китәһеңме?

-Кейәүгә сығыу ҡайтыу түгел дә инде. Һеҙ мине йәберләйһегеҙ, ҡыҙҙар. Мин Еңеү флагы элгәнсе фронтта буласаҡмын. Беҙ әле, Нина, Берлинда фотоға төшөп: “Беҙ — еңеүселәр!” тип яҙып ҡуясаҡбыҙ. Эйе бит, Ниночка!

-Ҡайтҡас, бер-беребеҙгә ҡунаҡҡа йөрөшөрбөҙ.

-Бар инде. Тәүфиҡ Сидиҡович һине көтә бит!

-Туҡта, ә һин кейәүгә сығыу тураһында ысын әйттеңме?

-Эйе.

-Ҡасан?

-Хәҙер.

Ҡыҙҙар бөтәһе лә бер юлы көлөп ебәрҙе.

-Ни сыҡһа, Һылыуҙан сығыр. Бына ҡыҙыҡ! Улай булғас, әҙерләнергә кәрәк тә инде, — Анна Наумовна ятҡан урынынан һикереп торҙо. – Бына уяна алмай ята инем, уяттың да ҡуйҙың, Һылыу!

Һылыу йүгереп сығып китте.

-Шунан? Уйланыңмы? – тине Тәүфиҡ, уға ҡаршы килеп.

-Беҙҙең ҡыҙҙар әҙерләнә башланы инде.

-Нимәгә?

-Туйға.

-Ныу, Һылыу! Минән дә тәүәккәллерәк булып сыҡтың. – Тәүфиҡ уны күтәреп алды.

-Ебәр, төшөр. Таксиҙан күтәреп алырһың.

1942 йылдың 19 июле ине.

Ҡыҙҙар Һылыуға марлянан фата тектеләр. Картуф ҡырып, крахмал эшләп ҡатырып ҡуйҙылар. Асыҡ һауала ҙур табын ойошторолдо. Кемдә нимә бар – бөтәһе лә бер табынға өйөлдө. “НЗ” тип йөрөтөлгән тейелмәҫ запастар ҙа өлөшләтә табынға күсте. Консерва һауыттарына тамсылап ҡына спирт һалынды. Һылыу менән Тәүфиҡҡа ҡайҙандыр стакан таптылар.

Туйға дивизияның медицина службаһы начальнигы Сарыгин, полктарҙан ҡунаҡтар килде.

Тәүге һүҙ Һылыу яғынан шаһит Әхмәт Гәрәевич Дәүләтовҡа бирелде.

-Мин Һылыуҙы ла, Тәүфиҡты ла яҡшы беләм, — тип башланы ул һүҙен, ғәҙәтенсә һалмаҡ, йомшаҡ тауыш менән. – Медик булыуҙары яғынан килгәндә, икеһе лә үҙ эштәренең оҫтаһы. Эшлеклеләр, өлгөрҙәр. Айт тигәнгә, тайт тип кенә торалар, халыҡса әйтһәк. Һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерҙәр. Иғтибарлы ла, ихтирамлы ла йәштәр. Ошо оҡшаш сифаттары уларҙы бер-береһенә яҡынайтҡандыр ҙа. Шуға фатихамды бирҙем. Тәүфиҡ Ситдиҡовичҡа рәхмәт: башҡорт йолаһын тотоп, мине ололап ҡыҙ һоратырға килде. Бәхетле булығыҙ, йәш дуҫтарым минең. Үҙегеҙ яуларға өмөт иткән бәхет, азатлыҡ, еңеү таңы тиҙерәк атһын. Еңеү өсөн, һеҙҙең бәхетегеҙ өсөн!

-Бокалдар зыңлауы туп гөрһөлдәүенән көслөрәк ул, дуҫтар! Әйҙәгеҙ, туй бокалдары – тыныслыҡ бокалдары нығыраҡ зыңлаһын! Мин дә фатихамды бирҙем, — тине Тәүфиҡ яғынан шаһит Сарыгин.- Саттаров һәйбәт дуҫ. Тоғро ир булыуына шигем юҡ. Ә Һылыуҙы беҙ бөтәбеҙ ҙә яратабыҙ. Һеҙҙе Башҡорт дивизияһы етәкселеге, медсанэскадрон исеменән дә ихлас ҡотлайбыҙ. Бәхетле булығыҙ! Еңеү өсөн, бәхет өсөн!

Уйын-көлкө башланды. Бер аҙҙан, таралышыр саҡ еткәс, Әбдрәшитов йәштәрҙе ҡултыҡлап алды ла олпат ҡына ҡарағай янына алып килде. Ҡарағайға һырындырып ҡына бәләкәй ҡыуыш ҡоролғайны. Яңы ауҙарылған ағас еҫтәре аңҡып тора. Эстә урындыҡ һалынған, бесән түшәлгән.

-Эй, мутһығыҙ ҙа инде, егеттәр, — тине Тәүфиҡ, шатлығынан ни әйтергә лә белмәй. Ә Һылыу оялып ситкә боролдо.

-Тыныс йоҡо, дуҫҡайҙарым. Бәхетегеҙҙе имен таң ҡотлаһын. Хәйер, бөгөн-иртәгә генә һөжүм бащланмаҫ әле. Беҙ бит уларҙың ҡойроғона түгел, баштарына баҫып иҫәңгерәттек. Шулай бит, Тәүфиҡ Саттарович? Башына баҫһаң, йылан ҡуҙғала алмай ул. Тыныс йоҡо, — тине лә Әбдрәшитов китеп барҙы.

* * *

Һылыу менән Тәүфиҡ өйләнешеүҙәре тураһында туғандарына хәбәр иттеләр. Оҙаҡламай Ҡазандан ҡотлау телеграммаһы килде. “Ҡәҙерлеләрем улым һәм киленем! Һеҙҙе ихлас ҡотлайым. Бөтә туғандар ҙа минең ҡотлауыма ҡушыла. Тыуған яҡ сәскәләре һалам. Уны минең ҡотлауым һәм ғүмерегеҙ сәскә кеүек матур булһын, тигән теләгем тип ҡабул итегеҙ, йән киҫәккәйҙәрем. Беҙ бик шатландыҡ. Килендең дә, үҙеңдең дә фотоларығыҙҙы һал, Тәүфиҡ. Бына әле берегеҙ өсөн ут йота инем, хәҙер икегеҙ өсөн борсолам инде. Һау булығыҙ. Тиҙерәк еңеү менән әйләнеп ҡайтығыҙ. Һеҙҙең әсәйегеҙ. 15 август 1942 йыл”, — тип яҙғайны Тәүфиҡтың әсәһе. Һылыуға был таныш булмған ҡатын үҙе лә, уның “килен” тигән һүҙе лә сикһеҙ яҡын тойолдо. (Хаттар, телеграммалар төп нөсхәнән алынды, үҙгәртелмәне. Тик рус телендә яҙылғандары ғына тәржемә ителде).

* * *

Гитлер армияһы көньяҡ-көнбайыш йүнәлештә ни тиклем генә алға ынтылмаһын, Дон буйында совет ғәскәрҙәрен ҡамап алыуға өлгәшә алманы. Шуның өсөн дошман Сталинградты ҡулға алыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы. Фашист командованиеһы был ҡаланы алыуға айырыуса ҙур әһәмиәт бирҙе, сөнки Сталинградты алыу Советтар Союзының үҙәк өлөшөн төп юлдарҙан айырып, икмәкһеҙ һәм нефтһеҙ ҡалдырыу тигән һүҙ. Шул уҡ ваҡытта дошман ҙур көсөн Кавказға ла йүнәлтте.

Беҙҙең ғәскәрҙәр өсөн ауыр мәлдәр яҡынлашты. 1942 йылдың июль аҙаҡтарында был хәүеф айырыуса ныҡ асыҡланды. СССР Оборона халыҡ министры И. В. Сталин ошондай хәтәр мәлдә хәл иткес приказ сығарҙы: “Юғары командованиеның приказынан тыш бер аҙым да артҡа сигенмәҫкә”.

Ошо приказдан һуң боевой, политик әҙерлектәр тағы ла көсөргәнешлерәк алып барылды.

Медсанэскадрон тынғыһыҙ көндәр кисерҙе: ауыр яралыларҙы госпиталгә оҙатты, еңелдәрен, сағыштырмаса һауыҡтырып, яңынан ҡорал тоторлоҡ хәлгә килтереп, тағы алғы һыҙыҡҡа оҙатты. Һәләк булғандарын хөрмәтләп ерләнеләр. Һылыу аҙ ғына ваҡыт эсендә байтаҡ ғаиләләргә ҡайғы уртаҡлашып хат яҙҙы, уларҙың сыҙамлы улдар үҫтереүенә һоҡланыу белдерҙе. Ләкин бер генә хатты ла бурыс үтәү өсөн яҙам, тип ҡараманы; һәр бер хаттағы ауыр ҡайғыны үҙ йөрәге аша үткәреп, бәхет өсөн үҫтергән балаңды юғалтыуҙың ни тиклем ауыр икәнлеген тойоп, мөмкин тиклем йылы, йыуатырлыҡ һүҙҙәр эҙләне.

21-се июлдә тағы аяуһыҙ ҡаты һуғыш башланды. Лобановкаға табан барҙы һөжүм. Беренсе медицина ярҙамы пункты врачтары өлгөрә алмай ине, ахыры, йүнләп урамай, ҡарамай килтерәләр ине. Шуның өсөн яралылар алып килеп еткергәнсе хәлһеҙләнә, күп ҡан юғалта. Һылыуҙарҙың эшен ҡатмарлаштыра.

Ауыр яранланған һалдатты алып килделәр. Һылыу ҡурайсы егетте таныны. Батырғәли исемле. Дим буйында саҡта уҡ сәнғәт түңәрәге ағзалары менән бергә концерттарҙа ҡатнаша ине. Боронғо башҡорт көйҙәрен иҫ китмәле моңло башҡарған был егетте барыһы ла таныйҙыр инде. Ҡырҡ йәштәр тирәһендә ине ул. Тербуны эргәһендә атып төшөрөлгән фашист самолеты торбаһынан ҡурай эшләп алғанлығын да һөйләгәйнеләр. Әле ул яралы. Һылыу яҡын ағаһындай күреп тәрбиәләне уны. Бәхеткә, операция уңышлы үтте. Уны бер аҙҙан блиндажға күсерҙеләр. Яралылар киске аш ашап алғайнылар, һөйләшеүҙәр, хатта көлөшөп алыуҙар ҡолаҡҡа салынды.

-Егеттәр, ял итегеҙ, — тигәйне Һылыу, тегеләре ҡаршы сыҡты:

-Көлөү ҙә дауа бит ул. Уның шифаһы ҙур. Бында ваҡ-төйәк яраға ғына бирешеп ятып булмаҫ.

-Күсимовты һөйләйбеҙ, үҙең дә тыңла, һылыу, уның ҡыҙыҡтарын.

-Йә, йә, артабан ни булған? – тип ашыҡтырҙылар һөйләүсене.

-Аҙ ғына ваҡыт эсендә немецтар танып бөткән бит үҙен. Участкаларҙы тикшереп йөрөгәндә, ҡаршыһына ике немец офицеры килеп сыҡҡан, ти. Оборона участкаһы киң бит, немец окоптарын абайламай ҡалғандыр инде, тегеләрҙең өҫтөнә барған да юлыҡҡан. Ярты саҡырымдай ғына ара ҡалғайны, тип һөйләй ти үҙе.

— Теге офицерҙар ҡаршы киләме икән?

— Килә, ти шул. Улар ҙа ҡоралға тотонмай икән. Таһир Күсимов та башты юғары күтәреп килә икән.

— Ибраһимов бүләк иткән буркаһын һалмай бит инде. (Р. К. Ибраһимов – БАССР Верховный Советы Президиумы Председателе).

— Буркаға төшмә. Күсимов ни эшләгән? Һөйләй һал.

— Хәүеф ҙур. Ҡоралға тотоноуҙың файҙаһы юҡ. Килә ти был эре генә. Башҡа сара юҡ. “Нисек тә тереләй бирелмәҫкә! Тереләй алырға уйлайҙар, ахыры,” – тигән уй йүгереп үтә башынан. Әммә һыр биреү юҡ. Юлдың бер яғында тегеләр, икенсе яғында – Күсимов. Тапҡырға еткәс кенә, ҡапыл атты юрттырып атып китмәксе булғандыр бәлки. Тиңләщәләр былар. Шунан тегеләр: “Кусимов! О-о-о! Гут, гут, зеер гут!” — тип, һоҡланыуҙарын белдереп, ынтыла биреп ҡарап үтеп киткәндәр, ти.

— Булмаҫ!

— Ни эшләп булмаһын ти? Ҡоралға тотонмаған. Ҡурҡмаған. Башты юғары күтәреп килгән. Бынау хәтле Алпамыша ҡулдары менән ялпаштыра ғына һуғып китергә уйлай, ахыры, тип уйлап, шөр ебәргәндәрҙер әле…

— Төштәренә инеп һаташтырып та бөтөр әле..

Һәр береһе командирҙары тураһында ни ҙә булһа әйтеп, йә һоҡланды, йә немец офицерҙарына ҡарата ниҙер әйтеп хахылдап көлдө. Әйтерһең, улар “ауыр яралылар” блиндажында ятмайҙар ине. Һылыу был хәлдән һуң еңел һулап ҡуйҙы.

Шул саҡ кемдер ҡапыл ҡаты ыңғырашып ҡуйҙы. Һылыу уның эргәһенә ашыҡты. Башын ҡалҡыта биреп һыу эсерҙе. Шунан карталар тултырырға ултырҙы. Шул саҡ өзләүгә оҡшаш үҙәк өҙгөс моң йөрәген тетрәтте. Аҡрын ғына, йөрәк майын һыҙҙырып ҡына ағыла был моң. “Сибай” тигән йыр ине был. Берәү көйләп ята бирҙе лә һүҙҙәрен ҡуша башланы.

Алып бирсе, Фатимам, ҡурайымды,

Бер башына тамғам һалайым.

Эй-й-й, асып ҡуйығыҙсы тирмәм ишеккәйен,

Атайсалға ҡарап ятайым.

Ошо уҡ көйгә һалып икенсе берәү икенсе йырҙы дауам итте.

Көмөш кенә ҡашлы, ай, эйәрҙе

Һалдым ғына һарат биленә.

Э-й-й, аҡҡош ҡына булып осор инем

Тыуған ғына үҫкән илемә.

Ер еләккәйҙәре, ай, бешәлер,

Һары сәскәләргә бөйләнеп.

Э-й-й, насип та ғына булһа, беҙ ҡайтырбыҙ,

Ай-ҡояштар кеүек әйләнеп.

Йәжәнкәле сана, зыңғыр дуға,

Ектерһәнә, Фатимам, тура атҡа…

Эй-й-й, тыуған илкәйемде ҡайтып күрһәм,

Ирешер инем, Фатимам, моратҡа.

-Эх, егеттәр! Берлинға етермен дә “Сибай”ҙы һыҙҙырып ебәрермен, 1760 йылда уҡ легендар Суворовтың ғәскәрҙәре менән олатайҙар үткән Берлин урамдарынан күкрәк киреп һыбай урап сығырмын, тип хыялланғайным. Булманы, — тип көрһөнөп ҡуйҙы араларынан берәү.

-Һауығырһың да барырһың. Йәшһең бит әле.

-Ҫеҙ барып етерҫеҙ ҙә ул, — тине бер һалдат Дим һөйләше менән. – Ә мин бит ун ҫигеҙ йәштән ҫанҫыҙ булып ҡалдым. Тәңкәбикәм ҡабул итерме? Эх. Егеттәр, ауылда тиҫтерҙәрем араҫында иң оҙон буйлыҫы мин инем. Ә бейергә ниндәй ярата инем… Ә хәҙер…

Егеттең һуңғы һүҙҙәре һыҡтау менән әйтелде. Хирург Дәүләтов ампутация яһаны уға. Машина булыу менән госпиталгә оҙатылырға тейеш ул.

-Тәңкәбикәң ҡабул итмәһә, икенсеһе табылыр. Һинең һымаҡ егеттәрҙе яратыусы бер ул ғына булмағандыр. Бәлки ул да, ниндәй ҡиәфәттә булһаң да ҡабул итергә әҙер булып көтәлер. Ҡыҙҙар хаҡында шөйлә насар уйларға ла ярамай. Һин көймә. Бына минең эштәр хөртөрәк, егеттәр.

-Кеше ҡайғыһы өрөп осормалы, үҙемдеке утҡа инмәле, тип һөйләп ҡуйҙың һин дә.

-Ысын, егеттәр. Нәфисәм алдында ғәйебем ҙур. Ҡабул итмәһә лә үпкәм юҡ.

-Ул ниндәй ғәйеп ти. Батырҙарса көрәштең. Боҫоп ҡалманың.

-Уныһы шулай. Ил алдында намыҫым таҙа. Һауыҡһам, ҡорал тоторлоҡ уң ҡулым имен әле. Ә Нәфисм алдында… Үкенесле булмаһын икән был донъя! Йөрәгем ут инде, ут. Ҡул яраһы ише түгел, һыҙлай. Һылыуҡай, һыу ғына алып килсе…

Һылыу һыу килтерҙе лә:

-Ундай бошонҡо хәбәрҙәргә төшмәгеҙ. Күңеллерәктәрен һөйләгеҙ, — тине.

-Һөйләһен, еңелерәк булып ҡала ул, бушатһаң.

-Матурлығын, һөйкөмлөлөгөн күрһәгеҙ һеҙ уның. Йомро ғына, ике күҙе бөрлөгәндәй ҡап-ҡара бызмырлап тора. Ҡарашы шул тиклем саф, эскерһеҙ. Мин дә яраттым, ул да. Өйләнештек. Балабыҙ булды. Тик баланан һуң ни эшләптер биреште лә ҡуйҙы. Бәләкәсләнеп киткәндәй… ябыҡ ҡына, үҙе һытылып илап ҡына бара. Һыуына яҙҙым¸ шайтан аҙҙырҙы. Ҡайышларға атай булмаған. Өрлөккә ҡыҫтырылған һуйылы менән берҙе һыҙырып алһа, аҡылға ултырыр инем инде.

-Шунан ни булды?

-Эштән ҡайтам. Өй йыйыштырыулы, ашарға әҙер. Сәңгелдәктә шалҡандай бала ята тыпырсынып, тыныс. Үҙе йөрөгән була өлтөрәп, ни алырын, ни ҡуйырын белмәй. Ә мин ғәйеп эҙләп маташҡан булам. Йә аш тоҙло, йә тоҙо аҙ. Йә үтә ҡайнар, йә һалҡын… Вәт йүләр, вәт эшкинмәгән. Һуң тоҙо сыҡмаһа, тоҙ һал, эҫе булһа, һыуыт. Ул да булған ғәйеп.

-Ни эшләп улайтып ҡыландың һуң?

-Иблес аҙҙырҙы. Иблес. Ауылға китапханасы ҡыҙ килгәйне…

Һөйләүсе тынып ҡалды. Башҡалар түҙемһеҙләнеп ашыҡтырҙы.

-Хәс китап һымаҡ, һөйлә әйҙә.

-Һөйләһәң, гонаһ еңеләйә ти ул.

-Йәшереп ҡалдырһаң, өҫтәлә ти.

-Мутлашмағыҙ, егеттәр. Мин былай ҙа асығын ярып һалам бит. Ҡылғанда оялмағас, һөйләгәндә тартынмам инде.

-Ниҙәр ҡылып ташланың һуң ул хәтлем?

-Билдәле инде ни ҡылғаны. Был ҡыҙҙы ҡаратып алғандыр. Буй-һын бынамын тигән, телгә оҫта.

-Өйләнмәнеңме уныһына?

-Юҡ та…

-Һуң?

-Егеттәр, бүлдермәгеҙ. Үҙе һөйләһен.

-Шул. Көн һайын китапханаға барам. Китап алмаштырған булам, гәзит ҡараштырам йәнәһе. Ә ике күҙ теге ҡыҙҙа. Ҡыҙҙар ҙа үткер. Ике балам барын да белә. Ҡараһам, күҙ һирпеп ала; һүҙ ҡушһам, мут ҡына итеп яуап ҡайтара. Үҙеңдән арттырып ебәрә.

-Шунан? Шунан?

— Ҡатын һиҙҙеме быны, юҡмы, иллә-мәгәр эргәлә бөгәрләнеп кенә ятҡан булыр ҙа һыңҡылдап ҡына илаған булыр ине, бахырым. Эй, Нәфисә генәм… — Һөйләүсенең тауышы үҙгәреп нескәреп китә, ҡаршыһына Нәфисәһе йүгереп килеп, бына-бына күтәреп алырға әҙер һымаҡ. “Китсәле, балауыҙ һығып ятма. Бында кеше эштән арып ҡайта, йүнләп ял итер әмәл юҡ”, — тип боролоп ятҡан булам, арҡа ҡуйып. – Был һүҙҙәрҙе әйткәндә, тауышында шундай үкенес сағыла, үҙ-үҙен битәрләү тойола. – Шул көндәрҙе кире ҡайтар ине, һис кенә лә рәнйетмәҫ инем Нәфисәкәйемде. Ул миңә бер бот ауырлығы малай үҫтерә… Бер йәшлек сағында бер ботлоҡ булды ла ҡуйҙы минең малай! Һо-о-о! Баһадир ҙа баһадир, минең малай ҙа баһадир инде! – Ир кешенең тауышында ғорурлыҡ сатҡылары сағылып китә.

— Кәләшең хат яҙамы?

— Яҙыуын яҙа ла ул, һалҡын бөркөлөп торғандай. Әлеге үҙем ғәйепле. Киткән саҡта ла… Бөтә ауыл оҙатырға сыҡты. Нәфисәм арба эргәһенә баҫҡан да, күҙҙәре йымылдап ғына баҫып торған була. Әле лә күҙ алдымда. Ҡап-ҡара ғына ике күҙенән йәш ана сыға-бына сығырҙан тора. Ә мин үрелеп-үрелеп тегене эҙләйем. Нәфисәм һиҙҙе, баланы тубығыма ултыртты. Тупылдатып һөйгән булдым, ә ике күҙ юлда… Аҙ ғына ваҡыт эсендә эҫендереп алған шул, гонаһ шомлоғо. Ә был ҡиәфәтемдә ҡабул итмәйәсәк ул иблес. Ундайҙарға һау ирҙәр кәрәк Ә үҙ ҡатыныңа ниндәй ҙә ярай… Тик иҫән генә бул, тип яҙа ана Нәфисәм. Шуны ни эшләп һуңлап аңлайбыҙ икән беҙ, кәбәк баштар? – Һөйләүсенең тауышы тағы ҡалтыранып китте, илай ине шикелле.

— Беҙ, ирҙәр, үҙебеҙҙе яратҡан ҡатындарҙың ҡәҙерен белеп еткермәйбеҙ шул, — тине тауышы ла нығынып ултырып етмәгән үҫмер.

— Ә һин, ҡустым, үҙең өйләнгәнһеңме һуң?

— Юҡ, миңә һуғышҡа китер саҡта ғына ун һигеҙ тулды. Үҙемдән түгел, атайымдан алып әйтәм.

— Дөрөҫ түгел, егеттәр. Бына мин еңгәгеҙ менән егерме йылға яҡын йәшәйем. Ауыр һүҙ әйтеү түгел, ҡырын күҙ менән дә ҡараманым, шул тиклем ҡәҙерен беләм. Өйләнешкәндә уға ун алты, миңә ун ете генә йәш ине. Өс ҡыҙыбыҙ үҫте, ир бала ғына булманы.

— Хатаңды ҡайтҡас, төҙәтерһең, ҡорҙаш, Мах бирерлек түгелбеҙ бит әле, — тине кемеһелер шаяртып.

Яралылар еңелсә көлөп алды.

-Ни эшләп, егеттәр, уй юҡ түгел. Атайҙың илле биш йәшендә йәш балаһы булған. Минән кесеһе. Мин тыуғанда, уға илле өс тулған. Алмаш кәрәк бит. Күпме аҫыл ирҙәрҙе ҡыра фашист, ер йотҡоро. Ә алмашты ҡайҙан алаһың?

— Ныҡ ҡыралар шул. Ҡара яу булып киләләр.

— Йоҡлағыҙ, егеттәр. Иртәгә иртүк оҙата башлаясаҡбыҙ. Ял итеп өлгөрмәҫһегеҙ, йонсорһоғоҙ.

— Уныһы ла дөрөҫ. Йоҡлайыҡ, туғандар.

Тыңлаусан балалар һымаҡ, барыһы бергә тынып ҡалды. Тик ҡаты яралыларҙың ыңғырашыуы ғына ишетелгеләне. Һылыу дивизияның “Ҡыҙыл атлылар” исемле газетаһына мәҡәлә яҙырға тейеш ине. Шул турала уйлап ултырҙы. Ниҙән башларға, ни тип яҙырға? Ҡыйғы районы һайлаусыларының үҙенә яҙған хатынанмы? Шулай итәйем, әйҙә, тылдағы уңыштарҙы башҡалар ҙа белһен. Кешеләребеҙҙең фронтта ла, тылда ла һынатмауҙарын уҡыһындар. Тыуған яҡтан килгән һәр хәбәр – ҡыуаныс. Хат алмаусылар өсөн бигерәк йыуаныс. Туҡта, әллә башҡорт ҡыҙҙарының элек-электән ирҙәре менән бер ҡатарҙан яуға барыуҙарын яҙырғамы? “Бала ҡарға” йырының легендаһын телгә алырға. Ә бәлки “Йәнтүрә хикәйәһе” хаҡында бәйән итергәлер? Күпме аҫыл яҙмышлы ҡатын-ҡыҙҙары бар башҡорт халҡының! Ана, газета редакторы Али Карнай ҙа үҙ мәҡәләләрендә гел шулай тарихҡа һуҡтыра. Белә ул, үҙ тарихының ни тиклем бай, ҡаһарман икәнлеген белһәләр, халыҡтың күңеле үҫер, рухы нығыр. Нигеҙ ташың ныҡ, ышаныслы икән, һин үҙеңдең таянысың барлығын яҡшыраҡ тояһың. Али Карнайҙың үҙе менән кәңәшләшергә кәрәк, тип уйланы Һылыу Әхмәтова, ҡәләмгә тотонор алдан.

* * *

Август баштарында Сталинград һәм Көньяҡ-Көнсығыш фронттарында көс тә, ҡорал да дошмандыҡынан ҡайтыш ине. Быны совет яугирҙары яҡшы аңланы, шулай ҙа мөмкин тиклем ҡаршылыҡ күрһәтергә ынтылды. Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙары ла Ватан алдындағы бурысын намыҫ менән үтәне. 1942 йылдың 6 авгусында дивизияға 21-се армияның Хәрби Совет ағзаһы генерал-майор Воронин килде 24 кешегә награда тапшырҙы. Ауыл мәктәбенән өҫтәлдәр, ҡыҙыл япмалар алып килеп, тантана төҫө биреп, яугирҙарҙы ҡотлау ойошторҙолар.

Һылыу менән Лидия ла йыйынды. Тәүфиҡ госпиталгә дарыуҙар алырға киткәйне. Анна Наумовна, ҡыҙҙарҙың иртәнсәктән алып әҙерләнгәндәрен күреп, дежурҙа үҙе ҡалмаҡсы булды. Ҡыҙҙар – ҡыҙҙар инде, хатта ошондай хәтәр мәлдәрҙә лә матурлыҡ тураһында иҫтәренән сығармай. Лидия сәсен бөҙрәләтмәксе булды: бигуди урынына ниндәйҙер ҡағыҙ киҫәктәре табып урап ҡуйҙы. Һылыу юбкаһы менән гимнастеркаһын үтекләп алды. Теш врачы Анна Маневич үҙе ҡырҡ йәштәрҙәге ҡатын. Медицина службаһы капитаны. Коммунист. Өфөнән үк дивизия менән бергә килде. Ғаиләһе юҡ. Ҡыҙҙар кәңәшкә һәр саҡ уға йүгереп килә. Ә ул аҡыллы кәңәшен дә, ҡул ярҙамын да йәлләмәне. Әле лә, йәштәр бит, уйнап-көлөп кенә йөрөр саҡтары ла… Күңел асһындар, тип тантанаға ихлас оҙатып ҡалды. “Һуғыш тынғас, һуғыштан һуң тыуып, беҙҙең йәшкә еткәс, ошо хәлдәрҙе, матур тормоштарының ниндәй хаҡҡа төшкәнен иҫкә алыусы булырмы? Был тормош уларҙың йәшлеге, һаулығы, һәләк булғандарҙың ғүмерҙәре иҫәбенә яуланған, тип уйларҙармы? Әллә оноторҙармы?” – тип уйланы ла Анна Наумовна, һорауына үҙе үк яуап бирҙе. “Юҡ, юҡ, быларҙы онотоу мөмкин түгел. Мәрхәмәтһеҙлек булыр ине. Тик һуғыш ҡына яңынан ҡабатланмаһын. Килгәнебеҙгә өс ай ҙа үтмәне, ә сәстәребеҙгә сал ҡунды бит… Сал сәсле яугир ҡыҙҙар беҙ… Анна Наумовнаның күҙ алдына сал сәсле балалар килеп баҫты. Концлагерҙан ҡотҡарылған бер йәһүд ҡатынынан ишеткәйне йәһүд геттоларындағы сал сәсле балалар тураһында. Һоро төҫтәге фашист формалары кейгән немецтар – Гиммлер гестапоһы садистары йәһүдтәрҙе күпләп ҡырыу, уларҙың йәшәүенең һәр минутын ғазаплы үткәреү, түбәнһетеү, язалау, мыҫҡыллау өсөн файҙаланыу маҡсаты менән геттолар ойошторола. Унда йәһүдтәрҙе тотош ҡыуып индерәләр, интектерәләр, үлтерәләр, тереләй ергә күмәләр. Ҡатындарҙы ирҙәре алдында мыҫҡыллайҙар, балаларҙы әсәләренең ҡулдарынан тартып алып күҙ алдында язалайҙар. Хатта балаларҙың сәстәре ап-аҡ булып саллана.

Был хаҡта ишеткәс, Анна Наумовнаның ҡайғыһы икеләтә артты. Илебеҙҙең Европа өлөшө картаһын табып, китап битенә йәбештереп ҡуйҙы ла фашист ҡул аҫтында ҡалған ҡалаларҙы, ҡасабаларҙы, ауылдарҙы, унда ойошторолған геттоларҙы билдәләй бара һәм бер кемгә лә һиҙҙермәй генә илап ала ине. Бәлки туғандары ла шул геттоларҙа яфа сигәлер? Күпме аҫыл ғүмерҙәр әрәм була.

Көлөшкән тауыш ишетелде. Анна Наумовна китабын йәшереп һалды ла күҙ йәштәрен һөрттө. “Ҡыҙҙарға илағанды белгертергә ярамай. Мин дә бөгөлөп төшһәм, йәшерәктәр ни эшләр?” – тип уйлай ине һәр саҡ.

-Ни эшләп улай тиҙ? – тип ҡаршыланы Маневич.

-Һеҙ яңғыҙ ҡалдығыҙ бит. Унан һуң Һылыу ҙа ашыҡтырҙы. Тәүфиҡ Ситдиҡовичтың көнләшеүе ихтимал, — тип мутлашты Лидия Хабарова.

-Бер аҙ күңел астыҡ та, етте, тинек. Шул тиклем матур әҙерләнгәндәр. Күңелле булды. Анна Наумовна, мин яралыларға яңылыҡ һөйләп киләйем, — тип, тип сығып китте Һылыу һалдаттар янына.

Һалдаттар Һылыуҙың ҡайҙа киткәнлеген беләләр ине. Шуға, ул килеп инеү менән, тантана тураһында һораша башланылар.

-Наградалар тапшырырға кем килгән?

-Воронин. 21-се армияның Хәрби Совет ағзаһы. Газета сығарғандар. Ҡотлауҙарҙы шиғырҙар менән шул тиклем килештереп яҙғандар.

-Али Карнай газеталарҙы оҫты сығара бит инде ул. Башлы егет.

-Ә иң ҙур яңылыҡ – “Красная звезда”. Константин Симоновтың “Башҡорт атлы дивизияһында” тигән мәҡәләһе баҫылып сыҡҡан.

-Алып ҡайттыңмы?

-Алдым.

Һылыу уларға газетаны күрһәтеп сыҡты.

-Ғәжәп кеше һин, Һылыу! Һинең бында булыуың беҙҙең өсөн ҙур хазина. Дауаһыҙ ҙа һауығып сығырлыҡ һәйбәтһең! – тип маҡтанылар уны.

Һылыу урта тирәгә ултырҙы ла яҙыусының мәҡәләһен уҡый башланы. “Урал” йырының тәржемәһе менән башланғайны. Мәҡәләлә аяуһыҙ алыштарҙың береһе – Лобановка ауылы өсөн һуғыш тураһында, һәләк булған майор Гәрәй Нафиҡов, майор Таһир Кусимовтарҙың батырлығы, ғөмүмән, Башҡорт дивизияһы яугирҙарының ҡыйыу һуғышыуҙары хаҡында яҙылғайны һәм был алыш боронғо башҡорт һуғышына оҡшатылғайны. Яралылар мәҡәләне ҡабат-ҡабат уҡыттылар.

-Фитрат Абдуллинды хайран ҡалып тыңлағайны шул яҙыусы. Йырҙың һүҙҙәрен тәржемә иттергәйне. Ә аҙаҡ, йыр ҡалай оҙон, ә һүҙҙәре аҙ ғына, тип аптырағайны. Шунан кемдер, әммә мәғәнәле, тип өҫтәп ебәргәйне.

-Яҙыусы Симонов үҙе шулай тине.

-Беҙҙең йырҙарҙы оҡшатмай буламы? Ундағы иркенлек, моң үҙе үк азатлыҡҡа саҡырып торғандай бит. Иҫән-һау ҡайтһам, Ирәндектең иң бейек түбәһенә артылыр ҙа “Бейеш”те һыҙҙырыр инем! Тик Берлинға етермен, тигән хыялым барып сыҡманы, — тип өҫтәп ҡуйҙы береһе, көрһөнөп.

— Етә алмаһаҡ та еттек тип иҫәпләргә мөмкин. Сөнки ошо беҙҙең кеүек етә алмаусылар һалған һуҡмаҡты башҡалар дауам итәсәк бит!

Һылыуға был һалдаттың фекере оҡшаны. Дөрөҫ, улар һалған һуҡмаҡты башҡалар дауам итәсәк. Тимәк, Еңеү байрағын барыһы ла күтәрә!

* * *

Тәүфиҡ менән Һылыу өйләнешкәс, бергәләшеп төнгө дежурҙа йыш ҡалдылар; йә булмаһа, Тәүфиҡ ҡатынын алмаштырғыланы. Бөгөн дә Һылыу төнгө дежәрҙа саҡта, янына ире килде. Блиндажға ингән саҡта, кемдер ҡыҙыҡ әңгәмә алып бара, башҡалар ҡушылып көлә ине. Уларҙың һүҙҙәрен бүлмәҫ өсөн, Тәүфиҡ ипле генә инде лә ишек төбөндә тыңлап торҙо.

-Ғәйфулла, олатайыңдың шелтәһе тураһында һөйлә әле, — тип, әңгәмәнең темаһы үҙгәргән ваҡытта Тәүфиҡ ҡатыны янына килде.

-Олатайым түгел, атайым ул, — тип төҙәтте Ғәйфулла тигәндәре. – Колхоз ойоштора башлаған саҡта, атайымды ферма мөдире итеп ҡуйғандар. Яңғыҙ һыйырын етәклеп, колхозға беренсе булып барып яҙылғанға ышаныс ҙур булғандыр инде уға. Тик үҙе әйтмешләй, яҙыу-һыҙыуға юҡ, әлепте таяҡ тип белмәйем, ти. Ә хужалыҡ эшен ойоштороп маташҡан. Бер ваҡыт йыл аҙағында район үҙәгенә йыйышылышҡа саҡыралар икән. Әллә нимәләр һөйләнеләр, аңлап та еткермәнем, ти икән. Колхоз председателе менән бергә барғандар.

-“Байраҡ” колхозында 50 процент һыйыр малының үлеүенә юл ҡуйылған. Шуның өсөн колхоз председателенә иҫкәртеү яһала, ә ферма мөдиренә шелтә бирелә, — тигән сығыш яһаусы.

Ҡыуаныстан йылмайып ҡуйҙым, йөрәккә йылы инеп китте, ти икән атайым. Председателгә ҡараһам, башын түбән эйеп ҡыҙара-бүртеп ултыра. Аптырап киттем, был ни эшләп шелтә биргәнгә ҡыуанмай икән, тип уйлайым, һорарға ҡыймайым, ти. Йыйылыш аҙағында — райком секретары — тинеләр, берәү эргәмә килде лә:

  • Уйылдан иптәш, хәҙер нисә һыйырығыҙ ҡалды инде? – тип һорай.
  • Берәү, — тейем.
  • Нисек, берәү?
  • Фермала бөтәһе ике һыйыр ине. Берәүһен мин етәкләп алып килдем, икенсеһен председатель. Былтыр бесән яғы наҡыҫ булды, бөтөнләй булманы тиһәк тә мөмкин. Шунан береһе күтәртте.

Райком секретары бер миңә, бер председателгә ҡарап ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.

  • Һуң ни эшләп башта уҡ әйтмәнегеҙ? Шелтә бирмәҫ инек, — ти.
  • Биргән нәмәгеҙҙе кире алмағыҙ инде, иптәш секретарь. Берәүһен булһа ла имен ҡышлатайыҡ. Күрше колхоздан һәйбәт үгеҙ алып ҡайтырмын. Ишәйерҙәр әле.

Секретарь яуырынын һелкетеп ҡуйҙы ла, аптырап председателгә ҡарап алды ти.

Ат егеп ҡайтырға сыҡҡас, атайым председателгә:

-Ҡустым, теге нәмәне бер юлы тейәп алып ҡайтайыҡ, — ти икән.

-Нимәне,ағай?

-Һуң, теге шелтәне тейем дә.

-Нимә тип уйлайһың уны, ағай? – тип көлөп ебәргән бошоноп килгән председатель.

-Һыйырға ашатыр нәмә түгелме һуң ул?

-Шулай булһа ҡайҙа ла һуң, ағай? Һыйыр үлгән өсөн һинең менән мине саҡыртып алып әрләнек, тип, ҡағыҙға теркәп ҡуйған һүҙ ул.

-Һуң ул ҡағыҙға теркәү менән үлгән һыйыр тереләме лә, ҡалғаны туҡ буламы? Мин һыйырға ашатыр нәмә икән тип ымһынып ултырған булам тағы, ҡыуанып.

-Әйтәм, шелтә бирәбеҙ, тигәс, ауыҙ ҡолаҡҡа еткәйне һинең, — тип көлә икән председатель.

Яралылар һындары ҡатып көлә.Һөйләүсенең интонацияһы шул тиклем килешле итеп үҙгәреп китә, хатта яралыларҙың береһе:

-Һиңә әртис кенә булырға кәрәк булған да бит, — тип ҡуя.

-Ул уй миндә лә булды ул. Бер нимәгә лә эшкинмәһәм, кеше көлдөрөп булһа ла тамаҡ туйҙырырмын әле, тип уйлап ҡуя инем.

Уҡыу-яҙыу яғы арыу булды ла, математикаһына теш үтмәне.

-Хәҙер нисек? Нисә фашист дөмөктөргәнеңде һанай алаһыңмы?

-Шөкөр, бер пулде лә яҙа атҡан юҡ. Нисә патрон биргәнен командир һанап сығарһа, шул тиклемде дөмөктөрҙөм инде.

-Ағас мылтығыңа арыу ғына магазин һыялыр ул?

-Әллә орден бирергә самалайҙар икән, тип ишетеп ҡалғайным. – Һөйләүсе үҙе хахылдап көлә. Башҡалар ҙа уға ҡушыла. Әммә һөйләүсе тағы үҙе тыйып маташҡан була:

-Һеҙ бик шашып китмәгеҙ. Операцияғыҙҙың теккән урыны шытылып китер. Хирургтарға былай ҙа эш етерлек. Ана Һылыу бөтөнләй йоҡо төҫө күргәне юҡ, — тип Ғәйфулла Һылыу яғына боролғайны, Тәүфиҡ Ситдиҡовичты күреп ҡалды.

-Әйтәм, дежурға кем килә? Һылыу киләме? – ти ҙә торалар.- Һылыу һеҙгә тулы ирек ҡуя икән. Ә һеҙ филармония артистарынан һис кәм түгелһегеҙ! – тине Тәүфиҡ Саттаров.

-Дауаланыуҙың бер төрө бит был, — тине әлеге Ғәйфулла.

-Дауалауҙың был төрө сәғәт ун икелә тамамланырға тейеш. Хәйерле йоҡо, туғандар, — тине лә Тәүфиҡ Ситдиҡович, яралылар яғына ҡорған тартты.

-Тәүфиҡ, сәй эстеңме? Мин мәтрүшкә ҡайнатҡайным, — тине Һылыу шыбырлап ҡына. Әҙерәк киптерелгән ҡурай еләге лә бар.

-Эстем, рәхмәт. Әҙерәк тирләп ята биреп тә алдым. Еңел булып ҡалды. Тәнгә лә сихәт, йәнгә лә, тигәндәй. Туған ауыл, туғандар иҫкә төшөп китте. Хат та юҡ ошо арала. Хәҙер алыҫыраҡ китһәк, тағы һирәкләнер инде.

-Ә ни эшләп беҙ көнсығышҡа табан юл алырға тейешбеҙ икән?

-Белмәйем, Һылыуҡай. Приказ.

Тәүфиҡ шәмде үҙенә яҡынайтты ла хәтһеҙ ҡағыҙ килтереп сығарҙы.

-Ваҡыт барҙа хат яҙайыҡ әле, кәләшкәй.

-Һин хикәйә яҙырға йыйынаһың, ахыры.

-Әсәйҙәргә хатты йышыраҡ яҙырға кәрәк.

-Һин яҙ, мин бинт үтекләйем, — тине Һылыу, ҡулындағы үтегенә ҡуҙ һалып.

Тәүфиҡ, Һылыу яғына йылмайып ҡарай-ҡарай бик оҙаҡ итеп ниҙер яҙҙы ла Һылыуға:

-Нисә метр бинт үтекләгәнеңде яҙайыммы? – тине.

-Йәлләтмәйек. Яҙма.

-Дөрөҫ. Ундайҙарын ҡайтҡас, һөйләрбеҙ. Әйҙә, уҡып ишеттерәм.

Һылыу иренә һыйынып ҡына ултырҙы, башын күкрәгенә терәне. Тәүфиҡ ваҡ, тигеҙ хәрефтәр менән яҙған хатын уҡый башланы.

“Иҫәнмеһегеҙ, ҡәҙерле туғандар: ҡәйнәм, Хаят апай, Бәҙәр апай һәм энекәштәр – Альберт, Илгиз!

Барығыҙға ла һағынышлы сәләмдәребеҙҙе ебәреп, һау-сәләмәт йәшәүегеҙҙе теләп ҡалабыҙ. Ни өсөндөр, туғандар, һеҙҙән хат бик һирәк килә, әллә беҙҙең хаттарҙы ла алмайһығыҙмы икән?

Ҡазандан беҙ хаттарҙы бик йыш алабыҙ. Өфөнән оҙағыраҡ килә, ахыры.

Ҡәҙерле ҡәйнәм! Беҙ һиңә бик йыш яҙырға тейешбеҙ. Дөрөҫ бит? Бына бөгөн Һылыу менән икебеҙ дежурҙабыҙ. Яралы һалдаттар йоҡлай. Беҙ уларҙың тыныслығын һаҡлап ултырабыҙ. Уларға тиҙерәк һауығып сығыу өсөн яҡшылап ял итергә кәрәк. Аҙыраҡ ваҡыт бар, шуға күрә һеҙҙән хат алмаһаҡ та яҙырға булдыҡ. Сөнки беҙҙән хат алыу һеҙҙең өсөн, бигерәк тә ҡәйнәм өсөн, ҙур шатлыҡтыр, тип уйлайбыҙ. Ә беҙгә ҡалһа, һеҙҙән хат алып уҡыу, таҙалығығыҙҙы белеү һөйөнөс. Үҙебеҙгә килгәндә, яҡшы ғына, элеккесә һау-сәләмәт торабыҙ. Икебеҙ ҙә таҙабыҙ, Һылыу кәнишнә минән таҙараҡ. Уның аппетиты – собханалла. Ашау беҙҙең яҡшы. Итле аш, май, шәкәр өҙөлмәй. Йәшелсә лә бар. Ә көнбағышты тетәбеҙ генә. Был яҡтарҙа уны күп сәсәләр икән. Торған урыныбыҙ – ҡыуыш…”

-Икебеҙ саҡ һыябыҙ, тип өҫтә, — тип көлдө Һылыу.

-Артабан тыңла. “Мин үҙем уны ныҡ ҡына итеп һалдым. Түбәһен ҡалайҙан ябып торманым, сөнки барыбер һатып китергә тура килә, күсергә кәрәк була. Шуға күрә һаламдан яптым. Ямғыр үтерлек түгел. Иҙәне лә яңы сапҡан хуш еҫле бесәндән булды”.

-Октябрь айында ниндәй яңы сапҡан бесән булһын?

-Быйылғы тигәнде аңлаттым инде. “Күрәһегеҙ, насар тормайбыҙ, башҡа сыҡҡас. Ҡалғандарын яҙып тормайым. Ғөмүмән, тормош яҡшы.

-Хаят апай! Бөгөн минең шатлыҡлы көн. Мине ВКП(б) ағзалығына кандидат итеп алдылар”.

-Уны ни эшләп миңә әйтмәнең?

-Бер үк хәбәргә ике быуа ваҡыт әрәм итмәйем, тинем. Бына белдең бит, — тип мутлашты Тәүфиҡ.

-Әйтәм күҙҙәрең ялтырап тора ине. Ҡотлайым! Ихлас ҡотлайым, — тине Һылыу, уға ҡулын биреп.

-Шулай ҡоро ғынамы?

-Ни эшләп ҡоро? Аҙыраҡ кипкән ҡарағат бар ине, сәй эсербеҙ.

-Быныһы, исмаһам, ирҙәрсә. Артабан тыңла. “…кандидат итеп алдылар. Йәғни Һылыуҙы аҡрын-аҡрын ғына ҡыуалайым. Шулай итеп, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Миңә инде хәҙер тағы ла тырышыбыраҡ эшләргә кәрәк, сөнки коммунистар һүҙ менән түгел, ә эш менән агитация алып барырға тейештәр. Һылыу редколлегия ағзаһы ла, агитатор ҙа булып эшләй.

Яҙырға теләгән нәмә бөтәһе лә әйтелде, ахыры. Алғы һыҙыҡтан ун ике саҡырым алыҫлыҡтабыҙ. Ул бик алыҫ ара тип иҫәпләнә, сөнки бында тыныс. Ҡәйнәм! Һылыу тураһында артыҡ борсолма. Ярай, ҡәйнәм, апайҙар, хәҙергә хуш булып тороғоҙ.Һылыу үҙе тағы яҙыр әле,иртәгә-иртәнән һуң. Насар яҙғанға ғәфү итегеҙ, яңы әлиф онотолған саҡ. Хат көтөп, сәләм менән Тәүфиҡ. 11.10.42.

-Өҫтәйһеңме?

-Юҡ, үҙем яҙырмын. Исемемде генә ҡуйып ебәрәйем. Һиңә нимә өҫтәйһең инде? Филолог булырға кәрәк булғанда…

-Үҙең бит, әл дә врач булғанһың, халат шул тиклем килешә тейһең.

-Һиңә бөтәһе лә килешә.

-Хатта һинең ирең булыу ҙа. Шулай бит?

-Уның тураһында һүҙ ҙә юҡ инде. Ярай, Тәүфиҡ, һин ҡайт. Бөгөнгө төнөңдө коммунист булып йоҡла. Коммунистар оҙаҡ йоҡламай – уны ла бел.

-Коммунист булғас, иң тәүге йөкләмәмде һинән алдым. Тимәк, аҙ йоҡларға.

* * *

Медсанэскадронға тиҙ генә йыйынып алға китергә приказ булды. Ә Һылыу йөҙҙән ашыу яралы менән ҡалырға ла, машина табып, уларҙы оҙатып бөткәс кенә, үҙ эскадронын ҡыуып етергә тейеш. Хатҡа яҙылған һалам түбәле ҡыуыш та, итле аш, май, шәкәрле урындар ҙа, көнбағышлы яҡтар ҙа тороп ҡалды. Фронт шулай инде. Әле генә ебәрелгән хатты ун-ун биш көндән алып көлә-көлә уҡып ултырған саҡта, Һылыу менән Тәүфиҡ әллә ҡайҙарҙа, әллә ҡайһы һуғыш яланында булырҙар. Кем белә. Хат көнсығышҡа китте, Тәүфиҡтар ҙа алыҫ юлға сыҡты, Һылыу йөҙҙән ашыу һалдат менән тороп ҡалды.

Һылыу менән санинструктор яралыларҙы атҡа тейәп, юлға яҡын урынға ташынылар. Унан һуң үтә ауыр яраланған өсәүһен яҡындағы госпиталгә ат менән алып китте Аҫылғужин. Ул китеү булды, Һылыу машина геүләгән тауыш ишетеп, йүгереп сыҡты. Тик кис етеүгә барыбер ун бер яралы ғына оҙатылды. Эштең хөрт икәнлеген белгәс, Һылыу уларҙы урындарынан ҡуҙғатҡанлығына үкенеп ҡуйҙы. Һуң ине инде, үкенеүҙән генә файҙа юҡ, тик артабанғыһын ғына хәстәрләргә ҡалды. Һылыу яҡындағы ауылға аҙыҡ хәстәрләргә китте. Өй беренсә тиерлек йөрөп сыҡты: икмәк, тоҙланған ҡыяр, картуф – кем нимә бирә ала, шуны алып килеп тигеҙ генә итеп бүлеп бирҙе. Ҡайһыларына сәй эсерҙе, укол һалды, дарыу эсерҙе, Октябрь төнө әллә ни һыуыҡ булмаһа ла һалҡынса ине. Ҡараңғы. Һылыу ҡараңғылыҡтан әллә ни ҡурҡмай ҙа хәҙер; тик бер сигенеп, бер алға барғас, ҡайҙа үҙебеҙҙекеләр, ҡайҙа дошман икәнлеген дә айырып ҡына әйтеп булмай ине. Һылыу ауыр яралыларҙы еңелерәктәренең араһынараҡ һалып, булған кейем-һалым, шинелдәре менән тынҡыслабыраҡ ябып һалды. Яралылар үҙҙәре лә ярҙам итештеләр: ҡуҙғала алғандары шыуышып, аяҡтары аҙыраҡ йөрөгәндәре имгәкләп тигәндәй, урынлаштылар. Һылыу ныҡ арыны. Ағасҡа башын терәп кенә ултырыуы булды, күҙ ҡабаҡтарын да күтәрә алмаҫлыҡ булып йоҡоға талды. Әммә ниндәйҙер ҡыштырлау ишетеү менән һиҫкәнеп китте. Яралылар яғына ҡолаҡ һалды. Ҡыштырлау ул яҡта түгел ине. Үҙебеҙҙекеме? Немец разведчигымы? Әгәр немец булһа? Һылыу яңғыҙы ни эшләр? Ҡыштырлау яҡыная бирә лә туҡтай, тағы ҡабатлана. Бына ул яҡыныраҡ ишетелә башланы. “Минең ҡулдарҙы бәйләп ултыртырҙар ҙа, яралылар араһынан коммунистарҙы, командирҙарҙы һайлап алырҙар, ә ҡалғандарын атып китерҙәр. Ә мине?” Һылыу ҡалтыранып ҡуйҙы. Йоҡо осто. Ул ипләп кенә ынтылып, яралыларҙың документтарын алып эргәһенә һалды. Ул-был була ҡалһа, яндырырға. Шырпыһын ҡапшап ҡараны. Һылыуҙың ишеткәне бар: немец разведчиктары яңғыҙ йөрөмәй. Нисек булһа ла … һуңғы пуля үҙемә. Беҙҙең бында икәнлекте ҡайҙан белделәр икән? Улай булғас, беҙҙең турала бөтәһен дә белгәндәрҙер инде: нисә яралы, кем менән ҡалдырылған… “Кисә әсәйемә яҙған хатым һуңғыһы булдымы икән ни? Ул минең хатымды алып ҡыуанып ултырған саҡта, мин булмаммы икән? Ә Тәүфиҡ? Ул ни эшләр? Үлтереп китмәһәләр, мине ҡулға алһалар, ҡотҡарып маташҡан булырмы? Бәлки үҙебеҙҙекеләр белеп ҡалып ярҙамға килер? Нисек тә тереләй бирелмәҫкә. Ә яралылар? Ҡыштырлау һаман яҡыная. Һылыу ҡуҙғалырға ла ҡурҡып ултырҙы. Арттан килеп ауыҙын ҡапларҙармы? Әллә тауыш бирергәме? Бәлки үҙебеҙҙекеләрҙер? Яралыларҙың береһе ыңғырашты. Ауыр тынлыҡтан һуң хатта ыңғырашыу тауышы ла еңеллек өҫтәне. Әммә ҡурҡыу ҙа көсәйҙе. Ул да ишеткәндер бит? Әгәр теге төндәге кеүек ракета ебәрһәләр? Улай булһа, үҙҙәрен дә тотторасаҡтар. Ни эшләп кенә блиндаждан ҡуҙғалдыҡ икән? Өйрәнгән ер барыбер тынысыраҡ булыр ине. Әгәр һорау ала башлаһалар? Тик Зоя-Таня кеүек кенә яуап бирергә. “Сталин ҡайҙа?” – “Сталин үҙенең посында”. “Штаб ҡайҙа?” – “Штаб үҙенең урынында”. Әгәр минең коммунист икәнлегемде белһәләр? Коммунислыҡ ҡурҡытырға тейеш түгел. Ул ғорурлыҡ, миңә ҡеүәт бирергә тейеш. Мин башҡаларға өлгө буласаҡмын. Тик әсәйемдәр, Тәүфиҡ был ҡайғыларға нисек түҙер?” Шул саҡ нимәлер Һылыуҙың тәүҙә аяғына, шунан ҡулына тейеп үтте. Һылыу ҡапыл терт итеп ҡалды. Пистолетын уң ҡулына күсерҙе лә һул ҡулы менән ипләп кенә аяғына тейгән йән эйәһен һыйпап ҡараны. Шунан… Шатлыҡтан ни эшләргә белмәне: бер аҙ ни әйтергә, ни эшләргә белмәй тып-тын ултыра бирҙе лә һыңҡылдап ҡына илап ебәрҙе. Кеше йылыһына һыйынған терпене үҙенә яҡынайтты. Көҙгө япраҡтарҙы ҡыштырлатып, Һылыуҙы әллә нисә төрлө ҡайғыға һалып, терпе шыуышып килгән икән бында! Терпе! Ошо минутта унан да яҡыныраҡ йән эйәһе юҡ һымаҡ ине. Әйтерһең, Һылыуҙың башына килгән бөтөн ҡайғы-хәсрәттән, мең бәләнән ул ҡотҡарған! Һылыу илап ята торғас, шул тиклем тәрән йоҡоға талды, үҙе лә һиҙмәй ҡалды хатта. Таң алдынан ғына бер яралының өҙәләнеп-өҙәләнеп саҡырыуына уянып китте. Яралыларҙың хәле ауырайғандан-ауырая. Тиҙерәк оҙатырға кәрәк тә бит… Мөмкин булған тиклем ярҙам итеп маташты Һылыу, дарыуҙар өләште, укол һалды, унан һуң берәр телем икмәк менән берәр картуф бүлде. Аҙыраҡ ҡына запас та ҡалдырҙы. Кем белә, бәлки тағы төн үткәрергә тура килер… Һылыуҙың төнгө дуҫы терпегә лә бер телем икмәктән бәләкәй генә һыныҡ өлөш сыҡты.

Яралылар аҙға ғына булһа ла һыҙланыуҙарын онотоп тороу өсөндөр, төрлө темаларға һөйләшеп алалар. Кемдер төшөн һөйләй, кемдер һаташыуын. Һылыуҙың төнгө мажараларын берәү ҙә белмәй.

-Һап-һаумын, имеш, тип күрәм төшөмдә.

-Хәҙер һау саҡтарҙы төштәрҙә генә күреп шатланырға ҡалды инде…

-Тартырға юҡмы?

-Кисә кис бер-ике һурырлыҡ ҡына ҡалдырғайным.

-Мин дә бер генә һурайым әле.

-Кемдәр рәхәтләнеп тороп тәмәке көйрәтә унда?

Һылыу был имен таңға сикһеҙ шат ине. Ярай әле “төнгө ҡунаҡ” терпе булып сыҡты. Юғиһә, был ваҡытта ни эшләрҙәр ине икән?

-Төш һөйләй башлағайның түгелме һуң, яҡташ?

-Эйе, һап-һаумын икән тейем. Уянып киттем дә балаҡты ҡапшайым. Эс яныуына түҙә алмай, йыр сығарып үҙ алдыма көйләп ятам.

Бейеп йөрөйөм тип төштә күрҙем,

Ҡыуанып та уяндым, күңелем хуш.

Ымһыныуҡайҙарым бушҡа булған,

Уң аяғым өҙөк, балаҡ буш.

-Ҡарасы, икебеҙгә бер төш ингән икән. Мин дә шулай төш күрҙем. Һуғыш бөткән, имеш. Ҡул имен, Вокзалда теттереп бейеп йөрөйбөҙ. Шунан яурынға мылтыҡты аҫтым да ҡайтырға сыҡтым. Йәйәүләп ҡайтәп бара инем, бер саҡ ҡояш көнбайыштан ҡалҡты ла һап-һары башлы урыҫ малайына әйләнде бит теге. Мине ҡыуа килә. Башта шөр ебәрҙем. Шунан аҙымды ҡыҙыулаттым. Теге бер тотам да ҡалмай. Шунан ҡәҙимге кешесә итеп, ағай, ҡалдырма мине көнбайышта, тип инәлә башланы. Түҙмәнем, күтәреп алдым. Ҡыҙыу икән тейем.

-Башҡортса һөйләшә инеме, руссамы?

-Төш бит ул, ниндәй телдә һөйләшкәнен кем айырған.

-Һап-һары башлы урыҫ малайы икәнлеген ҡайҙар айырҙың? Бәлки үҙең тел итеп алып ҡайтҡан ниместер? Ул да һары башлы ине бит?

-Көлкөгә борма әле, Ҡотләхмәт.

-Шунан?

-Һин ҡояш бит. Нисек күтәреп алып ҡайтайым? Ҡал бында, тип өгөтләйем тегене. Вәт ҡәһәрең, ҡояш һынлы ҡояштың теңкәһенә тейгәндәр бит теге ҡоҙғондар. Быны ни эшләтәм инде? – тип уйлайым. “Һуң һуғыш бөттө бит”,- тейем тегегә. “Бөтһә лә ул яҡта ҡалғым килмәй”, — ти. “Әйҙә, алай булғас,” — тип әйтеүем булды, теге минең алға төштө лә юл яҡтыртып тәгәрәне лә китте. Уянып китһәм, ҡаршымда Һылыу баҫып тора, уколын тотоп.

-Һылыу, тип, ауыҙ һыуың ҡороно инде. Уның ҡулынан дарыу алып эсер өсөн генә яраланғайның да бит, самаһыҙыраҡ эләктергәндәр шул. Хәҙер алыҫҡараҡ оҙаталар инде.

-Оҙаҡҡа түгел, кире киләм мин. Ҡул ғына мылтыҡ тоторлоҡ булһын.

Яралылар тағы үҙ күңелдәрен үҙҙәре күтәрерлек хәбәрҙәр һөйләп, берәр семтем генә тәмәке бүлешеп алдылар. Һылыу машиналар туҡтатырға китте. Бәхеткә, ярым буш машина тап булды. Артабан да шулай уңайы килеп кенә торҙо. Яралыларҙы оҙатып бөттө.

* * *

Тәүфиҡ Һылыуҙы яҡындағы ауылда ҡаршыланы. Уға ла менге етәкләп килгәйне.

-Бик борсолдом, — тине ире.

-Беренсе тапҡыр түгел дә инде,

-Һуғыш, беренсеме-икенсеме, һинең тәжрибәң бармы-юҡмы – ҡарап тормай, беләһең. Нина Аритҡулованы ана яҡындағы госпиталгә ебәргәйнек, бер нисә генә яралы ҡалған мәлдә, бомба килеп төшкән.

-Әле Нина ҡайҙа?

-Үҙе иҫән ул. Яралылар тейәлгән ике арба, үҙе ултырған арбаның алғы яғы күҙ менән ҡаш араһында юҡ булды, ти. Нинабыҙ ҡурҡыуынан тотлоғоп ҡалған. Госпиталгә барһам, начальник ҡалған яралыларҙы ҡабул итмәй ҙә ҡуя ти. Баҡһаң, начальник та тотлоға икән, Нинаны үҙенән көлә тип уйлаған. Һуңынан аңлашып ҡуйғандар. Ҡайтҡас, үҙең һорашырһың әле.

-Бер юлы күпме яралы,..- тине лә Һылыу Тәүфиҡтың йөҙөнән тағы ниҙер әйтергә теләгәнен аңлап ҡалды. Тәүфиҡ һаман өндәшмәгәс, һораманы. Ире һорашҡанды, үҙенән алдан сыҡҡанды яратмай, әйтер һүҙен яйын тура килтереп кенә үҙе һөйләй.

-Хат юҡмы?

-Почтальон килмәгән әле.

-Ҡайҙа урынлаштың?

-Мин, һылыуым, был юлы айырым ҡыуыш ҡороп торманым инде. Алғы һыҙыҡҡа ебәрәләр мине. Полк врачы итеп. Яраланған врач урынына. Оҙаҡ тотмаҫтар, кире ҡайтырмын. Тәүфиҡ, Һылыуҙы тынысландырыр өсөн, баҫалҡы ғына йылмайған булды. Әммә ҡатыны барыһын да аңланы. Алғы һыҙыҡтан береһен дә кире ебәргәндәре юҡ. Ҡасан да булһа, айырылашасаҡтарын көтөп, үҙен әҙерләп йөрөнө Һылыу. Һуғыштың үҙ талаптары. Шулай ҙа былай уҡ тиҙ булыр тип көтмәгәйне, был яңылыҡ быуынын алды ла ҡуйҙы. Хатта төнгө ҡурҡыу ҙа ул хәтлем булмағайны һымаҡ. Әйтерһең, ошо айырылышыуҙан һуң улар башҡаса күрешмәйәсәк. Ул атының теҙгенен бушатты, ат үҙ яйына барҙы. Тәүфиҡтың менгеһе лә шул тиҙлеккә ҡулайлашып атланы.

Һуғышта һәр айырылыу һуңғыһы һымаҡ тойола. Шулай ҙа яңынан күрешеүгә лә ышаныс көслө була. Һәр яугир иҫән ҡалырына, мотлаҡ Берлинға барып етеренә, Еңеү көнөн күреренә, Тыуған яғына Еңеү менән ҡайтырына, туғандары менән күрешеренә таң атырына ышанғандай ышана.

-Һылыуым, гөлөм, ни эшләп бер һүҙ ҙә әйтмәйһең? Улай итмә. Миңә ҡыйын бит.

Тәүфиҡ үрелеп, ҡатынының ҡулдарын тотто. Һылыу аңлай, өндәшмәй килеүе менән уға бик ныҡ ҡыйынлыҡ тыуҙырыуын тоя – ниҙер әйтергә кәрәк. Уны алғы һыҙыҡҡа ебәрәләр – ул үҙе шулай теләне. Хәйерле юл теләргә, дәртләндерергә кәрәк. Тик әле тел осона бер һүҙ ҙә килмәй. Әллә бөтөн тойғолары бер юлы тамағына килеп төйөлдө лә ҡуйҙымы? Әллә һүҙҙәре онотолоп бөттөмө? Һылыу ынтылып Тәүһиҡтың сәсен һыйпаны. Был яҡынлыҡты тойғандай, аттар ҙа бер-береһенә һыйынды.

-Яҙмыш беҙҙе ғүмергә бергә булырға ҡауыштырҙы, Һылыуым. Борсолма. – Тәүфиҡ бер аҙға тынып ҡалды. – Борсолма, гөлөм. Бына күп тә үтмәҫ, еңеү менән ҡайтырбыҙ. Тик һин үҙеңде мөмкин тиклем һаҡла. Әсәйҙәр хаҡына, минең хаҡҡа, яралылар хаҡына. Ә хәҙер хушлашабыҙ. Алғы һыҙыҡҡа тәжрибәле врачтар кәрәк. Ә мин байтаҡ оҫталыҡ туплағанмын. Көн һайын хат яҙырмын. Һин дә форсатың булғанда яуапһыҙ ҡалма. Әлегә әсәйҙәргә минең китеүем тураһында яҙмайыҡ. Бына Ҡазанға ла, Өфөгә лә минең хаттарым. Үҙеңдең хатыңа өҫтәп һал.

-Әллә ни эшләп бөтәһе лә татлы бер төш һымаҡ ҡына ҡалыр кеүек. Һин миңә һәр саҡ хыялым, төшөм һымаҡһың.

-Дошманды еңеп ҡайтайыҡ әле. Минең өн икәнлегемә ышанырһың. Беҙ бик матур йәшәрбеҙ. Беҙҙең һөйөү утта ла, һыуҙа ла сынығыу үтә. Бер нәмәгә лә бирешмәҫ. Һөйөүебеҙ ҡалҡан булһын, ә үсебеҙ дошман күкрәгенә уҡ булып ҡаҙалһын. Яйы тура килгәндә, килгеләп тә китермен. Һағынырға ирек бирмәм. Һин көт, ышанып көт. Әл дә ҡайтып өлгөрҙөң әле, күрмәй китәм икән, тип ҡурҡҡайным. Хуш, Һылыуым, гөлөм минең. Миңә ошо юлдан боролорға кәрәк, ә һин тура бар. Күп ҡалманы.

Тәүфиҡ ҡатыны менән хушлашып, уңға ҡайырылған юлдан юрттырып китеп барҙы. Һылыу, керпек ҡағып алған мәл кеүек кенә ваҡыт эсендә булған осрашыу,хушлашыу, айырылышыуҙы ни тип аңларға ла белмәй, юл сатында туҡтап, ул киткән яҡҡа ҡарап ҡалды. Дала буйлап сабып киткән ире, нөктәләй генә булып күренгәнсе күҙ керпектәре талғансы ҡараны ул. Әле ошонда йәйәүләп килергә сыҡҡанда ғына әллә ниндәй хыялдарға сумып атлай ине: Һылыу – кардиолог, Тәүфиҡ – данлыҡлы хирург-ғалим. Улар бергәләшеп Ҡазанға ҡунаҡҡа ҡайталар. Саттаровтар уларҙы һағынып көтөп ала. Балалары ишле. Тәүфиҡтың байтаҡ ҡына ғилми хеҙмәттәре баҫылып сыҡҡан. Уны Ҡазан медицина институтына ла лекция уҡырға сағыралар…

…Һылыу Ҡыйғыла һайлаусылары менән осраша. “Кейәү бала ошо буламы? Ҡалай пар килгәнһегеҙ. Балаларығыҙ үҙегеҙгә оҡшаған, бик һөйкөмлөләр, — тип һоҡланалар. Унан осрашыу була. Һылыу сығыш яһай. Һайлаусылары наказдар бирә. Һылыу һәр үтенесте яҙып ала. Өйгә ҡайтҡас, ире:

-Һин һәйбәт һөйләнең, Һылыуҡай. Тик ошо урында йәки тегеһендә аҙ ғына яңылышлыҡ ебәрҙең. Яңылышлыҡ та түгел ул, артыҡ хыялдарға бирелдең шикелле, тип, ҡатынының сәменә теймәй генә төҙәтеп ебәрер.

Әле ире лә, хыялдары ла бәләкәй генә нөктә кеүек һаман алыҫлашты.

* * *

500 километрҙан ашыу юл үтеп, дивизия маршрутын тамамланы; Еланская станцияһы эргәһендә урынлашты ла һөжүмгә әҙерләнде. Медсанэскадрон ашығыс землянкалар ҡаҙҙы, тимер мейестәр урынлаштырҙылар. Октябрь сағыштырмаса йылы булһа ла ноябрь тотҡан урындан һындырырҙай булып ҡаты һыуытты. Ҡоро әсе ел елеккә үтә ине. Шуға ҡарамаҫтан, бөтә подразделениелар ҙа ентекле әҙерлек алып барҙы; тимерлектә дағалар сүкенеләр, ат дағаланылар, пулеметсылар пулеметтарын тикшерҙе, таҙартты, артеллистар снарядтарын рәтләне. Аттар ҙа, яугирҙар ҙа оҙон юлдан ныҡ йонсоғайнылар. Медиктарға ла, ветеринарҙарға ла эш муйындан булды. Йөҙ һикһән километр алыҫлыҡта урынлашҡан Кумылга станцияһынан килеү ноябрь батҡаҡтары арҡаһында ғәйәт ауырға төштө. Һалҡындар ныҡ ҡамасауланы, йылы кейемдәр килеп етмәне, ашау яғы ла наҡыҫ ине. Шулай булһа ла яугирҙар бирешергә теләмәне, рух күтәреңкелеге һаҡланы. Партия һәм комсомол йыйылыштары үткәрелеп торҙо, яңынан-яңы ағзалар ҡабул ителде.

Әхмәт Гәрәевич Дәүләтов та медиктарға эш табып ҡына торҙо. Һалдаттарҙың кейем-һалымын тикшертте, силғау урарға өйрәттертте. Аяҡ кейемдәре үксәләрен ҡырмағанмы, кейемдәре ҡоромо, алмаш кейемдәре бармы? Үҙе лә тик торманы. Яратып уҡыған китаптарынан өҙөктәр йәки Лермонтовтың “Мцыри” поэмаһын тасуири итеп һөйләп китһенме, инструменттарын әлеге шарттарға ҡулайлаштырып маташһынмы… Ни генә эшләмәһен, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәгәнлеген, бирелергә ярамағанлығын күрһәтә ине ул. Хатта хыялланып алырға ла форсат тапты.

-Киләсәктә операциялар бысаҡһыҙ эшләнергә тейеш. Медицина шундай ысул уйлап табыу өсөн ынтылырға бурыслы. Һеҙ ҙә, медиктар, һәр ваҡыт уйлап йөрөгөҙ. Бына әле мин уйлап сығарған инструмент ниҙән ғибәрәт тиһегеҙме, ул үтә төпкә инеп киткән пуляны йәки снаряд ярсығын тартып алыу өсөн ҡулайлаштырылды…

Һылыу ҙа, башҡа медицина работниктары кеүек үк, ныҡ йонсоно. Тиҙерәк, тиҙерәк бөтһөн ине ошо ҡәһәрле һуғыш! Һайлаусыларымдың күпме наказдары ҡағыҙҙа ҡалды. Район үҙәгенә ҙур итеп, бөтөн уңайлыҡтары булған больница һалдырасаҡмын, уның тирә-яғын йәшеллеккә күмәсәкмен, ауырыуҙар матур итеп ял да итһендәр өсөн шарттар тыуҙырасаҡмын, тигән хыялы бар ине. Ҡарағай урманы шаулап ултырһа, шифалы һауа һулап ҡайтырҙар ине…

Әле лә һайлаусыларына хат яҙып ебәрергә ҡарар итте. Уларҙың хатына яуап та яҙмағайны әле. Ә ҡыйғылар, депутат Һылыу Әхмәтованың радио аша сығышын тыңлағас, бик йылы, рухлы хат яҙғайнылар.

“Ҡәҙерле һайлаусыларым! – тип башланы ул хатын. – Һеҙгә боевой коммунистик сәләм ебәрәм. Сәләм шулай уҡ фронтташ дуҫтарымдан. Эшегеҙҙә уңыштар теләйем. Мин һеҙҙең хатығыҙҙы алдым. Ҙур рәхмәт. Быйылғы уңышты һәйбәт йыйып алыуығыҙ, колхозда ирҙәр аҙ ҡалһа ла бирешмәүегеҙ хаҡында белеп ҡыуандым. Рәхмәт, дуҫтар! Бирешмәгеҙ. Һеҙҙең ныҡ булыуығыҙ – беҙҙең өсөн ҙур көс. Мин һеҙҙең хатығыҙҙы һаҡлап йөрөтәм. Бында яралылар әленән-әле алмашынып тора. Яңылары килгән һайын, уларғы уҡыйым. Бында бит, үҙегеҙ беләһегеҙ, тыуған яҡтан килгән һәр сәләм, һәр яңылыҡ уртаҡ. Шатлығы ла, ҡайғыһы ла тигән кеүек.

Егеттәр бирешмәй. Гитлеризмды ер йөҙөнән тотош һеперәсәкбеҙ. Ә таянысыбыҙ – һеҙ. Ҡорал да, аҙыҡ-түлек тә, кейем-һалым да һеҙҙән килә бит. Ә унһыҙ һуғышып булмай.

Ҡәҙерле һайлаусыларым! Мин һеҙҙең Тыуған ил алдында бурысығыҙҙы намыҫ менән үтәйәсәгегеҙгә, бирешмәҫегеҙгә ышанғайным һәм ышанысымдың аҡланырына шигем юҡ. Мин дә һеҙҙең ышщанысығыҙҙы аҡларға тырышырмын, башҡа яугирҙар ҙа һүҙ бирәләр.

Беҙ еңәсәкбеҙ!

Йәшәһен Совет халҡы!

Йәшәһен Ленин-Сталин партияһы!

Йәшәһен фронт-тыл берҙәмлеге!

Еңеү өсөн! Тыуған ил өсөн! Азатлыҡ өсөн көсөбөҙҙө лә, кәрәк икән йәнебеҙҙе лә йәлләмәйәсәкбеҙ, иптәштәр!

Һау булығыҙ. Сәләм менән һеҙҙең депутатығыҙ Һ Ы ЛЫ У Ә Х М Ә Т О В А. Ноябрь. 1942 йыл.

* * *

Дивизия етәкселеге медицина работниктарын йыйып алды. Һәләк булғандарҙың да, яралыларҙың да береһен дә һуғыш яланында ҡалдырмаҫҡа, алып сығырға күрһәтмә бирелде.

Һылыу йыйылыштан ҡайтты ла һайлаусыларға яҙған хатын өсмөйөшләп тәҫләп, һалып ҡуйҙы, шунан ире яҙған хаттарҙы уҡырға ултырҙы. Кемдер землянка ишеген асып:

-Төтөнөгөҙ шәп сыға. Утты кәметегеҙ, — тип иҫкәртеп китте.

Ауыр юлдан һуң, землянка ожмах тойола ине. Яралылар рәхәтләнеп ял итте. Бпшҡортостандан делегация килеп, күстәнәстәр өләшеп, концерт ҡуйып китте. Һуғышсылар үҙҙәрен аҙға ғына булһа ла тыуған яҡтарына ҡайтҡандай тойҙо.

Һылыу Тәүфиҡ яҙып биргән хаттарға үҙ исемен өҫтәне лә, почта менән ебәрергә тип һалып ҡуйҙы. Һылыу менән Тәүфиҡ шулай һөйләште: айырым икәнлектәрен белгертмәҫ өсөн, Тәүфиҡ алғы һыҙыҡтан хат яҙып ебәрә лә Һылыу исемен өҫтәп ҡуя йәки үҙе лә өҫтәп яҙа. Шунан һуң ғына хатты тыуған яҡтарға оҙаталар.

* * *

Һылыу иртә менән торҙо ла Кусимов полкына һалдаттарҙы тикшерергә китте. Яугирҙарға ял мулыраҡ эләгә, медиктарға ял тәтемәй. Уларға тынғы юҡ. Фельдшер Кәлимулла Яҡупов менән бергә бөтәһенең дә өҫ кейемдәрен, аяҡ кейемдәрен, үксәләрен тикшереп сыҡтылар. Һылыу юл ыңғайы Кусимовты осратып, ҡулындағы яраһына иғтибар итте.

-Ни эшләп беҙгә килмәнегеҙ, Таһир Тайыпович!

-Ямауы өҫтөндә. Төҙәлде инде, Һылыуҡай! – тип үтеп китте майор.

-Ул гел шулай, үҙ ямауы менән төҙәтә лә ҡуя, – тине Яҡупов, командиры өсөн ғорурланып. Кәлимулла үҙе лә һомғол буйлы, эре һөйәкле егет. Һәр саҡ Кусимовҡа оҡшарға тырыша. Уның эргәһендәрәк була. Командир тураһында сығарылған күп кенә легендаларҙы ла таратыусы ул. Һылыу шуларҙы иҫенә төшөрөп, йылмайып ҡуйҙы. Кәлимулла ла ни яғы менәндер Кусимовҡа оҡшап тора. Пуля, снаряд ярсығы тейһә лә уларҙың мөһабәт кәүҙәһенән ҡаҡлығып китер һымаҡ.

Һылыу эшен тамамлап, ҡайтырға сыҡҡайны, алдан сабып барыусы һыбайлыны Тәүфиҡҡа оҡшатып ҡапыл туҡтаны. ”Был полкка ҡайҙан килеп сығырға тейеш ул? – тип аптыраны. – Шул, шул. Бер кем дә атта уның һымаҡ килешле итеп йөрөй алмай. Ана бит кәүҙәһе шәм һымаҡ төҙ, башын ғына аҙыраҡ ҡырыныраҡ тота. Моғайын, берәй көй көйләп йәки һыҙғырып баралыр. Һылыу атын ҡыҙыулатты.

-Иптәш капитан! Ҡайҙа елдерәһегеҙ? Мине онотоп ҡалдырҙығыҙ бит! – тип шаяртты Һылыу, уны ҡыуып етәрәк.

-Һылыу! Һылыуҡайым! Йәнем, ҡайҙан килеп сыҡтың һин? Бына был осрашыу! Ә мин һинең янға китеп бара инем.

Оҙон юл буйы уларҙың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне, ҡарашып күҙҙәре туйманы. Иҫкә төшөрмәгән, һөйләшмәгән хәтирәләре ҡалманы тиерлек. Тик бер-береһен күреп танһыҡ ҡыналары ҡанманы.

Медсанэскадрон урынлашҡан ергә килеп етеү менән, Тәүфиҡ Ситдиҡовичты һырып алдылар һәм алғы һыҙыҡтағы хәлдәр тураһында һораша башланылар.

-Беҙгә ниндәй дәғүәләрегеҙ бар? – тип һораны Саттаров уларҙан.

-Өлгөргән, эшләгән тиклемегеҙгә рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ инде, — тине Әхмәт Гәрәевич. – Тик санинструкторҙар хәҙер яңылар, ахыры, шина һала белмәйҙәр. Өйрәтегеҙ уларға.

-Ярай. Үҙебеҙ ҙә шулай уйлап тора инек. Ә үҙегеҙ һуң, Әхмәт Гәрәевич, ул тиклем юлды нисек үттегеҙ? Һаулыҡ нисек?

-Түҙерлек. Рәхмәт.

-Өйҙән хат-хәбәр бармы?

-Делегация аша ҡатыным посылка, хат ебәргән. Иҫән-һаубыҙ тигән. Ни эшләп бында торабыҙ әле, әйҙәгеҙ землянкаға. Яйлап һөйләшербеҙ. Сәй эсәйек. Хәҙер сәйҙе мул бирәләр. Башҡорттар сәй ярата, уларҙан сәй йәлләмәгеҙ, — тигәндәр.

-Ярай, бер аҙ ваҡытым бар. Инәйек.

-Алғы һыҙыҡтың дәғүәләрен тыңларға килдем, — тип, йүгереп килеп етте Лидия Хабарова. Ҡатын-ҡыҙҙар Тәүфиҡты туғандары кеүек яҡын күрәләр ине.

-Машиналарға ла, аттарға ла мөмкин тиклем йомшағыраҡ түшәп, уңайлыраҡ итеп һалырға тырышығыҙ инде. Яралылар ныҡ йонсой. Тегендә беҙ бер ни ҙә таба алмайбыҙ, — тине Саттаров.

-Тырышырбыҙ, Тәүфиҡ Ситдиҡович. Бынау бысрағы ла оҙаҡҡа һуҙылды. Ҡасан туңдыра инде…

-Егеттәр пулеметтарҙы елкәләренә һалып тигәндәй сығаралар бит. Шундай ваҡытта бомбаға тота башлаһалар, һәләк бит…

-Ҡорал йәлләмәйҙәр. Уларҙың төп маҡсаты – Сталинградты алыу.

-Йәйге кампания пландары барып сыҡманы. Сталинградҡа ажарланып ташланасаҡтар, әлбиттә, — тине Әхмәт Гәрәевич.

-Шулай ҙа арҡа һөйәктәре ныҡ ҡаҡшаны. Илебеҙ аҙ ғына ваҡыт эсендә экономик, хәрби ауырлыҡтарҙы еңде. Һуғыштың тәүге осоро беҙҙең файҙаға тамамланды. Немец һалдаттары ла кем менән эш иткәндәрен аңланы. – Саттаровтың лекцияларын һағынып киткәйнеләр. Шуға ла ипле генә баҫып берәм-берәм уның янына йыйыла башланылар.

-Ошондай ваҡытта беҙҙән ни тиклем оһоллоҡ, берҙәмлек, энергия талап ителгәнлеге күренә инде. Кеше резервы сикһеҙ түгел. Сафтан сыҡҡандарҙы яңынан ҡайтарыу иҫәбенә тулыландырып торорға кәрәк. Был – беҙҙең маҡсат, — тине Дәүләтов, һөйләшкәндәргә һығымта яһағандай. Шунан тағы дауам итте. – Ә шулай ҙа иң мөһиме – төшөнкөлөккә бирелмәү. Кешенең рухи ныҡлығы бөтә төр ҡоралдарҙан да ҡеүәтлерәк. Ҡоралдан ғына түгел, хатта дарыуҙан да. Кеше төшөнкөлөккә бирелдеме, әллә ниндәй оҫталығың да, дарыуың да файҙаһыҙ тиерлек. Ғәжәп, күҙәтә киләм был хәлде. Махсус тикшеренеү талап итә был күренеш. Шулай бит, Һылыу Миңнеәхмәтовна? Ни өсөн мин уға мөрәжәғәт итәм? Әле бына иптәш Әхмәтованың блокноттарын, альбомын ҡарап ултырам. Шолоховтың “Нәфрәт фәне”, Алексей Толстойҙың “Беҙ нимәне һаҡлайбыҙ?”, Фединдың “Бурыс хаҡында” тигән мәҡәләләре, Башҡортостан хеҙмәтсәндәренең беҙгә яҙған хаты, ҡыҫҡа хикәйәләр, йырҙар, Гастелло, Космодемьянская тураһында очерктар – нимә генә юҡ унда! Ошо партия-политик эш түгелме? Ысын агитаторлыҡ! Төнгө дежурстволарында яралыларға уҡый уларҙы, йырлап та ебәрә. Ә беләһегеҙме, яралыларға йыр нисек тәьҫир итә?

-Яралыларға ғына түгел, һау боецтарға ла күңел дауаһы инде йыр. Мин үҙем дә тыуған яҡ моңон ишетһәм, ҡанатланып ҡайтырҙай булып китәм. Икенсе яҡтан, шул һағыныу дошманға үс булып ҡайнай башлай, йоҙроҡтар төйөлә,.. – тине Әбдрәшитов.

Хирург Чулков был һөйләшеүгә ҡыҫылмай ғына ултыра ине, битараф ҡалмаған икән. Ул да үҙ фекерен әйтеп эйҙе:

-Бер немец офицеры, рустарҙың рухын йолҡоп ташлау өсөн, тип тост күтәргән, ти. Ай-һай, фриц, был теләгең ғүмерҙә лә тормошҡа ашмаҫ!

-Рухи ҡорал иҫәпкә алынмаған ҡеүәтебеҙ ул беҙҙең. Әммә тап ошо ҡорал башҡаларының ҡеүәтен икеләтә-өсләтә көсәйтеп ебәрә. Дөрөҫ әйтәһең, иптәш Чулков, немецтар беҙҙең йөрәктәрҙәге ул көстө ғүмерҙә лә йолҡоп алып ташлай алмаясаҡ!

Был көнләрҙә дивизияла партия-политик эшкә айырыуса ныҡ иғтибар бирелә ине. Шуға планлымы, осраҡлымы – мөмкин булған ваҡытта, тура килгән осраҡта бындай йыйылыштар булғылап торҙо. Әле лә Саттаров менән осрашыу шундай әңгәмәгә әйләнеп китте. Тәүфиҡ Саттаров сәғәтенә күҙ һалып алды. Һиҙгер күңелле Әхмәт Гәрәевич быны абайланы һәм:

-Иптәштәр, Тәүфиҡ Ситдиҡовичты һүҙ менән бик шәп һәм оҙаҡ һыйланыҡ. Уның ваҡыты һанаулы ғына. Кәләшкәйе менән сәй эсеп алһындар, — тип, торҙо да землянка ишеге яғына ыңғайланы. Башҡалар ҙа уның артынан ҡуҙғалды.

Һылыу сәй әҙерләне.

-Әйтеүе артыҡ та, урынһыҙ ҙа, шулай ҙа үҙеңде һаҡлабыраҡ йөрө, Һылыу. Башҡорттар яугирҙарҙы яуға оҙатҡан саҡта, үҙеңде һаҡла, тип әйтмәгәндәр, намыҫыңды һаҡла, тигәндәр, тине бер көнө бер егет. Ә шулай ҙа ни эшләптер һөр осрашыу, һәр айырылышыу ниндәйҙер хәүеф менән аралаша. Һаҡлан, тип әйтке килә.

-Үҙең әйтмешләй, һуғыш бит, Тәүфиҡ. Һабантуйға килмәгәнбеҙ…

-Мин һиңә Нәҡиәнең яҙған хатын уҡытманым бит әле. Еңгәй тураһында яҙ: йөҙө, сәсе, күҙҙәре, йөрөшө, һөйләшеүе – миңә бөтәһе лә ҡыҙыҡ тигән. Йырлаймы? Ниндәй йырҙар ярата?.. Тағы әллә ниҙәр һорашып бөткән. Бик һағындым барыһын да. Өфөнөкөләрҙе лә, Ҡазандыҡыларҙы ла. Бигерәк тә әсәйемде… Һинең менән бергә саҡта һиҙелмәгән кеүегерәк ине… Әсәйем бит һинең кеүек: тыныс холҡло. Нәҡиәгә лә шулай тип яҙҙым. Еңгәң әсәйгә оҡшаған тинем.

-Рәхмәт, Тәүфиҡ. Килен ҡәйнә тупрағынан ти бит. Был минең өсөн иң оло баһа.

-Ир балалар әсәйҙәренә оҡшаған ҡыҙҙарға өйләнергә тырышалыр.

-Ә мине, әсәйебеҙгә бөтөнләй ҙә оҡшамаған инде, һин шаштырғанһың, тип ҡуйһалар? – Һылыу иркәләнеп кенә Тәүфиҡ янына ултырҙы.

-Ул турала һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел, Һылыуҡайым. Һине бит барыһы ла бик ярата.

-Шаштыраһың…

-Шаштырмайым. Ҡалдырып китергә лә ҡыҙғанам.

-Әйттем бит, бергә китәйек тип.

-Күсерер һине Әхмәт Гәрәевич. Һин уның уң ҡулы бит. Һин бында бик кәрәкһең. Һин бөтөн булмышың менән медикһың. Һин тән яраһын ғына түгел, күңел яраһын да уңалтаһың. Медицина ундайҙарға ныҡ мохтаж. Медицина эш кенә түгел бит. Гете нимә тигән әле? “Кешелек донъяһын өйрәнеүҙең төп предметы Кеше булырға тейеш”. Ә медицина ана шул төп нәмәне – Кешене һаҡлай. Төрлө юлдар менән. Дауалау, ышаныс-өмөт уятыу, сыҙамлыҡ тәрбиәләү һәм башҡалар. Ә һин – ысын медикһың, тимәк. Ярай, Һылыуым, хушлашайыҡ. Яйын табып шулай килеп сыҡҡылармын. Бына хат. Бер үк айырым икәнлегебеҙҙе белмәһендәр. Хәсрәт өҫтәмәйек. Ҡайтҡас, бөтәһен дә һөйләрбеҙ әле. Шулай бит?

Һылыу ирен оҙатты ла сәй табынын йыйып, хаттарҙы уҡырға тотондо. Һәр хатҡа өҫтәп яҙып, имзаһын ҡуйып сыҡты.

* * *

Тәүфиҡ киткәндең өсөнсө көнөнә тағы юлға сыҡтылар. Тик был юлы үтә ныҡ һаҡлыҡ менән барҙылар. Алғы позициянан 30-35 километр алыҫлыҡта булһалар ҙа, разведка самолеттары күренгеләп торҙо. Был юлы ла төндә байтаҡ ара үттеләр ҙә көндөҙ ялға туҡтанылар. Аттар бигерәк ныҡ йонсоно, сөнки был ваҡытта башҡорт тоҡомло аттар ныҡ кәмегәйне, өҫтәп килтергәндәре бындай ауырлыҡҡа сыҙамһыҙ булып сыҡты.

Самолеттарҙың осоуы йышайғас, бергә өйөлөшөп ултырмаҫҡа, таралырға ҡуштылар. Һылыу, аяҡтарын ял иттерер өсөн, итектәрен сисеп, арба өҫтөнә ултырҙы. Картуф алып килеп, икешәрҙән өләшеп сыҡтылар. Кәнсир һауытына сәй ҡойоп эстеләр. Көн бер аҙ һалҡынсараҡ булһа ла, ял ял инде. Сәйҙән боҫ тарала, йылы картуф йөрәккә лә ял булған һымаҡ.

-Һылыу, моғайын, бомба ташларҙар, самолеттар йыш оса башланы. Аяҡтарыңа кей, арбанан төш, — тип ҡысҡырҙы ҡыуаҡлыҡҡа ышыҡланып ултырған Лидия.

— Ҡыуаҡлыҡ бомбанан ныҡ һаҡлар ул, хәҙер эргәңә барам, — тип шаяртты Һылыу.

Ысынлап та ҡола яланда йәшеренеү түгел, ышыҡланырға ла урын юҡ ине. Бомбаға тота башлаһалар, тотош ҡырып һаласаҡтар. Был ап-асыҡ. Күңел тынысландырыу өсөн генә ышыҡланыр кәрәктер. Һылыу картуфын ғына ҡапҡайны, эргәлә снаряд шартланы. Һылыу ашауын дауам итте. Йүгереп үтеп барған егет уның арбаһына яҡынайҙы. Үҫмер генә үҙе, мыйыҡ урыны ла беленмәгән, төктәр генә сыҡҡан. Ун алты-ун ете тирәһендә генәлер.

-Бында кил!

Ни эшләргә белмәй аптыранған егет йәһәтләп Һылыу янына килде. Егет арба янында башын ҡаплап тик ултырҙы. Ашарға уйламаны ла, картуфы ла ҡулында ине. Тубыҡтары туҡтауһыҙ дерелдәй. Снаряд тағы шартланы.

-Тубыҡтарыңды тый әле! – тип шаяртты Һылыу, егеттең ҡурҡыуын бер аҙ баҫыу өсөн. Егет Һылыуға шул тиклем аптырап ҡараны, әйтерһең, ул үлем хәлендәге кешене шаяртып маташа ине.

-Тубыҡ ҡайғыһы бармы бында? – тигән булды һалдат.

-Фронтта тубыҡты ҡайғыртырға кәрәк. Юғиһә, нисек шыуышырһың?

Егет тағы ла нығыраҡ аптырап торҙо ла:

-Һеҙ Һылыу Әхмәтовамы әллә? – тип һораны.

-Эйе. Ни эшләп?

-Тәүфиҡ Ситдиҡович һеҙгә хат ебәрҙе.

-Шулаймы? Ул иҫәнме? Хат ҡайҙа?

-Мин алғы һыҙыҡтан. Аҙыҡ алырға ебәрҙеләр. Юл ыңғайында һеҙҙән медикаменттар алырға тейешбеҙ. Ул иҫән. Тап һеҙҙең кеүек. Ҡурҡмай ҙа, шаян да.

-Яраланмағанмы?

-Юҡ. Мин Һылыу апайҙы ҡайҙан табайым тигәйнем, “Иң һылыуы, иң ҡыйыуы минең Һылыуым булыр” — тип һамаҡлап ҡуйҙы.

Һылыу был һүҙҙәрҙе ишетмәй ине инде. Егет тапшырған бәләкәй генә ҡағың киҫәген уҡый башланы. Бер ҡарауға ырғытып ҡына ҡуйырлыҡ һымаҡ таушалып бөткән ҡағыҙ киҫәге, ә ошо минутта Һылыуға шул тиклем оло бәхет килтергән ҡәҙерленән дә ҡәҙерле нәмә ине. Һылыу барыһын да онотто һымаҡ: эргәлә генә снарядтар шартлауы ла, егеттең ниҙер әйтеп йүгереүе лә, кәнсирҙә ҡалған бер йотомдай сәйе лә, ашалмаған бер картуфы ла… “Форсат сығыу менән ял ит, йәме, Һылыуым!” Ошо һүҙ ҡанат үҫтәргәндәй булды. Әгәр һауанан туҡтауһыҙ үлем уттары яуып тормаһа, ялан буйлап яланаяҡлап йүгереп сығып китергә әҙер ине. “Мин уны яратам! Ул мине ярата! Ошонан да оло бәхет бармы ни?” һылыу тиҙ-тиҙ генә итектәрен кейҙе лә яралылар янына ашыҡты. Улар ятҡан землянка өҫтөнә ары-бире генә сыбыҡ-сабыҡ ҡапланғайны. Кемгәлер йылы һүҙ әйткеһе, йыуатҡыһы, йәшерәктәренең арҡаһынан һөйөп алғыһы килде.

Яралылар Һылыуҙы күреү менән шаулаша башланы.

-Бына Һылыу килде. Һөйләһен әйҙә!

-Нимәне?

-Бомба ташлап йөрөгән фрицтарға йоҙроҡ күрһәтә-күрһәтә картуф ашап ултыра Һылыу, — тип һөйләйҙәр бит.

-Йүкә телефон шәп эшләй беҙҙә.

-Ундай хәбәргә юл һәр ваҡыт асыҡ. Телефон кәрәкмәй.

-Телефоны телефон, Һылыу. Туҡырлап арба өҫтөндә барғы килмәй, имгәк булып. Оҙаҡ ятҡырмағыҙ әле мине. Мылтыҡ тота алам. Бер-икеһен булһа ла дөмөктөрәйем әле шуларҙың.

-Ярағыҙ төҙәлеп етмәгән шул әле.

-Кейемде алам да үҙем сығам.

-Кейемегеҙ ҙә кипмәгән. Тышта һыуыҡ, мейестең көсө етмәй, кейемдәрҙе киптереп алып булмай ҙа ҡуя.

-Хәйләкәр кеше һеҙ, Һылыу Миңнеәхмәтовна!

-Ысынын әйтәм. Кейемегеҙ бик бысраҡ булғанға йыуып элгәйнем. Былай тиҙ китербеҙ тип уйламағайным шул.

-Үҙең ғәйепле шул, тәртип белмәйһең, аунап йөрөп һуғышаһың бит. Был бысраҡта аунамаһаң да була ла бит.

-Эйе шул, мин дә аптыраным. Тәкмәсләп тә китә, туңҡайып та ята. Бысраҡты бар тип тә белмәй, — тип шаярта башланылар һалдатты.

-Ә үҙеңсе! Яҡташ булғанға ғына өндәшмәйем. Али Карнайға һөйләһәм, тотош дивизия шарҡылдап көләсәк. Мылтыҡ төйҙәһе менән ярҙың бит берәүһенең башын…

-Үпкәләтмәгеҙ, тәртәһе ерек уның. Шартлап һынып ҡуйһа, Һылыу ҙа төҙәтә алмаҫ, — тип, һаман шаярышҡан булдылар.

Ҡайғы, һуғыш… һыуыҡ, бысраҡ, аслыҡ, дарыуҙарға ҡытлыҡ… Үкереп илап ятырлыҡ. Ә улар шаярыша, улар көлә… Илау урынына көләләр. Ҡайғыларынан көләләр, бәхетһеҙлектән көләләр, хатта ғәриплектәренән көләләр… Улар бөтәһен де күңел күтәреңкелеге менән еңеләйтергә тырыша. Улар – совет яугирҙары, еңелмәҫ һалдаттар. Бер кем, бер ҡасан да еңә алмаясаҡ ундайҙарҙы!

* * *

Медсанэскадронға был урында оҙаҡҡараҡ ҡалырға тура килде. Шуның өсөн ашығыс рәүештә землянкалар яһай башланылар. Еңелерәк яралыларҙы сафҡа индерерлек хәлгә килтерергә, атлай алырлыҡтарын юлға әҙерләргә, ауыр яралыларын оҙатып бөтөргә приказ алынды. Простыня менән генә бүленгән урында ныҡ ҡаты яралы ята ине. Һалдат хәлһеҙ ҡулдары менән өҫтөн рәтләберәк ябып ҡуйған булды ла:

-Һылыу, эшең бөтөңкөрәгәс, минең өсөн аҙ ғына ваҡытыды бүлерһең әле. Хат яҙҙырырға ине, — тине.

-Килермен, туғаным. Инермен яныңа, — тине Һылыу.

Һылыу бөтәһенең дә яраларын таҙартып, мөмкин булған тиклем яңынан урап, Тәүфиҡҡа хат яҙырмын, тип һаҡлап йөрөткән ҡағыҙының яртыһын йыртып алды ла яралы янына килде.

-Йә, туғаным, кемгә, ни тип яҙайым?

Тыныс, баҫалҡы йөҙлө һалдат ҡап-ҡара күҙҙәрен билдәһеҙлеккә төбәп бер аҙ ятты. Йөҙө ап-аҡ ине. Ҡан әҫәре ҡалмаған тиерлек. Һылыу йәлләүен һиҙҙермәҫ өсөн, йылмайып ҡарап, яуап көттө.

-Минең бер кемем дә юҡ ул. Өйләнеп өлгөрмәнем, туғандарым юҡ. Яңауыл районында уҡытыусы булып эшләнем. Күрше ауылда Сәғиҙә исемле яратҡан ҡыҙым бар ине. Бик ярата инем үҙем. Эштән һуң һыбай саба торғайным янына. Эргәһенә барһам, айырылып ҡына китер әмәл тапмай аҙаплана инем, ошолай булырын һиҙгәнмендер инде. Хатты Сәғиҙәгә яҙайыҡ. Мин әйткәндәрҙе һүҙмә-һүҙ яҙығыҙ. Төшөрөп ҡалдырмағыҙ. Мин үҙ хәлемде үҙем аңлайым, — тип алдан иҫкәртеп ҡуйҙы.

Һылыу өндәшмәне. Хаттың ауыр йөкмәткеле булырын һиҙеп, үҙен дә әҙерләне.

“Һөйөклө Сәғиҙәм! Һиңә бәлки һуңғы тапҡыр “һөйөклөм” тип өндәшәмдер. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, хәлем ауыр. Мин һине бик яраттым. Һинең дә яратыуыңа ышана инем. Беҙ еңербеҙ, һөйөклөм. Матур, тыныс, тормош килер. Һин кейәүгә сығырһың. Балаларың булыр. Ә мин яҡты донъя менән егет көйө хушлашам. Был донъяла бер кем дә минең ғүмеремде дауам итмәйәсәк. Аяныс, әммә был хаҡ. Бер кем дә, бер ҡасан да шундай кеше бар ине, тип иҫкә алмаясаҡ. Шуның өсөн, һөйөклөм, бер үтенесем бар: мине һин иҫкә ал, йәме. Оло Еңеү көнөн ҙур байрам итеп билдәләрҙәр. Ана шул көндә, фашистарға ҡаршы аяуһыҙ һуғышта һәләк булғандарҙы хәтерләгәндә, эстән генә булһа ла минең исемемде хәтерләрһең. Әгәр ирең яугир булһа, уттар-һыуҙар үткән кеше булһа, аңлар. Һау бул, бәхетле бул. Киләсәк бәхете өсөн баш һалыуыбыҙ бушҡа сыҡмаҫ. Бәхетле булыуығыҙға ышанам.”

Хат юлдарын бүлеп-бүлеп, өҙөп-өҙөп әйтте һалдат. Һылыу күҙ йәштәрен саҡ тыйып ултырҙы. Йыуатманы ла, туҡтатманы ла. Ысынлап та, уның һанаулы ғына минуттары ҡалғайны.

-Һылыу, мин һиңә ышанам, әйткәндәремде тотош яҙғанһыңдыр. Ҡайҙа, исем-фамилиямды үҙем яҙайым. Бөгөн 18 ноябрь 1942 йыл. Һалдат яраланған уң ҡулының бармаҡтары араһына ручка ҡыҫтыртты ла хатҡа ниҙер өҫтәп ҡуйҙы. Һылыу уның күҙ алдында хатты өсмөйөшләне лә адресын яҙҙы.

-Бөгөн үк биреп ебәрермен.

-Әйткәнеңә рәхмәт, Һылыу. Ашыҡтырып яуап көтөргә түгел миңә.

-Төшөнкөлөккә бирелмә улай. Минеңсә, бер кем дә онотолмаҫ. Бер кемде лә оноторға тейеш түгелдәр.

* * *

19 ноябрҙә алға киттеләр. Ул һалдатты ла, тағы бер нисә яугирҙы хөрмәтләп ерләнеләр. Юлда башта тыныс ине. Шунан бер-ике самолет осоп үтте. Разведка самолеттары булған икән. Кискә табан арттан да, алдан да һөжүм башланды. Ҡайҙа ҡарама – атыш, үлеш. Аттар аунап ята, арбалар түңкәрелә, санинструктораҙр яралыларҙы күтәреп, арбаға тейәп ҡуҙғалдыҡ ҡына тигәндә, арба өҫтөнә бомба килеп төштө. Һылыу ҙа, яралыр ҙа уларға ярҙамға ташланды. Аптека тейәлгән арбаның яртыһы юҡ. Анна Наумовна Маневич менән Анна Мариныч тирә-яҡҡа һибелеп киткән дарыуҙарҙы йыйып маташа. Яраланған һалдаттарҙы был мәхшәрҙә ыңғырашыуҙарына ҡарап ҡына эҙләп табырға мөмкин, башҡаса әмәл юҡ. Күҙ бәйләнер мәл етте. Өҫтәүенә бысраҡ. Һылыу бер яралыны йөкмәп тынысыраҡ яҡҡа шыуып бара ине, икенсеһенең ыңғырашыуын ишетеп ҡалды. Һылыу уның ҡайһы тирәлә ятҡанлығын тоҫмаллап билдәләне лә быныһын ышыҡ урынға һалып яңынан килергә тигән ниәт менән ары шыуып китте. Йөкмәп барған яралы ауыр, үҙенең һис кенә лә атларлыҡ та, шыуышырлыҡ та рәте юҡ. Һылыу яралыны килтереп, повязкалар урынына простынялар йыртып бәйләп һалды ла кире китте. Барһа, улар икәү булып сыҡты. Бирерәк ятҡанын тәүҙәрәк алып китергә ынтылғайны, икенсеһе ҡулын болғаны. Барһа, ни күҙе менән күрһен! – немец офицеры. Немец! Фриц! Фашист! Етмәһә, ҡулын болғап ярҙам һорап ята. Эргәңдә ятҡан һалдатты бәлки һин яралағанһыңдыр… Сәғиҙәгә һуңғы хат яҙыусы һалдатты бәлки һин яралағанһыңдыр… Хаят апайымдың ирен, еҙнәйемде, үлтереүсе бәлки һиндер? Туҡта, румындар менән һуғышабыҙ тиҙәр ине. Немец офицеры бында ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң? Нисек кенә булмаһын, үҙ башыңа үҙең еткәнһең – ят әйҙә. Ә теге ялбара. Кеҫәһенән фото килтереп сығарҙы. “Муттер, майне муттер. Майне фамилие”, — тип, берсә әсәһенең, берсә ғаиләһенең фотоһын күрһәтә. Ике аяғы ла ҡанһыраған. Әсиргә төшөргә теләгән кеше кеүек ике ҡулын күтәрә. “Систе, систе, ду бист короши, их бин короши. Гитлер капут. Я короши”. “Хороший булғас, ни эшләп быға аттың?” – тип яралы һалдатҡа күрһәтә Һылыу. “Гитлер капут” – тип ҡабатлай теге. Һылыу тиҙерәк китергә ашыҡты. Яралыны йөкмәп килеп, бөтөнләй хәле бөттө. Йығылды. Йөҙө ап-аҡ, күҙҙәре ҡурҡҡан кешенеке кеүек алан-йолан ҡарана.

-Һылыу, һиңә ни булды? Әллә яраландыңмы? – тип йүгереп килеп етте Анна.

-Юҡ, Аннушка, арыным.

-Һин бер ваҡытта ла, арыным, тимәй торғайның. Төҫөң ҡасҡан. Ап-аҡһың. Башҡа йөрөмәй тор. – Лидия һыу килтереп эсерҙе. Һылыу һыу эскәс, бер аҙ ултыра бирҙе лә, нимәнелер иҫенә төшөргәндәй ҡапыл һикереп торҙо.

-Мин барайым әле. Унда тағы берәү ҡалды.

Баш осонда һаман самолеттар оса. Күренгән бар тереклекте ҡыуып бомба ырғыталар. Һылыу немец офицеры ятып ҡалған яҡҡа шыуышты. Әсәһенең, ҡатыны менән балаһының фотоһын күрһәтеп ялбарыуы Һылыуҙа йәлләү тойғоһо уятҡайны. “Тотош милләттең насар булыуы мөмкин түгел. Араларында антифашистар ҙа барҙыр. Был, бәлки, шундайҙарҙың береһелер. “Гитлер капут”, — ти. Сталинград янында бик күп көс тупланған мәлдә, немец офицерының бындай һүҙҙәр әйтеүе нимә аңлата икән? Йәнен ҡотҡарыу өсөнмө? Ни өсөн?” Һылыу шыуып барған саҡта, нисек һөйләшерен, нисек алып ҡайтырын, ҡиммәтле мәғлүмәттәр алыр өсөн тел итеп алыу мөмкинлеген дә уйламаны: ҡан эсендә ятҡан кешегә ярҙам итеү теләге генә тартты, ахыры яралы яғына. Сумкаһында беренсе ярҙам кәрәк-яраҡтары бар, бәлки яраһын бәйләп китергә лә уйлағандыр. Ул ятҡан ергә яҡынлашҡан һайын уйҙары бутала башланы: берсә дошман ул, тип; берсә яралы тип… Бына яҡынлашты. Ул ҡул болғай. Ниҙер ҡысҡыра. Шул саҡ самолет геүләүе ишетелде. Һылыу ергә һыйынды. Яҡында ғына бомба шартланы. Һылыу ҡуҙғалмай ятты. Бөтөн тәне ауырайғандай булды. Сикәһен һыйпаны – ҡан юҡ. Аяҡтарын ҡуҙғатып ҡараны – имендәр. Тирә-яғына күҙ һалды. Бомба теге офицер ятҡан ерҙә шартлаған… Һәләк булды. Хәҙер уның үлеме тураһында әсәһенә, ғаиләһенә хәбәр ителәсәк. Ҡыҙы етем, ҡатыны тол ҡалды. Ни өсөн? Улар ни тип килде икән сит илде баҫып? Беҙ илебеҙҙе һаҡлар өсөн ҡулға ҡорал алдыҡ. Ә улар? Ә туғандары ниндәй маҡсат менән оҙатып ҡалдылар икән фотоларын биреп? Кеше үлтерергә фатиха биргәндәрме? Ә әсәһе? Нисек инде үҙ балаңды кеше үлтерергә тип оҙатып ҡалмаҡ кәрәк? Һылыу яңыраҡ үлгән бер һалдаттың һүҙҙәрен хәтерләне: “Һылыу апай, мин бер фашисты ла үлтерә алманым. Атырға ҡулым барманы. Мин өйҙә тауыҡ та салмай торғайным. Ҡаршыма килеп сыҡҡайны, мылтығымды тотҡан көйө аптыраным да ҡалдым. Шунан ул миңә атты ла ебәрҙе. Мин йығылдым”, — тип һөйләгәйне. Ә бит фашистарҙы бәләкәйҙән йән эйәләрен үлтерергә өйрәтәләр, тип һөйләгәйне ире политик уҡыуҙа.

* * *

Яугирҙар һуғыша-һуғыша алға китте. Санэскадрон Краснояровка ауылында туҡтаны. Ҡалҡыулыҡта урынлашҡан ике ҡатлы мәктәпкә ете йөҙгә яҡын яралыны урынлаштырҙылар. Атыш ап-аруҡ алыҫлашҡайны. Ауырыраҡ яралыларҙы беренсе ҡатҡа, еңелерәктәрен икенсе ҡатҡа урынлаштырҙылар. Анна Мариныч аптекаһын рәткә килтерҙе. Һыуҙы һаҡлыҡ менән генә Чир йылғаһынан ташынылар. Тегендә-бында йәшеренеп ҡалған дошман һалдаттары утҡа тота. Ҡороп киткән минаға баҫыу ихтималлығы ла бар. Һәр хәлдә теге яҡтан да, был яҡтан да хәүеф янай. Хирургтар ҙа эшкә тотондо. Бер нисә операция яһап, яралыларҙы тәрбиәләп, ашатып ҡына өлгөргәйнеләр, яҡында ғына көслө ут астылар. Кем, ҡайҙан? Аңлашылмай ине. Дошман алыҫ, ҡасып-боҫоп йөрөгән немец һалдаттарының ул хәтлем көслө ут асыуы икеле. Аптырарлыҡ. Ә ут һаман яҡынлаша, көсәйә бара. Һылыу менән Анна Наумовнаны яралылар янында ҡалдырҙылар ҙа бөтә медиктар ҙа, ҡулдарына ҡорал тоторлоҡ еңел яралылар ҙа тышҡа оборона тоторға сыҡты. Бина дер һелкенә, стеналар үтәнән-үтә тишелә… Ыңғыраш, ҡысҡырыш. Кемдең ҡайһы яҡта икәнлеген дә айыра ишетеп булмай. Башты күтәреү хәүефле. Оборонаға сығып китеүселәрҙең дә өнө-тыны юҡ. Ете йөҙгә яҡын яралы менән Анна Наумовна ла, Һылыу ғына. Стеналар иләк һымаҡ, һыуыҡ ел тотҡарлыҡһыҙ үтеп инә. Һылыу һаҡ ҡына шыуышып йөрөп яралыларҙың өҫтәренә ябып маташа, иҙәндә ятҡандары уның итәгенән тарта.

-Һылыу, Анна, атығыҙ беҙҙе, тереләй улар ҡулына эләкке килмәй…

-Һылыу, китһәгеҙ, ҡалдырмағыҙ. Мин шыуыша алам…

-Һылыу, Аня! Беҙгә ҡарамағыҙ, беҙ барыбер ярты кеше. Һеҙ ҡасығыҙ, беҙҙе һаҡлап ултырмағыҙ…

-Дөрөҫ, беҙҙе атығыҙ ҙа ҡасығыҙ…

Анна Наумовна икенсе ҡаттағы яралыларҙы ҡарарға киткәйне, шунда уҡ кире төштө.

-Улар бөтөнләй яҡын. Әйҙә, таҙа кейемдәребеҙҙе кейәйек тә, һуңғы пуляны үҙебеҙгә ҡалдырып, әҙерләнәйек. Һылыу, хушлашайыҡ.Туҡта, һөйләшкәндәренә ҡолаҡ һал әле. Ишетелә бит.

Улар кейемдәрен алмаштырып кейҙе. Немецтар этһеҙ йөрөмәй, әле ни эшләптер эт өргәне ишетелмәй.

-Бәлки разведчиктарҙыр?.. Бәлки үтеп китерҙәр…

Анна Наумовнаның ошо һүҙҙәре Һылыуҙа ниндәйҙер өмөт уятҡандай булды. Ул яралылар янына барып:

-Бик шауламағыҙ, бәлки абайламай үтеп китерҙәр, — тип, тынысландырып килде. Һылыуҙың был һүҙҙәре укол-дарыуҙарҙан да көслөрәк тәьҫир иткәндәй булды, ыңғырашыуҙыр бик ишетелмәй башланы. Яралылар теш ҡыҫып түҙергә тырышты. Анна Наумовна тыштағы һөйләшеүгә ҡолаҡ һалып тора. Һылыу ни икәнен белергә теләп, уның яғына боролоп ҡараны. Ҡулына пистолетын әҙер тотто.

-Киләләрме?

Анна ым менән генә Һылыуҙы үҙ янына саҡырҙы. Һылыу ағарынып китте.

-Киләләрме? – тип ҡабатланы һорауын. Үҙе шыуышып ҡына уның янына барҙы.

-Мин икенсе ҡатҡа үҙем күтәреләйем, хәлдәрен беләйем. Ә һин бында ҡал. Яҡыная башлаһалар, өндәшерһең.

-Мин немецса аңламайым бит, үҙегеҙ ҡалығыҙ.

-Арығанһыңдыр, тейем.

-Арыу нимә була ул? – тип шаяртып маташты Һылыу.

-Ҡәҙерлегенәм, һөйөклөм. Һиңә йәшәргә лә йәшәргә бит әле.

Ошо матурлығың, ошо аҡылың менән…- Анна Наумовна Һылыуҙың арҡаһынан әсәйҙәрсә яратып һөйөп алды. Һылыу флягаһына һыу тултырып алды ла икенсе ҡатҡа күтәрелде. “Һыу ҙа әҙ ҡалды? Күпме дауам итер был?” Пулялар һаман оса. Стеналар тишелә. Бина тирәһе гөрһөлдәй генә. Башҡалар ҡайҙа икән? Исмаһам, береһе килеп хәлде аңлатып китһен ине.

-Анна Наумовна, — тип ашығып килеп етте Һылыу. – Янабыҙ. Бомбаға тоталар шикелле. Йорттоң теге яғында янғын!

-Ауырыуҙар белмәһен, — тине Анна Наумовна ипле генә.

Был ике ҡатындың ауырыуҙарҙың хәлен еңеләйтерлек башҡа бер сараһы ла юҡ ине. Улар бер-береһенә һыйынышып, ялҡын ялпылдап күренгән тәҙрәне ҡаплап торҙо. Шул саҡ тәҙрә быялалары буйлап һыу ағып төштө, тағы аҡты, тағы… Ни икәнен дә төшөнөп етмәнеләр. Һыу тамсыһы тамғанын ишетепме, бер яралы “һыу!” тип ҡысҡырып ебәрҙе. Төтөн тарала башланы. Тәҙрәләге ялҡын түбәнләне. Атыш алыҫлашты. Тышта тауыштар ишетелде: биҙрәләр сыңланы. Кемдәрҙер йүгереште. Медиктар менән еңел яралылар янғын һүндерәләр, ауыл халҡы ла ярҙам итә ине.

-Анна Наумовна! Беҙ ысынлап та ҡотолдоҡмо? Тамуҡ эсенән ҡотолдоҡ бит! Ете йөҙ яралы һалдат бит… Әйтеүе генә еңел,..- тип, Анна Наумовнаны ҡосаҡлап алды Һылыу.

-Һылыуҡай, Аннушка! Рәхмәт һеҙгә! Һеҙ булмаһағыҙ ни эшләр инек? – тип, яралылар уларҙы ҡосаҡланы, ҡулдарын ҡыҫты. Бер аҙҙан янғын һүндерелде. Хирургтарҙың взвод командиры Дәүләтов барыһына ла рәхмәт әйтте лә хәлде аңлатып бирҙе.

-Беҙ баштан уҡ аңлап алдыҡ, шуға ҡаршы ут асманыҡ. Һеҙҙең янға килерлек һис кенә форсат юҡ ине. Улар ҡамауҙа ҡалғандар ҙа, тирә-яҡҡа ут асып, үҙҙәренә юл ярып барған пехота булған, — тип аңлатты ул.

* * *

Бер аҙҙан медсанэскадронды бөтөнләй юғалтҡан ылауҙар килә башланы. Атыш ваҡытында байтаҡ ҡына яралылар үлгәйне. Уларҙы ерләнеләр. Ҡәбер ҡаҙырға ауыл кешеләре ярҙам итте. Краснояровканың үҙендә йәшәгән медработниктар ҙа килеп етте. Медицина эскадроны ҙур лазарет төҫө алды. Чернышевская тигән район үҙәгендә әсирҙәр лагерын азат иттеләр ҙә ундағы ауыр хәлле тоҡондарҙы алып килделәр. Ауыл халҡы араһында ла яраланыусылар байтаҡ ине. Үҫмерҙәрҙең ҡайһы берҙәре яралылар өсөн һыу ташыны, ҡайһылары янғындың быҫҡып ятҡан өлөшөн һүндерҙе. Бөтә ауыл мәктәп территорияһында ине. Һылыу арманһыҙ булып арыһа ла һаман эштә булды, шул уҡ ваҡытта ике күҙе алғы һыҙыҡ яғында ине. Бер аҙҙан яралылар тейәп, алғы һыҙыҡтан Моратов килде. Һылыу уға ҡаршы йүгерҙе.

-Беләм, Һылыуҡай, хәлеңде аңлайым. Борсолаһың. Тәүфиҡ иҫән-иҫән. Бына хат ебәрҙе.

-Рәхмәт, — тине лә Һылыу, булған хәлдәргә бирешмәй, алһыҙ-ялһыҙ булһа ла йөрөп ятҡан ерендә шатлыҡтан быуынһыҙланды ла ҡуйҙы. Урынында тик торҙо, хатта ҡулындағы хатын да асып уҡырлыҡ хәле юҡ ине.

-Һылыуҡай, Ситдиҡовичтан хат бармы әллә?- тип һораны санитар Набиуллин, һыуға китеп барышлай. Һылыу бер ни әйтә алмай ине, ым менән генә иҫәнләште. Шунан күҙҙәренән эре-эре йәш бөртөктәре тәгәрәне. – Рәхәтләнеп иларға ла, ҡыуанырға ла ваҡыттары юҡ бахырҡайҙарҙың, — тип үтеп китте санитар.

“Һылыуым! Имен генә килеп еттем. Сарыгин, икенсе кеше килеп еткәс, һин бер аҙға ҡайтырһың,ти. Тыныс бул, йәме. Һыр бирмә, йәнем. Аттестаттарҙы Моратов аша биреп ебәр. Ул оҙаҡламай килергә тейеш. Өйҙә йәшәйбеҙ. Йылы. Егеттәр һәйбәт. Яныңа барып етергә тырышырмын.

Сәләм менән, һине үбеп Тәүфиғың. 21 сәғәт. 20. 11. 42.”

Һылыуҙың яуап яҙырға ваҡыты юҡ ине. Тегендә лә саҡыралар, бында ла. Тәүфиҡ һораған аттестаттарҙы сығарып бирҙе лә, сәләм әйтергә ҡушып, тағы эшкә тотондо. Шул саҡ бер-нисә ҡатын туҡтатты. Йылы аш, картуф бешереп алып килгәйнеләр. Береһе хатта аҙыраҡ һөт тә тотҡан.

-Бына яралыларға. Аҙ ғына булһа ла. Фашистарҙан бер ни ҙә ҡалманы. Мейестән сейле-бешле икәмккә тиклем сығарып алып киттеләр.

-Быныһына ла рәхмәт. Үҙегеҙгә ҡалдымы һуң?

-Илдә сәпсек үлмәй. Үҙ еребеҙ бит. Табырбыҙ. Тик азат ҡына булайыҡ. Улар ҡулына ҡалырға хоҙай ҡушмаһын, — икенсеһе суҡынып та алды.

Һылыу аҙыҡты алып яралылар янына инеп китте. Дәүләтов уны ярҙамға саҡырҙы:

-Һеҙҙән дә оҫтараҡ операция сестраһы табыуы ҡыйын миңә, Һылыу Миңнеәхмәтовна! Яралыларҙы кем дә йыя алыр, ә бына операция өҫтәле янына кем етте уны баҫтырып булмай. Һуғыш бөткәс, мотлаҡ уҡыуығыҙҙы дауам итегеҙ: һеҙҙән бик оҫта хирург сығасаҡ, — тине.

-Мин кардиолог булырға хыяллана инем, — тине Һылыу. Үҙе баш хирургтан бындай маҡтау һүҙҙәре ишетеүгә сикһеҙ шат ине.

-Һуғыш бөткәс, төп ауырлыҡ һеҙгә, йәштәргә, төшәсәк.

-Уныһына түҙер инек тә… Тыныслыҡ ҡына урынлашһын.

-Дөрөҫ. Иң мөһиме – тыныслыҡ. Кешенең мейеһе әллә ниҙәр эшләргә һәләтле. Дөрөҫ, Һылыу, тыныслыҡ ҡына урынлашһын. Эшкә, Һылыу! Хәйер, беҙҙең ҡан бөткән.

Ул фекерен тамамлап бөтмәйенсә Һылыуға ҡараны.

-Мин әҙер, — тине Һылыу, уны аңлап.

-Яҡшы.

Тағы операция, тағы эш башланды.

* * *

Һылыу ҡан бирҙе лә ял итергә ятты. Шул саҡ иренән хат килтерҙеләр.

“Хәйерле көн, Һылыуым!

Алғы һыҙыҡтан сәләм һиңә. Докторҙарҙың бөтәһенә лә ҡайнар сәләм. Моратов һинең сәләмеңде түкмәй-сәсмәй тапшырҙы. Рәхмәт. Мин иҫән-һаумын. Һиңә лә, бөтә медсанэскадронға ла шуны теләйем.

Беҙ бына өсөнсө тәүлек инде, йәй айҙарындағы кеүек, асыҡ һауала эшләйбеҙ.. Соҡор эсендә. Быныһын инде һеҙгә теләмәйем. Һалҡын. Әммә шул тиклем сыныҡтыҡ, аҙ ғына ваҡыт булыу менән, аяҡ өҫтө серем итеп алабыҙ. Һылыу, һеҙгә үпкәм бар: ни эшләп машина ебәрмәйһегеҙ. Яралыларҙы ат менән оҙатабыҙ. 35 саҡырым бит. Туңыуҙары, өшөүҙәре ихтимал. Ә кисә көнө буйы дивизия штабын таба алмағандар. Бөгөн дә яралылар байтаҡ ҡына булыр. Үҙемде һәйбәт тоям. Усаҡ эргәһендә йылынып алам. Тәүлегенә Үҙемде һәйбәт тоям. Усаҡ эргәһендә йылынып алам. Тәүлегенә 200 грамм икмәк, йылҡы ите. Түҙерлек. Ә һеҙ нисек? Повязкаларҙы насар бәйләгәнһегеҙ, тип асыуланмағыҙ – ҡулдар өшөй. Һеҙҙең эшегеҙ бындағынан күберәктер инде.

Һау бул. Үҙеңде һаҡла. Һин яралыларға кәрәк. Тәүфиғың.

7.30. 22 ноябрь 1942 йыл.”

Һылыу ялын онотто. Хатты тотто ла Дәүләтовҡа йүгерҙе. Машина кәрәклеге тураһында әйтте. Дәүләтов шул арала полк комиссары Сәғит Әлибаевҡа хәбәр итте. Ул ҡайҙандыр бер машина тапты. Ләкин ул алғы һыҙыҡҡа ҡорал ташый, кире юлда ғына яралыларҙы тейәп алырға мөмкинлеге була. Өлгөрмәй. Яраланыусылар ифрат күп. Ат менән ташыу дауам итте. Ял юҡ. Чернышевскаялағы әсирҙәр лагерынан ҡотҡарылғандар араһында медиктар булған, улар ярҙам иткәс кенә, алмаш-тилмәш ял итергә форсат табылды. Бер тәүлек буйы ялһыҙ эшләгәндән һуң, Һылыуҙы тағы ике сәғәткә ял итергә ебәрҙеләр. Ул ҡыҙҙар өсөн бүленгән бүлмәгә инеп, Тәүфиҡтың хатын тағы бер тапҡыр уҡып сыҡты ла һалам тултырып яһалған мендәргә башын терәп йоҡлап китте. Шундай матур төш күреп, йылмайып ятты. Хатта уянғас та йылмайыуын дауам итә ине әле. Әйтерһең, һуғыш та, үлем ҡурҡынысы ла юҡ. Донъяла Тәүфиҡ та, Һылыу үҙе генә. Мөхәббәт тә, бәхет кенә…

Һылыу төшөн хатҡа яҙып ебәрергә булды.

“Бәхет өсөн күп кәрәкме, Тәүфиҡ? Юҡ, әллә ни күп түгел икән. Бына әле мин шул тиклем бәхетлемен – һине төшөмдә күрҙем… Саңғыла урманға сыҡҡанбыҙ. Һин һәм мин. Урман шундай матур, һил. Һауа ла зәүгәр. Ҡар ҙа зәңгәр. Алыҫҡараҡ күҙ ташлаһаң, күк йәҙә менән ер тоташҡан һымаҡ. Беҙҙең шунда барғыбыҙ килде. Күк менән Ер тоташҡан, Күк менән Ер ҡауышҡан урынға. Беҙ китек. Эй еләбеҙ саңғыла. Әммә унда етәалманыҡ. Алдыбыҙҙа текә яр. Мин тәүәккәлләнем дә төштөм дә киттем. Ә һин: “Хәҙер ҡолайһың! Ана түмгәккә төкөләһең!” – тип ҡысҡырып ҡалдың. Ысынлап та, шырлдыҡ, ағас төптәре осрай. Ә мин һаман кәйелеп-кәйелеп төшөп барам. Байтаҡ ара киткәс, ҡайырылып һиңә ҡарайым – һин яр башында йылмайып ҡарап тораһың. Мин дә йылмаям, ә үҙем һине көтәм. Һин ни өсөндөр төшөргә уйламайһың да йылмайып тик тораһың. Бер саҡ йылмайыуың һағышлана башланы. Мине ошо китеүҙән ҡайтмаҫ, тип уйланың, ахыры. Ә үҙең торған урыныңдан ҡуҙғалмайһың да… Мин шул тиклем ҡурҡам: ошо беҙҙең айырылышыуыбыҙ һәм беҙ башҡа бер ваҡытта ла бергә булмаясаҡбыҙ, тип уйлайым, имеш. Уянып киттем. Ҡыҙыҡ! Төштә төш күрәм. Уянып китһәм, эргәмдә һин тораһың икән, тейем. Үҙең һаман йылмаяһың. “Мин был, Һылыуым. Мин. Китмә, йәме, йәнем”, — тиһең. Ярай әле, төш булған. Мин бит һине юғалтҡайным, тейем. Һиңә ынтылам. Төштәремдә төш күрҙем. Һине күрҙем. Шул бәхет түгелме минең өсөн?

Ял ваҡытым бөттө. Тәүфиҡ, ҡәҙерлем минең! Һау бул. Хаттарың өсөн рәхмәт Эш күп. Бер аҙ бушағас, тағы яҙырмын. Һылыу. Бер аҙ бушағас, тағы яҙырмын. Һылыуың. 23.11.42”

Һылыу хатын бөкләп һалды ла тәҙрәгә күҙ ташланы. Тышта, ысынлап та, шул тиклем матур. Ҡорал тейәлгән машиналарҙың гөрһөлдәп үтеп китен иҫәпкә алмағанда, ҡайҙалыр 10-15 cаҡырым алыҫлыҡта ғына үлемесле алыш бара, тип уйларлыҡ та түгел. Ә Тәүфиҡ унда – ут эсендә. “Бик һағындым, Тәүфиҡ! Бергә булған ваҡыттарҙың иҫтәлеге менән йәшәйем. Шул саҡтарҙа кейгән кейемдәремдә һинең иркәләүең, һинең ҡарашың һаҡланған кеүек. Бер генә, юҡ, хатта ярты ғына сәғәткә осрашырға ине. Бәлки, ун минуты ла етер ине. Күкрәгеңә генә башымды ҡуйып, йөрәк тибешеңде тыңлап ултырыр инем. Әллә ниндәй ялдарҙы алмаштырыр ине ул. Һағыныуым да, арыуым да үтеп китер ине. Ә һин, Тәүфиҡ? Туҡта, һорауҙар менән йонсотмайым әле… Бәлки берәй яйы килеп сығыр. Әллә яралыларҙы берәй тапҡыр үҙең оҙата киләһеңме? Ошондай мәлдә ниндәйҙер үтенестәр менән йонсотам шикелле. Үҙемде йыуатыр өсөн барыһы ла… Әлбиттә, ил яҙмышы хәл ителгән саҡта ниндәй һағыныу тураһында уйлау ул? Тәүфиҡ, аптырама, минең маңлайыма тағы бер һыр өҫтәлде. Еңеп ҡайтҡас, Ҡазанға килен булып төшөү нисек булыр инде? Яралылар үҙәктәремде өҙә. Улар янынан китһәм генә бер аҙға онотолам. Улар янында иң көсһөҙө мин, шулай ҙа ҡарап торғандары, ышаныстары мин. Бына бит бәһлеүәндәй егеттәр ниндәй хәлдә ята. Күҙҙәрен мөлдөрәтеп кенә миңә баҡһалар, бөтөн тәнем буйлап йәлләү тойғоһо зымбырлап үтә. Беләһеңме, Тәүфиҡ, ҡайһы ваҡыт йыуатыу ҙа, дауалау ҙа, алдаштырыу ҙа урынһыҙ булып китә. Ни эшләргә белмәйем. Ә үҙҙәре һаман мәрәкәләшкән була. Ҡайҙан килә уларға эске был көс? Ярай, Тәүфиҡ! Иҫәнлектә күрешергә яҙһын. Ошолайтып тауышыңды яҡын тойоп, аралашып алһам да күңелгә рәхәт булып ҡала. Хәҙергә хуш, йәнем!”

Һылыу сәғәтенә ҡарай һалып алды ла кейенеп “операция бүлмәһе”нә китте. Ишекте асып ҡына ебәргәйне – сабый илауы ишетелде. Аптырап китте. Сабый тауышы! Ауылда фельдшер булып эшләгән сағында күпме сабый ҡабул ите ул! Уларҙың тәүге ауаздарын күпме ишетте! Сабый тауышы! Тимәк,йәшәү бар! Йәшәйбеҙ, йәшәйбеҙ әле… Һылыу әсә кешенән баланы ҡулына алды ла яралылар яғына китте. “Ир бала тыуҙы донъяға! Ҡарағыҙ! Яңы йәшәү тыуҙы! Ила, ҡысҡыр, йшәү даула, сабый бала!”

Һалдаттар ниҙер һорашты, кемделер ҡотланы, йәнлелек барлыҡҡа килде.

Һылыу әсә янына килеп, һораша башланы.

-Тотҡондар лагерына ғоманлы ҡатынды килтергәйнеләр. Беҙ уны тегеләрҙең күҙенә күрһәтмәй генә йөрөттөк, — тине ҡатын. Ул сабыйҙың әсәһе булмай сыҡты. – Улар аҙ ғына ғәҙәти булмағаныраҡ хәл күреп ҡалһалар, ниндәй генә мыҫҡыллау уйлап тапмайҙар. Башҡорттар беҙҙе ҡотҡарғас, ҡатынды ауылда тоттоҡ. Бына әле имен ҡотолдо. Тик урап алырға ла, алмашҡа ла бер ни ҙә юҡ, ярҙам итмәҫһегеҙме икән, тип килдем.

Һылыу алмашҡа тигән эске кейемен дә, иҫтәлеккә тип һаҡлаған марля фатаһын да, баш аҫтына һалған одеалының яртыһын да бирҙе.

Ҡатын был тиклем болдо алырғамы-юҡмы тип аптыранып тора ине, Һылыу:

-Алығыҙ, ул йәшәргә тейеш! – тине.

Һылыу һыуҙы самалап тотоноп ҡына ҡулын йыуҙы ла спирт менән эшкәртеп, сабыйҙы ҡарай башланы. Һыуға ҡытлыҡ. Чир йылғаһынан ҙур ҡыйынлыҡ менән генә ташыйҙар, уны ла яралылар өсөн генә һаҡлайҙар. Тәьмин итеү шул тиклем насар: икмәк бешереп булмай, аҙыҡ-түлек килеп етмәй, хатта тоҙ ҙа самалы ғына ҡалып бара. Яралылар һаман өҫтәлә. Дәүләтов тағы бик ҡатмарлы операцияға тотонасаҡтарын иҫкәртте. Ниндәй генә операциялар эшләмәне ул! Тик баш менән күҙгә генә тәүәккәллек итмәне. Мөмкинлек тә юҡ ине. Әйтергә кәрәк, күбеһе уңышлы була торғайны.

“Ҡотҡаррға тырышығыҙ инде. Өс көнлөк кенө сабыйым ҡалғайны. Хатта кемгә оҡшағанын да күреп өлгөрмәнем. Былтыр ғына өйләнгәйнем, — тип ялбара йәш кенә бер яугир. Һылыу уны өмөтләндерергә тырышты. Инструменттар ҡайнатып йөрөгән санитар Хәйретдинов:

-Әхмәт Гәрәевич менән Һылыу ҡулына эләккәс, һау ҡалдым тип уйла. Алтын ҡуллы медиктар улар, — тине.

Хәйретдинов та ныҡ оҫтарҙы, ул ҡайнатҡан инструменттар һәр ваҡыт яҡшы сифатлы була ине. Шуның өсөн дә санитария эскадроны уны данлыҡлы хирург генерал Бурденко исеме менән йөрөттө. “Беҙҙең Бурденко” тигән ҡушаматын Хәйретдинов үҙе лә оҡшатты һәм ғорурлана ине.

Һылыу йәш атаның документтарына күҙ һалды. Ун туғыҙҙа. Ун туғыҙ йыл элек әсәһе аҡ биләүҙәргә һалып ҡулға алған, тимәк. аҡ бәхеттәр теләгән.

-Бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙарҙы атырға алып китеп баралар ине, — ти һалдат. – Германияға ҡыуып өлгөрмәгәндәр ҙә атып китергә уйлағандар. Араларында йәштәр ҙә, минең әсәйем йәшендәге ололар ҙа бар. Беҙ ташландыҡ ҡотҡарырға. Һыпырып һалдыҡ фрицтарҙы. Эй, ҡыуаналар ҡатын-ҡыҙҙар: илайҙар, бер-береһен ҡосаҡлайҙар, беҙгә килеп һыйыналар. Ә мин яраландым. Тик үкенмәйем. Үҙ әсәйемде ҡотҡарған һымаҡ булдым. Шул саҡтағы шатлыҡты күҙ алдына килтерһәм, күҙгә йәш тула ла китә. Аңлайһығыҙмы?

-Аңламаған ҡайҙа ул! Һеҙҙең һымаҡ батырҙар таҙартып килә бит инде еребеҙҙе ул ҡоҙғондарҙан!

-Ҡатындарҙы ҡотҡарған саҡта, мин үҙ әсәйемде күҙ алдыма килтерҙем. Ә улар, теге фашистар, ҡатындарҙы атырға алып китеп барған саҡта, үҙ әсәләрен күҙ алдына килтермәнеме икән ни?

Һылыу ҙа тап шул хаҡта уйлай ине. Аңларлыҡ, башҡа һыйҙырырлыҡ түгел. Әсәйең йәшендәге ҡатындарға нисек итеп мылтыҡ тоҫҡап атмаҡ кәрәк? Кешелек донъяһында был һуңғы һуғыш булһын ине! Донъялағы бөтөн әсәйҙәр бер булып һуғышҡа ҡаршы сыҡһа, ысынлап та, башҡа бындай афәттең ҡабатланмауы ла ихтимал бит?!!

* * *

Ноябрҙең ун туғыҙында “һуғыш аллаһы” — артиллерияның күк күкрәткән, ер тетрәткән көслө ут ташҡыны менән башланған һөжүм, бөтә һуғыш барышында хәл иткес әһәмиәткә эйә булған, беҙгә еңеү килтергән контрһөжүм дауам итте. Был көндәрҙә Башҡорт атлы дивизияһы Обливская станцияһы өсөн һуғыш башланы. Уны ҡулға төшөрөү Сталинград эргәһендә ҡамауҙа ҡалған дошман частарын тағы ла нығыраҡ ҡыҫымға алыу тигән һүҙ. “Алыш аяуһыҙ буласаҡ. Яралылар күп булыр”, — тине санитария службаһы начальнигы Сарыгин. Санэскадронға күсергә әҙерлек башларға тип приказ бирҙе. Әммә ҡайҙа, ҡасан күсеү билдәһеҙ ине. Берсә Алексеевкаға, берсә Осиновкаға, тинеләр. Ҡар яуа. Юл юҡ. Күсенеү икеләтә ауырға тура киләсәк. Көндөҙ хәүеф ҙур. Төндә генә юлға сығырға кәрәк буласаҡ. Күсенеүҙәр үтә йыш була башланы. Ошондай күсенеүҙәрҙең береһендә юлда санэскадрон медиктары ултырған брезент менән көпләнгән машинаны туҡтатып, бер кешене ултыртып ебәрҙеләр. Ҡараңғыла йөҙө күренмәй, ныҡ эйелеп ултырған, оҙон плащ кейгән. Ул йәшник өҫтөнә ултырҙы, Һылыу шыла биреп урын бирҙе. Һылыу уға күсә биреп, уңайлыраҡ урынлашырға тип тәҡдим иткәйне, ул өндәшмәне. Һылыу был кеше ишетмәй, ахыры, контузия алғандыр, тип уйланы. Машина һелкеткән саҡта, йығылып китмәһен, тип беләгенән тотҡайны, теге кеше ҡулын һелкетә тартып алды. Һылыу башҡаса уға ҡағылманы. Үҙе лә ныҡ арығайны: машинаға әйберҙәрен инде генә тейәп сыҡһалар, туҡтарға приказ була; бушата башлайҙар, яңынан тейәйҙәр. Шуға Һылыу йоҡомһорап бара ине. Бер аҙҙан машинаны туҡтаттылар ҙа теге кешегә икенсе машинаға күсеп ултырырға ҡуштылар һәм немец телендә тағы ниҙер әйттеләр, быныһын Анна Наумовна аңлап ҡалды. Немец офицеры булған икән теге кеше. Юлда Һылыуҙы шаяртып, көлөп бер булдылар.

-Немец офицеры менән йәнәш ултырып килермен, тип, башыңа ла килмәгәндер әле, Һылыу Миңнеәхмәтовна, — тине Әхмәт Гәрәевич.

-Һин уны ҡултыҡлап та маташа инең шикелле? – тип мутлашты кемдер.

-Тәүфиҡ Сидиҡовичҡа хәбәр итергә кәрәк был турала. Юғиһә, Һылыу иркенләп китте.

-Мин уға шыла биреп урын ҡалдырған булам бит әле. Әйтәм, машина һикерткән һайын ырғырға ынтылды, — тине Һылыу.

-Ҡасырға маташҡан инде.

Ниһайәт, Обливская станцияһынан алыҫ түгел урында туҡтанылар. Килеүҙәре булды, яралылар тула башланы. Станция дошман ҡулында. Бик ҡаты һуғыш бара. Румындар урынына немецтар килгән. Ҙур көс тупланған. Абдрахманов фамилиялы ауыр яралы командирҙы килтерҙеләр. Әхмәт Гәрәевич операция яһаны ла уның йөрәген тишеп үткән бәләкәй генә пуляны алып Һылыуға тотторҙо. “Әгәр мөғжизә булып, ул иҫән ҡалһа, иҫтәлеккә бирерһең”, — тине. Ҡайҙа инде, яралыны өҫтәлдән алған саҡта уҡ йән бирҙе. Һылыу уның эргәһенә килеп, иламһырай яҙып: “Ас, егет, күҙҙәреңде, ас. Һин йомһаң, әсәйеңдең өмөтө һүнер, һөйгәнеңдең ҡояшы ҡараңғыланыр”,..- тип, торған булды. Юҡ, уның күҙҙәре мәңгелеккә йомолдо. Һылыу немец пуляһын ырғытып ебәрҙе. Кеше үлтерә торған ошо нәмәне кем башлап уйлап сығарҙы икән? Ер шарында урын етмәйме уларға? Үҙ илдәре тармы? Ләғнәт уларға! Башҡа нәмә уйлап сығарыуға йүнәлтһәләрсе белемдәрен: айға ос, планеталар тикшер… Һылыу санинструктор саҡырып, командирҙың хәрәкәтһеҙ ҡалған кәүҙәһен сығарышҡан саҡта, шуларҙы уйлап алды.

-Һылыу Миңнеәхмәтовна! Еңелерәк яралыларҙы һайлап яңынан сафҡа оҙатығыҙ! Боецтар етмәй, — тип килеп етте врач Чулков. Һылыу Абдрахмановтың өҫтөнә простыня япты ла, медицина карточкалары буйынса еңелерәк яралыларҙың исемлеген тикшерә башланы. Ә санинструкторҙар яралыларҙы һаман өҫтәй барҙы. Был көн 2-се июлде хәтерләтте. Воронеж янындағы һуғышта ла тап шулай мәхшәр булғайны. Һәр яралыны килтергән һайын, Һылыуҙың йөрәге тертләп торҙо: “Тәүфиҡ түгелме икән?” – тип үрһәләнде. Бына инде ун көнгә яҡын уның тураһында бер ни ҙә ишеткәне юҡ. Яраланғанмы, танк аҫтында ҡалғанмы, ҡанһырап өшөп ятамы – ниндәй генә уйҙар килмәне башына! Хужалыҡ, ветеринария частары ҡыҫҡартылды, яуға оҙаттылар. “Иҫән булһа, ниндәй ҙә хәбәр килер ине. Алғы һыҙыҡтан туҡтауһыҙ ташыйҙар бит яралыларҙы”, — тип өҙгәләнде Һылыу.

* * *

Обливская ауырға төштө. Был станцияны алыу Сталинград эргәһендәге дошман частарының бәкәленә һуғыу тигән һүҙ. Шуға ла алыш айырыуса ҡаты барҙы. Дошман станцияны ҡулдан ысҡындырмау өсөн бар көсөн һалды. Уны ысҡындырыу Сталинград-Лихая-Ростов араһындағы юлдан мәхрүм ҡалыу тигән һүҙ. Ә был юл – Паулюс ғәскәрҙәрен тәьмин итеүсе төп юл.

Һылыу бөгөн сортировкалауҙа. Танымаҫлыҡ хәлдә килгәндәренең иң элек күҙҙәрен ҡарай һала. Тәүфиҡ түгелме, тигән йөрәк өҙгөс хәүеф аҙ ғынаға ла ташламай. Ниһайәт, сираттағы яралыларҙы алып килгән Хәбибрахманов бер юлы ике хат тоттороп китте. Һылыу хаттар яҙылған көндәргә күҙ ташланы. Уҡырға ваҡыты юҡ. 6, 7 декабрҙәр. Тимәк, иҫән. Попов хуторындалар икән. 18 километр ғына алыҫлыҡталар. Имен саҡ булһа, әллә ҡасан осрашыр ара ла бит… Һылыу аҙ ғына форсат тейеү менән хаттарҙы уҡый башланы. Беренсеһе – записка ғына. Икенсеһе байтаҡ оҙон хат.

“Иҫәнгенәме, йәнкиҫәгем Һылыу!

Һиңә һәм бөтәгеҙгә лә күп сәләм. Кисә штабҡа барып ҡайттым. Сарыгинды күрҙем. Начальник та ауырығас, хәҙергә һинең янға бармаҫҡа ҡушты. Беҙҙең полк Попов хуторында. Ун һигеҙ километр. Минең өсөн борсолма. Яйы сығыр. Күрешербеҙ. Бер үҙемә ҡыйын. Тағы бер тапҡыр әйтәм, гөлкәйем, йәнем, бәғерем, минең өсөн борсолма. Һинең миңә булған бөтә иғтибарың өсөн рәхмәт. Һин бит минең берҙән-бер гүзәлем. Сарыгин ҡайтыу менән, һинең янға барам, ҡанат сығарып булһа ла. Почта йөрөһә, өйгә хат һалырға тырыш. Улар борсолалыр. Мине 3-4 көнгә генә китте, ҡайта тағы, тигән. Ҡыҙғаныслы яҙма, томанлабыраҡ яҙ. Яраймы, гүзәлем. Тағы бер тапҡыр һорайым, шат бул, бойоҡма. Сер бирмә. Ҡалғанын үҙең беләһең. Беренсе мөмкинлек булғас та ҡайтырға тырышырмын.

Яҡшы быйма, һырыған салбар, бүрек, бейәләй – бөтәһен дә алдым. Күп килтергәндәр. Һыуыҡтан ҡурҡыу юҡ. Тегендә барғас, ауылда урынлашырбыҙ. Йә, хәҙергә хуш булып тор, күҙ алмам. Мин һағынһам да һин артыҡ һағынмаҫҡа тырыш, ябығырһың. Тағы нимә яҙайым? Үҙең яҙ. Хәҙергә хуш, һинең Т Ә Ү Ф И Ҡ Һ Ы Ҙ Ы Ң. 07. 12. 42. Сәғәт 10.00. Чугунка-Поповка.”

Һылыуға йүнләп хат уҡырға ла форсат булманы. Тағы ашыҡтырып саҡырҙылар. Килтерелгән яралыны тиҙ генә йыуындырып, операцияға әҙерләргә кәрәк ине. Дон далаларында һалҡын. Төндәрен һыуыҡ 25-30 градусҡа етә. Ҡышҡы кейемдәрҙе лә һуң ғына бирҙеләр. Ә дошман Чернышки-Обливская тимер юл участкаһын айырыуса ныҡ һаҡланы. Ҡеүәтле автоматтар, артиллерия, миномет, зенит һәм танкыларға ҡаршы көслө ҡоралдар, танкылар менән ныҡ ҡоралланған, самолеттар менән дә ерҙән даими алышҡан дошманға ҡаршы тороу еңел түгел ине. Шуға ҡарамаҫтан, Башҡорт атлды дивизияһы яугирҙары һәр саҡ үҙҙәре алдына ҡуйылған бурысты намыҫ менән үтәй килде. Тик юғалтыуҙар ифрат күп булды.

Яралыларҙы Камышиндағы стационар госпиталгә лә, тәрән тылға ла оҙаталар. Сафтар һаман һирәкләнә бара. Кусимов яраланды. Уны ла тылға оҙаттылар. Һылыу был арала иренән бер хәбәр ҙә ала алмай аптырай. Тик бер аҙҙан ғына Саттаровтың 12 декабрҙә яҙған хаттарын килтереп бирҙеләр. Һылыу бер нимәгә иғтибар итмәй, бер ни абайламай хат уҡыны:

“Иҫәнгенәме, Һылыуҡай! Минән бөтәгеҙгә лә; эскадрондың медицина-санитария, профессор-докторский, амбулатория-эвакосортировкалау һәм терапия-теш врачтары, кухня-тәм-том, мунса-кер йыуыу, команда-политик, администрация-хужалыҡ, транспорт-ат һәм ығы-зығы-канцелярия составына ҙур сәләм.

Мин исем-фамилияларын атап әйтмәгәнгә үпкәләмәһендәр.

Һылыуҡай, хәлдәрең нисек? Ике көн хат яҙа алманым. Ебәрер кеше юҡ. Асыуланма һәм мине әрләмә. Мин Ҡазанға һәм Өфөгә ике хат яҙҙым. Уларҙы һиңә ебәрәм, өҫтәп яҙ ҙа ебәр. Юғиһә, һин һирәк яҙаһың. Ваҡытың булһа, айырым хат яҙ.

Мин йәшәйем, икмәк көйшәйем. Һирәкләп булһа ла көйөшкә ҡоймаҡ эләккеләй. Немецтар хәҙер “иртәнге” һәм “киске” аш менән йышыраҡ һыйлай башланы. Нисауа, беҙҙекеләр ҙә бирешмәй. Үҙгәрештәр юҡ.

Һылыуҡай, әгәр булһа, бер ҡат белье ебәр. Иртәгә мунса яғабыҙ. Ул бынан алыҫ түгел. Миңә башҡа бер ни ҙә кәрәкмәй. Быйма менән салбар алып килергә вәғәҙә биргәйнеләр. Һиңә лә алырға тырышырмын. Һаулығың нисек? Дөрөҫөн яҙ, арыуланаһыңмы? Бер-ике көндән яныңа барырмын. Йә, хәҙергә хуш, йәнем. Сәләмәт һәм һау булып тор

Һине үбеп, Тәүфиғың. 12.12.42. 24.00. Попов хуторы.”

Һылыу аптырап китте. Попов хуторынан хат алғайны бит. Хәҙер полктар бөтөнләй икенсе яҡта һуғыш алып бара. 16 декабрь. Ә хат ун икеһендә яҙылған. Хатты тағы ентекләберәк ҡарап сыҡҡайны, бер яҡ ситенә “борсолма” тип яҙып ҡуйған. Нисек борсолмайһың инде? Өйгә яҙған хаттары ла 12-се декабрҙән. Әллә ваҡыты барҙа башланы ла аҙаҡ тамамлап ҡуйҙымы икән? Өйгә яҙған хаттарын да уҡып сыҡмаҡсы булды.

“Һаумыһығыҙ, ҡәйнәм, Хаят апай, Бәҙәр апай, Зәкиә апай, Алберт, Илгиз! Барығыҙға ла – Өфөләге туғандарыбыҙға күп сәләмдәребеҙҙе ебәреп, һеҙгә тыныс тормош һәм сәләмәтлек теләп ҡалыусылар Һылыу һәм Тәүфиҡ дуҫтар-йыраҡтар. Хаят апайҙың яҙған хатын алдыҡ. Был хат, әйтергә кәрәк, прорывҡа ингәндән һуң беренсе тиерлек. Шуға күрә лә һағынышлы булды. Күптән хәбәр булмағас, күңел әллә нисек борсола башлай икән ул. Эш ни тиклем күп булһа ла, ни тиклем ҡурҡыныс ваҡыттар булмаһын, туғандар барыбер иҫтән сыҡмай. Һеҙҙең бөтәгеҙҙең дә, бигерәк тә ҡәйнәмдең иҫәнлеген, Илгиздең ҙур булып үҫеп китеүен белгәс, беҙҙең ғаилә тураһында ла бер-ике ауыҙ һүҙ ҡыҫтырайыҡ. Үзбәксә әйткәндә, безләр аман ғына йөримез. Мин 20 көн алғы һыҙыҡта йөрөнөм, шуның ун көнөн Һылыуҡайҙы күрмәй йөрөнөм. Бер ваҡыт ул мине бөтөнләй иҫән түгелдер, тип уйлап йөрөгән, сөнки шундай ваҡыт булды. Күп иптәштәр китте. Аңлайһығыҙҙыр. Ул хәлде яҙып түгел, һөйләп тә килештерерлек түгел. Бына шулай. Мине юҡтыр тигәндә, бер заман 20 километрҙай ара үтеп, ҡайтып индем. Мин дә Һылыу тураһында бер ни ҙә белмәй инем, сөнки улар беҙҙең арттан киләләр. Шулай итеп, хоҙай беҙҙе тағы ла күрештерҙе. Ундағы врачтар ҙа яҡшы ҡаршы алды. Ҡалған көндәрҙе гел ҡайтып йөрөнөм. Ә хәҙер тағы бергәбеҙ. Ҡайтарҙылар. Һылыуҡай аҙыраҡ ябыҡты. Был көндәрҙә барыһы ла ябыҡты, сөнки йоҡо аҙ эләкте. Мин гел тышта, ҡар өҫтөндә булғанлыҡтан, аҙыраҡ таҙарҙым да. Борсолмағыҙ, борсолоу ваҡыты уҙҙы. Быныһынан иҫән ҡалдыҡ, хәҙер уйламайбыҙ ҙа. Әйткәндәй, бер ваҡыт алғы һыҙыҡта ваҡытта котелок менән минең ҡулдағы фляганы пуля тишеп үтте. Ашты ашап бөтөрөп булманы, ҡарғалар уртаҡлашты. Пуляның миңә теймәүенә иҫ китте. Ул көндә яман булды. Үткән эш, ул хаҡта яҙырға була. Хәҙер ундай ҡурҡыныс юҡ.

Ярай, туғандар, хәҙергә һау булып тороғоҙ. Һылыу – дежурствола, мин – өйҙә. Сәләм менән Тәүфиҡ.

Сталинград фронты.12.12.42. Насар яҙғанға ғәфү итегеҙ.”

Һылыу был хатты уҡып, көлөргә лә, иларға ла белмәне. Тәүфиҡ һәр саҡ шулай: иң ауыр мәлдәрҙә шаянлана, һиҙҙермәй. Баш осонда жыулап пулялар осоп торғанда, хәҙер тыныс, тип яҙа. Бергәбеҙ, имеш. Ә аҙаҡ ҡына, ҡурҡыныс үтеп киткәс кенә, башынан үткәндәрҙе һөйләй йәки яҙа. Әгәр Һылыу фронттағы мәхшәрҙе үҙ күҙҙәре менән күрмәһә, Тәүфиҡтың яҙғандарына ҡарап, һуғышты бөтөнләй икенсе төрлө итеп күҙ алдына килтерер ине.

Тәүфиҡтың икенсе хаты һеңлаһенә адресланған.

“Һаумы, һеңлем Нәҡиә һәм әсәкәйем!

Һеҙгә ҙур сәләм ебәреп, изге теләктәр теләп ҡалабыҙ. Сәләмәтлек, ә Нәҡиәгә уңышлы уҡыу теләйбеҙ. Беҙ Нәҡиәнең уҡыуын уңышлы дауам итә алыуына бик шатбыҙ. Бик яҡшы. Ваҡыт уҙа, ә белем алырға кәрәк. Ҡабатлап әйтәм, мин бик шатмын. Хәҙер әсәйем дә яныңда, уҡыуың да бара. Беҙ быға тиклем ике хат ебәргәйнек, Нәҡиәнең унда икәнлеген белмәгәс, уның исеменә һалманыҡ. Яңыраҡ бер нисә хат алдыҡ, әсәйҙән дә килде. Маһруй апайҙан, Рабиға апайҙан, Өфөнән Хаят апайҙан. Хаят апай икебеҙгә айырым-айырым посылка һалған. Мәшәҡәтләнмәҫкә кәрәк ине лә. Бында беҙҙең бөтәһе лә бар, ашау ҙа арыу, йылы кейемдәр ҙә (быйма һәм башҡалар). Халыҡ һәм хөкүмәт үҙенең яугирҙарын бик ҡарай. Тик бына күсенгән саҡта эш шул тиклем тығыҙ булды, ашау ҙа, йоҡо ла онотолдо. Ун көн буйы бөтөнләй йоҡламай тиерлек эшләнек. Беҙҙең эштең ниҙән ғибәрәт икәнен аңлайһығыҙ. Румын һәм немецтарҙың эҙҙәренә баҫып тиерлек ҡыуып барҙыҡ. Ҡайһы ваҡыт уларҙың аҙашып ҡалғандары арттан да килеп сыҡҡыланы. 150-180 километр араны шулай һуғыша-һуғыша барҙыҡ. Дон менән Х (Хопер йылғаһы – авт. иҫкәрмәһе) йылғаһы ҡушылған ерҙән тура көньяҡҡа киҫеп керҙек. Тимер юлға еттек. Күсенгән саҡта, дөрөҫөн әйтһәм дә ярай, мин алғы һыҙыҡта полк менән инем, хәҙер Һылыу менән бергәбеҙ. Эш яйға һалынды, ял итергә ваҡыт ҡала.

Әсәйем 800 һумды алдымы? Аҡса яғы нисек? Утын алып килделәрме? Нәҡиә, һин түләп уҡыйһыңдыр инде?

Нәҡиә, һин минең китаптарҙы (ауырыуҙар тураһында) һаҡла, йәме! Кәрәк булыр. Бөтә туғандарға ла сәләм әйт. Ижевскиҙағы туғандарға ла. Маһруй апай беҙгә хаттарҙы йыш яҙа. Әйткәндәй, Һылыуға ул бик оҡшай. Һау булығыҙ. Сәләм менән һеҙҙең Тәүфиҡ һәм Һылыу. 12.12.42”

Быныһы ла ун икеһендә. Ни эшләп бөтә хаттар ҙа бер юлы һуңлап килде? Ни булған? Ниндәйҙер хәүеф Һылыуҙың йөрәген телеп үтте. Хаттарҙы кем килтергән әле? Хәбибрахманов. Уны табырға кәрәк. Ни эшләп мине күрмәгән һуң ул? Һылыу ашыға-ашыға быймаһын, бейәләйҙәрен алды… Һыңар быймаһын ғына кейгәйне, Тәүфиҡ килеп инде.

-Һылыуҡай! Гөлөм!

Һылыу ни булғанын аңлап та өлгәрмәне, тик, иренең ҡосағына ташланды ла һыңҡылдап ҡына илап ебәрҙе.

-Ни булды, Һылыуым? Әллә берәй насар хәбәр бармы?

-Бөтә хаттарыңды ла бер юлы алып килеп тотторғас, ҡурҡтым. Хәбибрахмановты табып һорашырға тора инем.

-Хаттар бер юлы килдеме ни? Бәхетһеҙлек арҡаһында. Бынан алда яралылар менән ебәрелгән санинструкторҙар ике арба менән бомба аҫтында ҡалған. Хаттарҙы ул алып киткәйне. Ә минең өсөн борсолма. Ғазраил юғалтҡан ти ул мине. Санинструкторҙар ҙа, яралылар ҙа йәл. Бына нисек ул, Һылыуҡай!… Ә мин иҫән! Иҫән, Һылыуҡайым! – Тәүфиҡ өҫ кейемен һалып ырғытты ла ҡатынын күтәреп алды.

-Төшөр, элекке көсөң юҡ бит хәҙер. Ябыҡҡанһың. Әйҙә, тәүҙә тамағыңды туйҙырып алам. Тик ашығайыҡ. Миңә дежурствоға.

Һылыу ашарға әҙерләне. Тәүфиҡ ҡулдарын йыуҙы ла ҡабаланып ашарға тотондо.

-Был арала туйғансы ашаған да юҡ. Ә беләһеңме, Ҡадир Даян һиңә ғашиҡ булған ти.

-Ҡайҙа күргән ул мине?

-Күргәндер инде. Ҡайтҡас, һинең турала очерк яҙам тигән. (тик очерк бик һуңлап баҫыла. Фәҡәт “Ҡыҙыл Башҡортостан”дың 48-се номерында 1946 йылда ғына донъя күрә – авт. иҫкәрмәһе).

-Минең хаҡта нимә яҙырға мөмкин инде? Бына алғы һыҙыҡтағы медиктар тураһында яҙһаң да була.

-Баҫалҡылыҡ кешене матурлай. Әйткәндәй, Һылыу, һиндә Илья Эренбургтың беҙҙең дивизия тураһында яҙған мәҡәләһе бармы?

-Һинең Һылыуыңда нимә юҡ икән? Шуны һора.

-Быныһы инде баҫалҡылыҡҡа инмәй, — тип щаяртып көлдө Тәүфиҡ.

-Шуға әйтәм бит, Ҡадир Даян яҙырлыҡ бер ни ҙә юҡ, тип.

-Яҙыусылар таба ул. Ана Илья Эренбург ҡалай оҫта яҙған. Тағы бер тапҡыр уҡығы килә.

-Ярай, бирермен. Тәүфиҡ, Яңы йылды ҡайҙа ҡаршыларбыҙ икән?

-Мин Сарыгин менән һөйләшеп ҡарармын. Бәлки бергә булырбыҙ.

-Яҡшы булыр ине лә. – Һылыу сәғәтенә ҡарап алды ла, — иптәш капитан, миңә дежурствоға вағыт, — тине.

-Осрашыу ваҡыттарын күпме көтөп алына… Ә төштән дә ҡыҫҡараҡ килеп сыға…

* * *

Дошман Чернышки-Обливская тимер юл участкаһынан тиҙ генә ҡуҙғалырлыҡ түгел ине. Ныҡ һаҡланылар. Бында дошмандың аэродромы, аҙыҡ-түлек һәм ҡорал складтары бар ине. Паулюсты ошо аэродром аша тәьмин иттеләр. Башҡорт атлы дивизияһына шундай бурыс ҡуйылды: Красный Яр хуторы янында оборонаны өҙөп, Чернышки-Обливская тимер юл участкаһын обороналауҙы ҡаҡшатасаҡ.

Медицина-санитария эскадронына ошо яуаплы алыш хаҡында аңлатылды һәм эштәрҙең тағы ла көсөргәнешлерәк булыры алдан иҫкәртелде. Ҡәҙимге бай тәжрибә туплаған медиктар тәүге көндәрҙәге кеүек аптырап ҡалманы; нимәне булһа ла үҙ аллы хәл иттеләр. Тышта һалҡында яралыларҙы ҡабул итергә лә, хатта ҡайһы бер осраҡтарҙа операция яһарға ла тура килгеләне. Алғы һыҙыҡта эш, әлбиттә, тағы ла ҡатмарлыраҡ торҙо.

Тәүфиҡ ҡайтып киткәндең иртәгеһенә записка яҙып ебәрҙе.

“Яҡшы ғынамы, Һылыуҡайым! Кисә кис һәйбәт ҡайтып еттем. Бөгөн күсәбеҙ. Кис Деев хуторында булабыҙ. Беҙҙекеләр шунан Сиволобово хуторына, унан Чернышки станцияһына наступать итәләр. Беҙ ҙә арттарынан шыуабыҙ. Кискә лә, төндә лә яралылар күп булыр. Һау, сәләмәт йәшә. Минең өсөн борсолма, гөлкәйем, яраймы? Бында күп кенә ауыр артиллерия килде. Уңыш булырға тейеш. Осоусылар ҙа күренә. Хәҙергә хуш. Сәләм менән һинең

Т Ә Ү Ф И Ғ Ы Ң. 18.12.42.”

Хәбибрахманов яралылар менән килгәндә, Һылыуға тағы ла өс хат тотторҙо.

-Ағай, үҙе нисек һуң унда? Яраланмағанмы?

-Юҡ та ул. Эш күп. Бер үҙе тиерлек. Анау берәүһе күренмәй ҙә уның. Әллә ҡурҡаҡ, әллә нәмә инде? – тип, Хәбибрахманов ҡулын һелтәне. – Улай ярамай бит. Саттаров та таштан яралмаған. Үҙенә генә ҡалдыра ла китә. Ул өлгөрә алмай. Хәлдән тайҙы. Күрәһең бит, бөгөн ике машина алып килдек. Ай-һай, ауыр һуғыш! Ай, ауыр, Һылыуҡай.

Һылыу примуста ҡайнап ултырған сәйгүнен алып аҙ ғына сәй ҡойоп бирҙе лә бәләкәй генә киҫәк шәкәр менән бер телем икмәк һалды. Хәбибрахманов өҫ кейемен дә һалмай, сәй эсте һәм шунда уҡ хырылдап йоҡлап та китте.

“Һылыуҡай, йылы кейем менән саҡ ҡына икмәк һалсы…”

Һылыуҙың күҙҙәренә йәш төйөлдө. Һаҡлап ҡуйған тәмәкеһен, аҙ ғына киптерелгән ҡарағатын, шәкәр киҫәген, барлы-юҡлы икмәген тотош төрөп һалды.

-Ағай!

-Ә? – Хәбибрахманов шундуҡ уянды. – Ней булды?

-Һеҙҙе саҡыралар. Машиналар килде. Ошоно Тәүфиҡҡа бирегеҙ инде. Хат яҙып тормайым, сәләм әйтегеҙ. Аҙ ғына бушағас, яҙырмын, тип әйтте тейегеҙ. Өйгә бөгөн үк хат яҙырмын, борсолмаһын.

-Ярай, Һылыуҡай, әйтермен.

Һылыу һуңғы көндәрҙә үҙе лә ныҡ йонсоно. Тәүфиҡтың да хәлен белмәгәс, борсола ине. Әле яҡшы хәбәр ишетеп, бик ҡыуанды, хатта арыуын да онотҡандай булды. Кисен өйгә хат яҙып һалды.

“Ҡәҙерле туғандар! Беҙҙән һеҙгә артыҡ күп сәләм. Хәҙергә таҙабыҙ. Хат юҡҡа аптырамағыҙ, сөнки икенсе аҙна румын һалдаттары артҡа ҡыуабыҙ. Улар бөтә нәмәләрен ҡалдырып йүгерә. Бына мин һеҙгә хат яҙып ултырам. Ике көн элек бында румын һалдаттары булған, уларҙан һуң – немецтар. Беҙҙең Башҡорт дивизияһы егеттәре ҙур ҡыйыулыҡ күрһәтеп һуғыша. Газеталарҙан уҡып барығыҙ.

Румын һалдаттары артҡа шул тиклем шәп йүгерә, хатта улар артынан ауылдарҙы алып бөтөрөп булмай. Тәүфиҡтар румын папиросы тарталар. Беҙ уларҙың конфеттарын, шоколадтарын ашайбыҙ. Мин дә һеҙҙән хат алғаным юҡ, сөнки был арала эш күп булғанлыҡтан, хаттар ҡайҙалыр ята. Хәҙер тағы яралыларҙы бәйләй башлайбыҙ. Хушығыҙ. Хаттарҙы мөмкин тиклем йыщыраҡ яҙығыҙ.

Һеҙгә артыҡ күп сәләм менән Һ ы л ы у. 29.12.42.”

Һылыу хатты бөкләй башланы ла яңынан асып Яңы йыл менән ҡотлап ҡуйҙы.

Ял итеп тә өлгөрмәне, коммунистарҙы саҡырттылар. Яңы йылды нисек үткәреү, яралылар өсөн аш-һыуҙы арыуыраҡ итеп әҙерләп, бер аҙ байрам төҫө биреү, газета сығарып элеү, фронттағы хәлдәр менән таныштырыу кәрәклеге тураһында әйттеләр. Ләкин иртәгеһен икенсе урынға күсергә, ә бының өсөн Чир йылғаһы аша сығырға кәрәк булды.

Йылғаны аша сығыу менән етәкселек иткән командир яраланды. Шул саҡ ҡыуаҡлыҡ араһында яралыларҙы оҙатырға әҙерләп тороусы Һылыу Әхмәтова килеп сыҡты һәм:

-Минең команданы тыңлағыҙ! – тип ҡысҡырҙы.

Чир йылғаһы аша сыҡҡанда, фашистар бомбаға тота башлай. Шуға күсенеү ауырлаша ла инде. Командирҙың яраланыуы арҡаһында хәлдәрҙең тағы ла ҡатмарлашыуы ихтимал ине, әммә Һылыуҙың тәүәккәллеге хәл иткес моментта бик урынлы булды.

-Минең команданан башҡа бер генә яралыны ла урынан ҡуҙғатмағыҙ! – тине ул, самолеттарҙың алыҫлашҡанын күҙәтеп.

Уңайлы мәл сығыу менән, яралылар тейәлгән кәмәләрҙе икенсе ярға сығырға рөхсәт бирә барҙы. Шулай итеп, медицина службаһы өлкән лейтенанты Һылыу Әхмәтованың тәүәккәллеге арҡаһында тиҫтәләгән яралылар икенсе ярға имен оҙатылды. Әммә яраланыусылар араһында ауыр хәллеләр байтаҡ ине, уларға тәү ярҙам күрһәтеү эше менән етәкселек итер кеше булмағанлыҡтан, был бурысты ла Һылыу үҙ өҫтөнә алды.

(Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, Һ. Әхмәтова Башҡорт медицина институтында уҡыуын дауам итә. Шул саҡта уны икенсе тапҡыр БАССР Верховный Советына депутатлыҡҡа кандидат итеп күрһәтәләр. Яҙыусы Кирәй Мәргән ошо уңай менән “Советская Башкирия” газетаһына очерк яҙа. “Һылыу Әхмәтова” тип атала ул. Очеркта ошо ваҡиға ла телгә алына – авт. иҫк.).

* * *

Яңы йылды Обливская станцияһында ҡаршыланылар. Яңы Калитванан алып Чернышкиға тиклем арала дошман фронты айырым-айырым участкаларға бүлгеләнгәнлектән, был алыш медиктарға ла ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы. Яңы йылды станцияла ҡаршы алыу — ҙур еңеү булды. Дивизия яугирҙары һәм медицина работниктары балалар өсөн шыршы байрамы ойоштормаҡсы булды. Әммә байрамға балалар ғына түгел, тотош станция халҡы йыйылды. Еңеү байрамы төҫө алды шыршы байрамы. Халыҡтан он йыйып керәндилдәр, печеньелар бешереп, Ҡыш бабай бүләге өләшелде. Балалар үҙҙәре лә яуапһыҙ ҡалманы. Шиғырҙар уҡыны, йырланы, бейене. Ә 13-14 йәшлек бер малайҙың, муйынына ҡыҙыл галстук тағып, Ҡыҙыл Армия тураһында шиғыр һөйләүе ныҡ тулҡынландырҙы, өлкәнерәктәр хатта күҙ йәштәрен дә тыя алманы. Һылыу уға бүләк итеп бер консерва тотторҙо.

-Фашистар бөтә ҡыҙыл нәмәне юҡ иткәндәр, тиҙәр бит. Галстугыңды нисек һаҡлап алып ҡалдың?

-Мин уны ныҡ йәшереп тоттом.

-Тапһалар, атырҙар ине бит.

-Ә улар сәбәпһеҙ ҙә аттылар…

-Беҙҙең еңеребеҙгә ышандыңмы?

-Ә ни эшләп ышанмаҫҡа! Беҙҙекеләр көслө, ҡыйыу. Ә улар ҡурҡаҡ. Хатта төндә тышҡа сығырға ла ҡурҡалар. Уларҙың танкылары менән эттәре генә көслө. Ә үҙҙәре ҡуян кеүек. Ҡараңғыла өй эргәһенән ике аҙым да ер китә алмайҙар. Ә мин төндә партизандар янына бер үҙем бара торғайным.

-Ә һин ҡурҡмайһыңмы?

-Мин бит бында һәр һуҡмаҡты, хатта һәр соҡорҙо беләм. Минең ерем бит ул, үҙ өйөм кеүек. Ә фашистар маңлайҙары менән бәрелмәйенсә, алдарындағы ағасты ла күрмәйҙәр. Атайым партизан минең. Элек уҡытыусы ине. Хәҙер ауылда уҡытыусыларҙы ла, коммунистарҙы ла күрмәҫһең. Тотош концлагерҙарға оҙаттылар. Төрмәлә ултырып ҡайтҡан бер енәйәтсе бөтәһен дә тотторған. Атайымды белмәй ҡалғандыр, беҙ был ауылға һуғыш башланыр алда ғына ҡаланан күсеп килгәйнек. Бында шул тиклем һәйбәт ине. Һуғыш селпәрәмә килтерҙе.

Һылыу малайҙың йөҙөнә баҡты. Өлкәндәрсә уйсан, йонсоу ине. Балаларҙың балалығы, шатлығы өсөн көрәшергә лә, көрәшергә, аяуһыҙ алышырға әле беҙгә, тип уйлап алды. Байрам аҙағына тиклем була алманы Һылыу, саҡыртып алдылар.

Тағы бер машина яралылар килде. Ярҙам ит, Һылыу. Һиңә хат та бар, — тип ҡаршыланы Мариныч.

-Кемдә? Ҡайҙа? Тәүфиҡтанмы?

-Кемдән булһын инде! Минкинда. Хәҙер инер.

-Һылыу ял итә, йоҡлай, тиҙәр. Ә мин әйтәм, Һылыу йоҡламаҫҡа һүҙ биргән, тейем. Ул бит, һуғыш бөткәс, бер юлы йыл буйы йоҡлайым, тип әйткән ти, — тип бәхәсләшәм, — тип шаярта-шаярта килеп инде Минкин. – Кем хаҡлы булып сыҡты? -Ысынлап та, уятыуһыҙ, тыныс ҡына йоҡлар көн килеп етерме икән? Өйҙә, таҙа постелдә, йоҡо бөткәнсе…

Ҡыҙҙар көлөшә-көлөшә ниҙер һөйләшәләр ине, Һылыу ашығып хат уҡый башланы.

“Яңы 1943 йыл менән! Хәйерле көн, Һылыуым! Бөгөн беҙгә Моратов килеп сыҡты. Һинән сәләм алып килгән. Хатыңды алманым… Хәлдәр бер көйгә. Яралылар күп. Бер үҙем перевязка яһайым. Фельдшерҙар передовойҙа. Беҙ пока артта. Тамаҡ туҡ. Турецкий папирос тартабыҙ. Йылы. Өйҙә рәхәт икән. Беҙҙекеләр алға бара. Ҡаты һуғышалар. Кеше бик аҙ ҡалды. Богомазовка хуторын алдылар. Трофейҙар күп тиҙәр. Берендә төндә беҙ ҡуҙғалырбыҙ, ахыры. Башҡа санчастар алда. Беҙгә бөтә полктарҙан киләләр. Санчастың илле проценты юғалды. Дүрт кеше ҡалды хәҙергә. Санинструкторҙар бөттө. Күбеһе яраланды. Беҙ арттараҡ булырға тырышабыҙ, сөнки яралыларҙы шунда йыябыҙ. Минең өсөн ҡайғырма, бер ни ҙә ебәрмә. Һине, ҡәҙерлем минең, Яңы йыл менән ҡотлайым. Ошондай шарттарҙа беренсе тапҡыр ирле-ҡатынлы булып ҡаршылаған Яңы йылыбыҙҙы ҡотлайым. Әллә ниҙәр яҙғы килә… Һинең Т ә ү ф и ғ ы ң. 01, 01. 43.” Өҫтәмә. Һылыуҡай! Кинйәбәев нисек тә дүрт одеал килтерһен. Тартып булһа ла алығыҙ. Врач Саттаров.”

-Ниндәй одеалдар? – тип һораны ылыу Минкиндан.

-Одеалдарҙы таптым. Мәшәҡәтләнмәгеҙ. Халыҡтан да алдыҡ.

— Зинһар, сәләм әйтегеҙ Тәүфиҡҡа. Хат яҙырға ваҡытым юҡ. Ашығыс. Операцияға миңә. Хат алып килгәнегеҙ өсөн рәхмәт.

-Рәхмәт менән генә ҡотола алмаҫһығыҙ. Күп ташыным хаттарығыҙҙы, сәләмдәрегеҙҙе. Ҡайтышлай берәй аҙна ҡунаҡ булып ятам әле.

-Бер аҙнала ғына ҡайтарыу ҡайҙа инде. Кәмендә ай! – тип көлөп сығып китте Һылыу. Ул арала Әхмәт Гәрәевич ашыҡтыра тип килеп тә еттеләр.

Костенко тигән бер сержантты килтергәйнеләр. Тәне һигеҙ урындан тишелгән. Операция уңышлы тамамланды. Уны һаҡлыҡ менән генә күсереп һалдылар.

Операцияны сыра яндарып ҡына яһанылар. Инструменттар етмәй, даруыҙарҙы ла үҙҙәре әҙерләй. Әхмәт Гәрәевич шул тиклем ҡулайлашты, операцияны ошондай шарттарҙа ла уңышлы яһай ине. Ул аҡрын ғына һөйләшеп, ығыш ҡына ҡуҙғалған һымаҡ булһа ла, операция өҫтәле янында бөтөнләй икенсе кешегә әйләнә ине: ҡулдарына күҙ эйәрмәй, инструменттарҙы алмаштырып өлгөрөп булмай. Шуға үҙе янында һәр саҡ Һылыуҙы күрергә теләне ул.

-Алғыр кеше алымынан, йылғыр кеше аҙымынан билдәле, — тип маҡтай Һылыуҙы.

Әхмәт Гәрәевич ял иткән ваҡыттарында һәр саҡ китап уҡыны. Әммә һәр операциянын һуң күҙҙәрен сырт йомоп алыуына, йәки танау япраҡтарының йышыраҡ һелкенеүенән операцияның нисек тамамланыуын тойоп була ине. Ундай саҡтарҙа ҡулына китап алһа ала, әммә уҡымай торғайны.

-Бына бит, Һылыу, нисек килеп сыға. Беҙ, медиктар, кеше ғүмерен оҙайтыу хәстәрлеге менән янабыҙ. Ә фашистар һыу һөлөгө кеүек егеттәрҙе ҡыра. Һуғыш – медицинаға ҡапма-ҡаршы күренеш икән тип ҡайғырыр ине ул.

* * *

Көндәр һыуынғандан-һыуына барҙы. Яңы, 1943 йыл ҡаты башланды. Транспорт мәсьәләһе һаман яйға һалынманы. Яралыларҙы ат менән ташынылар. Юлда туңып ҡалғандары ла булғыланы. Бик-бик күптәрҙең туғандарына ҡайғы уртаҡлашып хаттар яҙылды. Һылыу үҙе лә ябыҡты, йонсоно. Өфөнән дә, Ҡазандан да хат килмәне, Тәүфиҡтан да хәбәр алманы. Бер көн Тәүфиҡтың әсәһен төшөндә күрҙе. Көтмәгәндә, Ҡазанға барып сыҡҡандар, имеш. Тәүфиҡтың туғандары ла унда. Бер юлы туй яһап китегеҙ, тип өгөтләйҙәр. “Беҙ туй яһаныҡ”, — ти Һылыу. “Ул саҡта һин марлянан ғына тегелгән фата ябынғанһың. Килен бит бик матур. Мин уға ысын фата алдым. Бына,” — тип, Тәүфиҡтың әсәһе болоттай ҡабарып торған фата күрһәтә. Һылыу уны бөркәнә лә осоп китә. Юғарынан ҡараһа, Тәүфиҡтың әсәһе генә ҡул болғап тора. Тәүфиҡ юҡ. Эҙләй, эҙләй, таба алмай. Тирә-яҡҡа ҡарай. Һуғыш бөткән. Емеректәр, йәнселгән машиналар, танкылар ята, ер өҫтөндә кешеләр йүгерешә, янғын һүндерә, ә Тәүфиҡ юҡ. Ни эшләптер гел шундай төштәр инә башланы Һылыуға. Тәүфиҡты юғалта ла эҙләй. Тәүфиҡты юғалтыуҙан ҡурҡҡанғамы, әллә күңеле берәй нәмә һиҙенәме? Улай булмаһын инде. Тын алған һайын, аҙым атлаған һайын тигәндәй, Тәүфиҡтың иҫән ҡалыуын теләй. Шул теләктәр ҡабул булмаҫмы икән? Ҡабул булыр, тип йыуата Һылыу үҙ күңелен. Әммә һәр алған хат, һәр сәләм һуңғыһы кеүек тойола.

“Миңә үҙемә алғы һыҙыҡҡа һорарға кәрәк”, — тигән ҡарарға килде Һылыу. Алғы һыҙыҡҡа. Ни күрһәк тә бергә булырбыҙ. Мин – коммунист. Ҡайҙа кәрәгерәкмен – шунда булырға тейешмен. Һылыу Сарыгинға ғариза яҙҙы. Үтенесен кире ҡаҡтылар. Аңҡы-тиңке булып йөрөгәндә, Тәүфиҡтан ҡалын ғына конверт килтереп тотторҙолар. Һылыу бер аҙға тағы тынысланды. Әл дә донъяла хат яҙышыу бар, тип йыуанды. Кем уйлап тапҡан икән уны? Уйлап табыусыға һәйкәл ҡуйыр инем, тип, конвертты ҡулына алғас, ҡыуанысын кем менән уртаҡлашырға белмәне.

“Хәйерле иртә, минең Һылыуым! Һуңғы хатты Минкиндан ебәргәйнем. Бер-ике һүҙ генә яҙып. Ваҡыт тығыҙ булғас, рәтле һүҙ яҙып булманы. Ғәфү ит инде, йәнем! Бына хәҙер эш тә юҡ. Һине әҙерәк үҙемдең хәлдәр менән таныштырам. Беҙ Морозовканан киткәндә, һеҙ унда килеп ҡалдығыҙ. Беҙҙең полк алға китте. “Беренсе” шунда ҡалды. Бер-ике көнгә. Шулай итеп, һинең менән күрешергә яҙманы. Беҙ Вальково тигән станцияға килеп еттек. Шул уҡ кисте икенсе частың врачы яраланды. Мин “Новый мир” тигән хуторға штабдив эргәһенә урынлаштым. Передовой 4 километр. Бөтә йорттарҙа ла штаб урынлашҡан. Беҙ санитар менән урын таба алмағас, һаламда йоҡланыҡ. Шул уҡ көндө штабдивтан, алдағы ауылды беҙҙекеләр алған, тигәс, яралылар барҙыр, тип, шунда киттем, ат егеп. Ауылға 500 метрҙай ҡалғас, немецтар күреп ҡалды һәм пулеметтан һиптерә башланы. Кире боролдом. Шулай итеп, көндөҙ ауылға инеп булманы. Ҡайттым. Килгән яралыларҙы машинаға тейәп һеҙгә ебәрҙем. Минкин да килгәйне. Күбеһенә Вальковола Овчинников перевязка яһаған, сөнки бында сисеп торорға мөмкинлек юҡ. Шулай итеп, ярты санчасть менән передовойҙа ятам. Алдағы ауылда (3-4 километр) икенсе полк ята. Көндөҙ барыуы ҡыйын. Яралыларҙы төндә генә алып сығабыҙ… Беҙҙең артиллерия яҡшы ата. Уң флангыла – башҡа дивизия. Улар “катюша”нан аталар. Немецтар сигенә, тиҙәр. Моғайын, беҙ тағы алға китербеҙ. 12 ғинуарҙа, 5-6 километрға. Шулай, бәғерем, тышҡы хәлдәр тураһында бөтәһен дә яҙҙым. Дөрөҫөн әйткәндә, бында мин яңғыҙым… Врачтар бик аҙ. Өҫтәмә килһә, яҡшы булыр ине. Бында оҙаҡ торорбоҙмо, юҡмы – билдәһеҙ. Былар һаман тышҡы хәлдәр тураһында. Хәҙер бер нисә һүҙ эске хәлдәр тураһында. Уныһы һиңә мәғлүм: һағынып бөттөм. Ҡасан күрешеп, һөйләшербеҙ икән? 1-2 көндән бәлки яралыларҙы үҙем оҙатырмын. Мунса инмәгәнгә лә ике ай самаһы була. Белмәйем, барып булырмы-юҡмы? Һинән хат алмағанға күп була. Ну, йәнем, сер бирмә. Аҙағы булыр әле. Ғүмергә шулай йәшәргә тимәгән. Минең өсөн ҡайғырма, өйгә хат яҙғанда, мөмкин булғанда, миңә лә яҙ. Мин оҙаҡ яҙмағанға асыуланма. Мөмкинлек булманы. Һин күңелемдән сыҡмайһың. Барыбер бергә төҫлө. Йән киҫәгем, үҙеңдең таҙалығың нисек? Мин таҙа. Тышта йөрөһәм дә һалҡын алмай. Сыныҡҡанмын, ахыры. Был хатты иркенләп, тышта, саф һауала яҙам. Ашау эләккәндә, ныҡ ашайым, ғөмүмән, эш насар түгел. Ашарға ебәреп борсолма. Белмәйем, был хатты алғанда, нисәнсе көн булыр, шулай ҙа мине күҙ алдыңа килтер, һөйләшеп ултырғанбыҙ, тип хис ит. Тағы ни яҙайым инде, Һылыуҡайым. Үҙеңде күрге килә. Мин оҙаҡ хат яҙмағас, асыуланаһың һымаҡ. Бөтәһенә лә сәләм әйт. Бөтә хирургтарға ла, медиктарға ла. Һағынып, ҡыҫып үбеп ҡалам. Һинең Тәүфиғың. 3.00.Новый мир-Вольково.10.01.43.”

“Иҫән йәнем, иҫән! Ҡасанға тиклем ошолай зарығышып йәшәрбеҙ?” Һылыу ашыға-ашыға хат яҙа башланы. “Тәүфиҡ, йәнем, һөйөклөм! Хатың өсөн рәхмәт. Иркенләп уҡыным. Хат яҙһам да ебәрер кеше булмай, йә белмәй ҡалам. Минең өсөн борсолма. Мин нисауа. Үҙеңде һаҡла. Һаҡла, тип әйтеү һүҙ өсөн генә, әлбиттә. Һин үҙеңде аямайһың. Ысын коммунистарса, намыҫыңды йәнеңә ҡарағанда артығыраҡ баһалайһың. Уйымдан сыҡмайһың, күҙ алдымдан китмәйһең. Әле һинән хат алғас, әл дә донъяла хат алышыу бар, тип шатланып ултырам. Ике нәмә мине ҡотҡара: хат һәм төш. Юғиһә, һарғайыр, хыялыйҙпр булыр инем. Төштәремә ингәнең өсөн рәхмәт. Уянып китәм дә “мендәрем”де әйләндергән булам – һин дә мине күрһен, йәнәһе. Ошондай ваҡытта юҡҡа-барға ышанғы килә. Бөгөн беҙ ҙә бер аҙға тынып торабыҙ. Өйҙәрҙә йәшәйбеҙ. Яралыларҙы яҡшыраҡ тәрбиәләү өсөн мөмкинлек күберәк. Иң мөһиме – һыу ҡытлыҡ түгел. Халыҡ яҡшы ҡарай. Мөмкин булғанын таба, ярҙам итә, уртаҡлаша. Ҡотҡарыусыларыбыҙ беҙҙең, тип ҡыуаналар. Фашистарҙың мәсхәрә иткәндәрен һөйләп илайҙар. Тиҙерәк азат итке килә килә башҡаларҙы ла. Ниндәй рәхәт баш осонда самолеттар жыулап осмаһа, үлем янап тормаһа. Ҡасан ҡайтыр тыныс тормош. Ҡасан иркенләп иген шаулауын, тракторҙар геүләүен тыңларбыҙ. Һайлаусыларымдан хат алдым. Тылда тырышабыҙ, ике-өс норма үтәйбеҙ, тигәндәр. Бөтә Европаны фашизмдан ҡотҡарғы килә. Ҡасан булыр? Ә яралылар күп. Тимәк, һуғыш аяуһыҙ әле. Воронеждағы һәм Чир йылғаһын сыҡҡандағы һымаҡ булмаһалар ҙа күптәр әле. Оҙатырға транспорт юҡ. Һаман шул юлға сығып машина туҡтатабыҙ. Тулып килә. Кейем арыу. Ашау яғы түҙерлек. Икмәк бешереү өсөн ҡулайлама тапҡандыр, ахыры. Күрә-баға ут эсенә инмә. Бергә булыу хаҡына, Еңеү хаҡына, әсәйҙәр хаҡына йәшәйек әле. Морозовск өсөн һуғышта батальон комиссары Байғужа Сәйетғәлин һәләк булған. Ишеткәнһеңдер? Шәп егет ине…” Һылыу бөгөн Вальковоға күсәсәктәрен, бәлки күрешеү мөмкин булырын яҙмаҡсы булды ла, ымһындырмаҫҡа, тип кире уйланы. Хатты санитар аша ебәреп, күсенергә тип, әйберҙәрен йыя башлағайны, уны ике йөҙгә яҡын яралы менән Морозовскиҙа ҡалдырырға булдылар. Бындай саҡта Тәүфиҡ: “Ни эшләйһең бит. Һуғыш. Бына ҡайтырбыҙ. Үҙ яҙмышыбыҙ үҙебеҙҙең ҡарамаҡта булыр”, — тиер ине.

Һылыу иртәгеһен төш ауғас ҡына эскадронын ҡыуа китте. Әсе ел. Ҡола ялан. Һылыу өшөмәҫ өсөн йүгерә-атлай бара. Арттан килгән машинала тулы егеттәр.

-Иптәш лейтенант, ултырығыҙ! – тип ҡысҡырҙы береһе. Һылыу оһолло ғына итеп һикереп менгәйне, тегеләр аптырап китте.

-Бәй, ҡыҙ кеше! Ундай сибәркәйҙе кем төшөрөп ҡалдырған?

-Был машина әллә төшөп ҡалыусыларҙы йыйып йөрөймө? Мин ундайҙар иҫәбенә инмәйем.

Машиналағы егеттәр геү килеп көлә башланы.

-Пашка! Телеңде тый тип әйтәбеҙ бит. Тыңламайһың. Тоҙло-борослоһо эләктеме?

Егеттәр тағы хахылданы. Пашка тигәндәре бирешергә теләмәне. Һаман Һылыу яғына яҡынланы.

-Һеҙгә ҡайҙа?

-Вальковоға.

-Исем-фамилияғыҙҙы әйтә алмаҫһығыҙмы?

-Ни эшләп? Әйтә алам. Таныш булайыҡ: Һылыу Әхмәтова-Саттарова.

-Ирегеҙ бармы ни? Ул ҡайҙа?

-Бергә хеҙмәт итәбеҙ.

-Пашка! Сәпкә тейгеҙә алманың. Мәргән түгелһең икән. Ә үҙең маҡтанаһың.

-Мин килеп еттем, егеттәр. Рәхмәт.

-Һау бул, сибәркәй.- Пашка ҡулын бирҙе.- Осрашырбыҙмы?

-Һис шикһеҙ, — тине Һылыу.

-Ҡайҙа?

-Берлинда!- Һылыу йылмая-йылмая ҡул болғаны.

Машина ары китте. Ундағы егеттәр: “Пашка ла Пашка…” – тип шаярыша-шаярша ары киттеләр.

* * *

Һылыу ни тиклем ашыҡһа ла өлгөрә алманы. Тәүфиҡтар полкы киткәйне. Анна Наумовнаға хат ҡына биреп киткәйне ул.

-Мин дә яҙа-йоҙа ғына күреп ҡалдым. Беҙ килгәндә, улар китергә торалар ине, — тине Анна Наумовна, Һылыуҙы йыуатып.

-Ни эшләйһең инде? Күрешеү насип булмағандыр.

-Мин фатир таптым. Урта йәштәрҙәге бер ҡатын. Бәләкәй улы менән генә. Ҡайғылары ҡаты бахырҡайҙарҙың. Ике еткән ҡыҙын Германияға ҡыуғандар. Һин эшеңде тамамла ла кил, — тип, Анна Наумовна Һылыуға өйҙөң ҡайҙалығын аңлатып китеп барҙы. Һылыу иң элек хат уҡырға ултырҙы.

“Һауғынамы, Һылыуҡайым! 13-ндә, йәки кисә, көнө буйы күңел ни эшләптер шат булды. Шуға берәй ҡыуаныс булыр һымаҡ ине һәм күңел мине алдаманы. Кистән яҡшылап мунса индем. Бында зенитчиктар төҙөгән. Мине үҙҙәрен ҡарарға саҡырҙылар ҙа йыуындырып ебәрҙеләр. Күлдәк алмаштырҙым. Зерә лә һәйбәт булды. Инде шатланыуымдың сиге юҡ, тиһәм, бер сиге ҡалған икән. 14-ндә иртән һинән хат һәм ҙур посылка бирҙеләр. Былары, ысынлап та, шатлыҡ ине. Һинән хат алмағанға егерме көндәр бар, ә үҙем дүртенсене яҙғайным. Нисек рәхмәт әйтергә белмәйем, гөлкәйем. Әйберҙәрҙең бөтәһе лә (шешә лә) тапшырылды. Үҙеңде бер күреп һөйләшһәм, икенсе булыр ине. Бөгөн һеҙ Вальковоға күсергә тейеш тиҙәр. Хаҡ булһа, беҙгә 4 километр булаһығыҙ. Унда инде мин осоп барып етермен…”

“Осоп барып етмәле ерҙәр булһасы… Үҙем дә бушаған һайын барып урар инем”…

Һылыу оҙатылған яралылар тураһында мәғлүмәттәр тапшырҙы ла фатирға ҡайтып китте. Хужабикә уны күргәс, ныҡ аптыраны.

-Тағы бер ҡатын килә, тигәс, өлкәнерәктер тиһәм… Бөтөнләй йәш кенәһегеҙ бит. Ирегеҙ ҡайҙа?

-Бында. Алғы һыҙыҡта.

-Эй, изгелекле кешеләр. Урал яҡтарынан беҙҙе ҡотҡарырға килгәндәр.Үҙ ерегеҙ имендер бит?

-Бөтә ил – беҙҙең ер бит, апай. Һеҙҙең ҡайғығыҙ – беҙҙең ҡайғы. Һеҙҙең тупраҡ – беҙең тупраҡ, — тине Һылыу.

-Улай булғас, рәхмәт. Башҡа дин кешеләре шулай тип торғанда, минең үҙ ауылдашым ике ҡыҙымды Германияға ҡыуҙыртты.

Ҡатын илағандай итте, ләкин күҙҙәрендә йәш күренмәне, тик һыңҡылданы ғына, үҙәк өҙгөс итеп һыңҡылданы. Әллә ҡайҙан йөрәк төбөнән сыҡҡан һыҡтау ине был. Улы килеп йыуатып маташты.

-Иламағыҙ, иламағыҙ. Беҙ ҡыҙҙарығыҙҙы ҡотҡарасаҡбыҙ, — тип, һылыу ҡулын ҡатындың иңбашына һалды. Шундай ышаныслы әйтелде был һүҙҙәр,хужабикә бер аҙға тынып ҡалды. Шунан тағы:

— Йыуатығыҙ, йыуатығыҙ. Ышанмаһам да еңелерәк булып ҡала, — тип, тағы илай башланы.

-Йыуатмайбыҙ. Беҙ дөрөҫөн әйтәбеҙ. Беҙ бөтә тотҡондарҙы ла ҡотҡарасаҡбыҙ. Ышанығыҙ миңә.

Әле генә, йәшһең, бала ғынаһың, тип, Һылыуға аптырап ҡараған ҡатын уға ололап ҡарап алды, ә улы, тиҙ генә кейенде лә йүгереп сығып китте.

-Был һөйөнөслө хәбәрҙе хәҙер иптәштәренә әйтә ул. Балаларҙың ҡоттарын алдылар инде йыртҡыстар. Бәләкәй генә булһа ла ҡыуаныслы хәбәр көтәләр, — тине хужабикә.

* * *

1943 йылдың 10 ғинуарында Дон фронты ғәскәрҙәре дошман төркөмөн өлөшләп тулыһынса юҡ итеү өсөн һөжүмгә күсә, ләкин уңышҡа өлгәшә алмай. Яңы ҙур һөжүм әҙерләнә. Быныһын да оҙаҡ көтөргә тура килмәй. Медицина эскадроны һаман Вальковола ҡалды. Артабан күсергә мөмкинлек юҡ ине. Алыш аяуһыҙ, әммә яугирҙар алға барҙы. Ошондай көндәрҙә лә Тәфиҡ, форсат табып, Һылыуға записка, туғандарына хат ебәрҙе. Һылыуға яҙған хатында:

Иҫкән елдәр үтер инде

Одеал ябынһам да.

Бәғерем яныңа ҡайтармайҙар,

Өҙөлөп һағынһам да, — тип йыр яҙып ебәргәйне.

“Мин дә һағындым, Тәүфиҡ! Шул тиклем һағындым. Әйтеп аңлатырлыҡ түгел. Йөрәгем шартлар һымаҡ. Көтәм. Үҙеңде көтәм, хаттарыңды көтәм. Бер-ике ауыҙ ғына булһа ла хатыңды алһам, минән дә бәхетле кеше юҡ. Хат – ул һинең иҫәнлегең. Тимәк, һин ҡулыңа ҡәләм тота, уйлай һәм яҙа алаһың. Үҙ тойғоларымдан ҡайһы саҡта үҙем оялып китәм. Ә ҡайһы саҡта ошондай оло һөйөүем менән фашистарға ҡаршы көрәшкә күтәрелгән кеүекмен. Тирә яҡта туптар шартлай, пулялар яуа, самолеттар ҡоҙғон кеүек оса. Ә мин һинең иркәләүеңде, әйткән һүҙҙәреңде, ҡарашыңды, йылмайыуыңды күҙ алдына килтереп ултырам. Йөрәк һөйә, тимәк, йәшәй. Фашистар беҙҙең рухты һындырырға, йәшәү өмөтөн һүндерергә, һөйөү-һөйөлөү һәләтен юғалтыуға иҫәп тоттолар. Юҡ, беҙ йәшәйбеҙ, һөйәбеҙ. Күрһәткән ғазаптарығыҙ, вәхшилектәрегеҙ сәстәргә юлаҡ-юлаҡ сал, маңлайға һыр һалды һалыуын, ләкин йөрәгемдә мөхәббәт ялҡыны! Ишетәһегеҙме, ҡоҙғондар, мин яратам! – тип ҡысҡырғы килә, уларға үс итеп. Башҡалар минең ҡурҡмауыма аптырай, мин үҙем дә аптырар инем. Ә мин беләм: мин көслө. Әсәйҙәремде, һине, туғандарыбыҙҙы, еремде, илемде һөйөүем менән көслөмөн. Ул ҡан эскестәрҙең иң көслө ҡоралдарынан да көслөрәк минең һөйөүем!”

Һылыу иренә яуап хаты яҙҙы ла уның Өфөгә яҙған хатын уҡып сыҡты. Ут аҫтында, һалҡында яҙылған хат тип кем уйлар, тип ҡуйҙы. Эй, совет һалдаты! Бөтә булмышың һинең окоптарҙа булғанда ла, күңелеңдә матур донъя. Күңелеңдә тыныс тормош, хыял, ышаныс. Һин еңмәй кем еңһен был һуғышта!

Бер саҡ һуғыш тигән ҡот осҡос һүҙ онотолормо? Һуғыштан һуң тыуған йәш быуын бәхетле, тыныс тормоштоң ниндәй юғалтыуҙар, ҡорбандар аша килгәнлеген белерме? Белеүен белер – аңлармы? Барынан ҡәнәғәт булып, тик күк йөҙө аяҙ булһын да таңдар имен атһын, тип, һәр үткән матур көн өсөн ҡыуанып йәшәрме? Әллә бөтәһен онотоп, ҡомһоҙланып, кәрәк-кәрәкмәгән ялтырауыҡ йыйыуҙы маҡсат итеп ҡуйып, бер-береһен күрмәй-белмәй йәшәрме? Булмаҫтыр ундайҙар. Ышанғы килмәй. Был һуғыш кеше аңындағы күп нәмәне үҙгәртте. Кешеләр һәр имен атҡан таңға ҡарап, һаулығы, эшендәге уңышы өсөн шатланып, ете ят кешене лә иң яҡын туғанындай күреп, ил бәхете өсөн ҡыуанып ҡына йәшәр. Һылыу тыныс тормошта йәшәгән ауылдарҙы, йәшел үләнле урамда бала-сағаларҙың төрлө уйындар ойоштороуын, киске аулаҡтарҙы, таң атҡанда, йәштәрҙең моңло йырҙар йырлап ҡайтыуын, колхозсыларҙың иртә менән эшкә ашығыуҙарын, һайлаусылары менән осрашҡан саҡтағы һөйләшеүҙәрен, Тәүфиҡ менән бергә тормош ҡороуҙарын күҙ алдына килтерҙе.

Дежурствоға барырға ваҡыты еткәйне. Ул алдан әҙерләп ҡуйған мәҡәләләрен, йырҙар һалып алды. Фронтта хат алыуҙан да нығыраҡ ҡыуаныс бармы икән яугир өсөн? Тының менән тартып алырҙай һағынған туғандарың, ауылың, дуҫтарың тураһында ишетеү һалдаттың күңелен сикһеҙ күтәреп ебәрә ине. Ҡайһы саҡтарҙа хаттар килмәй оҙаҡлаһа, бигерәк тә яралы һалдаттарҙың бошоноуы күҙгә ташланып тора. Һылыу быны тиҙ тоя һәм һәр саҡ ярҙамға килә. Йә яңы йырҙар йырлай, йә мәҡәләләлр уҡый, йә булмаһа улар өсөн хат яҙа. Бөгөн дә уларға уҡырға тип Зоя Космодемьянская, Гастелло, панфиловсылар тураһындағы мәҡәләләрҙе алды. Ләкин улар үҙҙәре лә бит ысын геройҙар. Ҡыш көндәре һалам түшәп ҡар өҫтөндә йоҡлап, иртәгеһен яуға күтәрелеү, айбарланып дошманға ташланыу, “ура” ҡысҡырып алға барыу батырлыҡ түгелме? Өс өҫтәлдә бер юлы ун һигеҙ сәғәт буйы алһыҙ-ялһыҙ операция яһау, дарыуҙар эшләү, ат дағалары, сөйҙәргә тиклем ялан шарттарында үҙ ҡулдарың менән эшләү, билдән батҡаҡ кисеп пулеметтар һөйрәү… Ғөмүмән, анау тиклем ныҡ ҡоралланған фашистарға ҡаршы фәҡәт ҡыйыулыҡ, патриотлыҡ тойғоһон өҫтөн ҡуйып, оптимизм менән алға барыу батырлыҡ түгелме? Совет халҡының батырлығы, Еңеүгә ышанысы, Тыуған илен сикһеҙ һөйөүе, Коммунистар партияһына тәрән ышанысы, Ленинға, Сталинға инаныуы көслө халыҡтың…

Һылыу шундай уйҙарға бирелеп, медсанэскадрон урынлашҡан ергә яҡынлашҡайны, күҙгә күренәме, тиеп аптырап китте — ҡаршыһына Тәүфиҡ килеп сыҡты.

-Ҡайҙан? Оҙаҡҡамы? Күптән бындаһыңмы? Ҡайҙа ҡарайым -яраланманыңмы? – Һылыу һорау артынан һорау яуҙырҙы. – Ни эшләп күҙ ҡабаҡтарың шеш, йәнем? Әллә ауырыйһыңмы?

-Хафаланма, гөлкәйем. Яралылар алып килдем. Үҙем һап-һаумын. Штабҡа машина һорап килдем. Һин булмағас, эс бошоп тора ине. Күрмәй китәм тип ҡурҡтым. Хәҙер машина килеп етә. Әйҙә, тиҙерәк хәлдәреңде һөйлә.

-Мин һәйбәтмен. Хаттарҙы ебәрҙем. Бығаса почта йөрөмәне. Аҙ ғына ауырыҡһынып алдым. Хәҙер үтте инде. Ятып торорға ваҡыт булманы.

-Үткәс, яҡшы. Инде еңелгә табан китер эштәр. Ҡорал менән яҡшы тәьмин итәләр. Фашистар ныҡ тартҡылаша. Нисауа, һин әйтмешләй. Йыртҡысына күрә ҡапҡанын уйлап тапҡан беҙҙекеләр. “Катюша”лар һәйбәт. Үҙеңде һаҡла, һылыуым. Төш кенә кеүек була ла ҡала осрашыуҙар.

-Әлдә уңай тура килде әле. Бөтөнләй күрешмәүебеҙ ҙә ихтимал ине.

-Һағыныуым көслө булған.

-Тәүфиҡ Ситдиҡович! – тип ҡысҡырҙылар машинанан.

-Ярай, һылыуым, үҙеңде һаҡла.

-Тәүфиҡ, алмашҡа силғауың бармы?

-Бөтәһе лә яҡшы, һылыуҡай. Борсолма.

Машина ҡуҙғалды.

Күпме көттө осрашыуҙы Һылыу. Әллә ниҙәр һөйләргә, әллә ниҙәр һорашырға әҙерләнеп йөрөнө.Ә бына бит нисек килеп сыҡты.

* * *

Ҡаты алыштарҙан һуң Белая Калитва беҙҙең ҡулға күсте һәм унда 79,9 бейеклеген алыуҙа Аннаклыч Атаев егеттәре күрһәткән батырлыҡ тураһында бөтә дивизия һөйләне. Газеталарҙа, шулай уҡ үҙәк газеталарҙа ла ТАСС-тың махсус хәбәрсеһе З. Липавскийҙың “Утыҙ егет подвигы” тигән мәҡәләһе баҫылып сыҡты. Уларҙы “башҡорт панфиловсылары” тип атанылар. Белая Калитвала һәр кемдең телендә башҡорт егеттәренең батырлығы тураһында хикәйәт ине. Бында ла башҡорттарҙы “ҡотҡарыусыларыбыҙ” тип кенә атайҙар. Шуға ла медсанэскадронды бик яҡшы ҡаршы алдылар. Яралыларҙы урынлаштырып, перевязка эшләп, бер аҙ рәткә индергәс, Һылыу Әхмәтова башҡорт панфиловсылары ҡалҡыулығына китте. Йән өшөткөс күренеш ине бында. Алыш һаман дауам иткән һымаҡ: ҡар өҫтө ҡап-ҡара, тимер-томор, аунап ятҡан танкылар, пушкалар, йыйып алынмаған дошман һалдаттары мәйеттәре… Һылыу бер ҡатын баҫып торған шахта эргәһендә туҡтаны.

  • Үҙебеҙҙекеләрҙе тотош ерләнек. Яҙ етеү менән уларҙың ҡәберен сәскәләргә күмәсәкмен. Ысын геройҙар улар! Һәйкәл ҡуйырға, исемдәрен яҙырға кәрәк! – тине, Һылыу менән фекер уртаҡлашып.
  • Һеҙ кем булаһығыҙ?
  • Питаева мин. Александра Михайловна. Үҙем Белая Калитваныҡы.
  • Һеҙ уларҙың һуғышҡандарын күрҙегеҙме?
  • Күрерлек булдымы ни? Беҙ ҡасҡайныҡ.
  • Шулай ҙа, мөмкин булһа, ишеткән-белгәнегеҙҙе һөйләгеҙ әле.
  • Иртәнсәк бик оҙаҡ бомбаға тоттолар. Унан тынды. Бер аҙҙан үкерешеп танкылары килде. Тағы, тағы. Ике көн буйы. Унан туҡтаны. Беҙ землянкаларҙан сыҡтыҡ. Тыныс. Тауыш, атыш юҡ. Ә урамда! Тулы үлектәр… Улым Гришаны эйәрттем дә, землянкаларҙан кешеләрҙе саҡырырға киттем. Сығығыҙ, ҡоҙғондар ҡыуылған, башҡорттар беҙҙе ҡотҡарҙы, тейем. Әйҙәгеҙ, һәләк булғандарҙы ерләйек, тип саҡырам. Дюбиндар, Дмитрий менән Ульяна, Карп Титов, Полина Холодова, унан тағы бер нисә кеше сыҡты. Фашистар араһынан үҙебеҙҙекеләрҙе йыйып ерләнек. Быларын да ерләрбеҙ инде… Үҙемдең өлкән улым фронтта. Йөрәгем ҡалтырай-ҡалтырай ерләнем. Улым килеп сыҡмаһын, тип ҡурҡтым. Үҙем шулай тип уйлайым, үҙем илайым. Былар ҙа бит әсәләрҙең ғәзиз балалары. Ошо көндәрҙә балаҡайҙарының, ҡар өҫтөндә яралары ҡанһырап, үлеп ятҡандарын белмәйҙәрҙер әле, тип уйлайым. Әсә бит үҙ балаһына ғына әсә түгел, һәр бала яҡын уға, — тип, ҡатын күҙ йәштәрен тыя алмай илай башланы. – Ҙур окоп таптыҡ. Төбөнә шинель түшәнек. Өҫтәренә лә шинель яптыҡ. Ҡалған ғүмерем күпме булыр, белмәйем, әммә ошо ҡәберлекте тәрбиәләйәсәкмен. Беҙҙе ҡотҡарыусыларыбыҙға минән хөрмәт булһын.

Һуңғы патрондары ҡалғансы һуғышып, ҡалҡыулыҡты бирмәгән утыҙ егет, командирҙары лейтенант коммунист Атаевты күҙ алдынан үткәрҙе Һылыу. Уларҙы “Башҡорт панфиловсылары” тип дөрөҫ атағандар. Дивизиялағы һәр егет тиңһеҙ батырлыҡ күрһәтеп алыша. Һылыу ҡалҡыулыҡтан ҡайтты ла иренә хат яҙырға ултырҙы. Кемгәлер ниҙер һөйләгеһе, тыуған яҡ моңон тыңлағыһы килде. Йыр тыңларлыҡ әмәл юҡ, һөйләшерлек кеше лә юҡ ине өйҙә. Тәүфиҡ менән “һөйләшеп” алыу өсөн хат яҙырға тотондо.

“Иҫәнме, Тәүфиҡ! Сәләмәт икәнлегеңде белһәм дә, һин яҙған хатты ҡулдарымда тотоп торһам да борсолам, йөрәгем ярһый. Һине күрмәй түҙә алмам. Үҙем барып сығырмын. Рөхсәт алһам, полктың санитар часын ҡыуып етеп, күреп ҡайтырмын. Ә бәлки артабанғы юлды бергә лә дауам итербеҙ. Бында ла һыуыҡ. Әммә өйҙәрҙе бар хәлсә йылытырға тырышабыҙ. Яғырлыҡ нәмә тотош мейескә ырғытыла. Ҙур бер өйҙө таҙарттыҡ – яралылар ҡабул итергә әҙербеҙ. Өҫтәлдәр ҡуйҙыҡ. Инструменттар әҙер. Ҡайнатылған. Бер ҡараһаң, тыныс тормоштағы эш кеүек. Бына-бына һин ҡайтып инерһең. Өҫтөңдәге ҡарҙы ҡаға башларһың… Ә мин ҡаршы йүгереп килермен дә үҙем ҡағырмын. Эшеңдәге хәлдәрҙе күҙҙәреңә ҡарап аңлармын да шаяртырғамы, әллә етди булырғамы икәнлеген тоҫмаллармын. Һинең бит кәйефең тотош йөҙөңә сыға ,бер ни ҙә йәшерә алмайһың.

Тәүфиҡ, ҡәҙерлем минең! Үтә саф күңелле кешеһең. Шуға күңелеңдәге йөҙөңдә, күҙҙәреңдә сағыла. Шуны үҙең аңлайһыңмы-юҡмы? Бәхеткенәм, һине уйлмаған, һине күҙ алдымда тотмаған, йылмайыуыңды, иркәләүеңде хәтерләмәгән минутым бармы икән? Бар икән. Тик бик-бик аҙ ғына. Бергә булған саҡтарыбыҙ ғына. Әле бына һинең менән һөйләшәмен һымаҡ. Һин бер ни өндәшмәй миңә ҡарап тораһың, ә күҙҙәрең; “Һылыуым, гөлөм, беҙ бик бәхетле булырбыҙ. Әле лә бәхетлебеҙ. Бер-беребеҙҙе тапҡанға”, — ти. Һәм мин ышанам. Тик ҡайһы саҡта был һуғыштың осо-ҡырыйы булмаҫ кеүек тойола. Ундай уйҙар килһә, тағы һин алдыма баҫаһың: “Мин һиңә ышанам, Һылыуым, еңеү ауыр булыр, әммә ул килер. Ышанысыңды юғалтма. Юғалтһаң, дошманға көс өҫтәйһең, тип, шелтәләү аша йыуатырһың, өйрәтерһең. Һин ғәжәп оптимист кеше бит. Ә мин, ҡасандыр һайлаусыларым алдында сығыштар яһап, уларға кәңәштәр биреп тә, ҡул ярҙамы күрһәтеп тә ярҙам иткән духтыр-депутат, һинең яныңда бәләкәй балалай, көсһөҙ булып ҡалам, күҙҙәреңә ҡарап кәңәш, йыуатыу көтәм. Һинең яныңда ғына шулаймын мин, Тәүфиҡ. Тик һинең яныңда ғына. Бик һағындым һине.

Атаевсылар ерләнгән ергә барҙым. Баш эйҙем. Үҙ ғүмерҙәре менән бәхет һуҡмағын алға һуҙған, еңеү шатлығы сәғәттәрен яҡынайтҡан яугирҙар алдында баш эйҙем.

Хат көтәм. Көтәм, көтәм. Һ ы л ы у ы ң.”

Һылыу алғы һыҙыҡҡа китеү өсөн рәхсәт юллай башланы. Тәүфиҡтың был хатҡа яҙған яуабында: “Иртәгә ун туғыҙ километр алға китәбеҙ. Богомазовка ауылына. Беҙҙекеләр Чернышкинское станцияһы эргәһендә. Бөтә санитарҙар ҙа яраланып бөттө. Береһе үлде. Хәрби фельдшер Вәлиев кисә яраланды. Овчинников менән икәү генә ҡалдыҡ”, — тип яҙылғайны. Шуға ла Әхмәтова, алғы һыҙыҡҡа медиктар кәрәклегенә баҫым яһап, Әхмәт Гәрәевичтан рөхсәт һораны.

-Һылыу Миңнеәхмәтовна! – тине хирург һуҙып ҡына. – һеҙ аңлы кеше. Медиктар тегендә кәрәгерәкме, бындамы? Мин һеҙҙең кеүек оҫта ҡулдарҙы күҙҙә тотам. Унда ике врач етә. Санинструкторҙар күберәк кәрәк. Бында кәрәк бит оҫта ҡуллылар! Беҙҙең бурыс – мөмкин тиклем тиҙерәк һауыҡтырып, яңынан сафҡа баҫтырыу. Барып, күреп ҡайтырһың. Әле түгел. Бер аҙ яҡынаяйыҡ та. Рөхсәт итермен. – Дәүләтов “мине лә аңла, Һылыуҡай”, тигәндәй ипле генә йылмайып, арҡаһынан һөйөп ҡуйҙы.

Һылыу уның үтенесенә буйһондо, һаубуллашты ла сығып китте. Әммә һәр саҡ ҡыйыу, тәүәккәл Һылыу Дәүләтовтың күҙ алдында бәләкәсләнеп, шиңеп ҡалғандай тойолдо. Әхмәт Гәрәевичты борсоу алды. Ул шунда уҡ Һылыуҙың артынан землянкаға китте һәм аптырап ҡалды: Һылыу яралылар алдына баҫҡан да Зоя тураһында шиғыр уҡый ине. Дәүләтов ҡәнәғәт ҡараш ташлап, башын һелкте лә һиҙҙермәй генә сығып китте.

* * *

Дивизияла юғалтыуҙар байтаҡ ине. Кеше етмәне. Частар яңылар иҫәбенә тулыландырылды. Әммә тәжрибәле белгестәргә, медиктарға, шулай уҡ медиктарға ла мохтажлыҡ ҙур ине. Һылыу ошондай яуаплы осорҙа алғы һыҙыҡҡа ынтылды. Мин – коммунист, минең урыным – алғы һыҙыҡта, тип яҙҙы ғаризаны. Күңеле лә тынғыһыҙланды. Әйтерһең, бына тап ул барып етмәгәнгә генә кире ҡайтарғыһыҙ юғалтыуҙар буласаҡ һәм Һылыу мәңге үҙен ғәйепләйәсәк.

Ниһайәт, Һылыуға рөхсәт иттеләр һәм ул Тәүфиҡтың полкын ҡыуып етте. Тәүфиҡтар бәләкәй генә хуторҙа урынлашҡайны. Һылыуға урам осондағы өйҙө өйрәттеләр. Өй эсе тулы кеше. Тәмәке төтөнө. Мейес башында быҫҡып ҡына шәм яна. Тәҙрә бармы-юҡмы – һиҙелмәй ҙә. Һалдаттар бер-береһенә арҡа терәшеп ултырғандар ҙа ял итәләр. Башҡаса әмәл юҡ, кеше күп. Һылыу ишекте асып ебәреүгә бөтәһе лә ялт итеп уның яғына ҡараны. Һылыу ҡарашы менән йәһәт кенә Тәүфиҡты эҙләне. Ул мейес янында тубыҡтарына терһәктәрен терәп, башын усына ҡуйып ултыра ине. Хатта ингән кешегә иғтибар ҙа итмәне.

-Һылыуҡай, кире сыҡ та кит. Онотҡан ул һине. Күрмәй ҙә бит хатта, — тип шаяртты береһе.

Егеттәр ни тиклем генә бойоҡ, бошонҡо булмаһын, өйгә ҡатын-ҡыҙҙың килеп инеүе кәйефтәрен күтәрҙе. Кем белә, бәлки ошо мәлдә һәр береһе үҙенең һөйөклөһөн күҙ алдына килтергәндер, ә бәлки аҙға ғына булһа ла ауыр уйҙарҙан арынғандары өсөн шатланғандарҙыр.

Тәүфиҡ ҡапыл башын ҡалҡытты һәм йылмайҙы… Уның йылмайыуы ошо ҡараңғылыҡты нурландырып ебәргәндәй тойолдо Һылыуға. Ҡыҙыҡ: башҡалар был йылмайыуға иғтибар ҙа итмәгәндер, бәлки, абайламай ҙа ҡалғандыр, ә Һылыу өсөн донъя яҡтырҙы ла китте.

(Тәүфиҡтың йылмайыуы… Ошо минутта унан да ҡәҙерлерәк бер ни ҙә булмағандыр. Ошо минуттағы йылмайыу, ошо ҡараш, күҙ ҡойроҡтарын һырландырып ихлас, әммә тәрән һағыш ҡатыш йылмайыу ғүмере буйы күҙ алдынан китмәне Һылыуҙың).

Һылыу торған урынында ҡапыл ҡалҡынып китеп осорҙай булып талпынды, Тәүфиҡ әллә аяҡтар аша, әллә баштар аша һикергәндәй булды – Һылыуҙы күтәреп алды ла эргәһенә ултыртты.

-Оҙаҡҡамы, Һылыуым? – Тынсыу бүлмәлә шығырым тулы кеше булһа ла әле улар икеһе генә һымаҡ ине.

— Бик аҙға ғына.

-Улай булғас, сығайыҡ.

-Нисек сығырбыҙ бынан?

-Нисек индең – шулай сығабыҙ, йәнем. Иркенләп һөйләшәйек. Йөрәгем сығырҙай, шартлап китерҙәй булып тибә. Иркенләп һөйләшәйек.

Тышта һалҡын ине.

-Мин ваҡытһыҙ килдемме әллә? – Уның нимәгәлер бик борсолғанын һиҙҙе Һылыу.

— Ни эшләп улай тиһең, Һылыуҡайым? Һинең ваҡытһыҙ килер сағың бармы? Һин бит – мин. Һин бит – мөхәббәт. Ҡасан килһәң дә ваҡытлы: таңғы йоҡоларымды бүлеп тә, төн урталарында ла, арып ял иткән саҡтарымда ла. Мөмкин булһа “кил, кит” тигән һүҙҙәрҙе һинең өсөн бөтөнләй ҡулланмаҫ та инем, янымда ғына тотор инем, йәнем. Күпме эҙләп тапҡандан һуң кем зарыҡтыра былай беҙҙе, кем айыра? Гөлөм, һылыуым, әле ни эшләп ултыра ине тип уйлайһың? Уйҙарым менән һинең менән һөйләшә инем бит мин. Рәхмәт һиңә. Һин булғаның өсөн, миңә табылғаның өсөн, бында килгәнең өсөн.

Тәүфиҡ, медиктар етмәй тиһең бит, әллә ҡалайыммы?

-Беҙ төндә оҙон маршҡа сығабыҙ. Һиңә ярамай. Ҡатын-ҡыҙҙар юҡ унда.

Улай булғас, һинең менән бер аҙ барырмын да тороп ҡалырмын. Мин бер тәүлеккә рөхсәт алдым.

-Урра! Бер тәүлек буйы бергә буласаҡбыҙ. Хәҙер ашап алырға кәрәк. Ҡараңғы төшөү менән маршҡа…

-Минең дә күңел болоҡһоп тик тора…

-Һуғыш бит… Бараһы ла ҡайтаһы ер түгел. Тылдағылар ҙа тыныс ҡына йәшәмәй. Бында дошман ныҡ тупланған. Тиҙ генә йырып сығып булмаҫ. Һылыу, әсәйҙәрҙе хаттан өҙмә. Алғы һыҙыҡтан күп яҙып булмай. Үҙең беләһең.

Тәүфиҡ икенсе нәмә тураһында һөйләргә уйланы, теле башҡаны әйтте. Һылыуҙы иркәләгеһе, әллә ниндәй наҙлы һүҙҙәр әйткеһе килде, алдағы көндәрҙә нисек булырға, Тәүфиҡтан тороп ҡалһа, ни эшләргә… Вәғәҙә бирҙем, тип, тоғролоҡ һаҡлап, ғүмерен заяға үткәрмәҫкә, нисек кенә булһа ла әсәйҙәрҙе ташламаҫҡа. Иҫән ҡайтһа, Ҡазанға барып, уның тураһында һөйләргә, туғандарҙы бик һағынғанын, Тыуған илде ныҡ һөйгәнен, уның азатлығы өсөн ғүмерен ҡыҙғанмағанлығын, йәшәүҙе сикһеҙ яратҡанлығын… Тик әсәһенең яңғыҙ ҡалһа, ныҡ ҡайғырасағын, ҡатынының йәшләй тол ҡаласағы, һеңлеһенең яңғыҙ буласағы… Һылыуы яттарға тороп ҡалырмы? Былай ҙа йәшлегенең иң матур йылдары ут эсендә үтә… Ҡатын-ҡыҙ елкәһенә төшә торған ҡайғымы һуң инде фронт афәте? Юҡ, быларҙы әйтергә ярамай. Күңеленә шом һалмайым…

-Һылыу, һинең килеүең көтөлмәгән бәхет булды минең өсөн. Алда башланмаған төн бар. Һөйләшербеҙ. Ә беҙ Ворошиловградҡа табан юл тотабыҙ.

Тәүфиҡ икмәк, румындарҙан трофейға төшкән консерва алды. Һылыу ҙа күстәнәсһеҙ түгел ине. Тышта өй нигеҙендә ултырып ашап алдылар.

-Румындарҙан бик күп открыткалар алдым, хат яҙырға ҡағыҙ булды, тип, рюкзагында ятҡан ҡағыҙҙарҙы күрһәтте Тәүфиҡ.

-Әйтәм, гел румын открыткаларына яҙаһың.

-Был Тәүфиҡ Румынияла партизан булып йөрөйҙөр, тип уйламаныңмы?

-Шик бар ине .Шуға үҙем килеп күрергә уйланым, — тип, шаярып яуап бирҙе Һылыу ҙа. Көсөргәнешлелек аҙыраҡ йомшарҙы. Икеһе лә еңелсә көлөп алды.

Төндә юлға сыҡтылар, ләкин күп тә үтмәй, туҡтарға приказ булды. Иртәгеһен әллә разведка самолеттары, әллә Сталинград ҡамауынан ҡасыусылар өсөн юл ярыусылар бомбалар ырғытып үтеп китте. Байтаҡ кеше яраланды. Һылыу Тәүфиҡҡа ярҙам итте.

-Бында эш икенсерәк, Һылыуҡай. Тиҙлек, йылғырлыҡ… Ә һинең менән эшләү еңел. Әйтәм, Әхмәт Гәрәевич үҙенән бер аҙым да ебәрмәй тота.

-Шуға ярҙамсы булып ҡалайым, тейем бит.

-Юҡ, Һылыуҡай, һинең урының тегендә.

-Һин дә операцияларҙы оҫта яһайһың да бит…

-Мин үҙем тоям: бында кәрәгерәкмен.

Шул саҡ улар янына фотограф килде.

-Һеҙҙе ғаиләгеҙ менән ил һаҡларға килгән, тинеләр.

-Эйе, тотош ғаилә менән. Мин ҡатыным менән, Һылыу ире менән, — тип шаяртты Тәүфиҡ.

-Улай булғас, һеҙҙе ҡатынығыҙ менән һәм ҡатынығыҙҙы ире менән мәңгеләштерергә рөхсәт итегеҙ.

-Әйҙә, Тәүфиҡ, өйҙәгеләр ҙә гел генә фото һорай. Төшәйек.

-Ошо ҡиәфәт менәнме?

Тәүфиҡ ризалашманы. Ысынлап та, уның йөҙөн һаҡал-мыйыҡ баҫҡайны.

-Иптәш фотограф, беҙ ун минуттан әҙер булабыҙ, — тине лә Һылыу, ҡырыныу әйберҙәре әҙерләй башланы.

-Ҡайсы менән генә ҡыҫҡарт та ҡуй.

-Былай ҙа тәүҙә ҡайсыламайынса булмай.

Һылыу Тәүфиҡты матур итеп ҡырындырҙы.

-Аһ, һеҙ йәш икәнһегеҙ ҙә. Үҙе ҡарт булһа ла ниндәй сибәркәйҙе эләктергән, тип уйлаһам! Хәҙер, хәҙер. Бына ошолай ултырығыҙ.

Фотограф уларҙы икеһен бергә төшөрөп алды.

Төндә марш дауам итте. Төн ныҡ һалҡын ине. Тәүфиҡ одеалын алып Һылыуҙың яурынына һалды, аяҡтарын ураны.

-Аҡрын ғына барабыҙ. Аяҡтарыңды өҙәңгегә ҡуймаһаң да ярай. Беҙ үксәле туфлиҙар кейеп, шыҡылдата баҫып бейеп кенә йөрөрлөк аяҡтар бит… Ә ней нужалар ғына күрмәй, — тип һөйләнә-һөйләнә аяҡтарын ураны.

-Бынан тап ете ай элек Өфөлә бергәләшеп беҙгә барғайныҡ. Иҫеңдәме, Тәүфиҡ?

-Ете генә ай үткәнме?

-Ете генә ай. Ә күпме кисереш, күпме юғалтыу…

-Шатлығы ла булды, Һылыуҡайым. Ни хәтле ауылдар, ҡалалар азат ителде, күпме халыҡ фашист ҡоллоғонан ҡотҡарылды.

-Сигенгән саҡта әҙәм ышанмаҫ этлек күрһәтеп киткәндәр халыҡҡа. Әйтерһең, ил баҫып ингән улар түгел, ә илен һаҡлаған халыҡ ғәйепле. Башҡа бер ҡасан да ундай вәхшилеккә юл ҡуйылмаһын ине. Уны кем эшләй ала? Әсәйҙәрҙер. Әсәйҙәр хәләл һөтөн имеҙеп, төн йоҡоларын йоҡламай үҫтергән уландарын, моғайын, күрәләтә кеше үлтерергә ебәрмәҫтәр. Һуғыш бөткәс, мин бөтә донъя әсәләренә шундай тип мөрәжәғәт итер инем.

-Теләктәрең изге лә ул, Һылыуҡайым. – Тәүфиҡ атын Һылыуҙың менгеһенә яҡынайтты. – Политика икенсе нәмә. Уның менән әсә ҡулынан киткәс шөғөлләнәләр. Һуғыш иҫәбенә политик капитал тупларға ынтылыусылар әсә һөтөнөң тәмен онота, кешелеклелеген юғалта.

Бер аҙ барғас, тағы туҡтарға приказ булды. Һылыу ат өҫтөндә йоҡлап китте.

-Һылыуҡай, одеалың ҡайҙа?

-Эй-й-й, төшөп ҡалған бит. – Һылыу үкенес белдерҙе. – Инде ни эшләрһең икән?

-Ярай, ҙур бәлә түгел. Шинелдәр күп минең. Аҫтыма бер шинель, өҫтөмә бер шинель. Йә, Һылыуҡайым, хушлашайыҡ. Яйын табып килеп сығырмын. Ныҡ бул, бирешмә.

— Иҫән йөрө, Тәүфиҡ..

-Һылыу, гөлөм, йәнем,бәғерем… Осрашҡанға тиклем.

Һылыу иренә ҡулын бирҙе лә күҙҙәрен алмай оҙаҡ ҡарап торҙо. Йөрәгендә ҡылт итеп ниҙер өҙөлгәндәй тойолдо. Һуңғы, һуңғы тапҡыр күрә кеүек ине ирен… Был уйҙарын кире ҡыуырға тырышты, әммә барыбер ниндәйҙер һиҙемләү әсе дөрөҫлөккә – иренең дошман тылына рейдҡа (1943 йылдың 8 февраленән 23 февралгә тиклем дивизия дошман тылында хәрәкәт итә, үтә мөһим задание үтәп, героик рейдты тамамлап сыҡҡан саҡта, Башҡорт гвардия атлы дивизияһы дошмандың ҡаты ҡаршылығына осрай, күп яугирҙар һәләк була) инеп китеүенә ышанырға мәбүр итте. Ошонан һуң бер нәмәгә лә ҡулы бармай күңелһеҙләнеп йөрөп ятты.

* * *

Ҡайтҡас, бер аҙҙан һуң өҫтәмә көс алырға килгән командир уға хат тотторҙо. “Иҫәнгенәме, гөлкәйем, Һылыуҡайым! Хәл менән таныштырам. Ворошиловградтан 5 километр алыҫлыҡта. Бөгөн беҙҙә һикһәнләп яралы булды. 4-5 өйгә тултырҙыҡ. 1-се, 2-се полктарҙа ла шулай. 40-50 кеше яралы. Кискә табан немецтар атакаға килеп, беҙ торған ауылға биш йөҙ метрҙай етмәй ҡалды. Ҡысҡырышып, өйөлөшөп килгәндәрен үҙем күрҙем. Эш насар була ине, “катюша” ҡотҡарҙы. Немецтар өҫтөнә өс сират ут яуҙырҙы. Аҡырышып саптылар. Бик күп үлделәр һәм сигенделәр. Шулай итеп, “ҡыҙыҡ” була яҙҙы. Мин дә өс гранат һәм ППШ тотоп сыҡҡайным. “Катюша”ның утына һоҡланып ҡарап ата алмай ҡалдым. Ярылған ерендә ут сәселә. Һәр ярсығы уттыр уның. Хәҙер бойороҡ көтәбеҙ. 30 километр тар коридор буйлап үтергә. Белмәйем, ни булыр. Минең өсөн борсолма, йәнем. Отбойға команда. Йыш яҙмағанға асыуланма, яраймы, бәғерем. Шарттар шулай бит. Бына беҙ китәбеҙ. Был рубежда беҙҙекеләр ҡалмай. Немецтар яралыларҙы бөтөрөп китмәһендәр инде, улар өсөн борсолам. Иртәгә пехота килә, тиҙәр. Хәҙергә хуш, күҙ алмам. Һурып үбеп һинең Тәүфиғың. 10. 02. 43. Төнгө сәғәт 3.”

Дошман тылына тәрән рейд яһап, байтаҡ мөһим заданиелар үтәлгәс, 24 февралдә иртәнсәк, дошман фронтын өҙөп, Малиновка ауылы тәңгәлендә үҙебеҙҙең яҡҡа сығыу башланды. Ҡаты яралыларҙы плащпалаткаларға, талдан үрелгән носилкаларға һалып сығарҙылар, үҙ аяҡтары менән атлап сығырлыҡ яралыр үтә ауыр яралыларҙы йөкмәп тә алып сыҡты. Аслыҡтан, йоҡоһоҙлоҡтан аяуһыҙ ныҡ йонсоғандар ине. Медсанэскадрон работниктары ҡулдарынан килгән тиклем тырыштылар. Һылыу Тәүфиҡты көттө. Кеше танығыһыҙ булып ҡалған яралыларҙы алып килгән һайын тертләп китте. Рейдтан сыҡҡан һәр кешенән уның тураһында һорашты.

Кемдер, Шайморатовты ҡамаған ерҙә булған ул, тигән хәбәр ҙә әйтеп ҡалды (М. Шайморатов рейдтан сыҡҡан саҡта һәләк була). Тағы бер һалдат, мин күрҙем, бер капитанды йөкмәп минең яндан үтеп китте ул, тип асыҡлап әйтте. Һылыу көнө-төнө яралыларҙы урынлаштырған өйҙә булды. Дежурствоһында ла, ялында ла фатирына ҡайтманы, Тәүфиҡты көттө. Хатта өй алдында йәшник өҫтәрендә удтырып йоҡлап киткән саҡтары ла булды. Март баштарына тиклем яугирҙар берәмләп-икешәрләп сыға ине. Шуға ла Һылыуҙың өмөтө һүрелмәне. Бер көн Анна Наумовна уға:

  • Һылыу, Михаил ниҙер белә шикелле, — тине.
  • Үҙе әйттеме?
  • Ул бит ныҡ һаташа.
  • Беләм.
  • Һаташҡан саҡта ҡысҡырҙы: “Саттаров! Саттаров, һин кит, ҡалдыр мине. Икебеҙ ҙә һәләк булабыҙ”, — ти.
  • Бер капитанды йөкмәп минең яндан үтеп китте, мин шыуыша инем, тигәйне бер һалдат. Тимәк, капитан Чернеевты йөкмәгән булған ул. Мин янына инәйем әле, бәлки берәй нәмә әйтер?
  • Ин.

Капитан Чернеев айырым бүлмәлә ине. Уны Анна Наумовна тәрбиәләне. Рейдтан сыҡҡанға ун көндәй ваҡыт үтте, ә ул һаман аңына килмәй, һаташа. Һылыу ингәс, капитан оҙаҡ итеп уның күҙҙәренә ҡарап торҙо.

  • Мин был, Һылыу Әхмәтова мин.
  • Һин ҡайҙан килеп сыҡтың бында? Бында бит ҡурҡыныс. Ашарға ла юҡ. Күрәһең бит, үлгән ат ите ашайбыҙ, тоҙ ҙа юҡ. Һин ҡайт. Ирең барыбер үлде.

Һылыу үҙен тыныс тоторға тырышты.

  • Ә хәҙер ҡайҙа ул?
  • Ҡайҙа булһын? Ерләнем. Аҫтына шинелен түшәнем. Мин уға әйттем, ҡалдыр мине, үҙең ҡотол, тинем. Ә ул йөкмәп килә лә килә… Шунан танк, яман, ҡурҡыныс танк, тигр, өҫкә менеп килә. Саттаров әйтә, ҡотол, ҡас, мә, бына, ал…- Чернеев иҫен юғалтты.
  • Бына шулай, ун беренсе көн, — тине Анна Наумовна.
  • Алмашлап ҡарарға кәрәк. Арыйһың бит.
  • Мин уны һауыҡҡансы ҡараясаҡмын, Һылыу. Ул йәшәргә тейеш. Мин яратам бит уны, Һылыу. Бер ҡасан да, бер кемде лә улай яратмағайным. Унан башҡа минең бер кемем дә юҡ. Ә ул ҡатынын бик ярата.
  • Яратҡан кешең яттыҡы булһа ла һин яратаһыңмы?
  • Эйе. Тик иҫән генә булһын.
  • Һылыу, Һылыу Әхмәтовна, кил әле яныма. – Чернеев уны тағы саҡырып алды. Мин Саттаровтың хаттарын ташыным һиңә. Ул яратты һине. Әле лә, ана ята, ул һиңә бирергә ҡушты.

Һылыуҙың тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Йөрәге өшөнө. Быға тиклем ни һөйләһәләр ҙә әллә ни ышанырлыҡ та түгел ине – ире иҫән кеүек ине әле. Хәҙер был хәбәр дөрөҫләнәсәк. Уға Саттаровтың әйберҙәрен тапшырасаҡтар һәм…

Һылыу артабан ни эшләгәнен белмәне, бар хәрәкәттәре-эшләгәндәре аңламайынса башҡарылды. Хатта үҙ ҡулдары үҙенә буйһонмаған кеүек ине. Бына ул Чернеев эргәһенә килде. Капитан Анна Наумовнаға баш аҫтынан папка алырға ҡушты. Папканы алды ла сәғәт (Һылыу сәғәтте шунда уҡ таныны), блокнот сығарҙы. Тәүфиҡтың блоноты… Тәүфиҡ уға адрестар, эштәрен яҙа бара ине. Ус аяһындай ғына алһыу тышлы блокнот. Фамилиялар тултырылған бер бит ҡағыҙ. Тәүфиҡтың яҙыуы. Әллә хатмы? Уның йөрәге дөпөлдәп ярһып тибә башланы, әйтерһең, был Тәүфиҡтан хат булһа, уның иҫәнлеге раҫланасаҡ… Ҡағыҙҙа исемлек ине. Һылыуҙың хәрби кейемдә төшкән фотоһы… Чернеев быларҙың барыһын да Һылыуға тапшырҙы ла бер ни әйтмәй, ҡулын һелтәне һәм боролоп ятты. Ул илай ине. Һылыу әйберҙәрҙе күкрәгенә ҡыҫҡан көйө хәрәкәтһеҙ ҡалды. Шунан Чернеев тағы боролдо, һикереп тормаҡсы булды…

  • Ул мине йөкмәп килде. Беҙҙе танк баҫтырҙы. Тәүфиҡ мине ҡалдырҙы ла танкка ҡаршы китте. Граната ырғытты. Теймәне. Ул хәлһеҙ генә ине. Ҡулында башҡа бер ҡорал да юҡ ине. Шунан танк уны ҡыуа башланы. Ҡыуа…ҡыуа… Танкист – йыртҡыс, фашист, эт ул, ҡоҙғон. Люктан башын сығарҙы ла ҡысҡырып көлә. Саттаров ҡаса. Ә ул ҡыуа. Ҡан эскес. Ни эшләп кәрәк былар бөтәһе лә? Ни эшләп??? Ә Саттаров алтын кеше ине. Алтын!!! Ундайҙы һин башҡа тапмайһың. Кем ул Гитлер? Кешеме? Йыртҡысмы? Беҙҙе Ғайсаров (Мирза Ғайсаров. Күренекле яҙыусы Гөлсирә Ғайсарова-Ғизәтуллинаның атаһы – авт. иҫк.)алып сыҡты. Разведчиктар взводы командиры. Беләһеңме? Иҫән ҡалғандар уға бурыслы…

Чернеев тағы һаташа башланы. Анна ни эшләргә белмәй, берсә Һылыу янына килә, берсә Михаилын тынысландырып маташа.

-Һылыу, ила, ила, Һылыу. Ярамай улай. Ила, тиҙәр һиңә. Үлгәндәрҙе кире ҡайтарып булмай. Ни эшләп тик тораһың? Миша, Михаил, тыныслан. Һин йәшәргә тейеш. Уларҙан үс алырбыҙ. Тәүфиҡ өсөн дә, башҡалар өсөн дә…

-Һәйбәт кеше һин, Аннушка. – Капитан уға ҡарап йылмайҙы ла йоҡлап китте. Анна Һылыуҙы икенсе бүлмәгә алып сыҡты.

* * *

Һылыу ныҡ ябыҡты. Ауырыр, аяғына баҫа алмаҫ был ҡайғынан, тип уйлаусылар ҙа булды, әммә үҙен ҡулға алды бер аҙҙан. Тик һөйләшмәҫ булды.

-Фашист ҡорал менән еңә алмағас, ҡара ҡайғы менән алдырмаҡсы була. Мыҫҡыллауҙар, язалауҙар, кәмһетеүҙәр шунан килеп сыға. Ныҡ бул, Һылыуым, — ти торғайны Тәүфиғы. Ошо һынау хәҙер Һылыуға килде. Хәҙер туғандарға нисек кенә хәбәр итергә? Шул үҙәген өҙә. Тәүфиҡтың блокноты араһында әсәһенә яҙған хаты, Һылыуға тип күсереп алған “Чайка” йыры, кеҫәһендә полк йыры, кеҫәһендә полктың 2-се февралдә яраланған яугирҙарының исемлеге бар ине. Ауыр яралылар айырым яҙылған:

“Ҡотлобаев — 2 эскадрон, уң яҡ күкрәгенә һәм ҡабырғаһына снаряд ярсығы тейгән.

Аҫылғужин – рядовой, баш һөйәге яраланған.

Самиясов – старшина, 1 эскадрон, уң яурыны һәм һул ҡабырғаһы яраланған, һөйәгенә теймәгән.

Перлов – өлкән сержант, 1 эскадрон, ҡабырғаһы аша пуля үткән, һөйәгенә тейгән…

Еңел яралылар:

Мәғәсүмов – өлкән лейтенант, һул ҡабырғаһын снаряд ярсығы ҡыйып үткән.

Чернеев М. Т. – капитан, һул ҡабырғаһында яра бар.

Богданов – майор, уң яғының табанына снаряд ярсығы тейгән.

Вәлиев – санитар, рядовой, уң аяғының тубығы яраланған, һөйәктә лә бар.

Ғиләжетдинов – 1 эскадрон, рядовой, баш һөйәге яраланған…”

Сталинград өсөн хәл иткес алышта Башҡорт атлы дивизияһы эскадрондары ла тос өлөш индерҙе. Улар Сталинград операцияһы барышында 300 километрҙан ашыу араны һуғыш менән үтте. Ә 1943 йылдың февралендә Донбассҡа ҡыйыу рейд яһаны. Әммә дивизия ул рейдта бик күп һәйбәт улдарын юғалтты. Рейд ваҡытында һәләк булыусыларҙың ҡайһыныһының ҡайҙа икәнлеге лә билдәһеҙ ине. Ерләнгәнме, асыҡ урандамы, урмандамы, һаҙлыҡтамы… Шуға ла Һылыу Әхмәтова дивизия начальнигы Голеневҡа үтенес менән барҙы.

-Иван Иванович! Зинһар, мине бер-ике көнгә ебәрегеҙ! Тәүфиғымды табайым, үҙ ҡулдарым менән ерләйем.

-Һылыу Әхмәтовна! Мин һеҙҙе бик яҡшы аңлайым. Үҙебеҙ хөрмәтләп ерләр инек мөмкин булһа. Унда – дошман.

-Асыҡ урында яталыр. Чернеев йүнләп ерләй алмағандыр, үҙе лә ауыр яралы бит.

-Ауыл халҡы ул яҡтан бик йылдам да, хәстәрлекле лә. Ҡаса-боҫа булһа ла үҙебеҙҙең яугирҙары ерләп ҡуялар. Асыҡ һалып ҡуймайҙар. Бына бер нисә көндән ул ерҙәр беҙҙең ҡулға күсәсәк. Табырбыҙ. Ерләрбеҙ.

Голенев граждандар һуғышында ҡатнашҡан. Өлкән коммунист. Кеше менән бик ипле, аңлап һөйләшкәне өсөн бик яраталар үҙен. Һылыу ҙа уның эргәһендә тынысланғандай булды һәм тағы бер үтенесен әйтмәй түҙмәне:

-Улай булғас, мине алғы һыҙыҡҡа хирургик төркөмгә ебәрегеҙ.

Һылыуҙың теләге ҡәнәғәтләндерелде.

* * *

Тағы яҙҙар етте. Йылы яҡтан ҡоштар ҡайтты. Сыйырсыҡтар сыр-сыу килеп оя эҙләне, башҡа ҡоштар ҙа ҡара күмергә әйләнгән урман өҫтөндә тыуған яҡтарын танымай осоп йөрөнө.

-Ояларығыҙ туҙҙырылды инде, меҫкенкәйҙәр, — тип йәлләне уларҙы Һылыу. Үҙенең күҙҙәренә йәш төйөлдө. Иларға әҙер генә тора ул хәҙер. Рәхәтләнеп илап алырға ла форсат теймәне. Яңғыҙы ғына ҡалып, Тәүфиҡтың исемен ҡабатлап-ҡабатлап, уға ҡайғы-хәсрәтен һөйләп-һөйләп илағыһы килде. Бөтә алдағы тормош хыялдары уның менән генә бәйле ине бит. Шулай буласаҡ. Һылыу уның исеме, уның иҫтәлеге менән йәшәйәсәк. Тәүфиҡтан башҡа бер кем дә кәрәкмәй уға. Уның туғандары янына барыр, улар менән һөйләшер, улар менән йыуаныр. Уҡыуын дауам итер – Тәүфиҡ шулай теләне.

Тәүфиҡтың һәләк булыуы тураһында Хаят апаһына ғына яҙҙы. Туғандарынан бер кем дә белмәй әле. Оҙаҡ та үтмәне, Хаят апаһынан ҡайғы уртаҡлашып хат килде. Ул Тәүфиҡтың әсәһенең дә хатын ебәргәйне.

“Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле ҡоҙағый!

Һеҙҙең барығыҙға ла сәләм ебәреп, иҫәнлек теләп ҡалам.

Ҡоҙағый, мин һеҙгә күптән хат яҙырға йыйынам да яҙа алмайым. Ғәфү итегеҙ. Беҙҙең ҡәҙерле балаларыбыҙҙың ҡушылып, пулялар, снарядтар һәм бомбалар аҫтында тормош итеүҙәренә байтаҡ ҡына ваҡыт булһа ла, беҙ әле һеҙҙең менән танышып хат яҙышҡаныбыҙ юҡ, был беҙҙең ҙур кәмселегебеҙ. Һылыу балаҡайҙың һеҙҙең адресты яҙғанына байтаҡ булһа ла, ғәфү итегеҙ, хат яҙғаным юҡ.

Һеҙ барығыҙ ҙа иҫәнме? Беҙ хәҙергә һау-сәләмәт торабыҙ әле. Әкрен-әкрен генә тормошто алып барам. Тормош ауыр. Ашау әйберҙәре ҡиммәт. Картуфтың бото 500 һум. Һеҙҙә нисек һуң?

Һеҙгә бик ҙур үтенесем бар. Дөрөҫөн генә әйтеп яҙығыҙ әле. Ул балаҡайҙарҙан хат алмағанға дүртенсе ай китте. Ниҙәр булды икән уларға? Әллә берәй хәлгә осранылармы? Һылыу ҙа яҙмай башланы. Әллә Тәүфиҡҡа берәй хәл булдымы? Һеҙгә яҙалармы? Һылыу яһалыр бит? Тиҙ генә шул турала хәбәр итегеҙ, зинһар өсөн. Бик ҡайғырам. Улым аҡыллы ине. Икеһе лә бер төрлө ҡыҙғаныс.

Йәш кенә көйө ниҙәр күрмәйҙәр. Отпускаға ла ҡайтманылар. Һылыуҙың карточкаһына ҡарап бик яраттым. Икеһе лә пар килгәндәр. Бәхеттәре генә булырмы икән. Иҫән-һау ҡайтып, тормош көтһәләр ярар ине. Һуғыштың да аҙағы күренмәй һаман. Меҫкенкәйҙәрем ниндәй генә яфалар күрмәйҙәр. Ҡоҙағый һәм ҡоҙаса хат яҙығыҙ, бик сабырһыҙлыҡ менән көтәм.

Хәҙергә хушығыҙ. Иҫәнлек теләп ҡалыусы

С а т т а р о в а Н ә ж и ә.

Һуңғы хатты фронттан ҡасан алғанығыҙҙы яҙығыҙ.

8. 05. 43.”

“Һылыуҡайым! Мин был хатҡа яуап яҙа алмайым. Ҡулым

бармай. Әсәйемдең нисек ҡайғырғанын күрәм дә ҡоҙағыйҙы күҙ алдына килтерәм. Зинһар, берәй нисек итеп үҙең яҙ…

Х а я т а п а й ы ң”.

Һылыу Ҡазанға Тәүфиҡтың ауыр хәлдә булыуы, һауығыуының шикле икәнлеген аңғартып хат яҙғайны инде. Ҡәйнәһенең хатын уҡығас, ҡайғылары яңырҙы. Тәүфиҡ күҙ алдына баҫып, йылы ҡарашы, ипле генә һөйләшеүе менән йыуатҡандай, иркәләгәндәй ҙә булды.

“Берәү йүгереп килһә, хат барҙыр,тип, ҡаршы сығам. Төштәремдә күрһәм, өнөмдөр тип шатланам. Егерме дүрт йәш тулды миңә. Тағы егерме дүрт йыл шулай көтөрмөн, унан һуң тағы егерме дүрт йыл. Ул – минең берҙәнүбер һәм ғүмерлек мөхәббәтем. Мин һеҙҙе ташламам. Һеҙ ҙә мине ташламағыҙ. Һеҙ бит Тәүфиҡтың туғандары. Уның төҫө, уның ҡаны, ун яҡыны, тип башланы ла Һылыу хатты, тамамлай алманы, ҡулдары ҡалтыранды, күҙ алдары томаланды. Тәүфиҡтың һәләк булған урынын күреп ҡан илап ҡайтҡайны…

“Ҡояш, һин күрҙеңме уның йән бирә алмай ятҡанын? Һинеңбалаларың бер-береһен үлтерешкән саҡта, күҙҙәреңде йоммай нисек түҙҙең? Фашист минең иремде тапап үткән… Ә ирем бит кеше ғүмерен бәхетлерәк, сәләмәтерәк, оҙайлыраҡ итеү тураһында хыяллана ине. Үҙ ғүмерен йәшәп тә өлгөрмәйенсә өҙҙөләр. Ағастар, ҡайһынығыҙ ҡаплап ҡотҡара алманы?

Тәүфиҡ, ышан ҡәҙерлем! Хыялдарыңды тормошҡа ашырырмын. Һиңә ғүмергә тоғро ҡалырмын.”

Һуңғы һүҙ урынына

112-се Башҡорт атлы дивизияһы Берлинғаса барып етте. Уның байрағында дүрт орден – Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, II дәрәжә Суворов һәм II дәрәжә Кутузов ордендары балҡый. Ул гвардия һәм Чернигов исемдәре алды. Уның бтырлығын хөрмәтләп, Тыуған илебеҙҙең башҡалаһы Мәскәүҙә 15 тапҡыр салют бирелде.

Бында иһә медицина работниктарының өлөшө ғәйәт тос булды, шуның өсөн дә маршал К. К. Рокоссовский юғары баһаланы һәм былай тине: “Беҙҙең медиктар ысын-ысындан хеҙмәтсән геройҙар булды. Улар яралыларҙы тиҙерәк аяҡҡа баҫтырыу, уларға яңынан сафҡа баҫыу мөмкинлеге тыуҙырыу өсөн бөтә нәмәне эшләнеләр. Хәстәрлекле һәм кешелекле булыуҙары өсөн улар алдында баш эйәбеҙ”.

Бына улар Башҡорт атлы дивизияһы медиктары: дивизияның санитария службаһы начальнигы А А Сарыгин, баш хирург Ә. Г. Дәүләтов, врач, терапевтар взводы командиры Т. С. Саттаров, хирургтар И. А. Голиков, К. П. Чулков, Хабаров, стоматолог А. Н. Маневич, фармацевт А. Н. Мариныч, фельдшерҙар Л. Зайцева, Л. Хабарова, Н. Ариткулова, И. Абдуллин, И. Королев, М. Вәлиев, Һ. Әхмәтова, санитарҙар Хәйретдинов, Хәбибрахманов, Аллағужин, Аллаяров, Хәйбрахманов, шоферҙар Подладчиков һәм башҡалар. Врач Ҡ. И. Ҡотлобаева, 1943 йылда, Башҡортостан делегацияһы менән килеп, тороп ҡала һәм йылдан ашыу эшләй. Фельдшер Кәлимулла (Николай) Яҡуповҡа һәм санинструктор Петлюкка Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Әхмәт Гәрәевич Дәүләтов – медицина фәндәре докторы, һуғыштағы фиҙәҡәрлеге өсөн I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм бик күп миҙалдар менән наградлана. Һуғыштан һуң докторлыҡ дәрәжәһенә хеҙмәт яҙып, уңышлы яҡлай. Башҡортостан медицина институтының хирургия кафедраһы мөдире була. 1974 йылда вафат.

Һылыу Әхмәтова — медицина хеҙмәте өлкән лейтенанты булып, яу юлын Берлинда тамамлай. Уның үкрәгендә I дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, бик күп миҙалдар балҡый. Һуғыштан һуң ул икенсе тапҡыр БАССР Верховный Советына депутат итеп һайлана. Һылыу Әхмәтова хаҡында республика газеталарында, журналдарҙа очерктар, мәҡәләләр йыш баҫыла.

Һуғыштан һуң Башҡортостан медицина институтын тамамлай, өс йыл клиник ординатурала уҡый һәм йөрәк ауырыуҙары буйынса юғары квалификациялы белгес булып эшләй. Әйтәргә кәрәк, Һылыу Тәүфиҡтың яҡты иҫтәлегенә һәр саҡ тоғро ҡала. Туғандары менән тығыҙ аралаша, фатирына ингән урында ғына уның фотоһын ҙурайтып ҡуя, әйтерһең, һәр ингән кешене башлап ул ҡаршылай. Хаттарын, бәләкәй генә ҡағыҙ киҫәктәренә яҙылған запискаларын да ҡәҙерләп һаҡлай. Ут эсендә яралған ҡайнар мөхәббәт һүҙҙәре бит уларҙа!

“Йәштән ҡалдым. Әммә яратҡан кешемде таба алыуым, яратылыуым, яратыуым, ғүмерем буйы мөхәббәтемә тоғро ҡалыуым, хыялдарыма тоғро ҡалыуым, кешеләргә кәрәкле белгес булыуым менән бәхетлемен. Унан һуң бит мин һуғышта кеше, халыҡ шатлығы менән шатланып өйрәндем. Еңеү көнөдәге ил тантанаһын күреү, шул мәлдә Берлинда булыу – һөйләп аңлатырлыҡ түгел. Фашизмды еңеү – ул минең өсөн олонан да оло бәхет!” – тине Һылыу апай олоғайған көнөндә.