“Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” буйынса өлгө программа

Аңлатма яҙыу

Программаға дөйөм характеристика

Дөйөм белем биреүсе мәктәптәр өсөн “Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” буйынса өлгө программа дөйөм белем биреү йөкмәткеһенең фундаменталь үҙәге (ядроһы) һәм икенсе быуын федераль дәүләт стандарттарында ҡуйылған талаптар нигеҙендә төҙөлдө. Унда шулай уҡ дөйөм белем биреүҙең уҡыу эшмәкәрлеген үҫтереү һәм формалаштырыу программаһының төп идеялары һәм талаптары (положениелары), дөйөм белем биреүҙең Рәсәй тарихы буйынса белем биреү программалары менән оҡшашлыҡ принциптары күҙ уңында тотолдо.

Өлгө программа эш программаларын төҙөү өсөн ориентир булып тора: ул уҡыу фәненең инвариант (мәжбүри) өлөшөн билдәләй. Бының сиктәрендә белем биреүҙә авторҙың үҙенә вариатив һайлап алыу мөмкинселеге бирелә. Авторҙарға эш программаларын структуралаштырыу, уларҙы өйрәнеү эҙмә-эҙлелеген, йөкмәткеһен, күләмен киңәйтеү (деталләштереү), белем күнекмәләрен һәм эшмәкәрлегенең төрҙәрен, уҡыусыларҙың һәләтен үҫтереү, тәрбиә һәм социализация буйынса үҙ алымдарын, үҙ эш төрҙәрен тәҡдим итеү мөмкинлеге бирелә. Өлгө программа нигеҙендә эш программалары төрлө йүнәлештәге һәм төрлө профилле кластарҙа файҙаланыла ала.

Өлгө программала уҡыусыларҙың төп эшмәкәрлеге төрҙәрен үҫтереү ҡаралған, уларҙың психологик һәм йәш үҙенсәлектәре иҫәпкә алынған.

Өлгө программа дүрт бүлектән тора: уҡытыуҙың һөҙөмтәләренә булған талаптар менән “Аңлатма яҙыу”; бүлектәрҙең исемдәре менән “Төп йүнәлеш”; уҡыусыларҙың төп уҡыу эшмәкәрлеге төрҙәрен билдәләүсе “Яҡынса тематик планлаштырыу”; уҡыу процесын йыһазландырыу буйынса тәҡдимдәр.

Программаның “Аңлатма яҙыу”ында һәр бүлектең үҙенсәлеге күрһәтелә, башланғыс белем биреү программаларының йөкмәткеһе, норматив документтар күсәгилешлеге асыла; тәҡдим ителгән уҡыу курсына дөйөм характеристика бирелә, базис уҡыу планында уның урыны күрһәтелә. “Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” курсын өйрәнеүҙең маҡсаттары дөйөм белем биреү системаһында төп педагогик, атап әйткәндә, тәрбиә йүнәлешендәге мәсьәләлрҙе хәл итеүҙә ҙур роль уйнай.

Был предмет буйынса белем биреү мәҙәни, рухи тәрбиә менән бергә алып барыла.

“Төп йөкмәтке” бүлеге йөкмәткеһе буйынса берләштерелгән блоктарҙы, белем биреүсе экскурсияларҙың исемлеген үҙ эсенә ала.

“Яҡынса тематик планлаштырыу” бүлегендә “Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” курсының яҡынса темалар исемлеге һәм һәр бүлекте өйрәнеү өсөн сәғәттәр һаны, темаларҙың төп йөкмәткеһенә һәм уҡыусылар эшмәкәрлегенең төп төрҙәренә (уҡыу эшмәкәрлеге кимәлендә) характеристика бирелә.

Өлгө программа шулай уҡ “Уҡыу класын йыһазландырыу буйынса тәҡдимдәр”ҙе үҙ эсенә ала.

Төп белем биреү маҡсатына өлгәшеүҙә

Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” өлөшө

Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” билдәле фән өлкәһе булараҡ – тарихты, халыҡтың матди һәм рухи байлығы сығанаҡтарын, тормошто танып белеүҙең, үҙеңде мәҙәниәтле тотоуҙың үҙенсәлекле алымы. Ул Башҡортостан мәктәптәрендә, төп гуманитар уҡыу фәне булараҡ, һәр яҡтан үҫешкән, гармоник шәхесте формалаштырыуға, гражданин һәм патриотты тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Мәҙәниәттең гуманистик ҡиммәттәренә мөрәжәғәт итеү һәм ижади һәләтлеген үҫтереү – эмоциональ бай һәм интеллектуаль үҫешкән, үҙенә конструктив һәм шул уҡ ваҡытта тирә-йүндәге донъяға тәнҡит күҙлегенән ҡарарға өйрәнгән шәхес тәрбиәләүҙең кәрәкле шарты. Был предмет Башҡортостандың тарихы менән таныштырыу – ул ысын тарихи ваҡиғаларҙың факттары менән таныштырыу түгел, ә кешелек йәмғиәтендә сағылдырылған дөйөм кешелек ҡиммәттәре һәм шул нигеҙҙә башҡорт халҡының рухи тормош тәжрибәһе менән таныштырыу. ————-Тарих һәм мәҙәниәт буйынса белем биреү уҡыусыларҙың күңел торошона, тойғоһона, фекерҙәренә йоғонто яһау юлы менән тормошҡа ашырыла. Аныҡ фәндәрҙе уҡытҡанда логик төшөнсәләрҙе, ҡағиҙәләрҙе аңлатыу юлы менән белем биреп, уҡыусыларҙың фекере, донъяға ҡарашы формалаштырылһа, тәҡдим ителгән дәрестәрҙә белем һәм тәрбиә биреүҙә халҡыбыҙҙың үткәне, бөгөнгөһө, кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте күрһәтелә, халҡыбыҙҙың быуаттар буйы быуындан-быуынға күсә килгән тәрбиә ҡанундарының аҫыл өлгөләре өйрәнелә. Ошо нигеҙҙә уҡыусының фекерләү кимәле тәрәнәйә, ҡоласлыраҡ була. Шуның өсөн был предмет әхлаҡ нормаларын формалаштырыуҙа ҙур урын тота.

Бөтөн яҡлап та гармониялы үҫешкән яңы кеше формалаштырыуҙа белем һәм тәрбиәнең төрлө компоненттарын диалектик берҙәмлектә, үҙ-ара айырылғыһыҙ бәйләнештә хәл итеү талап ителә.

Курстың структураһы

Дөйөм белем биреү ойошмаларында “Башҡортостан тарихын һәм мәҙәниәтен” өйрәнеү — уҡыусыларҙың тарих һәм мәҙәниәт буйынса белем биреүҙең тәүге этабы. Был курстың үҙенсәлеге уның башҡа уҡыу предметтары менән, бигерәк тә әҙәбиәт дәрестәре менән тығыҙ бәйләнештә сағыла.

Был ике предмет үҙ-ара тарих һәм мәҙәниәтте өйрәнеү аша йәмғиәттә йәшәү, уның тәртиптәрен үтәргә өйрәнеү һәм әҙәбиәт аша халҡыбыҙҙың үткән тарихын, матур әҙәби тел нормаларын, күркәм мәҙәни йолаларын, традицияларҙы өйрәнеү кеүек берҙәм белем алыу өлкәһен тәшкил итә.

Уҡыу фәненең дөйөм характеристикаһы

Тәрбиәле кеше, Тәрбиәле быуын – тәрбиәле йәмғиәт, ышаныслы бөгөнгөбөҙ, өмөтлө киләсәгебеҙ ул. Шуның өсөн мәктәптәрҙә, гимназияларҙа һәм лицейҙарҙа, шулай уҡ башҡа уҡыу йорттарында ла төплө белем биреү менән бер рәттән уҡыусыла кешелеклелек һыҙаттары, әҙәплелек тәрбиәләү мөҡәддәс бурыс һанала. «Кеше үҙ халҡының быуындан быуынға күсә килгән рухи байлығына эйә булғанда, шул нигеҙҙә тәрбиә алғанда, физик камиллыҡҡа өлгәшкәндә һәм әхлаҡи сафлыҡҡа ынтылғанда ғына үҙен тәрбиәле, әҙәпле, мәҙәниәтле шәхес һәм йәмғиәттең тулы ҡанлы ағзаһы итеп иҫәпләй ала. Фәҡәт сәләмәт рухлы Кеше генә йәмғиәтебеҙ, халҡыбыҙ өсөн ниҙер эшләй, уның алға китеүенә тос өлөш индерә ала.

Ундай тәрбиәгә өлгәшеүҙә һәр халыҡтың үҙенең һыналған тәрбиә ҡанундары – халыҡ педагогикаһы ҙур роль уйнай.

Халыҡ педагогикаһы – кешелек донъяһы барлыҡҡа килгәндә үк тыуған ғилем. Һәр заман үҙе туплаған аҡыл, тәжрибә нигеҙендә үҙен алмаштырасаҡ быуынды һәйбәтерәк, зиһенлерәк, аңлыраҡ, юғарыраҡ, зауыҡлыраҡ итеп тәрбиәләргә тырышҡан, уның өсөн бөтөн көсөн, ғилемен һалған. Шул нигеҙҙә кешелек донъяһы үҫә, камиллаша, алға бара.

“Тормош һабаҡтары”, хәҙер инде “Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” булып мәктәптәрҙә уҡытыла башлаған яңы уҡыу предметы, халыҡ педагогикаһы нигеҙендә белем һәм тәрбиә биреүҙе системаға һалып, махсус программа буйынса алып барыла. Шул уҡ ваҡытта был предметты уҡытҡанда һәр баланың шәхси үҙенсәлеген дә, халҡыбыҙҙың милли үҙенсәлеген дә күҙ уңында тотоп, тәрбиә мәсьәләһенә айырым иғтибар итеү мотлаҡ. Үҙ халҡы, милләте, тарихы менән ғорурлана алған, халыҡтың йыр-моңон күңеленә һеңдергән, тыуған ерен ғәзиз әсәһе кеүек күргән, халҡының рухы, маҡсаты, уй-хыялдары, үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән йәшәгән һәм туған теленең ҡәҙерен белеп, уның тотош байлығына эйә булып, шул телдә уйлаған, хыялланған, ижад иткән, үҙенең бар булмышын халҡына бағышлаған Кеше генә Шәхес була ала.

Халыҡтың көсө лә, бөйөклөгө лә шәхестәр һаны менән билдәләнә. Халыҡ – Шәхесте, Шәхес халыҡты үҫтерә.

Ысын илһөйәрлек туған тел, туған традиция, тыуған төйәк кеүек изге тойғоларҙан башлана,

“Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” фәне “Башҡорт теле” һәм “Башҡорт әҙәбиәте” фәндәре менән тығыҙ бәйләнгән. Ул тел һәм әҙәбиәт дәрестәре менән бер рәттән уҡыусыларҙың телмәрен байыта, уларҙа телмәр мәҙәниәтен һәм коммуникатив күнекмәләр тәрбиәләй. ——————-

Дөйөм белем биреү буйынса Федераль дәүләт стандарттарының бер йүнәлешендә коммуникатив сараларҙы үҫтереү бурысы ҡуйыла. Ошоға ярашлы мәктәптәр алдына ҡуйылған яңы талаптар программаларҙа яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереүгә иғтибарҙы көсәйтә. Шуға күрә унда телмәр үҫтереү буйынса махсус бүлек, һәр класта үткәрелә торған зштәр һәм биремдәр күрһәтелгән.

Һөйләү һәм яҙма телмәр үҫтереү буйынса һорауҙарға ҡыҫҡаса йәки тулы яуап бирә белеү, үҙ фекереңде логик яҡтан эҙмә-эҙлекле, дөрөҫ, асыҡ итеп һөйләү һәм яҙыу, һүҙлек менән эшләү, шәхестәр, халҡыбыҙҙың күренекле әһелдәре тураһында яҙма эштәр башҡарыу, сәнғәт әһелдәренең ижади портреттарын төҙөү һәм башҡа төрлө ижади эштәр күҙ уңында тотола.

Телмәр һәм тасуири уҡыу мәҙәниәтен үҫтереү маҡсатында бирелгән эш төрҙәрен уҡытыусы дәреслектәге ижади эштәр, викторина һорауҙарына тулы яуап, тарихи ваҡиғаларҙы тасуирлау, шәхестәр тормошо буйынса үҙаллы яҙма эш башҡарыу барышында үткәрә.

Белем биреү, уҡытыу-тәрбиә эшен аҡыл-аң эшмәкәрлеген эҙмә-эҙлекле формалаштырыу коцепцияһына (П. Я. Гальперин, Н. В. Талызина, Д. Б. Эльконин) нигеҙләнеп төҙөү яҡшы һөҙөмтәләр бирә.

Аҡыл эшмәкәрлеген эҙмә-эҙлекле формалаштырыу түбәндәге этаптарҙан тора:

— эшмәкәрлеккә этәргес биреүсе мотив (эске ынтылыш, ҡыҙыҡһыныу тойоу, өйрәнеүсе объектҡа ҡарата маҡсатлы йүнәлеш, теләк һ. б.);

— системалы эшмәкәрлектең йөкмәткеһен, йүнәлешен билдәләү; эшмәкәрлекте бойомға ашырыу, матди кәүҙәләнешен күреү һәм ғәмәли эштәр;

— башҡарылған эштәрҙе, эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен барлау, эш сифатын үҙеңә контролләү һәм баһалау.

Аҡыл эшмәкәрлеген теоретик белем биреү, белем алыуҙы фәнни материалға нигеҙләнеп ҡороу тип аңлау ғына дөрөҫ булмаҫ ине. Ул мәҙәни аралашыуға, кеше психологияһын иҫәпкә алып ҡоролған мөнәсәбәткә нигеҙләнгән эшмәкәрлек. “Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” фәнен өйрәнеүҙең төп маҡсаттары түбәндәгеләрҙән тора:

— донъяға гуманистик ҡарашы, милли үҙаңы һәм дөйөм Рәсәй гражданлығы үҙаңы, илһөйәрлек тойғоһона эйә булған, рухи үҫешкән шәхес формалаштырыу;

— шәхестең уңышлы социализацияһы һәм үҙ-үҙен реализациялау өсөн кәрәк булған интеллектуаль һәм ижади һәләтлеген үҫтереү.

Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” курсының төп бурыстары

— Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе бөтөн милләт вәкилдәре менән үҙ-ара татыу, дуҫтарса мөнәсәбәт булдырыуға булышлыҡ итеү; шул уҡ ваҡытта халҡыбыҙ күп һанлы милләттәр араһында йотолоп, юғалып ҡалмаһын, тиңдәр араһында тиң булып йәшәһен өсөн ниндәй йүнәлештә үҫергә кәрәклеген аңлатыу;

— тыуған төйәккә һәм республикаға исем биреүсе милләт – башҡорттарға, шулай уҡ республикала йәшәүсе башҡа милләт вәкилдәренә ҡарата һөйөү һәм ихтирамлы ҡараш уятыу;

— халҡыбыҙҙың тарихы, матди һәм рухи байлығы менән таныштырыу;

— тәбиғәткә һәм тәбиғәт байлыҡтарына һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү;

— йәш быуынды үҙ аллы фекерләргә өйрәтеү, үҙ тәрбиә менән шөғөлләнеүгә йүнәлеш биреү;

— мәҙәниәт, сәнғәт, фән өлкәһендәге күренекле әһелдәр менән таныштырыу.

Программала ҡаралған сәғәттәр мотлаҡ тәғәйенләнеше менән үтәлергә тейеш. Һәр класс дәреслегенең аҙағында уҡыусы үҙләштерергә һәм белергә тейешле темалар буйынса һорауҙар һәм өҫтәлмә әҙәбиәт исемлеге бирелә. Уҡыусыла Тыуған илгә, тыуған төйәгенә, үҙ еренән күтәрелгән шәхестәргә ихтирам, һөйөү тәрбиәләү маҡсатында ошо төбәк тарихын, тәбиғәтен өйрәнеүгә һәм күренекле әһелдәр менән таныштырыуға байтаҡ ваҡыт бүленә.

Был уҡыу предметын бер генә уҡытыусының алып барыуы маҡсатҡа ярашлы. Халҡыбыҙҙың тарихына, йолаларына, традицияларына, байрамдарына, тәрбиә ҡанундарына, ғаилә мөнәсәбәттәренә нығыраҡ иғтибар итеп, ошо йәһәттән һәр төрлө сараларға атай-әсәйҙәрҙе лә ылыҡтырыу тәрбиә эшендә ыңғай һөҙөмтә бирәсәк. Уҡыу йылы аҙағында йыл һайын үткәрелә торған Балалар һабантуйында һәр кластың ҡатнашыуы һәм халҡыбыҙҙың берәй йолаһын күрһәтеүе мотлаҡ. Был сара татыулыҡ, берҙәмлек, ижади эҙләнеү, ойошҡанлыҡ тәрбиәләй.

Заман үҙгәрә бара. Сит илдәр менән аралашыу мөмкинлеге арта. Әммә һәр милләт вәкиле кем менән генә, ниндәй кимәлдә генә аралашмаһын, үҙ халҡының мәҙәниәтен, сәнғәтен, тарихын яҡшы белһә, туған телендә һөйләшеп, туған халҡының күркәмлеген сағылдыра алһа, айырым ихтирамға һәм хөрмәткә лайыҡ булыр. “Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” курсы, тейешле кимәлдә ихлас һәм маҡсатҡа ярашлы уҡытылған осраҡта, ошо йүнәлештә белем алыу һәм камиллыҡҡа ынтылыу өсөн тулыһынса нигеҙ була ала.

Был предмет ғаиләлә үҙ-ара татыулыҡ, бер-береңә ярҙам, олоно оло итеү, кесене кесе итеү кеүек изге төшөнсәләрҙе нығытыуҙы, шәжәрә тармаҡтарындағы затлы шәхестәрҙе танып-белеү, өлгө алыу өсөн ғаилә шәжәрәһен тикшереү һымаҡ бурыстарҙы ла атҡарырға тейеш. Ошо сара ғаиләләге өлкәндәрҙе лә, айыруса шәжәрә башында торған атайҙарҙы мәктәпкә яҡынайтасаҡ.

Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” предметын уҡытыу алымдары

Был предметты ижади уҡытыу өсөн мөмкинлектәр ифрат ҙур. Төрлө алымдар, ҡатнаш дәрестәр, осрашыуҙар, предмет-ара бәйләнештәр, экскурсиялар, мәҙәни саралар һәм башҡа бихисап алымдар ҡулланырға мөмкин. Иң мөһиме — был предметтың төп маҡсатын аңлау һәм яратыу. Байтаҡ ҡына төбәктәрҙә йола байрамдары, тәбиғәткә бәйле байрамдар тергеҙелде, “Шәжәрә байрамы” киң ҡолас алып, республика байрамы кимәленә күтәрелде, “Балалар һабантуйы” уҡыусыларҙың көтөп алған байрамына әйләнде. “Кәкүк сәйе”, “Ҡарға бутҡаһы,” “Ҡуҙғалаҡ байрамдары”, “Ҡатыҡ тәмләшеү”, “Һағыҙ ҡайнатыу”, “Дегет ҡайнатыу”, “Ҡар һыуына барыу”, “Ҡыҙҙар тауына сығыу”, “Һырғалаҡ байрамы”, “Өлөшкә саҡырыу” һәм башҡа шундай тәбиғәт һәм халҡыбыҙ йолаһы менән бәйле саралар конкурс итеп кенә түгел, ысын байрам итеп билдәләнһә, әлбиттә, маҡсатҡа ярашлы булыр. “Олатайҙар һәм өләсәйҙәр көнө”, “Атайҙар һәм әсәйҙәр көнө”, “Өлкәндәрҙе ҡунаҡҡа саҡырыу”, “Ауылыбыҙ шәхестәре”, “Йәншишмәләр – беҙҙең ҡотобоҙ”, “Тыуған яғымдың шифалы үҫемлектәре” кеүек темалар буйынса кисәләр үткәреү ҙә ысын тәрбиә дәрестәренә әйләнә бара. Бындай саралар уҡыусыларҙың ойоштороу һәләтен үҫтерә, уртаҡ маҡсат менән йәшәргә өйрәтә. Халыҡ медицинаһын, шифалы үҫемлектәр йыйыу оҫталығын, халыҡта һаҡланып ҡалған боронғо һөнәрҙәрҙе өйрәнеү, табылған һәр материалды тәфсирләп туплай барыу баланың ижади фекерләүен, ғилми ҡеүәһен үҫтерә. Шишмәләрҙе, йылға буйҙарын таҙартыу кеүек изге эш башҡарыу – тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт тойғоһо уята. Дәрестә һүҙлек менән эшләү баланың телмәрен байыта. Тел байлығы – күңел байлығы. Балалар өсөн махсус ял итеү үҙәге “Йәйләү” (“Арғымаҡ”) ошо предмет нигеҙендә эшләй, байтаҡ ҡына ял итеү үҙәктәре лә /балалар лагерҙары/ ошо программаны файҙалана. “Башҡортостан ынйылары” сиктәрендә “Борон-борон заманда”, “Сылбыр” “Уҡығандар күккә осор”, “Яугир яҡташым”, “Үҙ заманын данға күмгән уҙаман”, “Исеме легендаға әйләнгән яҡташым”, “Йәншишмәләр – ҡотобоҙ” тигән конкурстар ҙа уңышлы үтә һәм бик файҙалы сараға әйләнә бара.

Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең йәшәйеше, мәҙәниәте тураһындағы мәғлүмәттәр, дини дәрестәр уҡыусының донъяға ҡарашын киңәйтә, милләт-ара мөнәсәбәткә йылылыҡ өҫтәй, һыйышып тыныс йәшәргә өйрәтә.

“Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” дәрестәрен юғары кимәлдә, зауыҡлы, илһөйәрлек һәм матурлыҡ тәрбиәһе биреү һабаҡтары итеп үткәреү өсөн мәғлүмәттәр ғәйәт күп. Республика журналдарында, газеталарҙа тәрбиә темаһына мәҡәләләр, дәрес өлгөләре даими баҫылып тора.

Уҡыусыға дәрестә генә түгел, тормошта ла һәр мөмкинлекте файҙаланып, ғәмәли тәрбиә биреү, үҙ тәрбиә менән шөғөлләнеүгә йүнәлеш күрһәтеү, йәмғиәтебеҙ өсөн файҙалы эшкә, белемгә ынтылып торған мәҙәниәтле киләсәк тәрбиәләү – был предметты алып барған һәр уҡытыусының мөҡәддәс бурысы.

Уҡыу йылы аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр

“Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” курсын өйрәнеү һөҙөмтәһендә уҡыусы белергә тейеш:

I. Шәхсән сифаттар:

1. Үҙ милләтен, телен, тыуған яғын, республикаһын, ер-һыуын, тарихын, мәҙәниәтен яратыу;

2. Этник һәм милли сағылышын таныу;

3. Рәсәйҙе яратыу, уның сәйәсәтен ихтирам итергә өйрәнеү;

4. Туған теле, милләте, тарихы, мәҙәниәте менән ғорурлана белеү;

5. Халҡыңдың йолалаларын өйрәнеү һәм дөрөҫ итеп атҡара белеү;

6.Башҡорт халҡының тәрбиәүи һабаҡтарын, сәнғәтен, сәнғәт әһелдәрен белеү;

7. Физик яҡтан һаулығыңды һәм рухи сәләмәтлегеңде һаҡларға өйрәнеү;

8.Атай-әсәйгә, тиҫтерҙәреңә, ололарға ихтирамлы, кеселәргә иғтибарлы булып өйрәнеү;

9.Ҡыҙыҡһыныусан, әүҙем, донъяны танып-белергә ынтылыусан булырға өйрәнеү;

10. Динамик үҙгәреүсән, үҫтерешле донъяла үҙеңдең социаль ролеңде аңлау, юғалып ҡалмау сифаттарына эйә булыу;

11. Әхлаҡ, социаль ғәҙеллек һәм ирек хаҡындағы ҡараштар нигеҙендә үҙ аллы үҫешкә әҙер булыу;

12. Үҙ тәрбиәнең асылын аңлау һәм артабан ошо сифатты шәхсән үҫеш өсөн файҙаланыу сифаттарына эйә булыу;

13. Әҙәп ҡағиҙәләренә эйә булыу;

14. Һәр саҡ этик тойғолар, ихтирамлылыҡ, эмоциональ-әхлаҡ һәм икенсе кешеләрҙең тойғоларын уртаҡлаша алыу;

15. Өлкәндәр һәм тиңдәштәре менән төрлө социаль хәлдәрҙә аҡыллы хеҙмәттәшлектең өҫтөнлөгөн аңлау һәм бәхәсле хәлдәрҙән сыға белеү;

16. Тормоштағы төрлө хәл-ваҡиғаларҙың асылын аңлай һәм ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итә алыу алымдарына өйрәнеү, төрлө шарттарҙан үҙең өсөн дә, башҡалар өсөн дә зыянһыҙ, хәүефһеҙ сыға белеү.

Башҡортостан тарихы курсынан:

17. Мөһим тарихи ваҡиғаларҙың ваҡытын һәм урынын билдәләү;

18. Халҡыбыҙҙың йәшәгән урынын, төп кәсебен, көнкүрешен, боронғо мәҙәни ҡомартҡыларҙы һүрәтләү;

19.Кешеләрҙең тормош-көнкүрешен, донъя диндәре нигеҙҙәрен, төп дини йүнәлештәрҙе, дини ышаныуҙарҙың характерле төп һыҙаттарын асыҡлау;

20.Мөһимерәк ваҡиғаларға һәм билдәле шәхестәргә баһа биреү (уҡыусының шәхсән фекере айырым иғтибарға лайыҡ);

21. Иҡдисади һәм социаль мөнәсәбәттәрҙең, дини ҡараштарҙың үҙгәрә барыуын, характерлы яҡтарын билдәләй белеү, уны анализлай алыу, йәшәйеш-көнкүреш шарттарҙың кешенең донъяға ҡарашына, фекеренә, рухи үҫешенә тәьҫирен билдәләү;

22. Башҡортостанда булып үткән төп тарихи ваҡиғаларҙы билдәләү, шәхестәргә баһа биреү;

23.Дәреслектәге тарихи ваҡиғаларҙың әҙәби әҫәрҙәрҙә, һынлы сәнғәттә сағылыуы, уларҙың художестволы ҡиммәте һәм әһәмиәтен аңлау, баһалау;

24. Ғаилә, йәшәгән төбәк тарихына ҡағылған материалдарҙы табып, барлап, туплап, рәткә килтереп, улар нигеҙендә тарихи ысынбарлыҡты күҙаллап өйрәнеү;

25.Төбәгеңдә йәшәгән тарихи шәхестәр тураһында һаҡланған мәғлүмәттәрҙе туплап өйрәнеү;

26. Архив материалдары менән эш итеп өйрәнеү, уларҙан үҙеңә кәрәкле мәғлүмәттәрҙе эҙләй, туплай белеү;

27. Ғаилә шәжәрәһен төҙөү, уның әһәмиәтен аңлау, затлы шәхестәреңде билдәләү, тарихи ваҡиғалар менән бәйләп өйрәнеү.

28. Халҡыбыҙҙың рухи азатлыҡҡа ынтылыуын, ошо ынтылыштың ижадында, тарихи ваҡиғаларҙа сағылыш табыуы.

29. Халыҡ тарихындағы боролошло, һынылышлы осорҙарға анализ һәм баһа бирә алыу;

30. Тарихи һабаҡтарҙан бөгөнгө көнгә фәһем алыу.

II. Метапредмет һәләттәре:

Уҡыу предметының универсаль алымдарын үҙләштереү (танып белеү, регулятив һәм коммуникатив).

1. Уҡыу күнекмәләре нигеҙҙәрен белеү, үҙ эшмәкәрлегеңде ойоштороуға һәләтле булыу;

2. Үҙенең уҡыу эшмәкәрлегеңдең нигеҙҙәрен проектлау, баһаларға һәләтле булыу, уңышҡа өлгәшеүҙең эффектив юлдарын билдәләй белеү;

— уҡыу процесына яуаплы ҡарашта булыу, маҡсат ҡуя, эште планлаштыра, уҡыу мәсьәләләрен сисә белеү;

— тарих һәм мәҙәниәт буйынса бирелгән темаға кәрәкле мәғлүмәт туплау, әҙерлек эше алып барыу, уның буйынса презентация эшләй белеү.

3. Йәш мөмкинлегенә ҡарап компьютер грамоталылығына эйә булыу, кәрәкле мәғлүмәт йыйыу, анализлау, эшкәртеү маҡсатында Интернетҡа сыға белеү, тексты баҫыу, уны техник эшкәртә, төҙәтә, талап ителгән кимәлгә еткерә белеү;

4. Аңлы уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү, төрлө стиль һәм жанрҙағы текстарҙы үҙ аллы уҡый белеү, текстың төп фекерен билдәләү, аңлау һәм үҙ фекереңде туплап, һәр төрлө һорауҙарға яуап бирергә әҙер булыу; тексты ҡысҡырып уҡыған саҡта, уның жанрына һәм йөкмәткеһенә ҡарап интонация һайлай белеү;

5. Сағыштырыу, анализ, синтез, дөйөмләштереү кеүек логик эшмәкәрлеккә эйә булыу, оҡшаш сифаттары буйынса классификациялау, сәбәп-эҙемтә бәйләнештәрен һәм оҡшашлыҡты булдырыу;

6. Әңгәмәсенең фекерен тыңларға һәләтле булыу, тикшерелгән предметҡа ҡарата үҙенең нигеҙле ҡарашын әйтә, яҡлай һәм конфликтлы хәлдәрҙән сыға белеү;

7. Объекттар һәм процестар мөнәсәбәтен сағылдырған бәйләнештәрҙең база, предмет, метапредмет төшөнсәләренә эйә булыу.

III. Предмет һәләттәре:

1. Милләттең, илдең тарихын һәм мәҙәниәтен, үҙаң булараҡ, аңлау;

2. Башҡорт теле – Башҡортостандың, рус теле Рәсәй Федерацияһының дәүләт һәм аралашыу теле булараҡ мәғәнәһен аңлау;

3. Дөйөм мәҙәниәт күрһәткесе, кешенең гражданлыҡ позицияһы булараҡ, норматив телмәр һәм яҙма рус телен белеү;

4. Телмәр этикетына, аралашыуҙа төрлө тасуири тел сараларына эйә булыу;

5. Өҫтәлмә мәғлүмәт сығанаҡтары, тейешле әҙәбиәт һайлап ала һәм файҙалана белеү, китапханаларҙа картотекалар менән эш итергә өйрәнеү;

6. Тарихи категорияларҙы ныҡлап үҙләштереү, уларҙы Башҡортостандың тарихи үҫеш юлдарын өйрәнгәндә урынлы һәм дөрөҫ ҡулланыу;

7. Мәҙәниәт тормошоноң законлылыҡтарын яҡшы үҙләштереү, һәр йәһәттән тейешле булған терминдарҙы урынлы файҙалана белеү;

8. Уҡыусылар белергә тейешле талаптар:

— өйрәнелгән тарихи осорҙо билдәләүсе, сағылдырыусы төп ваҡиғаларҙың, төп күренештәрҙең айырым эпизодтарын дөрөҫ билдәләй белеү;

— телдән йәки яҙма сығыш яһағанда үҙ ҡарашыңды, фекереңде эҙмә-эҙлекле еткереү өсөн план төҙөргә өйрәнеү;

9. Һорауҙарға ҡыҫҡа, тулы, тос, тапҡыр, аныҡ яуап бирергә өйрәнеү.

“Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” курсының икенсе осорон тамамлаған уҡыусы түбәндәге белемгә һәм тәрбиә ҡанундарына эйә булырға тейеш:

— шәжәрәнең ни аңлатҡанын, үҙ нәҫеле шәжәрәһен, шәжәрәңде белеүҙең әһәмиәтен;

— үҙе йәшәгән төбәктең киләсәктәге хужаһы икәнлеген һәм уның именлеге, таҙалығы, сафлығы өсөн яуаплы булыуын;

— башҡорт еренең тарихын, таш, бронза быуаттар, тәүге ҡалалар тураһындағы мәғлүмәттәргә эйә булырға;

— тарихи шәхестәр тураһында мәғлүмәттәр;

— ихтилалдар, уларҙың сәбәптәре, етәкселәре, һөҙөмтәләре;

— республикабыҙҙың күп милләтле халҡы, уларҙың йәшәү рәүеше;

— матди байлыҡ менән рухи байлыҡтың айырылғыһыҙ булыуын, рухи байлыҡ сығанаҡтарынан түбәндәге мәғлүмәттәрҙе; мәғрифәтселек, тәүге мәктәптәр, уҡыу йорттары, халыҡ таланттары, профессиональ сәнғәт үҫеше, күренекле вәкилдәр, ижади коллективтар, ансамблдәр, театрҙар; һынлы сәнғәт, кино сәнғәте үҫешен;

— әхлаҡ, тәрбиә ҡанундары;

— ижтимағи-сәйәси тормош, сәнәғәт, ауыл хужалығы, халыҡ көнкүреше, социаль тормош – үткәне һәм бөгөнгөһө;

— туған тел, уның әһәмиәте, илебеҙҙә һәм донъя кимәлендә аралашыу телдәре;

— Башҡортостандың һәм башҡорттарҙың ил һәм донъя кимәлендә тотҡан урыны;

— “Урал батыр” эпосындағы тәрбиәүиҡанундарҙы.

IV. Универсаль уҡыу-эш төрҙәрен үҙләштереү:

— уҡыу процесына яуаплы ҡарау, маҡсат ҡуя, эште планлаштыра, уҡыу мәсьәләләрен сисә белеү;

— теге йәки был тема буйынса кәрәкле мәғлүмәт туплау, эҙләнеү эше алып барыу, уның буйынса презентация эшләй белеү;

— мәҙәниәтле аралашыу оҫталығына, телмәр этикетына эйә булыу, үҙ фекереңде яҡлағанда, тыңлаусы зиһененә еткерә алырлыҡ аныҡ, эҙмә-эҙ бәйән итеү, әңгәмәсенең уй-тойғоларын аңлай белеү, уның менән иҫәпләшә һәм уртаҡ фекергә килеү оҫталығына эйә булыу;

— тарих һәм мәҙәниәт буйынса халыҡ-ара ҡулланылған терминдарға эйә булыу, төшөнөү һәм ҡуллана белеү;

— ниндәй телдә телмәр тотһаң, шул телдең таҙалығын, байлығын, сафлығын һаҡлауға өлгәшеү.

Уҡытыу процесын йыһазландырыу буйынса тәҡдимдәр

Бөгөнгө мәктәптә “Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте”н уҡытыуҙы оптималь йыһазландырыуҙа, байытыуҙа ярҙам итеүсе материалдарҙы мөмкин тиклем грамоталы файҙаланыу күҙҙә тотола.

Уҡытыу процесын йыһазландырыуҙа төп талаптарҙың береһе – мәжбүри программаға индерелгән әҙәбиәттең етерлек кимәлдә булыуы. Был программа “Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” буйынса тупланған әҙәбиәтте тулыһынса яңыртыуҙы күҙҙә тотмай, булғандарын файҙаланыу, тейешлеләрен өҫтәмә рәүештә туплау өсөн әҙәбиәт һәм күргәҙмә материалдарҙың минималь исемлеге тәҡдим ителә.

— мәктәп китапханаһында был фән буйынса норматив документтар (дәүләт белем стандарттары, мәжбүри программалар, автор программалары) булырға тейеш;

— Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән дәреслектәр исемлеге, уҡытыусылар өсөн методик ҡулланмалар;

— рәссамдарҙың картиналары, портреттары; республикабыҙ зыялыларына ҡағылған мәғлүмәттәр;

— тәбиғи һәйкәлдәр, тәбиғәтебеҙҙең данлыҡлы урындары сағылдырылған картиналар, һүрәттәр;

— күренекле сәнғәт әһелдәренең фотоһүрәттәре;

— уҡыусылар өсөн индивидуаль эштәр яҙылған карточкалар, энциклопедиялар, һәр төрлө һүҙлектәр, мәғлүмәт биреүсе башҡа төр әйберҙәр.

Уҡыу процесын йыһазландырыуға хәҙерге заман талаптары исемлегендә — информацион мәғлүмәт комплексын эсенә алған электрон китапхана, уның эсендә уҡыусыларҙың танып-белеүенең төрлө формаларына, эҙләнеү-тикшеренеү проекттарына йүнәлтелгән материалдар булыуы зарур. Электрон китапхана составына мәғлүмәттәрҙең тематик базаһы, тарихи документтарҙың фрагменттары, фотографиялар, күренекле әһелдәрҙең портреттары, рәссамдарҙың картиналары, башҡорт телендәге кинофильмдар, видео, анимация, таблицалар, схемалар, Башҡортостандың тәбиғәт күренештәре, тәбиғи һәйкәлдәр, иҫтәлекле урындар, архитектура ҡомартҡылары, мавзолей-кәшәнәләр һәм башҡалар төшөрөлгән видеофильмдар, альбомдар, классик музыкаль әҫәрҙәрҙең, оҫта башҡарыусыларҙың яҙмалары, сығыштары инергә мөмкин.

Һәр төрлө күргәҙмә саралар ҡулланыу уҡыу процесын әүҙемләштереп кенә ҡалмай, уҡыусы хәтерендә ныҡ һаҡлана, белем биреүҙең сифатын яҡшырта.

Тәҡдим ителгән талаптар төп урта белем биреү баҫҡысында тейешле булған мөхитте булдырыуға йүнәлтелгән функция ролен үтәй. Был талаптар тәғәйен уҡыу йортоноң үҙенсәлегенә, мөмкинлегенә ҡарап үҙгәртелергә, байытылырға, камиллаштырылырға мөмкин.

Уҡыу техникаһы һәм күргәҙмә саралар “Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” менән башҡа предмет-ара бәйләнештәрҙе тормошҡа ашырыуҙа бик мөһим. Музыка, рәсем, хеҙмәт, әҙәбиәт дәрестәре менән предмет-ара бәйләнеш бындай йыһазландырылған кабинетта айырыуса уңышлы була.

Дистанцион белем биреү системаһын файҙаланыу уңышлы була. Техник мөмкинлектәр камиллашҡандан-камиллаша бара. Уларҙы тиҙ арала үҙләштереү, заман талаптарынан артта ҡалмай файҙаланыу зарур.

Белем биреү экскурсиялары объекттары

“Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” предметы буйынса белем биреүҙең мөһим объекттарына крайҙы өйрәнеү, күренекле тарихи шәхестәргә, сәнғәт оҫталарына арналған әҙәби-мемориаль музейҙар, археологик ҡомартҡылар, тәбиғәт һәйкәлдәре, кәшәнә-мавзолейҙар һәм башҡа ошондай ҡомартҡылар инә. Республикабыҙҙа йәшәгән башҡа милләт вәкилдәренең тупланып йәшәгән төйәктәренә (ауылдар, ҡасабалар) экскурсияларға барырға мөмкин.

Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” курсының базис уҡыу (белем биреү) планындағы урыны

Башҡортостан Республикаһының башҡорт телендә уҡытылған дөйөм белем биреүсе мәктәптәр өсөн йыллыҡ өлгө уҡыу планы 35 сәғәт уҡытыуҙы күҙ уңында тота. 1 класта – 34 сәғәт, 2 класта – 34 сәғәт, 3 класта – 34 сәғәт, 4 класта – 34 сәғәт, 5 класта — 35 сәғәт, 6 класта – 35 сәғәт, 7 класта – 35 сәғәт, 8 класта – 35 сәғәт, 9 класта – 35 сәғәт тәшкил итә һәм барлығы 1-4 кластарҙа – 136 сәғәт, 5-9 кластарҙа 175 сәғәт иҫәпләнә. Программаның вариатив өлөшө 35 сәғәт тәшкил итә һәм эш программаһының авторҙары тарафынан формалаштырыла.

П Р О Г Р А М М А

1-се класс

Бөтәһе 34 сәғәт

  1. Беҙҙең ғаилә. Ғаилә ағзалары араһында йылы мөнәсәбәт һаҡларға өйрәтеү. Татыулыҡ тураһында төшөнсә.

Ололар әйткәнде тыңлау. Уларҙың аүыл-кәңәштәренә ҡолаҡ һалыу кәрәклеге. Нимә ул зиһен? Зиһен нығытыу тигән һүҙбәйләнешкә ҡарата төшөрөлгән һүрәтте йәбештереү һәм уға аңлатма биреү. Мәҡәлдең ни икәнен аңлатыу.

Донъялағы иң изге һүҙҙәрҙе таҡтаға яҙып ҡуйыу. Изге тигән һүҙгә аңлатма биреү һәм был һүҙгә синонимдар эҙләү.

Ең һыҙғаныу, ихлас, бик теләп, ысын күңелдән тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлатыу.

Дәрестә кәртәләү яһаныҡ. Баланы фекерләргә, бер нәмәне икенсеһе менән сағыштырырға, йор һүҙлелеккә өйрәтеү. Бишкә атланыу /һүрәт йәбештереү/, ҡояштай балҡыу һүҙбәйләнештәренә аңлатма биреү. Төп маҡсаттарҙың береһе – баланы туған телдә фекерләргә, халҡыбыҙҙың тел байлығын файҙаланырға өйрәтеү.

Ғаилә ағзалары. Телмәр үҫтереү маҡсатында өйҙән алып килгән фото буйынса ғаилә ағзалары тураһында һөйләтеү. Туғандарының исемдәрен, туғанлыҡ атамаларын әйтеп һөйләтеүҙе мотлаҡ шарт итеп ҡуйыу. Сәхнәләштерелгән уйындарҙа һорауҙарға шиғри яуаптар бирергә өйрәтеү. /Яуап бирә алмағандарын ирекһеҙләргә ярамай, яйлап өйрәтергә кәрәк/. Тамыр йәйеү һүҙбәйләнешенең мәғәнәһен аңлатыу /Балалар дәфтәргә һүрәт йәбештерә.

Туғанлыҡ атамалары. Туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен һаҡлауҙа туғанлыҡ атамаһы менән өндәшеүҙең әһәмиәтен аңлатыу. Олоно оло итә, кесене кесе итә белеүҙең әһәмиәтен һәм был тойғоноң туғанлыҡ атамалары менән өндәшеүҙән башланғанын аңлатыу. (“Урал батыр” эпосынан Яҡшылыҡтың билдәһе тигән өҙөктө уҡып ишеттереү)

Тарих. Өләсәйемдең һандығы битенә һүрәттәр йәбештереү һәм башҡорт кейемдәренең боронғо атамаларын әйтеү.Боронғо башҡорт кейемдәре. Шәжәрә битендәге һүрәткә аңлатма биреү. Башҡорт халҡының борон-борондан шәжәрә төҙөүен, ниндәй осраҡта шәжәрә ағасының матур булып үҫеп китеүен, ниндәй осраҡта ҡороуын аңлатыу.

Ҡан туғандарҙың бер-береһенә күҙгә күренмәҫ нурҙар менән бәйле булыуы.

Өләсәй – ҡояш. Һәр бала үҙ өләсәһен һүрәткә төшөрһөн дә ни өсөн нәҡ шулай итеп күҙ алдына килтереүен аңлатһын.

Туғанлыҡ атамалары буйынса сәхнәләштерелгән уйын-ҡабатлау дәресе. Дәрескә өлкәндәрҙән бер нисә кешене саҡырып, туғанлыҡтың, туғанлыҡ атамаһы менән өндәшеүҙең әһәмиәтен һөйләтеү яҡшы булыр.

Күрһәтелгән уйындарҙың береһен дә инҡар итергә ярамай. Бала күңеленә нығыраҡ һеңеп ҡала. Балаларҙың теле ярлыланған-ярлылана бара, улар – киләсәкке атай-әсәйҙәр, уҡытыусы-тәрбиәселәр. Телебеҙҙе һаҡлау йәһәтенән мөмкин булған барыһын да эшләргә кәрәк.

Ғаилә хеҙмәт менән йәшәй. Сәхнәләштерелгән ҡабатлау дәресендә балаларҙан кемгә оҡшарға теләүҙәре хаҡында, ниндәй сифаттарҙы яҡшы тип уйлауҙары тураһында һөйләтергә кәрәк. Яуаптарынан көлмәҫкә, тәнҡитләмәҫкә кәрәк. Йомғаҡ яһаған саҡта физик сәләмәтлектең, сынығыуҙың әһәмиәте тураһында һөйләү яҡшы булыр.

Тарих. Башҡорттарҙың боронғо шөғөлдәре.

Һүрәт менән эшләү.

Тарих. Абдулла Нафиүов менән Моорҙың /бөйөк рус көрәшсеһе Александр Знаменский/ Өфөләге көрәше тураһында һөйләргә. Табан ялтыратыу һүҙбәйләнешенең мәғәнәһен аңлатырға, ошо һүҙбәйләнеште файҙаланып, балаларҙан һөйләмдәр уйлатырға. Балалар ниндәй көрәш төрҙәре тураһында белә – һөйләтергә. Бәләкәйҙән, көсөнә ҡарап, самалап, физик хеҙмәт менән шөғөлләнергә кәрәкеген аңлатырға.

Башҡорт халҡы ниндәй кешегә Яҡшы Кеше тигән баһа биргән. Халыҡ үҙ хыялындағы батырҙы әкиәт батыры итеп күҙ алдына килтергән һәм балаларға һөйләгән. “Хөрмәт итеү” тигән һүҙбәйләнешкә аңлатма бирергә һәм миҫалдар килтерергә кәрәк. Мәктәп йәки ауыл музейына барып, ауылдың хөрмәтле кешеләре менән танышыу маҡсатҡа ярашлы булыр.

Атайымдың эш ҡоралдары. Ир-егеттәрҙең эш ҡоралдарының атамаларын әйтергә, ҡулланылышын өйрәтергә. Өйҙә ниндәй эш ҡоралдары барлығын һорашырға. Умартасылыҡ ҡорамалдары тураһында һөйләп, бала күңеленә ошо файҙалы шөғөл тураһында фекер һалырға.

Тарих. Боронғо эш ҡоралдары менән таныштырып үтергә.

Беҙҙең баҡса. Үҙең тәрбиәләп үҫтереп, үҙ ҡулдарың менән өҙөп ашаған емештең икеләтә файҙаһы тураһында һөйләргә. Йөҙ нурланыу тигән һүҙбәйләнешкә аңлатма бирергә. Емеш-еләк, йәшелсә атамаларын башҡортса әйттерергә.

4. Беҙҙең өйөбөҙ. Уҡыусылар дәфтәр-дәреслеккә йорт йыһаздары һүрәттәрен йәбештереп сығып, һәр береһенең атамаһын әйтһендәр.

Тарих. Боронғо башҡорт йорт йыһаздары тураһында мәғлүмәт бирергә. Тирмә эсе нисек йыйыштыралған? Ҡасим Дәүләкилидиевтың “Башҡорт өйө күтәрмәһе” тигән һүрәтен файҙаланырға кәрәк.

Дәфтәрҙәге һүрәткә аңлатма биреү. Башҡорт мәҙәниәте кабинетына сығарылыш класы уҡыусылары иҫтәлеккә бүләк ҡалдыра. Уны ҡәҙерләп һаҡлайҙар. Бүләк ҡулдан яһала, шуның өсөн айырыуса ҡәҙерле. Уҡыусыларға ул бүләктәрҙе күрһәтергә, ҡайһы йылғы сығарылыш уҡыусыларының иҫтәлеге икәнлеген һөйләргә һәм: “Һин ниндәй бүләк ҡалдырыр инең? Өйҙә һүрәтен төшөрөп килтер”, — тип, үҙҙәренә лә эш ҡушырға кәрәк.

Шатмораттың өләсәһенең әңгәмәһе буйынса һөйләшеү үткәрергә. “Ауыҙ асып тыңлау” тигән һүҙбәйләнешкә аңлатма бирергә. Сәхнәләштерелгән ҡабатлау дәресендә мөмкин тиклем яңы һүҙҙәр өйрәнергә, дөрөҫ һөйләүгә һәм телмәр байытыуға ныҡ иғтибар итергә кәрәк.

5. Башҡорттарҙың хужалығы. Дәфтәр-дәреслектәге һүрәттәр һәм өҫтәмә күргәҙмәлелек менән эшләү. Йорт малдарының атамаларын, уларға ҡарата әйтелгән ымлыү-ҡылымдарҙы аңлатырға. Һыйыр баҡыра, ат кешнәй, кәзә мөэлдәй, һыйыр быҙаулай, кәзә бәрәсләй, бейә ҡолонлай һәм башҡалар.

Ҡолонҡай. Хикәйәлә ҡолонҡайҙы ҡотҡарыу ваҡиғаһы. Балаларҙың үҙҙәренән йорт малдары тураһында һөйләтеү. Хикәйәлә Шатмораттың өләсәһе тураһында ниндәй маҡтау һүҙҙәре әйтелә. Ул ни өсөн ауылда абруйлы Кеше. Балаларҙан һөйләтергә.

Тарих. Башҡорттарҙың борон-борондан йылҡы, һыйыр малы аҫырағанын һөйләргә. Уларҙы ҡулға эйәләштереү тураһында “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” эспостарынан өҙөк килтерергә.

Ят тауыҡ. Йорт малдарының ҡушаматтары. Уларҙы ни өсөн ҡушалар.

Сәхнәләштерелгән ҡабатлау дәресендә һәр малға ҡарата уның үҙенсәлеген әйттерергә.

6. Һаҡсыллыҡ – ваҡсыллыҡ түгел. Балаларҙа әйбергә ҡарата һаҡсыллыҡ сифаты тәрбиәләү. Иҫке яңыны һаҡлай тигән әйтемгә аңлатма биреү. Берәй өлкән кешене саҡырып һаҡсыллыҡтың әһәмиәте тураһында әңгәмә үткәреү маҡсатҡа ярашлы булыр.

Һүрәт менән эшләү. Оло йөрәкле тигән һүҙбәйләнешкә аңлатма биреү.

7. Башҡорт ғаиләһенең хәле. Милли кейемдәрҙең атамаларын үҙләштереү. Милли аштар тураһында белешмә биреү. Балаларҙың үҙҙәренән һөйләтеү. Алтын ҡуллы тигән һүҙбәйләнешкә аңлатма биреү.

Тарих. Башҡорттарҙың боронғо милли аштары. Уларҙың бөгөнгө көнгә килеп етеүе һәм шифаһы.

Сәхнәләштерелгән ҡабатлау дәресендә балаларҙың милли кейем атамаларын үҙләштереүенә иғтибар итергә. Милли аш-һыу байрамы үткәреү.

Арыҫлановтар. Һөнәрле кешенең маҡтауға һәм иғтибарға лайыҡлы булыуына баҫым яһарға. Уҡыусынан яратҡан музыка ҡоралын һүрәткә төшөртөргә, баланың ни нәмәгә һәләтле булыуына иғтибар итергә, музыкаға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятырға. Дәрескә берәй оҫта музыкантты саҡырыу ҙа отошло булыр.

8. Ғаиләнең ял ваҡыты. Шатморат ҡунаҡта. Телеңде йоторлоҡ тигән һүҙбәйләнешкә аңлатма. Телеңде йоторлоҡ тип әйтерлек ниндәй ризыҡ беләләр икән – саф башҡортса итеп атап әйттереп сығырға. Боронғо башҡорттар ниндәй ризыҡ әҙерләгән? Уларҙың ҡайһылары беҙгә килеп еткән? Башҡорт аҙыҡтарының шифаһы тураһында ниҙәр беләһегеҙ? – тигән һорауҙарға яуапты өлкәндәрҙән һорашһындар. Уларҙы мәктәпкә яҡынайтыу сараһы был.

Шатморат ҡалала. Хикәйәне уҡығас, балаларға өлкәндәрҙән ниндәй сифат күскәнлеген һорашырға. Балалар үҙҙәре билдәләһен. Һәр бала үҙенең кемгә оҡшарға теләүен әйтһен /әйтмәһә, ирекһеҙләмәҫкә кәрәк/.

Ҡалала ял. Тәбиғәттең, бигерәк тә ҡош тауыштарының кеше күңеленә тәьҫире тураһында әңгәмә. Күңел сафландырыу тигән һүҙбәйләнеш менән һөйләмдәр уйларға.

Шатморат ауылды һағына. Ауыл менән ҡала тәбиғәте араһында ниндәй айырма бар? Балалар үҙҙәре сағыштырып һөйләһен.

Шатмораттың төшө. Хикәйә буйынса әңгәмә. Нимә ул бәхет? Һағыныу нимә ул? Һағыныу тураһында мәҡәлдәр. Ни өсөн Шатморат ауылын һағынып төш күрә, ә Рәсүл ауыл тураһында бик уйламай? Түҙемле, сыҙамлы булыу тураһында әңгәмә.

9. Тарих. Тарих нимә ул? Боронғо кейем, боронғо ризыҡ, боронғо шөғөл, шәжәрә, тигән темаларҙы үткәс, балаларҙың нимә иҫтә ҡалыуы, нимә тураһында белеүҙәре тураһында һорашып, уларҙың аңлау кимәлендә һәм үтелгәндәр нигеҙендә тарих тигән төшөнсәне бирергә кәрәк. Боронғо башҡорттар ниндәй ризыҡ әҙерләгән? Нисек кейенгән? Йорт йыһаздары, көнкүреш әйберҙәре ниндәй булған? Уларҙың ҡайһылары беҙгә килеп еткән? Башҡорт аҙыҡтарының шифаһы тураһында ниҙәр беләһегеҙ? – тигән һорауҙарға яуапты өлкәндәрҙән һорашһындар. Уларҙы мәктәпкә яҡынайтыу сараһы был.

10. Балаларҙы тәбиғәткә алып сығырға һәм тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл булыу тураһында әңгәмә үткәрергә. Ағастарҙың, ҡоштарҙың, бөжәктәрҙең төрлөлөгө, һәр береһенең тәғәйенләнеше, файҙаһы тураһында бала аңларлыҡ итеп әңгәмә үткәрергә.

Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү буйынса бирелгән һабаҡтар: мәҡәлдәр, әйтемдәр, тыйыуҙар.

* * *

Беренсе класты тамамлағанда, уҡыусы туғанлыҡ атамаларын белергә, туғандары менән ошо атамаларҙы ҡушып һөйләшергә, башҡорт телле булырға, үҙ-ара һөйләшкән саҡта, һүҙбәйләнештәр, мәҡәлдәр ҡушып һөйләп өйрәнә башларға, Милли кейем, Милли музыка ҡоралдары, йорт хайуандары һәм дәрестәрҙә үтелгән башҡа әйберҙәрҙең башҡортса атамаһын белергә тейештәр.

Тарих. Боронғо тарихыбыҙҙан ниндәй эш ҡоралдары, йорт йыһаздары, көнкүреш әйберҙәре, кейем-һалым, ризыҡ төрҙәре беҙҙең көнгәсә килеп еткән – шуларҙы белергә. “Ризыҡ менән дауалау” тигәнде нисек аңлайҙар? Шифалы ризыҡ төрҙәренән ниндәйҙәрҙе беләләр? Башҡорттар ниндәй ризыҡ төрҙәре менән донъяға билдәле һәм донъя баҙарын яулай бара? Өйҙә өлкәндәрҙән һорашып килеү маҡсатҡа ярашлы, сөнки өлкәндәрҙе мәктәп тормошона яҡынайтыуҙың иң отошло ысулы был.

2-се класс

Бөтәһе 34 сәғәт

1. Уҡыусынан уның йәйге ялы, кемдәр менән аралашыуы, ҡайҙарҙа булыуы тураһында һөйләтергә. Туғанлыҡ атамаларын, өйрәнгән һүҙбәйләнештәрҙе телмәрендә ҡулланыу-ҡулланмауына, башҡортса таҙа һөйләшеүенә иғтибар итергә. Йәй менән көҙ араһында айырма таба белеүенә, көҙ көнө ҡышҡа әҙерлек барышы тураһында үҙе белгән, аңлаған тиклем һөйләтергә.

2. Туғандарым – күңел нурҙарым. Туғанлыҡ терминдарын иҫкә төшөрөү һәм нығытыу. Бер туғандарҙың ғына түгел, ике, өс туғандарҙың да туғанлыҡ атамаларын үҙләштереү, телмәрҙе байытыу. Мәҡәлдәргә аңлатма биреү һәм ятлатыу.

3. Туғандар һәм дуҫтар. Атай һәм әсәй яғынан туғандар. Шатмораттың туғандары тураһында хикәйәне уҡырға ла балаларҙың үҙҙәренән ошоға оҡшаш хикәйә һөйләтергә, дәфтәрҙәренә яҙҙырырға. Өлгө. Мираҫ ҡартатайым – минең атайымдың атаһы. Ғилмиә өләсәйем /ҡәрсәйем/ -минең атайымдың әсәһе. Асия өләсәйем – әсәйемдең әсәһе. Ошо рәүешле яҙҙырып, туғанлыҡ терминдарын дөрөҫ ҡулланырға өйрәтергә.

Шатморат менән Рәсүлдең: “Беҙ байбыҙ!” — тип ҡыуаныуының сәбәбен аңлатырға. Сәхнәләштерелгән ҡабатлау дәресендә туғанлыҡ атамалары буйынса һорауҙар төҙөргә һәм дәреслектәге мәҡәлдәргә аңлатма бирергә.

Туғандарҙың дуҫ булыуы. Шатмораттың өләсәһенең был хаҡта аңлатмаһын дәфтәргә яҙып үуйырға.

Тарих. Беҙҙең заттың хөрмәтле кешеләре. Был хикәйәнән сығып, өлкәндәр менән балалар араһындағы мөнәсәбәттең ниндәй булырға тейешлеген аңлатырға.

Арыҫлановтар шәжәрәһендәге иң хөрмәтле кеше Аҡсура ҡарттың ни өсөн абруй ҡаҙаныуы тураһында әңгәмә үткәреп, үҙ туғандары йәки шәжәрәләге абруй ҡаҙанған кеше тураһында белешергә һәм дәфтәрҙәренә яҙып килергә ҡушырға. Дәреслектәге һорауҙарға яуаптар эҙләргә.

4.Ауылыбыҙҙың (ҡалабыҙҙың) иң хөрмәтле кешеһе. Дәреслектә бирелгән һорауҙар буйынса әңгәмә үткәрергә, мәҡәлгә аңлатма бирергә. Халыҡ улы тигән хөрмәтле исемде кемгә йәғни ниндәй кешегә ҡарата әйтергә мөмкин?

Абруй ҡаҙанған мәктәп уҡытыусыһы йәки башҡа берәй өлкән кеше менән осрашыу үткәреү яҡшы булыр. «Мин ҙурайғас ниндәй кеше булам?» тигән темаға инша яҙырға.

5. Атай. Атайҙар тураһында әңгәмә үткәрергә. Атайһыҙ балаларҙың кәйефен төшөрмәү, сәменә теймәү маҡсатында әңгәмәне дөйөм алып барырға һәм кластағы малайҙарҙың буласаҡ атайҙар икәнлегенә ишара яһарға. Атай һабағы нимә ул? Мәҡәлдәргә аңлатма бирергә, атай булыуҙың оло яуаплылыҡ икәнлеген бала зиһененә һалырға.

6. Башҡа яҡтарҙа йәшәүсе туғандар. Туғандарҙың хәлдәрен белешеп торорға кәрәклеге тураһында әңгәмә үткәрергә. Хат яҙырға өйрәтеү. Мәҡәлдәргә, һүҙбәйләнештәргә аңлатма биреү. Йомаҡтар сисеү.

7. Ҡунаҡҡа йөрөүҙең төп маҡсаты – бер-береңдең хәлен белешеү икәнлекте аңлатыу. Хәҙерге ваҡытта туғандар бер-береһенән алыҫ-алыҫ араларҙа йәшәйҙәр. Башҡортта ете быуын айырылмайынса өйләнергә ярамай, тигәнен иҫтә тотоп, туғандар менән таныштырып тороуҙың мөһимлеген аңлатырға кәрәк.

8. Әсәй яғынан туғандар. Әсәй яғынан туғандар менән атай яғынан туғандарҙың яҡын ғына ҡоҙа-ҡоҙаса булыуҙарын аңлатыу. Мәҡәл, һүҙбәйләнештең әрәсәһен төшөндөрөү. Тема буйынса инша яҙыу.

Туғанлыҡ аңлатмаларының нығытыу маҡсатында сәхнәләштерелгән ҡабатлау уйыны үткәрергә.

9. Минең дуҫ-иштәрем, һабаҡташтарым. Ысын дуҫ ниндәй булырға тейеш? Ысын дуҫ тураһында төрлө ваҡиғалар һөйләтеү, һүрәт эшләтеү. Берәй билдәле әкиәттең йөкмәткеһен иҫкә төшөрөп, Берәүҙән икәү яҡшы, икәүҙән өсәү яҡшы тигән әйтемгә аңлатма биреү.

«Йылан» тигән хикәйә буйынса мөмкин тиклем һәр баланың фекерен белергә.

Мәктәптә уҡыусыларҙың үпкәләшеп, хатта сәкәләшеп китеү осраҡтары булғылай. Класташтарыңдың, бер мәктәп белем алған һабаҡташтарыңдың шул тиклем яҡын дуҫ булып китеүен, һәр саҡ бер-береңә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыуҙарын һөйләргә кәрәк.

10. Дуҫлыҡ. Дуҫлыҡтың ниндәй булырға тейешлеге тураһында әңгәмә. Тормоштан ваҡиғалар. Ауыр шарттарҙа тыуған дуҫлыҡ, һуғыш яланында осрашҡан дуҫтарҙың бер-береһенә анты һәм уны тотоуҙары.

Тарих. Яу яланында тыуған дуҫлыҡ тураһында хикәйә.

11. Уйын һәм уның әһәмиәте. Уйындың физик сәләмәтлек, телмәр үҫтереү, зиһен нығытыу, бер-береңде тәрбиәләү, дуҫлыҡ нығытыу йәһәтенән әһәмиәте. Балалар яратҡан уйындарҙы уйнау.

Тарих. Балалар уйындары ҡайҙан килеп сыҡҡан? Борон ниндәй уйындар уйнағандар?

Тарих. Батырҙарыбыҙ тураһында хикәйәләр. Алдар батыр. Күсем батыр. Салауат батыр.

12. Ярҙам. Өлкәндәргә ярҙам итеү, дуҫтарға, класташтарға, атай-әсәйгә, олатай-өләсәйгә, бәләкәй туғандарына ярҙам итеү тураһында әңгәмә. Нимә ул ярҙам итеү? Уҡыусыларҙың үҙҙәренән миҫалдар килтереп һөйләтергә.

13. Матурлыҡ. Матурлыҡ тураһында төшөнсә бирергә. Матурлыҡтың тәғәйен ҡалыбы булмауын да аңлатырға.

14. Малайҙар. «Ярамһаҡланыу» исемле хикәйәне уҡырға. Фекер алышырға. Ысын дуҫлыҡ, ялған дуҫлыҡ, ярҙам һәм ярамһаҡланыу тураһында әңгәмә үткәрергә. Балалар һәр береһе үҙ фекерен әйтһен. Ҡыҙҙар малайҙарҙың иң һәйбәт сифаттарын һанап бирһен. Әкиәттәрҙә батырҙарҙың ниндәй сифаттары маҡтала? Шул тураһында һөйләһендәр.

Тарих. Исемдәре легендаға әйләнгән батырҙар. Әлшәй батыр. Муйнаҡ батыр.

15. Беҙҙең ҡыҙҙар. Ҡыҙҙарҙың матурлығы тураһында. Биҙәнеү матурлыҡмы? Дәфтәр-дәреслектәге эште үтәргә. Малайҙар класташ ҡыҙҙарҙың иң яҡшы сифаттарын һанап сыға. (Бер-береһен кәмһетмәһендәр). Әкиәттәрҙә ҡыҙҙарҙың ниндәй сифаттары маҡтала?

16. Әсәй. Әсәйҙәр тураһындағы мәҡәлдәрҙе аңлатыу, ятлатыу, шиғырҙар һөйләтеү. Мөмкинлек табып, класс бүлмәһен матур итеп биҙәп, әсәйҙәрҙе ҡунаҡҡа саҡырыу. Әсәйҙәр тураһында йырҙар өйрәнеү. Һүрәттәр төшөрөү, йырҙар, шиғырҙар ижад итеү, инша яҙыу. Әсәйҙәрҙе саҡырған саҡта күргәҙмә ойоштороу.

17. Өләсәйҙәр һабағы. Өләсәйҙәрҙең бәләкәйҙәрҙе ипле генә итеп аҡылға өйрәтеүе. Улар өйрәткән аҡылды зиһенгә һеңдереп ҡуйырға кәрәклеге. Өйҙә өлкәндәр булмаһа, фәһемле китаптар уҡып, унан аҡыл алыу тураһында һөйләргә. Киң күңелле тигән һүҙбәйләнешкә аңлатма биреү.

18. Биҙәнеү ысулдары. Тарих. Боронғо биҙәнеү ысулдарының ыңғай яҡтары, сәләмәтлеккә йоғонтоһо. Шифалы үләндәр файҙаланыу. Ҡына гөлө, эркет һыуы, бал файҙаланыу.

19. Ғаилә бәйләнештәре. Шатмораттың ғаилә бәйләнештәренең нисек һүрәтләүе тураһында әңгәмә үткәрергә. Тарих. Һәр баланың үҙ ғаиләһенең шәжәрәһен төҙөтөргә. Инша яҙырға.

Кешеләр, күршеләр менән аралашыу. Тарих.Ҡунаҡсылыҡ тураһында мәҡәлдәр, әйтемдәр. Башҡорт ҡунаҡсыллығы тураһында риүәйәт. Күрше хаҡы – тәңре хаҡы тигән әйтемгә аңлатма. Боронғо аралашыу ысулдары.

Тәбиғәт менән бәйле йырлы-таҡмаҡлы уйындар өйрәнеү. Йыр-таҡмаҡтар зирәклекте үҫтерә, туған телдәге өндәрҙе дөрөҫ әйтеп өйрәтеүҙә әһәмиәте ҙур.

Күрше-тирәлә йәшәүсе башҡа милләт ауылдары, башҡа милләт кешеләре тураһында һөйләшеү. Мөмкинлек булһа, уларҙың телен һәм йырҙарын тыңлау.

20. Экскурсиялар. Ауылдың хөрмәтле кешеләре менән осрашыу. Мөмкинлек булһа, өйҙәренә барып йәки класҡа саҡырып әңгәмә үткәрергә.

Икенсе класты тамамлаған уҡыусы ғаилә усағының йылылығы, туғанлыҡтың яҡынлығы, был тормошта дуҫ-иштәрһеҙ, күрше-күләнһеҙ йәшәүҙең ауыр икәнлеген, кеше кеше менән яҡын мөнәсәбәттә булырға тейешлеген, һәр саҡ үҙ-ара йылы мөнәсәбәт һаҡларға кәрәклеген аңларға тейеш.

Туғандарҙың хәлен белешеп тороу, өлкәндәргә ихтирамлы булыу, мөмкин булғанда ярҙам ҡулы һуҙыуҙың мөһим булыуын, һәр кешенең дә ярҙамға мохтаж булып ҡалыу, шул саҡта ҡасандыр һин ярҙам ҡулы һуҙған кеүек, һиңә ярҙамға килеүҙәре ихтималлығы тураһында ла аңлатып китеү яҙыҡ булмаҫ..

Исемдәре тарихта ҡалған һәм легендаға әйләнгән батырҙарыбыҙ хаҡында белергә кәрәклеген, улар өлгөһөндә тәрбиәләнергә тейешлектәрен дә зиһен төбөнә һалып ҡуйырға тейештәр.

* * *

3-сө класс

Бөтәһе 34 сәғәт

1.Минең тыуған яғымдың тәбиғәте. Нимә ул тыуған яҡ? Нимә ул тәбиғәт? Атай-олатайҙарыбыҙ, әсәй-өләсәйҙәребеҙ тәбиғәткә һөйөү уятыу өсөн ниндәй алымдар ҡулланған? Ер-һыу атамалары нисек килеп сыҡҡан? Шул турала аңлатма бирергә. Тыуған тәбиғәттең матурлығын күҙәтеү. Унан алған тәьҫораттар нигеҙендә ижади эш башҡарыу: инша, хикәйә, шиғыр, һүрәт. Үҙ тәьҫораттарын сағыштырыуҙар менән һөйләргә өйрәтеү. Тыуған ауыл, ҡала, ҡасаба исемдәре.

Тарих. Тирә-яғындағы ер-һыу атамаларының килеп сығыуы. Берәй өлкән кешене саҡырып һөйләткәндә, уғата яҡшы булыр.

2. Тәбиғәттең гүзәл буяуҙары.Балаларҙың йәйге каникулдары тураһында әңгәмә үткәреү. Гүзәллекте күҙәтеп, уны тасуирлау, сағыштырыуҙар, мәҡәлдәр менән һөйләү оҫталығына иғтибар итергә. “Бесәндә” тигән хикәйәне уҡып, яңы һүҙҙәрҙе ҡуллана белеүҙәренә өлгәшергә. Йондоҙ атамаларын өйрәтергә. Өлкәндәрҙән һорашып йәки башҡортса календарҙан йондоҙ атамаларын дәфтәрҙәренә яҙып килһендәр. Тәбиғәт матурлығын, таң атыуын күҙәтә белеү – баланың күңел матурлығын байытыуға, тасуирлап һөйләй белеү – телмәр үҫтереүгә ярҙам итә. Тәбиғәт серҙәрен уҡырға өйрәтеү, көньяҡ менән төньяҡты тәбиғәт серҙәренә, ағас олоно, ҡырмыҫҡа иләүенә, ҡарап айыра белеү, иртәнге ҡояш нурҙарының кеше сәләмәтлегенә ыңғай тәьҫире тураһында аңлатыу, тауға артылыуҙың файҙаһын һөйләү – былар барыһы ла баланың рухи донъяһын байытыр. Шатмораттың “Ай” тигән иншаһын уҡығас, балалар ҙа өйҙә инша яҙып килһен. Дәрес-уйын рәүешендә ҡабатлау дәресе үткәреү: ҡойма ямғыр, күк күкрәү, көслө ел, ташҡын йылға, күл буйы, кәкүк саҡырыуы, башҡа ҡоштарҙың һайрауы һәм башҡалар. Ым-ишара, хәрәкәттәр менән тәбиғәт күренешен сағылдырырға ынтылыу күҙәтеүсәнлекте арттыра. Һәр бала башҡарған хәрәкәттең ыңғай яғын табып маҡтарға, хупларға, күңелен күтәрергә кәрәк.

3. Башҡорттарҙың тәбиғәткә мөнәсәбәте.Башҡорттарҙың тәбиғәтте изгеләштереүе һәм йәнләндереүе, ошо нигеҙҙә әҙәпкә өйрәтеүе. Боронғо ышаныуҙар нигеҙендә барлыҡҡа килгән легендалар, риүәйәттәр менән таныштырыуға дәрес бүлергә кәрәк. /Башҡорт халыҡ ижады, 2-се том — Өфө, Китап,1991./ Шатмораттың үлем тураһында уйланыуы.

Тарих. “Урал батыр” эпосының тәғәйен өлөшөн уҡып, Урал батырҙың ни өсөн тере һыуҙы эсмәгәнлеген аңлатырға.

Ҡоштар һәм йәнлектәр менән танышыу. Ҡалалағы ҡоштар тормошо.

Тарих.Ни өсөн башҡорттоң һәр ырыуында үҙ ҡошо булған? Һинең ырыу ҡошоң нимә? Йәнлектәр тураһында яҙылған китаптар менән таныштырыу өсөн китапханаға барыу яҡшы булыр. Ҡош тауыштары яҙылған аудиояҙма тыңлатып, балаларға таныш булған ҡоштарҙы айырып-танып өйрәтергә кәрәк. Кешенең тәбиғәттең бер өлөшө икәнлеген аңлатырға. Ошо уңайҙан тәбиғәтте һаҡлауға ғүмерен арнаған берәй затлы кешене дәрескә саҡырыу бик яҡшы булыр. Ағастың саф һауа, һыу сығанағы икәнлеген аңлатыу. Ер шарында тәбиғи байлыҡты туҡтауһыҙ файҙаланабыҙ, әммә күп кенә тәбиғи байлыҡ яңынан барлыҡҡа килмәй. Һыу, ағас – ул кеше ҡулы менән бар ителә торған байлыҡ. Үҙ киләсәгебеҙҙе хәҙерҙән үк хәстәрләргә өйрәнәйек. Башҡорт халҡы: “Бер ағас киҫһәң, икене ултырт”, — тип юҡҡа ғына әйтмәгән.

4.Тыуған төйәктең билдәле урындары. Тәбиғәттәге һындар. Тәбиғәткә сығып, ҡалҡыулыҡ, түң, уба һәм тау айырмаһын, тау һәм ҡая өлөштәренең атамаларын, ҡарҙан әрселгән ер, тупраҡ еҫе, сәскәләрҙең төрлөлөгөн күрһәтеп аңлатырға. Уҡыусыларҙың күңеленә яүын урынды һүрәткә төшөрөргә. Тыуған яҡтың матурлығы күңелгә илһам өҫтәй, күңелдәргә йылылыҡ бирә, сәскәләр күҙ ҡамаштырырлыҡ төрлө, тупраҡтан икмәк еҫе аңҡый, ҡоштар моңло һайрай кеүек һүҙбәйләнештәрҙе ҡулланырға өйрәтеү. Тирә-яҡта үҫкән үҫемлектәрҙең, ағастарҙың атамаларын яҙып, эргәһенә япраҡтар йәбештереп ҡуйырға. Япраҡ аҫтына ниндәй ағастыҡы икәнлегеняҙырға.

Тарих. Ырыу тамғалары ҡайҙан килеп сыҡҡан? Һин ниндәй ырыуға ҡарайһың, тамғаң ниндәй?

Уй-фекерҙе төҫтәр һәм башҡа шартлы билдәләр менән аңлатыу тураһында һөйләргә.

5.Символ.Башҡортостан Республикаһы гербы, флагтағы төҫтәрҙең ниндәй мәғәнәгә эйә булыуын аңлатыу.

Тарих. Тыныслыҡ символы күгәрсен тураһында мәғлүмәт.

6. Башҡортостан – минең тыуған йортом. Урал тауы тураһында ентекле, ҡыҙыҡлы мәғлүмәт биреү. Урман, ағас һәм йылға-күлдәр тураһында мәғлүмәт биреп, “Урал батыр” эпосынан өҙөктө өйҙә уҡып, ниндәй фәһем алыуҙары тураһында һөйләтергә һәм уҡыусының үҙаллы фекерләү кимәлен билдәләргә.

Тарих. Башҡортостанда һәм республикабыҙ бүленешендә сит өлкәләрҙә тороп ҡалған боронғо башҡорт ерҙәре аша аҡҡан йылғаларҙы һанап үтегеҙ.

Топонимик атамаға бәйле легенда һөйләргә өйрәнеп килһендәр.

7. Башҡортостанда дауаланыу урындары. Ниндәй шифалы эсемлектәр булыуы һәм уны файҙаланыу тураһында һөйләргә. Ниндәй сығанаҡтарҙы файҙаланып, дауаланыу урындары – санаторийҙар төҙөлгән? Мөмкин булһа, буҙа йәки айран эшләп тәмләтергә.

8. Тәбиғәт – кешелек донъяһының әсәһе. Тәбиғәтте һаҡлау – кешелек донъяһын һаҡлау, тигән фекер һалырға кәрәк. Тәбиғәт байлығын ишәйтеүгә һәр беребеҙ өлөш индерә алабыҙ, тигән фекер һалырға кәрәк. Ағас ултыртыуҙың һауа сафлығы, һыу муллығы өсөн әһәмиәте, башҡорт халҡының ағасуа ҡарата бик һаҡсыл булыуын аңлатырға. “Урал батыр” эпосында иң төп яҡшылыҡ – кешеләргә һыу юлы асыу, тип, Уралдың уландары һәр береһе йылға юлы яра. Шул өҙөктө уҡырға. Ошондай уҡ изгелекте беҙҙең һәр беребеҙ эшләй ала – ул һыу сығанаҡтарын таҙартыу. Яҡын тирәләге ҡурсаулыҡҡа экскурсияға барырға. Шишмә, йылға сығанаҡтарын таҙартыу буйынса халҡыбыҙҙа һәр ваҡыт өмәләр үткәрелгән, ошо йоланы хәҙерге көндә лә дауам итеү мотлаҡ. “Ҡыҙыл китап”тың йөкмәткеһе менән ҡыҫҡаса таныштырырға. Унда һаҡлауға алынған үҫемлектәр, ағастар, бөжәктәрҙең ҡайһыныһы һеҙҙең тыуған төйәктә осрай – шуны асыҡларға. Юғалыу сәбәптәре тураһында әңгәмә алып барырға. “Уларҙы һаҡлау сараһы күрергә йәки яңынан булдырырға мөмкинме?”- тигән темаға һөйләшергә, “Мин тәбиғәтте һаҡлайым” тигән темаға инша яҙырға.

9. Тәбиғәт – беҙҙең тыуған йортобоҙ. Тәбиғәт дуҫтары кемдәр һәм дошмандары кемдәр? – Ошо хаҡта әңгәмә алып барырға. Улар беҙҙең арала, ауылда бармы? Үҙегеҙ йәшәгән йылға буйҙарына, урманға, тауға сәйәхәткә сығырға, тәбиғәткә зыян килтерерлек күренештәр булһа, сара күрергә, газетаға мәҡәлә яҙырға. Уҡыусыла тәбиғәткә ҡарата битараф булмау, хәстәрлекле булыу тойғоһо һалырға кәрәк.

* * *

3-сө класты тамамлаған уҡыусыға тыуған тәбиғәттең, ысынлап та, әсәй кеүек яҡын, атай кеүек оло таяныс, изге икәнлеген аңлатырға, уға ҡарата күңел йылыһы уятырға, тыуған тәбиғәттән айырылып китеүҙең етемлеккә тиң икәнлеген күңеленә һеңдерергә кәрәк. Халҡыбыҙҙың, ошо тойғоно һалыу өсөн тәбиғәт тураһында моңло, күңелгә ятышлы йырҙар ижад итеүен аңлатырға. “Атай-әсәйҙән ҡалған – бер етем, тыуған иленән яҙған – мең етем” тигән мәҡәлгә аңлатма бирергә.Тәбиғәт күренештәренә бәйле булған һүҙҙәр менән телмәрҙе байытырға. Тәбиғәттәге төрлө буяуҙарҙың күп, бай булыуы матурлыү, йәм өҫтәгән кеүек, тел байлығы ла күңелгә нур өҫтәй. “Урал батыр” эпосынан йылға башланғысында Уралдың уландары тороуы тураһындағы өҙөктө уҡырға.

4-се класс

Бөтәһе 34 сәғәт

1. Йәйге ял һәм тыуған төйәк тураһында һөйләшеү.

2.Башҡортостан – минең республикам. Республикабыҙ ни өсөн Башҡортостан тип атала? Республика тигән һүҙҙең мәғәнәһе ниҙә? Республиканың тыуған көнө тураһында яуапты дөрөҫ итеп әйтә белеү.

Тарих. Ни өсөн “Урал” йыры Башҡортостандың боронғо гимны тип йөрөтөлә? Йырҙың һүҙҙәренең мәғәнәһен төшөндөрөргә – башҡорт халҡы бергә тупланып, үҙ ерендә йәшәһә генә милләт булып ойоша ала.

Дәүләт гимны “Башҡортостан”ды тыңлатырға.

3. Республикабыҙҙың баш ҡалаһы — Өфө. Тарих. Өфө ҡалаһының боронғо исеме менән таныштырыу. Ҡаланың ҡасан барлыҡҡа килеүе тураһынла тарихи мәғлүмәттәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу. Боронғо Өфө ҡалаһы. (Нияз Мәжитовтан). Бөгөнгө Өфө тураһында мәғлүмәт биреү. Өфөлә йәшәүсе халыҡтар. Өфөлә ниҙәр етештерелә. Коллекция тупларға яратыусылар Өфөлә етештерелгән әйберҙәрҙең этикеткаларын туплап та байтаҡ мәғлүмәт йыя ала. Открыткаларҙы файҙаланып “Өфөнө беләһеңме?” тигән уйын ойошторорға.

4. Республика байрамдары. Республикала үткәрелгән рәсми байрамдар менән таныштырыу. Тарих. Шәжәрә байрамы хәҙер республика байрамдарына индерелде. Башҡорт шәжәрәләре (Нияз Мәжитовтан). Рәсми булмаған байрамдар тураһында мәғлүмәттәр бирергә.

5. Мәктәптә үткәрелә торған байрамдар. Рәсми раҫланмаған байрамдарҙан тыш тар күләмдә, урында ғына үткәрелгән әһәмиәтле байрамдар ҙа була. Улар тураһында мәғлүмәт бирергә кәрәк. Класс менән берәй байрам /тыуған көн, башҡа берәй уртаҡ сара/ үткәреү тәрбиәүи яҡтан ҙур әһәмиәткә эйә булыр. Бындай байрам алдынан уҡытыусы өҫтәл янында үҙеңде тотоу, ҡунаҡ ҡаршылау, өунаөтарҙы оҙатыу, өҫтәл янына ултырыу, ашау әҙәбе, өҫтәл янында һөйләшеү тәртибе, ҡотлау һүҙе әйтеү рәте һәм башҡа шундай әҙәп ҡағиҙәләренә өйрәтергә тейеш.

6. Тел тураһында. Тарих. Башҡорт теленең үҙенсәлеге.

Туған телдең аралашыу теле генә түгел, ә әсә теле, туғанлыҡ теле, туған моң икәнлеген аңлатыу. Халыҡ-ара аралашыу телдәре тураһында мәғлүмәт биреү. Туған тел менән аралашыу телдәре тураһында айырманы аңлатыу.

7. Беҙ һәм башҡалар. Төрлө милләт кешеләре телдәре менән генә түгел, традициялары, йолалары, аш-һыуы менән дә айырыла – шуны аңлатыу. Уйын-дәрестәрҙе матур итеп үткәрергә. Дәреслектә телгә алынған милләт вәкилен дәрескә саҡырырға мөмкин.

8. Халыҡтар дуҫлығы. Илебеҙҙә йәшәгән төрлө милләт кешеләрен берләштергән саралар тураһында һөйләү. Халыҡтар араһында йылы мөнәсәбәт ни өсөн кәрәк һәм уны нисек һаҡлап була? Халыҡтар дуҫлығы тураһында мәҡәлдәр һәм уларға аңлатма бирергә. Шул мәҡәлдәрҙең береһен исем итеп алып, инша яҙырға.

9. Мин үҙ илемдең тулы хоҡуҡлы гражданины. Илебеҙҙә йәшәүсе һәр кешенең, һәр милләттең тиң хоҡуҡлы ғына түгел, ә ил алдында тиң рәүештә бурыслы һәм ил өсөн яуаплы ла булыуын аңлатыу.

10. Экскурсия. Яҡын тирәлә йәшәүсе икенсе милләт кешеләренең тормошо, көнкүреше менән, мөмкин булһа, берәй төрлө йолалары менән танышыу.

4-се класты тамамлаған уҡыусы донъяла төрлө телдә һөйләшеүсе, төрлө холоҡ-фиғелле, традициялы бик күп милләттәр барлығын, уларҙың барыһының да тиң булыуы, береһенең дә өҫтөн дә, кәм дә түгеллеген төшөндөрөргә кәрәк. Тәбиғәт алдында ғына түгел, Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы закондары алдында ла тиң хоҡуҡлы булыуыбыҙҙы аңлатырға кәрәк. Һәр милләт үҙен-үҙе һаҡламаһа, бер кем дә һаҡлай алмай – закон ҡурсалай һәм мөмкинлек кенә бирә ала. Ер йөҙөндә милләт булып артабан йәшәү-йәшәмәү һәр милләт вәкиленең үҙ ҡулында икәнлеген уҡыусының зиһене ҡабул итерлек кимәлдә аңлатырға кәрәк. Өфө ҡалаһының тарихын белеү мотлаҡ. Уҡыусыларға шулай уҡ шәжәрәнең ни икәнлеген, ни өсөн төҙөлгәнлеген һәм шәжәрәне ниндәй шарттарҙа ғына дауам итеп булғанлығын аңлатырға кәрәк. Туған телдең әһәмиәтен уҡыусы күңеленә һеңдереү мотлаҡ.

* * *

Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” курсының тәүге баҫҡысын өйрәнгән уҡыусы түбәндәге белем

һәм тәрбиә һабаҡтарына эйә булырға тейеш:

— уҡыусы һутлы, һығылмалы башҡорт телле булырға, туғанлыҡ атамаларын белергә, туғандары менән ошо атамаларҙы ҡушып һөйләшергә, үҙ-ара һөйләшкән саҡта, һүҙбәйләнештәр, мәҡәлдәр ҡушып һөйләп өйрәнә башларға, милли кейем, милли музыка ҡоралдары, йорт хайуандары һәм дәрестәрҙә үтелгән башҡа әйберҙәрҙең башҡортса атамаһын белергә;

— боронғо тарихыбыҙҙан ниндәй эш ҡоралдары, йорт йыһаздары, аш төрҙәре беҙҙең көнгәсә килеп еткән – шуларҙың атамаһын ғына түгел, ҡулланылышын белергә, етештереү ысулы менән танышырға;

уҡыусы ғаилә усағының йылылығы, туғанлыҡтың яҡынлығы, был тормошта дуҫ-иштәрһеҙ, күрше-күләнһеҙ йәшәүҙең ауыр икәнлеген, кеше кеше менән яҡын мөнәсәбәттә булырға тейешлеген, һәр саҡ үҙ-ара йылы мөнәсәбәт һаҡларға кәрәклеген, кеше күңелендә онотолмаҫ эҙ ҡалдырыу, кеше һине йылы һүҙ менән иҫкә алһын өсөн яҡшы күңелле, кешеләргә изгелек эшләргә яратыусы кеше булырға икәнлеген зиһененә һеңдерергә;

— тыуған тәбиғәттең, әсәй кеүек яҡын, атай кеүек оло таяныс, изге икәнлеген аңларға, уға ҡарата күңел йылыһы һаҡларға, тыуған тәбиғәттән айырылып китеүҙең етемлеккә тиң икәнлеген күңеленә һеңдерергә;

— ошо изге тойғоно һалыу өсөн тәбиғәт тураһында моңло, күңелгә ятышлы йырҙар ижад итеүен аңлатырға, тәбиғәт күренештәренә бәйле булған һүҙҙәр менән телмәрҙе байытырға, “Урал батыр” эпосында йылға башланғысында Уралдың уландары тороуы тураһындағы өҙөктө ныҡлы үҙләштерергә;

— донъяла төрлө телдә һөйләшеүсе, төрлө холоҡ-фиғелле, традициялы бик күп милләттәр барлығын, уларҙың барыһының да тиң булыуы, береһенең дә өҫтөн дә, кәм дә түгеллеген;

— тәбиғәт алдында ғына түгел, Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы закондары алдында ла тиң хоҡуҡлы булыуыбыҙҙы, ер йөҙөндә милләт булып артабан йәшәү-йәшәмәү һәр милләт вәкиленең үҙ ҡулында икәнлеген;

— шәжәрәнең ни икәнлеген, ни өсөн төҙөлгәнлеген һәм шәжәрәне ниндәй шарттарҙа ғына дауам итеп булғанлығын;

— туған телдең әһәмиәтен, уның аралашыу телдәренән айырмаһын.

5-се класс

Бөтәһе 35 сәғәт

1. Халыҡ педагогикаһы – тәрбиә мәктәбе. “Халыҡ педагогикаһы”, “Ғаилә мәктәбе”, “Олатайҙар һабағы”, “Өләсәйҙәр һабағы” тигән төшөнсәләргә аңлатма. Был төшөнсәләрҙең тәрбиә мәктәбе икәнлеген һәм башланғыс кластарҙа Шатмораттың тап ошондай төшөнсәләр нигеҙендә тәрбиә алыуы тураһында әңгәмә.

2. Тәрбиәлелек. Әҙәп ҡағиҙәләре. Һөйләшеү оҫталығы. Ашаған саҡта үҙеңде тотоу. Тылсымлы һүҙҙәр. Үҙеңде үтә иркен тотоуҙың да, йомолоп йөрөүҙең дә әҙәпһеҙлек икәнлеген аңлатыу. Был төшөнсәләрҙе халыҡ нисек итеп аңлатүан, нисек итеп төшөндөргән, ҡайһылайыраҡ тәрбиәләгән. Халыҡ ижады өлгөләренән тәрбиә тураһында мәҡәлдәр. Ялҡаулыҡҡа, эш белмәүгә төрттөрөп сығарылған таҡмаҡтарҙы, тапҡыр әйтемдәрҙе, шаян йырҙарҙы миҫалға килтерергә һәм өйгә эште лә шул юҫыҡта бирергә. Өлкәндәрҙән һорашып йәки ваҡытлы матбуғат биттәрендә баҫылып сыҡҡан көләмәстәрҙе, ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһындағы яҙмаларҙы миҫал итеп ҡулланырға. Ерәнсә сәсән, Алдар кеүек тел оҫталарының тапҡырлыҡтарынан миҫал килтерергә. Ҡыҫҡаһы, халыҡта тәрбиә сараларының береһе булған кинәйә, тел төбө алымы тураһында аңлатырға.

Хеҙмәт тәрбиәһе. Өмәләр, күмәкҡул башҡарылған эштәр нигеҙендә тәрбиә.

Изгелек тойғоһо тәрбиәләү. Өлкәндәрҙең бала күңеленә кинәйә менән генә изгелек орлоғо һалыу сараһын аңлатырға. Сөнки балаға туранан-тура: “Һин шулай эшлә, былай эшләмә”, — тигәнде ауыр ҡабул итә. « кинәйә юлын ул күңеленә тиҙерәк һеңдерә. Изгелек эшләү изгелек күреүҙән баһалыраҡ.

3.Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү. Был – иң изге тойғо. Башҡорт халҡы тыуған илендә, бергә ойошоп йәшәгәндә генә үҙен һаҡлап ҡала ала. Шуны аңлата барырға кәрәк.

4. Тарих. Иң боронғо кешеләр. Боронғо Башҡортостан. Уралдағы тәүге кешеләр. Боронғо ҡәбиләләр һәм халыҡтар. Боронғо башҡорттар.

5.Башҡортостан Алтын Урҙа составында. XIII-XYI быуаттарҙа Башҡортостан.

6.Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы.

Рухи тәрбиә сығанаҡтары. Тарихи шәхестәр өлгөһө. Ырыу бейҙәре. Айсыуаҡ бей. Тәтегәс бей. Бикбау бей. Мешәүәле Ҡараҡужаҡ бей. Иҫкебай бей. Шәғәли Шаҡман бей.

7.Тарих. Боронғо башҡорт кейеме. Башҡорт кейеменең үҙенсәлеге. Ҡатын-ҡыҙҙар, ирҙәр, балалар кейемдәре. Башҡорт хәрби кейеме. Рус яҙыусыларының башҡорт кейеме тураһындағы фекерҙәре. Башҡорт биҙәнеү әйберҙәре. Атамалары, тәғәйенләнеше.

7. Башҡорт музыка ҡоралдары. Ҡурай. Музыка ҡоралдарының сәләмәтлекте нығытыуҙағы әһәмиәте. Халыҡ музыка ҡоралдарын эшләү оҫталары. Ағас ҡурай уйлап сығарыусы Вәкил Шөғәйепов.

8. Тарих. Боронғо башҡорт һауыт-һабалары. Һырлап яһалған ағас һауыт-һабалар. Ҡайын туҙынан яһалған һауыттар. Күн һауыттар. Һауыттарға төшөрөлгән биҙәктәрҙең төрлөлөгө һәм әһәмиәте.

9. Башҡорт аштары. Һыйыр ағынан әҙерләнгән аҙыҡтар. Һаулыҡҡа файҙаһы. Емеш-еләктән әҙерләнгән аҙыҡтар. Ҡамыр аштары. Ит аҙыҡтары һәм эсемлектәр.

10. Башҡорттарҙың традицион хужалығы һәм шөғөлө. Йылҡысылыҡ, малсылыҡ. Урмансылыҡ, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ. Игенселек, солоҡсолоҡ, умартасылыҡ.

11. Башҡорттарҙа әхлаҡ төшөнсәһе. “Әхлаҡ нормалары тәрбиәләү”.

12. Туғанлыҡ һәм дуҫлыҡ терминдары. Башланғыс кластарҙа өйрәнгән туғанлыҡ терминдарын ҡабатлатырға. Ни өсөн туғанлыҡ терминдары менән һөйләшергә кәрәклеген аңлатырға. Был терминдар менән өндәшеүҙең әҙәп икәнлеген аңлатырға. Дуҫлыҡ терминдарының дуҫлыҡты яҡынайтыусы сара, әҙәп билдәһе икәнлеген аңлатырға.

13. Исемдәр донъяһында. Исем – милли йөҙҙө билдәләүсе сифат. Исемдәрҙең әһәмиәте һәм төркөмдәргә бүленеше. Исемдең кеше яҙмышына тәьҫир итеүе. Ғаилә шәжәрәһендәге боронғо исемдәрҙе дәфтәрҙәренә күсереп алһындар.

* * *

5-се класты тамамлағанда мотлаҡ белергә:

— тәбиғәткә сығырға, шифалы үҫемлектәр йыйып өйрәнергә, шифалы үҫемлектәргә ҡарата хәстәрлекле, һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү. Һәр уҡыусыла Ошо төбәктең киләсәк хужалары беҙ һәм уның таҙалығы өсөн яуаплылыҡ – беҙҙең бурысыбыҙ тигән фекер һалынырға тейеш;

— халҡыбыҙҙың традицион шөғөлдәренән бөгөн ҡайһыларын тергеҙергә мөмкин, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә тура килһә, ниндәй шөғөл һайлар инегеҙ?

— борон көнкүреш әйберҙәренең бөтөнөһөн дә үҙ ҡулдары менән етештергән халҡыбыҙҙың ни тиклем оҫта булыуына иғтибар итергә.

— башҡорттарҙың боронғо шөғөлө тураһында тарихи мәғлүмәттәрҙе иҫтә ҡалдырырға, бөгөнгө көндә лә уларҙы файҙаланрыға мөмкин икәнен, эшҡыуарлыҡ менән шөғөллөнеүгә нигеҙ икәнлеген дә зиһендәренә һалып ҡуйырға тейештәр .

— башҡорттарҙың борон-борондан килгән шөғөлдәре, йәмәғәт тормошо үҙгәрә барыу менән бергә көнкүрештәренең, шөғөлдәренең үҙгәреүе, әммә традицион хужалыҡ эш төрҙәренең, аш-һыуҙың һаҡлана килеүе.

5-се класты тамамлаған уҡыусы Тәбиғәт менән Кеше араһындағы тығыҙ бәйләнеште аңларға, “Кешелек донъяһының артабанғы йәшәйеше, именлеге үҙебеҙҙең ҡулда һәм фәҡәт тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта булһаҡ ҡына, беҙ сәләмәт, күркәм тормош алып барасаҡбыҙ. Ер тип аталған изге төйәгебеҙҙең йәшәү дәүерен оҙайтасаҡбыҙ”, — тигән төшөнсәне аңларға, зиһендәренә һеңдерергә тейештәр.

Тарихи осорҙа Башҡортостандың ижтимағи-сәйәси хәленең торошон белеү, теге йәки был осорға анализ бирә белеү.

6-сы класс

Бөтәһе 35 сәғәт

1. Мәҙәниәт. Рухи һәм матди мәҙәниәт тураһында төшөнсә. Башланғыс класта үтелгәндәргә байҡау яһау.

Тәбиғәткә ҡарата мөнәсәбәт мәҙәниәтлелек кимәлен сағылдыра. Үҙ төбәктәренең таҙалыү торошон, тәбиғәтте һаҡлауға мөнәсәбәт тураһында әңгәмә.

Тәбиғәтте һаҡлау тураһында яҙылған төплө мәҡәләләрҙең береһе — “Быяла оҙаҡ һаҡланамы?” Д. Бураҡаев. Уҡып, фекер алышырға.

Тәбиғәт менән Кеше йәшәйешенең айырылғыһыҙ булыуы. Тәбиғәт матди байлыҡ сығанағы ғына түгел, рухи байлыҡ сығанағы ла /Үтелгән темаларҙы иҫкә төшөрөү/.

Тәбиғәт – беҙҙең йортобоҙ. Халыҡ календары. Тәбиғәткә бәйле уйындар. Башҡорт халҡының күҙәтеүсәнлеге. Тәбиғәт күренештәрен тасуирлау. Турғайҙар. Һынамыштар. Дөрөҫ һынамыштарҙың килеп сығыуы. Тәбиғәтте нескә тойоусыларҙың күҙәтеүҙәре.

2. Тәбиғәттә гармония. Көйләнеш. Тәбиғәт һәр нәмәнең тейешле нисбәтен үҙе самалап-көйләп тора. Самаһыҙлыҡ – кешеләрҙең битарафлығы.

Йәшәү һәм үлемһеҙлек тураһында халыҡ фекере. Тәбиғәт һәм Кеше мөнәсәбәте. Тәбиғәтте һаҡлауҙың мөҡәддәс бурыс икәнлеген халҡыбыҙҙың борон-борондан аңлата килеүен “Урал батыр” эпосы миҫалында һөйләү. Бер ағас ҡырҡһаң, икене ултырт тигән мәҡәлгә аңлатма биреү.

3. Миҙгелле эштәр. Өмә, күмәкҡул башҡарылған эштәрҙең тәбиғәтте һаҡлауҙағы ыңғай яҡтары.

4. Шифалы үҫемлектәр. Йыйыу, әҙерләү, файҙаланыу. Ҡайын япрағы, үлән мунсаһы, артыш төтәтеү, ҡайын ороһо ыҫлатыуҙың шифаһы һәм башҡа халыҡтың дауалау ысулдары тураһында һөйләргә.

5. Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең тәбиғәтте һаҡлау буйынса хәстәрлеге. Йәшәгән төбәгегеҙҙә тәбиғәтте һаҡлауға мөнәсәбәт.

6. Рухи һәм матди мәҙәниәт. Рухи һәм матди мәҙәниәттең айырылғыһыҙ булыуы. Кейем тегеү, уны биҙәү. Йорт йыһаздары эшләү һәм уны биҙәү. Эш башлау һәм тамамлау ваҡиғаларына байрам төҫө биреү. Башҡорттоң рухи байлыҡҡа ныҡ иғтибар биреүе һәм рухи азатлыҡҡа ынтылыуы.

7. Рухи тәрбиә юлдары:

— йырҙарҙың;

— бәйеттәрҙең;

— таҡмаҡтарҙың һәм бейеүҙәрҙең;

— балалар уйындарының тәрбиәүи әһәмиәте.

8. Тарих. Башҡорттарҙа белем биреү һәм тәрбиә усаҡтары. Әхматша һәм Өммөлхаят Вәлидовтарҙың ғүмер буйы үҙ иҫәптәренә мәҙрәсә тотоуҙары тураһында.

9. Тарих. Халыҡ мәғарифы үҫеше. Халыҡ мәғарифы тарихы. Тәүге мәғрифәтселәребеҙ.

10. Матбуғат тарихы.

11. Башҡортостанда мәҙәниәт торошо. Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең мәҙәниәтте үҫтереү, шәхесте төрлө яҡлап камил тәрбиәләү тураһындағы хәстәрлеге. Һәр төрлө конкурстар, ярыштар, олимпиадалар, спорт өлкәһендәге уңыштар тураһында һуңғы мәғлүмәттәр менән таныштыра барырға.

12. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе. Тәүге медицина хеҙмәткәрҙәре.

13. Дин тураһында төшөнсә. Донъя тарихындағы һәм бөгөнгө төп дини йүнәлештәр. Башҡорттарҙың боронғо дине. Башҡорттарҙа Ислам дине. Дин һәм бөгөнгө башҡорттар.

14. Матди байлыҡ. Башҡорттар йәшәгән төбәктәрҙә табылған археологик ҡомартҡылар. Боронғо Өфө ҡалаһы тураһында мәғлүмәт. Боронғо ҡалалар, ҡасабалар, мавзолейҙар. Боронғо рухи һәм матди мәҙәниәтте өйрәнеүҙең әһәмиәте.

15. XVI быуаттың икенсе яртыһынан башлап Крәҫтиәндәр һуғышына саҡлы башҡорт ихтилалдары, сәбәптәре һәм эҙемтәләре.

16. Крәҫтиәндәр һуғышы. Башланыу сәбәптәре. Эҙемтәләре. Кинйә Арыҫланов. Юлай Аҙналин. Салауат Юлаев.

Салауат Юлаев образы һынлы сәнғәттә.

16. XVII-XVIII быуаттарҙа Башҡортостанда социаль-иҡдисади үҫеш, сәнәғәт үҫеше. Рухи һәм матди мәҙәниәт.

6-сы класты тамамлаған уҡыусыларҙы, мөмкинлеккә ҡарап, берәй мавзолейға йәки тәбиғәт ҡомартҡыһына экскурсияға алып барыу мотлаҡ.

Уҡыусы матди байлыҡ менән рухи байлыҡтың айырылғыһыҙ булыуын, рухи байлыү сығанаҡтарын белергә тейеш.

Шифалы үҫемлек йыйыу, һаҡлау ысулдарын белеүсе Кеше менән осрашыу ҙа яҡшы булыр.

* * *

6-сы класты тамамлаған уҡыусы һәр халыҡтың, шулай уҡ башҡорттарҙың да, бер ваҡытта ла фәҡәт матди байлыҡ туплау хәстәрлеге менән генә йәшәмәгәнлеген, һәр ваҡыт матурлыҡҡа ынтылыуын һәм ул матурлыҡты үҙ ҡулдары менән булдырырға тырышыуын, һәм ошо Кешелек донъяһының туҡтауһыҙ камиллаша барыуы шарттарының береһе икәнлеген зиһененә һалырға тейеш.

Башҡорттарҙың туҡтауһыҙ ихтилалдарға күтәрелеү сәбәптәрен аңларға тейеш.

7-се класс

Бөтәһе 35сәғәт

1. Шәжәрә. Нимә ул шәжәрә? Шәжәрәләрҙең килеп сығыуы. Ырыу шәжәрәләренең өлгөләре. Үҫәргән. Юрматы һәм башҡа ырыу шәжәрәләре. Мәмбәт шәжәрәһе.

Шәжәрәләрҙең халыҡ тарихы өйрәнеүҙә  әһәмиәте. Топонимик атамаларҙың тарих өйрәнеүҙә әһәмиәте. Ни өсөн халыҡ топонимик атаманың һаҡланып ҡалыуына ныҡ иғтибар иткән, атамаларға ҡарата легендалар, риүәйәттәр, йырҙар сығарған.

Шәжәрәләрҙең бөгөнгө көндәге әһәмиәте. Ғаилә шәжәрәһен төҙөү. Шәжәрә байрамы үткәреү. Был байрамдың әһәмиәте ниҙә?

  1. XIX беренсе яртыһында Башҡортостан. Башҡорттарҙың 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуы. Батыр исеменә лайыҡ булған башҡорт яугирҙары. Башҡорттарға ни өсөн “Төньяҡ амурҙары” тигән исем бирелгән? Башҡорттарҙың рус ғәскәрҙәре менән бергә сит ил походтарында ҡатнашыуы.
  2. XIX икенсе яртыһында Башҡортостан. Башҡортостанда крепостной хоҡуҡты бөтөрөү. Реформанан һуң башҡорт ауылдары. Ҡалалар үҫеше. Мәҙәниәт.
  3. Археологик ҡаҙылдыҡтар.
  4. Тарих. Рухи байлыҡ сығанаҡтары. Боронғо сәсәндәр.

6. Башҡорттарҙа күҙәтеүсәнлек һәм ғилем. Йолаларҙа ғилми фекерләү сағылышы. Башҡорт халыҡ медицинаһы. Шифалы үҫемлектәр. “Урал батыр” эпосында ғилем. “Боронғо башҡорттарҙа дары яһау”. Д. Бураҡаев.

7. Тарихи шәхестәребеҙ.

8. Башҡорт ихтилалдары.

9. XX быуат башынан алып Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тиклем осорҙа Башҡортостан. Ижтимағи-сәйәси тормошо, сәнәғәте, ауыл хужалығы. Башҡорт яугирҙарының ил һаҡлап яуға күтәрелеүе.

10. Башҡортостан – күп милләтле республика. Башҡорттар һәм башҡа милләт вәкилдәре, уларҙың милли ойошмалары тураһында мәғлүмәттәр.

8-се класс

Бөтәһе 35сәғәт

1. XX быуат башында Башҡортостан. 1905–1907 йылдарҙағы революцион ваҡиғалар. Столыпиндың аграр реформаһы Башҡортостанда. Бөтә донъя һуғышы йылдарында Башҡортостан. Февраль һәм Октябрь революцияһында Башҡортостан. Совет власы урынлаштырыу. Граждандар һуғышы. “Башҡортостан Совет автономияһы тураһында Үҙәк Совет власының Башҡорт хөкүмәте менән килешеү”енә ҡул ҡуйыу. Милли дәүләт ҡоролошо.

2.Рухи тәрбиә. Бөйөк шәхестәребеҙ өлгөһө. Зәки Вәлиди, уның арҡаҙаштары.

3. Тарих. XX быуаттың 30-40-сы йылдарында Башҡортостан. Бөйөк Ватан һуғышы йылдары. Илде һаҡлап яуға күтәрелгән яу батырҙары.

4.Рухи тәрбиә. Илһөйәрлек өлгөһө. Шайморатов генерал. Таһир Күсимов, Ш. Мөхәмәтйәнов һәм башҡа батырҙар. Башҡорт атлы дивизияһы. Уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү. Тыл батырҙары. Башҡортостанда йәшәгән башҡа милләт вәкилдәренең яуҙа ҡатнашыуы, батырлыҡтары. Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булыусылар.

5. Һуғыштан һуңғы (1945–1965) йылдарҙа ижтимағи-сәйәси-иҡтисади тормош, ауыл хужалығы. Мәҙәни тормош.

6. Быуындан быуынға рухи мәҙәниәт еткереүсе халыҡ оҫталары. Йырсылар, ҡобайырсылар, ҡурайсылар, музыканттар. Абдулла Солтанов, Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев, Иншар Солтанбаев, Йомабай Иҫәнбаев, Кәрим Дияров һәм башҡалар.

7. Башҡортостанда профессиональ музыка сәнғәте. Тәүге композиторҙар.

8. Башҡортостанда опера сәнғәтенең тыуыуы һәм үҫеүе. Оркестр һәм хор. Башҡортостанда беренсе дирижер. Опера сәхнәһе оҫталары. Балет сәнғәтенә нигеҙ һалыусылар һәм артабан үҫтереүселәр.

9. Тәүге театрҙар. Профессиональ театрға нигеҙһалыусылар.Башҡорт драма театры. Республикабыҙҙағыбашҡа театрҙар. Нур татар дәүләт театры. Рус драма театры. Стәрлетамаҡ, Сибай, Туймазы театрҙары. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры.

10. Башҡорт дәүләт филармонияһы. Тәүге профессиональ йырсылар. Танылған оҫта башҡарыусылар. Профессиональ ҡурайсылар. Ҡумыҙ сәнғәтен профессиональ кимәлгә күтәреүсе Роберт Заһретдинов.

11. Башҡорт эстрада коллективтары. Тәүге эстрада йырсылары. Фольклор ансамблдәре. Һүҙ оҫталары.

12. Фәйзи Ғәскәров. Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт Дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле. Данлыҡлы бейеүселәр.

13. Милли симфоник оркестр. Орган һәм Башҡортостанда тәүге органсы.

14. Башҡортостанда уҡыу йорттары.

15. Республикабыҙҙың һәм Рәсәй Федерацияһының, шулай уҡ элекке Союздың иң юғары баһалауҙарына лайыҡ булыусылар. Салауат Юлаев премияһылауреаттары.

9-сы класс

Бөтәһе 35сәғәт

1. Тарих. Башҡортостан көрсөклө йылдар осоронда (1965–1985). Ижтимағи-сәйәси тормош.

2. Башҡортостанда артабанғы мәҙәни тормош.

3. Бөгөнгө Башҡортостан Республикаһы – күп милләтле республика.Башҡортостан Республикаһыныңһәм Рәсәйҙең патриоты булыу тойғоһо ниҙән башлана?

4. Милләт тураһында төшөнсә. Ни өсөн донъяла төрлө милләттәр йәшәй? Нимә ул милли үҙенсәлек?

5. Тарих. Башҡортостан йәмғиәтте үҙгәртеп ҡороу осоронда. Республиканың социаль тормошо.

6. Тарих. Тарихи Башҡортостанда, сит илдәрҙә һәм республикаларҙа йәшәүсе милләттәштәребеҙ тураһында.

7. Нимә ул заман үҙгәреше һәм заман талабы? Глобалләштереү нимә ул? Патриотлыҡ һәм интернационаллек тойғоһо.

8. Башҡорттарҙың донъя кимәлендәге сәйәси урыны. Милләттең көсөн һәм абруйын шәхестәр билдәләй. Кеше үҙ халҡының рухи байлығына эйә булғанда, халҡының яҙмышы менән йәшәп, уға донъя ҡаҙаныштары юғарылығынан баһа биреп өйрәнгәндә генә ысын шәхес була ала.

9. Башҡорттарҙа әхлаҡ төшөнсәһе.

10. “Урал батыр” эпосы – тәрбиә ҡанундары тупланмаһы.

11. Халыҡ улдары. Үҙ тәрбиә менән шөғөлләнеүҙәшәхес өлгөһөнөң әһәмиәте.

12. Туған тел – рухи байлыҡҡа эйә булыуҙың төп асҡысы.

Рус һәм сит ил әһелдәренең башҡорттар, башҡорт теле, башҡорт йыр-моңо тураһындағы фекерҙәре.

“Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” курсының икенсе осорон тамамлаған уҡыусы түбәндәге белемгә һәм тәрбиә ҡанундарына эйә булырға тейеш:

— шифалы үҫемлектәр йыйып өйрәнергә, шифалы үҫемлектәргә ҡарата хәстәрлекле, һаҡсыл мөнәсәбәттә булырға; үҙе йәшәгән төбәктең киләсәк хужаһы һәм уның таҙалығы өсөн яуаплылыҡ – беҙҙең бурысыбыҙ тигән фекер һалынырға;

— башҡорттарҙың боронғо шөғөлө тураһында тарихи мәғлүмәттәрҙе иҫтә ҡалдырырға, бөгөнгө көндә лә уларҙы файҙаланырға мөмкин икәнен, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүгә нигеҙ икәнлеген дә зиһендәренә һалып ҡуйырға;

— Тәбиғәт менән Кеше араһындағы тығыҙ бәйләнеште, “Кешелек донъяһының артабанғы йәшәйеше, именлеге үҙебеҙҙең ҡулда һәм фәҡәт тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта булһаҡ ҡына, беҙ сәләмәт, күркәм тормош алып бара аласаҡбыҙ. Ер тип аталған изге төйәгебеҙҙең йәшәү дәүерен оҙайтасаҡбыҙ”, – тигән төшөнсәләрҙе аңларға, зиһендәренә һеңдерергә;

— матди байлыҡ менән рухи байлыҡтың айырылғыһыҙ булыуын, рухи байлыҡ сығанаҡтарын белергә;

— шәжәрәнең ни аңлатҡанын, үҙ нәҫеле шәжәрәһен, шәжәрә белеүҙең әһәмиәтен белергә;

— башҡорт еренең тарихын, таш, бронза быуат, тәүге ҡалалар тураһында мәғлүмәттәрҙе;

— тарихи шәхестәр тураһында мәғлүмәттәр;

— ихтилалдар, сәбәптәре, етәкселәре, һөҙөмтәләре;

— республикабыҙҙың күп милләтле халҡы, уларҙың йәшәү рәүеше;

— рухи һәм матди байлыҡ, сығанаҡтары; мәғрифәтселек, тәүге мәктәптәр, уҡыу йорттары; халыҡ таланттары, профессиональ сәнғәт үҫеше, күренекле вәкилдәре, ижади коллективтар, ансамблдәр, театрҙар; һынлы сәнғәт;

— әхлаҡ, тәрбиә ҡанундары;

— ижтимағи-сәйәси тормош, сәнәғәт, ауыл хужалығы, социаль тормош – үткәне һәм бөгөнгөһө;

— туған тел һәм илебеҙҙәге, донъялағы аралашыу телдәре;

— Башҡортостандың һәм башҡорттарҙың ил һәм донъя күләмендә тотҡан урыны;

— Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй иле патриоты булыуҙың ниндәй төшөнсә икәнлеген аңлау.